Урок-КВН Птицы - наши друзья

Цель: - обобщить и систематизировать знания о  птицах, показать  значение птиц в природе и жизни человека; раскрыть роль охраны птиц и окружающей природы; воспитывать у детей чувство жалости, сострадания  к братьям нашим меньшим. Задачи: - развивать интерес к различным видам птиц, их среде обитания; - повторить и закрепить знания учащихся об отличительных особенностях птиц; - осуществлять экологическое воспитание, воспитывать любовь к родной природе,        бережному отношению к ней; воспитыват...
Раздел Классному руководителю
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: Ҡоштар-беҙҙең дуҫтар.

Маҡсат:

1. Балаларҙың беҙҙең яҡтың ҡоштары тураһындағы белемен тәрәнәйтеү, уларҙың көнкүрешенә, йәшәү үҙенсәлегенә иғтибар итеү.

2. Ҡоштарға һаҡсыл ҡараш, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.

3. Балаларға тирә-яҡ мөхитте, хайуандар донъяһын һаҡлау сараларын аңлатыу.

Йыһазлау. Ҡоштарҙың һүрәте, тауыштары яҙылған фонояҙма,"Ҡанатлы дуҫтар" темаһына һүрәттәр күргәҙмәһе,презентация.

Дәрес барышы:


  1. Ойоштороу мәле. Сәләмләү.

Һаумыһығыҙ, балалар!

Һаумыһығыҙ! Хәйерле көн!

Хәйерле көн, ағастар!

Хәйерле көн, ҡоштар!

Хәйерле көн, тәбиғәт!

Ултырығыҙ!

Уҡыусылар! Әгәр ҙә һеҙ шулай тәбиғәтте, ҡоштарҙы, ағастарҙы сәләмләһәгеҙ, уны яратаһағыҙ, изге уйлы, һәйбәт кешеләр булып үҫерһегеҙ.

Хөрмәтле балалар! Тыуған еребеҙгә шаулап, гөрләп яҙ килә! Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ беҙгә ашыға. Юлда улар күпме ауырлыҡтар кисерә. Бурандарға, ҡойма ямғырҙарға эләгеп, хәлдән таялар. Ҡоштарҙың иң көслөләре беренсе булып килеп етәләр. Беҙ уларҙы ҡаршы алырға әҙерме? Бөгөн шул хаҡта һөйләшербеҙ.

Уҡыусыларҙың сығышы.

  1. Эй, талпынып ҡайтҡан, ҡошҡайҙарым

Тыуған еркәйҙәргә ни етә!

Һәр ботағы, һәр япрағы яҡын,

Һәр һулышы күңел елкетә,

Тыуған еркәйҙәргә ни етә!

  1. Һайрағыҙсы, һайра, ҡошҡайҙарым,
    Яҙҙарыбыҙ нурлы, ләйсәнле
    Ғорур башы зәңгәр күккә ашҡан
    Урал таулы илем, эй, йәмле!

II. "Ниндәй ҡош?"(1 ТУР)

-Уҡыусылар мин һеҙгә йомаҡтар әйтәм, ә һеҙ яуаптарын ошо бирелгән кроссворд эсенә яҙып барығыҙ.(Ике төркөмгә бүленеү.)


1ГОР.

Тау-ҡаяны төйәк итә,
Бер ниҙән тормай өркөп.
Кемдең уны күргәне бар,

Ҡош батшаһы ул - ... (бөркөт.)Слайд

Бөркөт - ҙур йыртҡыс ҡош. Дөйөм төҫө ҡара-көрән. Ҡая ташлы тауҙарҙа, урмандарҙа йәшәй. Асыҡ ерҙә һунар итә. Ҡуян һәм бәләкәйерәк йәнлектәр, ҡоштар аулай. Ултыраҡ ҡош. Һирәк осрай. Ояһы ағас башында йәки ҡая таш һикәлтәләрендә була. Башҡорттар борон-борондан бөркөттө ауға йөрөү өсөн ҡулға эйәләштергәндәр.

1ГОР.

Ағастағы бөжәктәрҙе
Аямай ҡыра бирә.
"Туҡ-туҡ" иткән тауышына
Күмелә эргә-тирә.

