Нәсихәттәр. Аҡмуллаға эйәреп. Үҙем ижад иткән ҡобайыр

Күптәр уны “Аҡмулла ейәнсәре” тип белә. Бөйөк остазыбыҙ Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған кисәләрҙә саф аҡтан кейенеп, думбыра сиртеп, мөнәжәт әйтеү генә түгел, ә ҡыҙҙың күңелендәге сәсәнгә ҡарата йәшәгән оло һөйөүе, уларҙың, нисектер, сәсән менән оҡшаш булыуы, Аҡмулла тип янып тороуы ошо ҡараш тыуҙырҙы… Аҡмулла юлдары уны хатта Ҡаҙағстан тарафтарына ла алып барҙы, Халыҡ-ара конференцияла ҡатнашып, почетлы грамота менән бүләкләнде. Һанай китһәң, ҡыҙҙың уңыштары бер бының менән генә бөтмәй әле. Студ...
Раздел Классному руководителю
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:















Нәсихәттәр

Аҡмуллаға эйәреп

(мөнәжәт)











Авторы: Һатлыҡова Әлфиә,

Башҡорт теле уҡытыусыһы











Өфө-2010

Нәсихәттәр

Аҡмуллаға эйәреп

Сәсән һүҙе бер булыр,

Сәсән һүҙе гел булыр,

Күңелдәре кер булғанды,

Дауалаусы сер булыр…

Иң әүүәл күңел салты - тәүфиҡ булыр,

Тәүфиҡһыҙҙың күңел ашы яшыҡ булыр.

Ҡоро ҡалаҡ ауыҙ йыртыр, тигән һүҙ бар,

Тәүфиҡ булмай, бүтән булһа, яҙыҡ булыр.

Икенсе аҫыл нәмә - һаулыҡ булыр,

Һаулыҡ тигән тауҙан да ҙур байлыҡ булыр.

Ауыҙ асып, түгеп-сәсһәң, ҡәҙер белмәй,

Байлығың елгә осоп, бер айлыҡ булыр.

Өсөнсө аҫыл нәмә - бәхет булыр,

Бәхетленең ғүмер юлы йәннәт булыр.

Үҙ йәннәтен аҙғын менән биҙәгәндең

Фәрештәһе, Ғазраилдай, йәлләт булыр.

Дүртенсе аҫыл нәмә - намыҫ булыр,

Намыҫһыҙҙа тәүфиҡ яғы наҡыҫ булыр.

Ахирәттә тамуҡ менән ожмах йәнәш,

Намыҫһыҙға ожмахҡа юл алыҫ булыр.

Бишенсе аҫыл нәмә - йәшәү булыр,

Йәшәй белмәгәнгә тормош бәлә булыр.

Шул бәләнән үҙ-үҙеңде йолоп алып,

Матур йәшәү - үҙе ҙур бер һаләт булыр.

Алтынсы аҫыл нәмә - яҙмыш булыр,

Хаҡ яҙғанды боҙоу яңылыш булыр.

Йырҙа ла бит, тәҡдир тигән бәлүр түгел,

Үргә илтәр, гүргә һелтәр яҙмыш булыр.

Етенсе яҙған нәмә - үлем булыр,

Ахирәт күперенән үтеү булыр.

Иманыңа инан, һатма Ғазраилға,

Киткәндә лә, лайыҡлы китеү булыр.

Аҡты ҡара тиеү менән төҫө китмәҫ,

Ҡиммәтте арзанайтып, заты китмәҫ.

Кеше, барҙы күралмай, юҡты биралмай,

Хоҙай кәмдәмәһә, бәндәнеке етмәҫ.

Ҡырын эштәр, ялағайлыҡ, хәүеф-хәтәр,

Батҡаҡтағы ҡойо кеүек һаҫып ятыр.

Уянмаһа йоҡоһонан туған халҡым,

Олтандары булырбыҙ беҙ ҡырғы-яттың.

Мәғрифәтте юлдаш итеп алайыҡ,

Белем эскән әҙәм хөрмәткә лайыҡ.

Нәжес кисеп, эрен эсеп, бысранмайыҡ,

Шайтанға эйәреп, ожмахтан яҙмайыҡ.

Хоҙай ҡушҡас, тыуғанбыҙ беҙ, Хоҙай алыр,

Донъялыҡта бары ҡылған эштәр ҡалыр.

Йәшәй белеп йәшә, әҙәп, иман менән,

Үҙ артыңдан яҡшылығың сәсеп ҡалдыр.

Салт - холоҡ, ғәҙәт

Нәжес - эрен, бысраҡ, ҡара эштәр

Эрен - бында араҡы, иҫерткес эсемлек мәғәнәһендә

© 2010-2022