Урок -диспут по пьесе Мустая Карима «Страна Айгуль»

Урок- диспут по пьесе народного поэта Башкортостана Мустая Карима, посвященный 95-летию со дня рождения.  Конспект написан по технологии анализа конкретных ситуаций, используя кейсовый метод.Класс делится на две группы с противоположными мнениями, которым учитель дает кейсы с вопросами. Учащиеся ищут ответы на вопросы, дискутируют. Учитель является направляющим и вносящим поправки. Данный урок воспитывает у учащихся чувство патриотизма, любви к своему народу. Цель урока формирование коммуникатив...
Раздел Классному руководителю
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: М Кәримдең "Айгөл иле" пьесаһы

Класс: 7

Дәреслек: Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Ҡаһарманов Ғ.Ғ., Хөснөтдинова Ф.Ә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 7-се синыфында уҡыусы башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. -Өфө:Китап, 2006.-304 бит.

Дәрес тибы: яңы тема өйрәнеү.

Дәрес формаһы: дәрес-дискуссия.

Технология: конкрет ситуациаларҙы анализлау.

Ҡулланылған метод: кейс методы.

Дәрестең маҡсаты

1. Айгөл иле пьесаһын анализлау, образдар системаһын ентекле өйрәнеү.

2. М. Кәримдең тормошо һәм ижады буйынса белемдәрҙе нығытыу.

3. Уҡыусыларҙың билдәле бер ситуацияға үҙ мөнәсәбәтен белдереү өсөн ситуация тыуҙырыу, тыуған илгә һөйөү, патриотлыҡ тойғоһо, милли үҙаң тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: проектор, интерактив таҡта, М Кәрим буйынса биографик папка., "Мостай Кәрим" китабы.

Дәрестең технологик картаһы:

№ №

Дәрес этабы

Маҡсат

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

1.1

Ойоштороу

2 мин.

Балаларҙы дәрестең маҡсаты менән таныштырыу

Класты ике төркөмгә бүлеү

Ике төркөмгә бүленеп ултыралар һәм модератор һайлайҙар

22

Проблемалы- мотивацион

5 мин

Әҫәрҙең төп проблемаһын асыҡлау.

Уҡыусыларҙы проблема ҡуйыуға әйҙәй, әҫәрҙе анализлауға йүнәлтә.

Пьесаның төп проблемаһын һәм төп һорауын билдәләйҙәр.

33

Информацион

15 мин

Эҙләнеү, үҙ фекереңде булдырыу

группаларға анализлау өсөн кейстар (эш) тарата.

Материалды өйрәнәләр,анализлайҙар һәм ҡуйылған проблеманы сисәләр, автор идеяһын үҙ фекерҙәре менән сағыштырып һығымта яһайҙар.

44

Аналитик

15мин

тыуған илгә һөйөү, патриотлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, милли үҙаң формалаштырыу.

Төркөмдәрҙең позицияларын тыңлай, уҡыусылар менән бергә дискуссияла автор идеяһын яҡлай.

Һорауҙарға яуап бирәләр, үҙәренең ҡараштарын белде

рәләр, икенсе төркөм менән бәхәсләшә

ләр.Бөгөнгө көн күҙлегенән сығып һығымта яһайҙар.

55

Рефлексив-баһалау

3 мин.

Йомғаҡлау.

Һығымталар яһай

Дөйөмләштереп дөрөҫ ҡарар сығаралар, үҙҙәрен баһалайҙар.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу этабы.

Уҡытыусы:-Һаумыһығыҙ хөрмәтле уҡыусылар!Дәрестә кем юҡ. Билдәләйек. Слайд №1

Һеҙгә өйгә эшкә М.Кәримдең "Айгөл иле" пьесаһын уҡып килергә ине.Бөгөн беҙ һеҙҙең менән ошо әҫәр буйынса дәрес- дискуссия үткәрәсәкбеҙ.Һеҙгә билдәле булыуынса, пьеса һуңында Айгөл Италияға китергә тейеш. Кем уның ҡалыуы менән риза-бер төркөмгә, кем риза түгел- икенсе төркөмгә бүленәйек. Һәр төркөм модератор һайлағыҙ. Мин һеҙгә кейстар таратып бирәм, һеҙ һорауҙарға яуап биреп, үҙ позицияғыҙҙы яҡларға тырышығыҙ.