Ул бигерәк әүәҫ икән

Ҡыу ағастағы ҡортҡа.

Шуға көн дә иртә таңдан

"Туҡ-туҡ" килә... (тумыртҡа).Слайд

Улар ҙа бик файҙалы ҡоштар.Урманда ауырыу ағастарҙы күреп, шундағы ҡоротҡостарҙы суҡышы менән табып ашайҙар һәм икенсе ағастарға күсеүҙән һаҡлайҙар.Шулай уҡ тумырҡа суҡыған тишектәрҙә башҡа ҡоштар оя ҡоралар.Уларҙы икенсе төрлө "Урман санитарҙары" тип тә йөрөтәләр.

2ВЕР.

"Ҡыж-ҡыж" тейеп тауыш бирә,
Мороно, - гүйә, көрәк.
Йылы яҡтан яҙын ҡайта,
Ниндәй ҡош тиһең? (Өйрәк.)Слайд

Күмәкләшеп тә, парлашып та йөрөйҙәр. Балыҡлы йылғаларҙа, күлдәрҙә йәшәй. Күсмә ҡош. һирәк осрай. Ояһы ерҙә, ҡайһы ваҡыт ағас ҡыуыштарында була. Ите өсөн аулайҙар

2ВЕР.

Ҡолға башында йорто,эсендә тора йырсы.(Сыйырсыҡ). Слайд

Бөтә кешегә лә билдәле. Яҙғыһын һәм йәйгеһен башы, ҡанаттары, ҡойроғо ҡара була, көҙгә табан ваҡ ҡына аҡ таптар барлыҡа килә, суҡышы һары, аяҡтары ҡыҙғылт көрән. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел. Яҙғыһын башҡа төрлө ҡоштарҙың тауыштарына оҡшатып, матур итеп һайрай. Күсмә ҡош. Киң таралған.Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.

3ВЕР.

Аяҡтары уның оҙон,

Әйт, ниндәй ҡош, уйлап торма.

Яҙын ҡайтҡас, ниңә көҙөн китә,

"Тор-райыҡ" тиһә лә... (торна).Слайд

Был ҡоштоң беҙҙең яҡтарҙа 14 төрө билдәле. Иң таралғаны-һоро торна. Улар һаҙлыҡтарҙа, тәпәш ҡыуаҡтар араһында, ер өҫтөнә оя ҡора. Ғәҙәттә, ике йомортҡа һалып бала сығара. Улар үҫемлек, төрлө бөжәктәрҙе, тәлмәрйендәрҙе, кеҫәрткеләрҙе ваҡ кимереүселәрҙе ашай. Был ҡоштарҙы атыу бөтә ерҙә лә тыйылған. Башҡорттарҙа борондан ҡалған юрау ҙа бар - торна атһаң, ҡаза килә, тиҙәр.

3.ГОР.

Ниндәй ҡош үләкһә менән туҡлана. (Ҡоҙғон). Слайд

Ҡоҙғон - ялтыр ҡара йөнлө ҙур йыртҡыс ҡош.

Ҡарғанан байтаҡҡа ҙур. Яңғыҙ ҙа, парлашып та йөрөйҙәр. Ҙур күкһел ҡара төҫтәге ҡош. Осҡанда оҙон ҡойроғо, киң ҡанаттары күҙгә ташлана. Ҡара ҡарғанан байтаҡ ҙур булыуы һәм «һаҡал»дары менән айырыла.

Бейек ағаслы ҡуйы урмандарҙа, ағаслы ҡая таштарҙа йәшәй. Үләкһә, ваҡ йәнлектәр һәм ҡоштар менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ағас башында йәки ҡая таш һикәлтәләрендә була. Тәбиғәт санитары булараҡ файҙалы.Ҡоҙғондар ситлектә 70 йыл тирәһе йәшәй, иректә таға ла оҙағыраҡ.

4ГОР.

