“Тыныслыҡ, именлек һағында һеҙ кәрәк!”

1.     Бер байрам бар февралда Ҡәҙерле ул һәр кемгә  Уны ҙур байрам тип Мөмкин хатта әйтергә   2.    Ул тыныслыҡ байрамы Уны һәр кеше белә. Ватанды һаҡлаусылар Байрамы тип йөрөтөлә.   1. Хәйерле көн, олатайҙар, атайҙар, ағайҙар,  ҡустылар! Хөрмәтле ир – егеттәр, һеҙҙе батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ байрамы – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ысын йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Беҙҙең башҡорт халҡы элек – электән илдең терәге – ир – егет, ғаилә терәге - атай кеше тип һанаған һәм уларға оло ихтирам, хөрмәт мен...
Раздел Классному руководителю
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған

"Тыныслыҡ, именлек һағында һеҙ кәрәк!"

семле байрам сценарийы



  1. Бер байрам бар февралда

Ҡәҙерле ул һәр кемгә

Уны ҙур байрам тип

Мөмкин хатта әйтергә


  1. Ул тыныслыҡ байрамы

Уны һәр кеше белә.

Ватанды һаҡлаусылар

Байрамы тип йөрөтөлә.

1. Хәйерле көн, олатайҙар, атайҙар, ағайҙар, ҡустылар! Хөрмәтле ир - егеттәр, һеҙҙе батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ байрамы - Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ысын йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Беҙҙең башҡорт халҡы элек - электән илдең терәге - ир - егет, ғаилә терәге - атай кеше тип һанаған һәм уларға оло ихтирам, хөрмәт менән ҡараған. Шуға күрә лә Ир - егеткә - ил терәге, ғаилә таянысы булыу кеүек оло, яуаплы бурыс бирелгән. Ошо бурысты лайыҡлы атҡарыусы барлыҡ ир - егеттәр, Һеҙгә, эшегеҙҙә һәм уҡыуығыҙҙа ҙур уңышлыҡтар, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете, ил тыныслығы теләйбеҙ.

( Ҡотлау өсөн һүҙҙе Хәмитов Эльгиз Ишбулды улына бирәбеҙ)

2 ... Әсәйҙәрҙе иң ҡәҙерле тибеҙ,

Атайҙарһыҙ йәшәп буламы?!

Таба алмам алыштырыр кеше -

Әйләнһәм дә бөтә донъяны.

" Балам" тиеп бер әйтеүелә

Йылы һала йәнгә, күңелгә

Ҡайғыртыуың өсөн рәхмәт, атай,

Шулай булһын инде ғүмергә.

Хөрмәтле, атайҙар! Һеҙҙе ҡотларға бәләкәй артистарыбыҙ килгән. Һүҙҙе уларға бирәйек.

( 2 - 3 класс уҡыусылары башҡарыуында йырҙар)

  • "Олатайым һалдат булған"

  • " Ерҙән һалдат атлай"

1. Беҙҙең атайҙар йыйылған

Ял итер өсөн бөгөн

Һүҙҙәребеҙҙең иң матурын

Әйтмәйсә мөмкин түгел.

Һеҙ - беҙҙең күңелгә мәңгелек ышаныс!

Һеҙ - көслө, һеҙ - батыр, һеҙ - беҙҙең ҡыуаныс!

Һеҙ - алтын бағана, ғаиләлә һеҙ - терәк!

Тыныслыҡ, именлек һағында һеҙ кәрәк!

( 2 - 3 класс ҡыҙҙары башҡарыуында бейеү)


  1. Ул ерҙә иң шәп кеше

Шәп кеше, ғәжәп кеше,

Һабантуйҙа еңмәһә лә

Ул иң - иң көслө кеше.

Баһадир төҫлө кеше

Ул зирәк тә, шаян да,

Аҡыллы һәм һәйбәттә

Кем тиһегеҙме? Ул кеше

Минең атайым, әлбиттә.

1. Бала тәрбиәләүҙә атай кешенең роле бик ҙур. Ул балаһына үрнәк тә, терәк тә булырға тейеш. Һәр бала атаһы менән ғорурланып йәшәһен.

Ҡыҙҙары 4 класта уҡыусы атайҙарыбыҙ тап шундай атайҙар рәтенә инә лә инде.

( 4 класс ҡыҙҙары « Атайым» йыры менән)


  1. Атайҙар уҙған ерҙә

Йәшәрә гөлдәр

Тыныс гөлдәрҙе бүләк итеүсе,

Илебеҙҙең данын бөйөк йөрөтөүсе,

Атайҙар - бит тыуған ил көсө.


  1. « Армия» һүҙе латинсанан « ҡоралландырылған» тиеп тәржемә ителә. Ләкин армия ҡоралы менән генә түгел, ә үҙенең ҡыйыу, батыр һалдаттары менән дә көслө. Ир - егеттәр - тыуған ил, армия көсө.

( 6 класс башҡарыуында « Наша армия» йырын тәҡдим итәбеҙ)


  1. Киңәйтегеҙ түңәрәкте

Майҙан булһын киңерәк

Майҙан булһын киңерәк

Бейергә күңеллерәк.

(9 класс ҡыҙҙары башҡарыуында «Ҡыр ҡаҙҙары» бейеүен ҡарайыҡ.)


