Исследовательская работа по башкирскому языку «Йылҡы йылы елгәндә. .. »

Уҡыусыларға башҡорт аттары һәм улар менән бәйле мәғлүмәттәр еткереү;     Әҙәбиәттә һәм ысын барлыҡтағы тарихта төрлө сифаттары буйынса танылған аттар тураһынды белешмә биреү;  Уҡыусыларҙа «аттар донъяһы«на ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙың кеше тормошондағы ролен асыҡлау. Практ «Башҡорт аттары» темаһы программа буйынса үтелә һәм шуның өсөн дә эҙләнеү эшендәге фактик материал башҡорт теле һәм әҙәбиәте  дәрестәрендә  дидактик  материал  рәүешендә файҙаланыла ала һәм уҡыусыларҙың белемен киңәйтергә булышлыҡ итәсәк.Эҙләнеү эшемдә аттарға хас сифаттарҙы күрһәтергә тырыштым, һәм уларҙың донъяһында булған ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырҙым.
Раздел Классному руководителю
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Инеш һүҙ

Тикшереүҙең объекты- йылҡылар.

Эҙләнеү эшенең маҡсаты:

  • Уҡыусыларға башҡорт аттары һәм улар менән бәйле мәғлүмәттәр еткереү;

  • Әҙәбиәттә һәм ысын барлыҡтағы тарихта төрлө сифаттары буйынса танылған аттар тураһынды белешмә биреү;

  • Уҡыусыларҙа «аттар донъяһы»на ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙың кеше тормошондағы ролен асыҡлау.

Эҙләнеү эшенең актуаллеге: Әҙәбиәттә,тарихта аттар тураһында бик күп мәғлүмәттәр тупланһа ла, ҡыҙыҡһыныусыларға был тема бөгөнгө көндә лә актуаль булып ҡала.

Практик әһәмиәте: Эҙләнеү эшендәге фактик материал башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә дидактик материал рәүешендә файҙаланыла ала һәм уҡыусыларҙың белемен киңәйтергә булышлыҡ итәсәк.

I бүлек

Исследовательская работа по башкирскому языку «Йылҡы йылы елгәндә...»

2014 йыл-мөсәл иҫәбе буйынса Йылҡы йылы. Әйткәндәй,төрлө исем йөрөткән 12 ай араһынан икәүһе генә- Эт менән Ат йылы ғына кешегә тоғро йорт хайуандары атамаһын алған.

Атаҡлы Аҡбуҙат, ҡанатлы Толпар, данлыҡлы Дөлдөл образдарында сағылдырылған ат халҡыбыҙҙың тоғро дуҫы, ышаныслы ярҙамсыһы һанала. Беҙҙең әкиәттәрҙә, риүәйәт, мәҡәл, әйтемдәрҙә йылҡы малының шул тиклем күп урын алыуы тәбиғи, сөнки быуаттар дауамында башҡорттарҙың көнкүрешен аттан башҡа күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел.

Күсмә тормошло ерлектә ат халҡыбыҙҙа төп йәшәү терәге булған. Халыҡ йырында : «Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр генә күрмәй ир- егеткәй менән ат башы», - тип йырланғанса, аттар, хужалары менән бергә донъя михнәттәрен тартып ҡына ҡалмай, яуҙарҙа ла һынатмаған. Башҡорт тоҡомло аттарҙың сыҙамлылығы, талымһыҙлығы, тибенлектә йөрөп, аяҡ аҫтындағы аҙыҡ менән ҡәнәғәтләнеүе уларға ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйткән генә.

II бүлек

  1. Яу толпарҙары.

Башҡорттарҙа атланып йөрөргә менге аттар , санаға , арбаға һәм айырым егергә екке аттар һәм айырым яу аттары- яу сабырға әҙерләнгән аттар булған. Исследовательская работа по башкирскому языку «Йылҡы йылы елгәндә...»

Исследовательская работа по башкирскому языку «Йылҡы йылы елгәндә...»

Яу толпарҙары хәрби походтарҙа хужаларына тоғро иптәш булып һаналған. Башҡорт яугирҙарының дошмандарға ҡаршы алыштарҙа яулаған еңеүҙәрендә башҡорт аттарының көслө, ғәйәт сыҙамлы булыуы ла ҙур роль уйнай.