Бар белгәне «ҡар» ҙа «ҡар»

Йәй буйына ҡар даулар. (ҡарға) Слайд

Был ҡош өйрәк, ҡаҙ, тауыҡ себештәре урлаһа ла, ул бик файҙалы.Ул күберәк баҫыуҙарҙағы ҡоротҡостарҙы бөтөрә.

4ВЕР.

Арыш сите менән был ҡош

айырылмаҫ дуҫ буғай-

Башаҡтар йырға ҡушыла,

Һайрап ебәрһә... (Турғай). Слайд

Турғай - ваҡ һәм урта ҙурлыҡтағы ҡоштар , 5 400 төрө бар, иң ҙур ҡоштар отряды. Турғай һымаҡтар йәшәү рәуеше, тереклек шарттары, ем табыу ысулы яғынан күп төрлө. Бөтә донъяға таралғандар.

5ВЕР.

Ҡойроғон ҡайсылап,

Ауыҙын тамсылап,

Ағасһыҙ, мөйөшһөҙ

Өй һалды, еүешләп. (Ҡарлуғас). Слайд

Күмәкләшеп йөрөйҙәр. Ергә ҡунмайынса, бөтә ваҡыттарын һауала үткәрәләр. Ҡанаттары тар һәм оҙон, артҡараҡ ҡайылып тора. Ҡойроғо бер аҙ ярылған. дөм ҡара, тамаһы һарғолт аҡ. Башҡа ҡарлуғастарҙан төҫө тигеҙ ҡара булыуы менән айырылып тора. Ояһы ҡая таштарҙа, кәрниздәрҙә, ағас ҡыуыштарында була, ҡара балсыҡтан һылап эшләй. Ҡанатлы бөжәктәр менән туҡлана, уларҙы һауала ғына тота. Һыуҙы ла осоп барышлай ғына эсә. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып файҙа килтерә. Донъяла барлығы 75 төрө билдәле.

5. ЮҠ

Үҙе йомортҡа баҫмай,

Балаһын да ҡарамай.(Кәкүк) Слайд

Кәкүк тауышы яңғырауыҡлы. Урманда йәшәй. Күcмә ҡош. Оя ҡормай. Йомортҡаларын башҡа ваҡ ҡоштарҙың ояларына берәрләп һала. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.

6ВЕР.

Урман ярып ухылданы,
Төшкәс тә эңер.

Ике күҙе шәмдәй яна,

Таң атҡас һүнер. (Өкө.)Слайд

Йәшәү урыны - урман, ҡая таштар, упҡындар, мәмерйәләр. Ваҡ йәнлектәр һәм ҡош-ҡорт аулай. Ултыраҡ ҡош, һирәк осрай. Ояһы ерҙә, ҡая таш һәм текә яр һикәлтәләрендә була. Зарарлы кимереүселәрҙе ҡырып, ҙур файҙа килтерә.

6ГОР.

Әсәй көтә был ҡоштарҙы,
Улар тоя һейөү, наҙ.
Бәпкәләрен сығарғанда,
Шатлығынан бейей... (ҡаҙ).Слайд


III. "Ҡоштар тураһында нимә беләһең?" викторинаһы. (2 тур)

1) Ниндәй һайраусы ҡош һыуға сумып, һыу төбөндә йүгереп, Үҙеңә аҙыҡ эҙләй? (Һыу турғайы-оляпка.) Слайд

Ҙурлығы сыйырсыҡтай. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел. Яңғырауыҡлы сырҡылдап һайрай. Таҙа һалҡын һыулы йылғалар тирәһендә йәшәй. Ултыраҡ ҡош. Урыны менән киң генә таралған. Ояһын мүктән эшләй, һыу өҫтөндәге ботаҡтарға, тамырҙарға, өңөлгән яр йәки гөрләүектәр аҫтына ҡора. Ваҡ балыҡ, йотҡостар, селбәрәләр, һыу бөжәктәре менән туҡлана.

2) Ниндәй ҡош йомортҡаһын икенсе ояға һала? (Кәкүк) Слайд

3) Беҙҙең урмандарҙа йәшәгән иң ҙур ҡошто әйтегеҙ. (Һуйыр. Глухарь ) Слайд

Йәшәү урыны - еләкле ылыҫлы урмандар, һирәк ағаслы, мүкле һаҙлыҡтар. Ҡарағай һәм шыршы энәләре, төрлө еләк, орлоҡ, бөрө-менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ерҙә. Ите өсөн аулайҙар.