  1. Илде һаҡлау - изге бурыс. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһи - сәлләм дә « Илде һаҡлау - имандың бер өлөшө», тигән. Тыуған ереңде дошмандарҙан ҡурсалау, уның именлеген тәьмин итеү - изге йола. Кеше ниндәй генә осорҙа йәшәмәһен, йәшәгән ерен дошмандан ҡурсалау уның төп бурысы һаналған, ир - егеттәрҙе лә батыр, һуғышсан, көслө рухлы итеп тәрбиәләгәндәр. Революциянан һуң Рәсәй егеттәренә ете йыл хеҙмәт итеү индерелгән, һуңынан - 5, артабан - 3, ә хәҙер 1 йыл хеҙмәт итәләр.

( һеҙҙең алда « Ташламам тигән инем» йыры менән 5 - 6 класс егеттәре сығыш яһай)

(Балхина Гөлсөм башҡарыуында Мәлих Харистың « Хат» шиғыры.)

( 5 - 6 класс егеттәре « һалдат булам» йыры.)

( Хәмитова Нәфисә « Онотмаһын мине лә тыуған ил»)


  1. Бейе әле, бейе әле

Бейегәнең күрһендәр

Баҫҡан ерҙән ут сығара

Беҙҙең Шәүрә тиһендәр

( Уразбаева Шәурә башҡарыуында «Оҙонсәс» бейеүен ҡарағыҙ)


  1. Күрешеү бер ғүмер тип,

Юҡҡа әйтмәйҙер халыҡ

Күстәнәскә йыр бирәбеҙ

Йөрәк түренән алып

Беҙҙең кескенә күстәнәс

Шифалы булһын инде

Һәммәгеҙҙең күңеленә

Нур булып инһен инде.

( 7 класс уҡыусылары башҡарыуында « Һалдат, һалдат буламы?) йырын тыңлайыҡ.

( Туйсин Әлфир « АТайым» шиғыры менән. )

2. Йырлайыҡ, йырлайыҡ, тыңлайыҡ,отайыҡ

Йыр күнелде йылыта

Эйҙә йырлап йәшәйек, дуҫтар

Йыр дуҫлыҡты нығыта

Йырлайбыҙ атайҙар хаҡында

Уҫәбеҙ уларҙың ҡулында

Атайҙар ҡул ҡуйһа иңбашҡа

Яҡтыраҡ йылмая ҡояшта

( Һеҙҙе ҡотлап һеҙгә йыр бүләк итә 7 класс «Бравые солдаты»)

1. Байрамығыҙ ҡотло булһын,

Йылмайып, көлөп торһон

Яҙгы ҡояш нурылай

Ҙур эштәргә рухландырһын

Сәләмәтлек - Юлдашығыҙ

Матур, татыу тормошоғоҙ,

Күңел һөйгән хеҙмәтегеҙ-

Барыһы булһын мулдан.

(Һеҙҙең алда үҙҙәренең дәртле бейеүҙәре менән 9 класс ҡыҙҙары: Ханафина Айгизә, Халикова Әлиә, Аминева Гөлшат сығыш яһай. Ҡул сабып ҡаршы алығыҙ.)


  1. Шаулай урман, гөрләй болон

Япраҡ яра тал - тирәк!

Матур тормош төҙөү өсөн,

Беҙгә тыныслыҡ кәрәк!

Бәхетле матур баласаҡ

Беҙҙең беренсе теләк

Атай янда булһын өсөн

Беҙгә тыныслыҡ кәрәк!

Беҙгә тыныслыҡ кәрәк!


  1. Хөрмәтле, ҡунаҡтар! Бөгөнгө байрам концерты ошоноң менан тамам. Күк йөҙо аяҙ, тыныс, байрамығыҙ мөбәрәк булһын! Һау булығыҙ!

" Интеллектуаль викторина"

1. Россия армиясен оештыручы булып кем тора? (Петр I)
2. Россия флотын кем оештыра? (Петр I)
3. "Гардемарин" нәрсәне аңлата? ("гардемарин" французча "диңгез гвардиясе" дип тәрҗемә ителә, ягъни гардемарин ул диңгез академиясен тәмамлаучы кеше. Бу дәрәҗә Петр I тарафыннан 1716 нчы елда кертелә)
4. Гренардерлар кемнәр алар? (гренардерлар - алар гранатаметчиклар, колонна алдыннан баручы)
5. Винтовка очына беркетелә торган очлы корал нәрсә дип атала? (штык)
6. "Алар бер генә тапкыр ялгышалар", - дип кемнәр турында әйтәләр? (Сапер)
7. Нинди җайланма ярдәмендә агулы газлардан сакланып була? (Противогаз)
8. Хәрби кирәк-яракны саклаучы склад нәрсә дип атала? (Арсенал)
9. Төз атучыны кем дип атыйлар? (Снайпер)
10. Корабль белән идарә итүче руль тәгәрмәчен нәрсә дип атыйлар? (Штурвал)
11. Моряклар арасында киң таралган өс киеме ничек дип атала? (Тельняшка)
12. Сигнал утлары белән юл күрсәтүче яр буендагы башня нәрсә дип атала? (Маяк)


© 2010-2022