  1. Проблемалы- мотивацион этап.

Уҡытыусы:

-Пьессаның ҡыҫҡаса йөкмәткеһен иҫкә төшөрәйек.Бер уҡыусы пьеса йөкмәтеһен һөйләй.

Слайд №2 Дәрестең эпиграфын уҡығас:-Уҡыусылар, Мостай ағай ошо шиғырында нимә әйтергә теләгән?

-Киләсәк һеҙҙең ҡулда, аҡ юл теләй Ул һеҙгә.

3. Инфомацион этап.

-Ә хәҙер кейстар менән эшләп алайыҡ.Уҡыусылар һорауҙарға дөрөҫ яуаптар эҙләйҙәр, әңгәмәләшәләр.

Кейс №1


1. Дәреслектең 234-се битенән Айгөлдөң әсәһе тураһында Сит Кеше һүҙҙәрен табығыҙ. Ни өсөн Сит кеше ҡыҙғана, Һыҙлана? Кем ул сит кеше?

2. Пиккио образына характеристика бирегеҙ.Уның Башҡортостан кешеләренә мөнәсәбәтен әйтегеҙ.Ни өсөн ул үҙен бүре менән сағыштыра?

3. Зөлхәбирә әхирәттәренең уға мөнәсәбәтен аңлатығыҙ, ни өсөн улар Зөлхәбирәне танымай?

4. Айгөл ни өсөн Башҡортостанда ҡала, ул дөрөҫ эшләйме, һеҙ уға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?

Кейс №2


  1. Айгөл образына характеристика бирегеҙ. Сит кеше уны нисек һүрәтләй?

  2. Йәғәфәр менән Ричардттың Пиккиоға мөнәсәбәтен асыҡлағыҙ, улар ғәҙелме?237-239-сы биттәр.

  3. "Ябай ауыл бисәләре" Зөлхәбирәне ни өсөн аңламайҙар?Зөлхәбирәне аҡлағыҙ.

  4. Айгөл үҙ яҙмышын дөрөҫ хәл итәме?Уның һайлауына һеҙҙең мәнәсәбәтегеҙ ниндәй?


  1. Аналитик этап.

Һәр төркөм һораузарға яһап бирә.Дискуссия барышында уҡытыусы презентацияла М Кәримдең билдәле бер ситуацияға фекерен, шиғыр юлдарын күрһәтә. Шулай итеп, дискуссияла Халыҡ Шағиры үҙе ҡатнашҡандай була.

Беренсе һорауға -өсөнсө слайд.

Икенсе һорауға- дүртенсе слайд.М Кәримдең үҙ халҡы тураһынла әйткән һүҙҙәре.

Әкиәттәрҙә лә юҡ батыр

Халҡымдан ашҡан-

Ике аяғын ике диңгеҙ

Ярына баҫҡан.

Бишенсе слайд-Мостай Кәримдең һуғышта ҡатнашыуы тураһында мәғлүмәт, фотолар.

  1. Рефлексив-баһалау.

Уҡытыусы: - Шулай итеп, уҡыусылар, беҙ тулыһынса автор менән килешәбеҙ.Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул мәҡәле был пьесала ла урынлы. Мостай Кәрим һәр заманда ла актуаль булған проблемаларҙы күтәрә, һәм уңышлы хәл итә. Бөгөнгө көндә беҙҙең Рәсәйгә лә үҙ илен, халҡын һөйгән, тыуған яғына, туған теленә тоғро булған граждандар бик кәрәк. Эпиграфта әйтелгәнсә, беҙ киләсәгебеҙҙе тик үҙебеҙ хәл итергә тейешбеҙ.

Дәрестә ҡатнашыуығыҙға ҙур рәхмәт!Бөтөн актив ҡатнашыусылар юғары баһаға лайыҡ.Дәрес тамам, һау булығыҙ!









Өфө ҡалаһы ҡала округының дөйөм белем биреүсе 58-се лицейы муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы

Дәрес темаһы:

М Кәрим. "Айгөл иле" пьесаһы буйынса дәрес-диспут.

Ғәзизова Әлфиә Рәүф ҡыҙы

1-се категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы .



ӨФӨ-2014

© 2010-2022