Ҡазан ҡалаһында Халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән Милли хәзинә - Национальное достояние конкурсындағы сығыш

2010йыл минең хәтеремдә ҙур еңеүем менән иҫтә ҡалды. Татарстан Республикаһының баш ҡалаһы Ҡазанда Халыҡ-ара кимәлдә педагогия уҡыу йорттары араһында оло ярыш үтте. Мин был конкурста үҙебеҙҙең Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының студенты булараҡ ҡатнаштым. Әйтергә кәрәк, төрлө яҡтан йыйылған һәләтле  йәштәр араһында көс һынашыу еңелдән булманы. Тик тыуған уҡыу йортомдоң, яратҡан уҡытыусыларымдың миңә булған ышанысы, һөйөүе әйтеп бөтөргөһөҙ көс-дәрт, ҡеүәт бирҙе...
Раздел Классному руководителю
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

М. АҠМУЛЛА ИС. БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ ПЕДАГОГИЯ УНИВЕРСИТЕТЫ

БАШҠОРТ ФИЛОЛОГИЯҺЫ ФАКУЛЬТЕТЫ

























СӘСӘН ҺҮҘЕ БЕР БУЛЫР

(ҠОБАЙЫР)

















Авторы: Һатлыҡова Әлфиә,

V курс студенткаһы















Өфө-2010

Сәсән һүҙе бер булыр!

Эй, думбырам, яҡын дуҫым,

Ҡылдарыңда моңдарың!

Эй, думбырам, әйҙә, уйна,

Күңелдәр сыңлап китһен!

Егет-ҡыҙҙар күңеле

Хыялдарға күмелһен!

Сәсән рухы терелһен!

Ай, Уралым, Уралым,

Бөтә донъя урайы,

Халҡымдың ул төйәге,

Үҫә башҡорт ҡурайы…

Телем менән баймын мин,

Илем менән баймын мин;

Тарихым бар, затым бар,

Башҡорт тигән атым бар!!!

Әйт тигәсең, әйтәйем,

Тыңла һүҙем, әйкәйем,

Һүҙем тыңлап яуап бир,

Аҡыллы тос фекер бир!

Башҡортмон тип яр һалыу

Аҡты аҡ ти(е)ү түгел ул,

Бәйгеләрҙә алға сығыу,

Уйын эш тә түгел ул…

Телең майҙай шыма булһын,

Телең балдай татлы булһын,

Йөҙөң һәр саҡ яҡты булһын,

Әйткән һүҙең хаҡ булһын!

Күңелең зирәк, күҙең үткер,

Ә ҡолағың һаҡ булһын,

Яуабың әҙер булһын!!! Амин!

Йә, йәмәғәт, тел һынап,

Алайыҡ бер аҙ ғына…

Телһеҙ халыҡ кем булыр?

Залдың яуабы: - телен белмәгән - шул булыр.

Моңһоҙ халыҡ кем булыр?

Залдың яуабы: Моңон һөймәгән шул булыр.

Афарин! Ғәмһеҙ халыҡ кем булыр?

Залдың яуабы: Йоҡлап йөрөгән шул булыр!

Заңһыҙ халыҡ кем булыр?

Залдың яуабы: Йолаһын онотҡан шул булыр.

Күңел байлығына сиктәр юҡ,

Телдең байлығына биктәр юҡ!

Һай башҡортом, башҡортом,

Күпте күргән башҡортом…

Батыры бар башҡортом,

Бахыры бар башҡортом…

Аҡһаҡалын ҡорға йыйған,

Ҡоро ла бар башҡортом…

Аҡмуллаһы борон әйткән,

Уҡыу кәрәк, башҡортом!

Сәсән һүҙе, сәсән үҙе,

Халҡын маҡтап йырлаған.

Мәржәниҙәр мәрҫиәһен,

Халҡым уҡыһын,тип сығарған.

Сәсән һүҙле сәсән китап

Ошо ерҙә тәү тыуған.

Мең һигеҙ йөҙ туҡһан икелә

Ҡазанда ул баҫылған.

Рәхмәт һиңә, татар дуҫым,

Ныҡлы итеп ҡыҫыр ҡулым

Мосолмандар көслө булһын,

Дуҫлыҡ менән донъя тулһын!

Борон бабам нәҙер әйткән:

Ҡунаҡ ашы - ҡара-ҡаршы,

Бөгөн - һеҙҙә,

Иртән - беҙҙә,

Ҡәрҙәшлекте арттырырбыҙ,

Иман булһа күң(е)лебеҙҙә!

Был донъяның нуры кемдә?

Был донъяның уты кемдә?

Илем тиеп һулыш алған,

Телем тиеп һулыш алған,

Телен һатҡан моңһоҙға,

Илен һатҡан дуңғыҙға

Ҡаршы торор үҙе булған,

Ҡылыстан үткер һүҙе булған,

Белеме менән тау ярыр,

Ғилеме менән дау баҫыр,

Тура теле ҡабырғанан аҫыр

Ысын мөғәллим булыр, ау,

Ысын мөғәллим булыр!..

Ата-бабам васыятын

Түкмәй-сәсмәй еткерер,

Аҡмуллалар аманатын,

Күңеленән үткәрер,

Сәсән һүҙен тергеҙер,

Сәсән үҙе терелер,

Беҙҙә лә бар шундайҙар,

Бөгөн дә бар ундайҙар!

Эй, йәмәғәт, һүҙем шул,

Теләр инем оҙон һүҙ,

Китапҡа ул яҡшы шул,

Беҙҙең ваҡыт сикле шул,

Бер ҡолаҡҡа төшкән һүҙ,

Атҡан уҡҡа бәрәбәр,

Тимәк барса күңелдә,

Урын алды был хәбәр!

Уйланырға, моңланырға

Мәжбүр итһәм мин әгәр,

Был донъяла моңһоҙ маңҡорт,

Бөткән икән, иллә мәгәр!

Рәхмәт!

© 2010-2022