5)Ниндәй ҡош эт кеүек өрә, һәм «кейемен» үҙгәртә ? (Ағуна.) Слайд

Ҡыш аҡ төҫтә була, ҡойроғо һәм ҡанаттарының үҙәге ҡара килеш ҡала. Йәйгелеккә ала-сыбарға әйләнә, уларҙа ҡыҙғылт-һары төҫ өҫтөнлөк итә. Аяҡтарында тырнаҡтарына тиклем ҡауырһын үҫә. Оса башлағанда яңғырауыҡлы итеп ҡысҡыра. Мүкле һәм үләнле һаҙлыҡтарҙа, киң үртәндәрҙә төпләнә. Ояһын ерҙә ҡора, ҡара таптары булған һары йомортҡалар һала.

6. Иң ҙур ҡош. Слайд

Африка страусы 90 кг ауырлыҡта, осмай,йүгерә генә, еңел машиналар менән ярыша, аяғы менән кешене баҫып үлтерә ала.

IV. "Экология өсөн көрәшәйек". (Уҡыусыларҙы тыңлау.)(3 тур)

-Ҡоштарҙы һаҡлар өсөн ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк? Слайд

1. Ҡош ояларын туҙҙырма!

  1. Ҡоштарҙы һәм уларҙың балаларын тотма!

  2. Урманда үҫемлектәрҙе, бөжәктәрҙе, ҡош ояларын тапамаҫ өсөн һуҡмаҡтан ғына йөрөргә тырыш!

  3. Урманда һәм паркта шаулама, ҡоштарҙы, йәнлектәрҙе ҡурҡытырһың.

  4. Тәбиғәтте сүпләмә! Слайд

Шулай итеп, ҡоштар беҙгә бик күп файҙа китерәләр. Уларҙы беҙҙең дуҫтарыбыҙ тип атай алабыҙ. Ҡоштар игенгә, емеш-еләккә, йәшелсәгә, ағастарға зарар килтерә торған ҡорттарҙы, бөжәктәрҙе ашайҙар. Бына уйлап ҡарағыҙ: кәкүк бер сәғәттә 100 ағас ҡортон, сыйырсыҡ көнөнә - 350, ә бер оя ҡарлуғас йәй буйына 1000000-ға яҡын зарарлы бөжәкте юҡ итә. Бер пар ҡарабаш турғай бер йәйҙә 40 төп алмағасты зарарлы бөжәктәрҙән һаҡлап ҡала. Бүтән ҡоштар ҙа кешегә күп файҙа килтерә. Шуға күрә ҡоштарҙы яратырға, һаҡларға, ашатырға кәрәк.

Ә беҙ нисек ҡоштарға ярҙам итә алабыҙ.(уҡыусыларҙың яуабы)

V. Рәсәйҙең ҡоштарҙы һаҡлау берләшмәһе йыл һайын бер ҡошто йыл ҡошо итеп һайлайҙар.Ул ҡош кешенең ярҙамына мохтаж һәм беҙҙең илдә йәшәй. Быйылғы йылдың символы-горихвостка- утҡойроҡ тигән ҡош. себен турғайҙары ғаиләһендәге,турғайҙар отрядындағы бәләкәй генә һайраусы ҡош. Иң матур, теремек ҡоштарҙың береһе.

Турғайҙан бер аҙ бәләкәйерәк. Оҙон ғына аяҡлы, ҡойроғон өҙлөкһөҙ бәүелтеп йөрөүсе ҡош. Сутылдап һайрай.Күсмә ҡош. Киң таралған.Һирәк ағаслы урмандарҙа, ауыл ҡалалағы ағастарҙа йәшәй. Ояһы ағас ҡыуыштарында.Төрлө бөжәктәр менән туҡлана.

Слайд

VI. "Кем күберәк?" уйыны.
Беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа бик күп ҡоштар йәшәй. Ә Һеҙ тағы ла ниндәй ҡоштар беләһегеҙ? (уҡыусыларҙың яуабы).