1812 йылғы Ватан һуғышынан һуң башҡорт яугирҙары «Төньяҡ амурҙары» тигән исем менән тарихҡа инә. Аты булһа, башҡорт яугиры алдындағы бөтөн кәртәләрҙе: ҡара урман, тау-таш, тәрән кисеүҙәрҙе үтеү, боҙло- ямғырлы көндәрҙә лә дошман менән алышыу, башҡа ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу бер ни тормаған.

Исследовательская работа по башкирскому языку «Йылҡы йылы елгәндә...»Исследовательская работа по башкирскому языку «Йылҡы йылы елгәндә...»

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, Башҡортостан хеҙмәтсәндәренән Башҡорт атлы дивизияһы ойошторола. 112-се дивизияның командиры итеп Миңлеғәли Шайморатов билдәләнә. Был һуғышта ла башҡорт аттары юғары баһа алды, уларҙы шартлаған бомбалар менән снарядтар ҙа, ямғырҙай һибелгән пулялар ҙа туҡтата алманы.



  1. Башҡорт ҡымыҙы.

Исследовательская работа по башкирскому языку «Йылҡы йылы елгәндә...»Исследовательская работа по башкирскому языку «Йылҡы йылы елгәндә...»

Башҡорттарҙа ҡымыҙ бешеү серҙәре ныҡлы һаҡланып , быуындан-быуынға тапшырыла килә. Башҡорт тоҡомло бейәләр һөтөнән эшләнгән ҡымыҙ айырыуса сихәтле сифаттарға эйә. Үҙенең иҫтәлектәрендә яҙыусы, яҡташыбыҙ Сергей Аксаков былай тип яҙа:

Яҙ етеп ер асылғас, туғай болондар хуш еҫле йәшеллек менән ҡапланғас та ҡышҡыһын ябыҡҡан аттар тиҙ генә көрәйеп ала һәм башҡорттар ҡымыҙ әҙерләү эшенә тотона. Бер аҙҙан йәш балаларҙан алып ҡарттарға тиклем был шифалы эсемлекте эсә башлай. Аҙ ғына ваҡыт эсендә оҙон һалҡын ҡышты аслы-туҡлы үткәреүҙән барлыҡҡа килгән ауырыуҙары һыпырып алғандай юҡҡа сыға. Кешеләрҙең ябығыуҙан һурыҡҡан йөҙҙәре тулыланып, йәшәреп китә. Хатта сабыйҙарҙың, йәштәрҙең генә түгел, ҡарттарҙың бит остарына алһыу төҫ ҡуна.

3.Йылҡы тиреһенән һауыт- һабалар.

Шифалы эсемлекте һалып йөрөтөү һауыттарын да башҡорттар йылҡы тиреһенән яһап алған. Халҡыбыҙҙың тормош- көнкүрешен өйрәнгән этнограф ғалимдар, сәйәхәтселәр йылҡы тиреһенән- күндән эшләнгән һауыттарҙың күбеһе йөйһөҙ булыуына иғтибар иткән. Уларҙың төбө генә ҡоршап тегеп ҡуйылған. Муйын, баш, бот тиреләре тотош һыҙырып алып эшкәртелгән. Баш тиреһенән яһалған башкүнәккә бейәләрҙе һауғандар. Ҡымыҙ һауыттары- турһыҡ та, һаба ла күндән булған. һаба - эре малдың тиреһенән тегеп эшләнгән ҡымыҙ һауыты, бәләкәй тире һауыт. Уны түбәндәгесә эшләйҙәр: һуйған аттың артҡы аяҡтарынан тире һыпырылып алына, йөнө өтөлә һәм тире ыҫлана. Шунан киҫеп алынған тиренең киң осона төп тегелә. Ә тар осона (тубығы янында) үләндән йомарлап бөкө тығыла. Турһыҡ әҙер. Ул эсемлек менән тултырылғас, ат ботона оҡшап ҡала. Турһыҡта һаҡланған ҡымыҙҙан әҙерәк тире һәм төтөн еҫе килһә лә, тәме боҙолмай. Эйәрҙә эленеп йөрөп, ул яҡшырғандан-яҡшыра.