(Уҡыусылар ҡош исемен әйтеп тупты тоталар)

VII. Хрефтәрҙән ҡош исемдәрен төҙөү(сыйырсыҡ,тумыртҡа )

VIII. Ниндәй һынамыштар беләһегеҙ?

Торна иртә килһә,иртә йылына.

Тары сәсһәң ,сыйырсыҡ һыуығынан һуң сәс.

Ҡоштар тубы менән түбән осһа,мғыр яуыр.

Һайыҫҡан шыҡырыҡлаһа,ҡунаҡ килер.

Ҡара ҡарғаҡар ирей башлауға,сыйырсыҡ йылытыуға.

IX.Ниндәй мәҡәл-әйтемдәр беләһегеҙ.

Тартай теленән таба.

Себеште көҙ һанайҙар.

Тауыҡ менән ят,әтәс менән тор.

Ҡатын-ҡыҙҙың эше тауыҡ сүпләһә лә бөтмә1.

X. Ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан ҡоштар.

-Археологтар тикшеренеүҙәр нәтижәһендә ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан ҡоштоң ҡалдыҡтарын табалар. Ләкин уны күсергәндә табылдыҡ төшөп китә һәм киҫәктәргә бүленә. Һеҙгә шул киҫәктәрҙән ҡоштоң һүрәтен йыйырға кәрәк.

XI. Йомғаҡлау. Бөгөн дәрестә нимәләр тураһында һөйләштек?

Уҡыусылар, һеҙ был дәрестән матур, кәрәкле, файҙалы мәғлүмәт алғанһығыҙҙыр, тип уйлайым. Тәбиғәт менән һоҡланып, унан илһам, дәрт алып, ағастарҙы, ҡоштарҙы, хайуандарҙы һаҡлап йәшәргә кәрәк. Шул саҡта ғына беҙ тәбиғәт менән айырылғыһыҙ була алырбыҙ, сөнки, әгәр тәбиғәтте һаҡламайбыҙ, уны ҡыйырһытабыҙ икән, тимәк, беҙ үҙ-үҙебеҙҙе һаҡламайбыҙ, үҙ-үҙебеҙҙе ҡыйырһытабыҙ. Тәбиғәт - ул беҙҙең киләсәгебеҙ!

XII. Рефлексия.

-Ҡоштар тураһында ниндәй яңы нәмә белдегеҙ?

-Һеҙ үҙегеҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме?

-Ниндәй эштәрҙе эшләгәндә ауырлыҡ кисерҙегеҙ?

-Дәрес өсөн ҙур рәхмәт! Слайд

XIII. Баһалау.

Бөгөнгө дәрестә әүҙем ҡатнашып, матур яуаптар биреп, тырышып уҡып ултырғанығыҙ өсөн һеҙгә барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Матур, тулы яуаптарығыҙ өсөн һеҙгә "бишле" билдәләре ҡуям.

XIV. Өй эше

Һүрәт эшләргә.

Киләһе осрашҡанға тиклем, һау булығыҙ!


Килешәм: Раҫлайым:

Уҡытыу-тәрбиә Мәктәп директоры

эштәре буйынса Ильясова Г.Ә.

директор урынбаҫары

Ибракова С.Ә.



Асыҡ дәрес.

Тема:

Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар.





Әҙерләне һәм үткәрҙе:

Башланғыс кластар уҡытыусыһы

Ибракова С.Ә.


2014/2105 уҡыу йылы


Физкультминутка

Ҡоштарҙы һаҡлағыҙ!

Ҡыш килһә асыға (атлайҙар).

Бойоға күгәрсен (сүгәләйҙәр).

Турғай ҙа елкенеп ( ҡул болғайҙар).

Ем эҙләй, күрәһең (әйләнәләр).

Уларға шаярып,

Атмағыҙ йәйәнән (бармаҡ янайҙар).

Һаҡлағыҙ уларҙы

Үлемдән, бәләнән (ҡулдарҙы йәйәләр).





© 2010-2022