Исследовательская работа по башкирскому языку «Йылҡы йылы елгәндә...»һабаИсследовательская работа по башкирскому языку «Йылҡы йылы елгәндә...»

  1. Йылҡы ите- ризыҡ һәм дауа.

Йылҡы ите - башҡорттарҙың иң яратҡан ризығы. Уның сәләмәтлеккә лә шифаһы ҙур.

Исследовательская работа по башкирскому языку «Йылҡы йылы елгәндә...»Исследовательская работа по башкирскому языку «Йылҡы йылы елгәндә...»

Ул ғына ла түгел: аттар дарыуҙар яһауҙа туранан тура ҡатнаша. Бактериология институттарында донор аттарҙың ҡанынан гангрена- тәндең үлекләүе, столбняк- һеңерҙәр тартышыуы, дифтерия- балаларҙың тамаҡ сире, ботулизм- аҙыҡтан ағыуланыу кеүек ҡурҡыныс сирҙәргә ҡаршы дарыуҙар эшләнә.Исследовательская работа по башкирскому языку «Йылҡы йылы елгәндә...»Исследовательская работа по башкирскому языку «Йылҡы йылы елгәндә...»

Тимәк, үрҙә әйтелгәндәр буйынса башҡорт аттары һыбай йөрөүгә лә, йөк артмаҡлағанда ла, еккән хәлдә лә юғары эш һәләтлегенә эйә. Улар үрсемле, һөтлө булыуы менән айырылып тора.Шифалы ҡымыҙ яһау, ит етештереү, хатта медицина өлкәһендә лә башҡорт аттарының файҙалы булыуы билдәле. Ә хәҙер , донъяға билдәле аттар тураһында бер нисә кыҙыҡлы мәғлүмәттәр тәҡдим итәм.

III бүлек

Атаҡлы ун ат

Әҙәбиәттә һәм ысынбарлыҡтағы тарихта төрлө сифаттары буйынса танылған аттар бар. Шулай:

Иң мөғжизәле ат- башҡорт эпостарындағы Аҡбуҙат. Ул - ҡолағын беҙҙәй ҡаҙаған, ялын ҡыҙҙай тараған, ҡарсыға түшле, муйыны бер ҡоласлы, йүгереклеге һыналған, ҡуш йөрәкле яралған, елһә,ҡоштай елпенеп, тояғы ергә теймәгән, ел дә ҡыуып етмәгән, өҫтөндәге батырын яуҙа ташлап китмәгән толпар. Исследовательская работа по башкирскому языку «Йылҡы йылы елгәндә...»Исследовательская работа по башкирскому языку «Йылҡы йылы елгәндә...»



Иң ҡыйыу ат- боронғо иң ҙур донъя империяһы батшаһы Александр Македонскийҙың Буцефал ҡушаматлы аты. Ул бер нәмәнән дә ҡурҡмаған.Үҙ күләгәһенән генә өркөр булған… Исследовательская работа по башкирскому языку «Йылҡы йылы елгәндә...»Исследовательская работа по башкирскому языку «Йылҡы йылы елгәндә...»



Иң вазифалы, түрә ат - Рим императоры Гай Калигуланың аты. Был атҡа , хужаһының бойороғо буйынса, сенатор дәрәжәһе бирелә.

Исследовательская работа по башкирскому языку «Йылҡы йылы елгәндә...»Исследовательская работа по башкирскому языку «Йылҡы йылы елгәндә...»



Иң ғәжәп ат - күренекле яҙыусы Корней Чуковскийҙың геройы- Айболит табиптың дуҫы Тянитолкай - Тарттаэт. Ул - ике башлы.Исследовательская работа по башкирскому языку «Йылҡы йылы елгәндә...»



Иң сағыу ат - француз яҙыусыһы Александр Дюма геройы - мушкетер

Д Артаньян аты. Ул көҙгө ҡайын япрағы кеүек, һап- һары төҫтә була.Исследовательская работа по башкирскому языку «Йылҡы йылы елгәндә...»

Исследовательская работа по башкирскому языку «Йылҡы йылы елгәндә...»



Иң ябыҡ ат - испан әҙибе Сааведра Сервантестың «Дон Кихот»ындағы Росинант. Ул тире тарттырылған һөйәктәрҙән генә тора, дүрт аяғына ла аҡһай.Исследовательская работа по башкирскому языку «Йылҡы йылы елгәндә...»



Иң мәкерле ат - Троя аты. Риүәйәт буйынса, ахейҙар, Трояға ҡаршы һуғышҡанда, уның ҡапҡалары ҡаршыһына ағас ат килтереп ҡуя. Атты ҡала халҡы үҙе ҡапҡанан алып инә. Ағас аттың эсенә яугирҙар ултыртылған була. Улар төндә , ҡапҡаларҙы асып, ҡалаға ғәскәр индерә. Шунан был аттың яманаты тарихта ҡала.Исследовательская работа по башкирскому языку «Йылҡы йылы елгәндә...»

Иң үлемесле ат - Кенәз Олег аты. Кенәз үлгән атының баш һөйәге эсендә ятҡан йылан сағыуынан вафат була.

Исследовательская работа по башкирскому языку «Йылҡы йылы елгәндә...»

Иң бәләкәй ат - рус әкиәттәрендәге Горбунок- Көмрөкәй. Ул өс ҡарыш бейеклектә, дөйәнеке кеүек, ике үркәсле.Исследовательская работа по башкирскому языку «Йылҡы йылы елгәндә...»

Исследовательская работа по башкирскому языку «Йылҡы йылы елгәндә...»



Иң ҡырағай ат - Пржевальский аты. Тарпанға оҡшаш ат элек Джунгария сүллектәрендә йәшәй, хәҙер зоопарктарҙа ғына бар.Исследовательская работа по башкирскому языку «Йылҡы йылы елгәндә...»





БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте мәғариф бүлеге

Йылҡы йылы елгәндә…

(эҙләнеү эше)

Башҡарҙы: Стәрлетамаҡ ҡалаһының

4-се урта мәктәбенең VIII К класы

уҡыусыһы Сәғиҙуллин Амур.

Етәксеһе:Башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы

Әбүбәкерова Гөлназ Фаил ҡыҙы.

Стәрлетамаҡ-2014

План.

I . Инеш һүҙ.

II . Башҡорт аттары тураһында мәғлүмәттәр.

  • Яу толпарҙары.

  • Башҡорт ҡымыҙы.

  • Йылҡы тиреһенән һауыт-һабалар.

  • Йылҡы ите- ризыҡ һәм дауа.

III. Атаҡлы ун ат.

IV. Йомғаҡлау.

V. Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге.









Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге:

  • Башҡорт аты.Башҡорт энциклопедияһы. - Өфө: "Китап", 1993.

  • Зәйнуллин Р .В. Башҡорт атына тиңдәр булмаҫ… // "Башҡортостан",2013. - № 14.

  • Аҙнаев К.Ә.Сарсауыңды ҡандырыр,сирҙәрҙән арындырыр // "Башҡортостан", 2012. - № 21.

  • Мырҙаҡаева Д.Ғ.Йылҡы йылы. // "Мәктәп календары" - Өфө:"Китап", 2014.

  • Саҙыҡова Г. М. Башҡорт аты ниндәй була?// "Башҡортостан уҡытыусыһы", 2006. - №6.

  • Әхәтова И.К. Башҡорт аты һәм йылҡысылыҡ.// Ватандаш , 2001-№9.









Йомғаҡлау

Аттар донъяһы үҙенә башҡа ҡыҙыҡһыныу уята. Башҡорт аттары талымһыҙ, сыҙамлы, һыбай йөрөүгә лә, йөк артмаҡлағанда ла, еккән хәлдә лә юғары эш һәләтләгенә эйә. Улар үрсемле, һөтлө булыуы менән айырылып тора. Шифалы ҡымыҙ яһау, ит етештереү, хатта медицина өлкәһендә лә башҡорт аттарының файҙалы булыуы билдәле. Беҙҙең әкиәттәрҙә, риүәйәт, мәҡәл, әйтемдәрҙә йылҡы малының шул тиклем күп урын алыуы тәбиғи, сөнки быуаттар дауамында башҡорттарҙың көнкүрешен аттан башҡа күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел. Эҙләнеү эшемдә аттарға хас сифаттарҙы күрһәтергә тырыштым, һәм уларҙың донъяһында булған ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырҙым.



© 2010-2022