Башҡортостан - дуҫлыҡ бишеге (сценарий)

Сәхнәлә тирмә ҡоролған. Эргәләге ҡайын ағасында сәңгелдәк аҫылған, ситән ҡоймаға  батман, көбөләр ҡуйылған.  Ҡурай моңо яңғырай, өләсәй тирмә янында самауыр менән булаша. Ике ҡыҙыҡай сәңгелдәк йырын йырлап, уны бәүетәләр. Өс малай балыҡ ҡаптыра. Килендәр аш-һыу менән булаша… Ат тояҡтары тауышы ишетелә, кешеләр шау-гөр киләләр. Сәхнәгә , йүгереп малай килеп инә, тыны тарығып: -         Ҡунаҡтар киләләр!...-ти. Өләсәй:   -Балалар! Көткән ҡунаҡтарыбыҙ килә! Ҡунаҡтарҙың да ниндә       йҙәре! Алыҫта...
Раздел Классному руководителю
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Башҡортостан - дуҫлыҡ бишеге

Фольклор байрамына арналған кисәгә сценарий


Ҡунаҡ ҡаршылау - инсценировка

(сценарий)

Сәхнәлә тирмә ҡоролған. Эргәләге ҡайын ағасында сәңгелдәк аҫылған, ситән ҡоймаға батман, көбөләр ҡуйылған. Ҡурай моңо яңғырай, өләсәй тирмә янында самауыр менән булаша. Ике ҡыҙыҡай сәңгелдәк йырын йырлап, уны бәүетәләр. Өс малай балыҡ ҡаптыра. Килендәр аш-һыу менән булаша…

Ат тояҡтары тауышы ишетелә, кешеләр шау-гөр киләләр. Сәхнәгә , йүгереп малай килеп инә, тыны тарығып:

  • Ҡунаҡтар киләләр!...-ти.

Өләсәй:

-Балалар! Көткән ҡунаҡтарыбыҙ килә! Ҡунаҡтарҙың да ниндә йҙәре! Алыҫтарҙан килгән мәртәбәле ҡунаҡтар! Һыр бирмәйек! (исемләп килендәренә эш ҡуша) - Гөлйөҙөм, бар, самыуырыңдың ҡуҙын яңырт, Әсмә, ә һин яңы таҫтамалдарыңды эл! Ҡыҙҙар, итәк-сабыуығыҙҙы ябып ултырығыҙ! - тип күрһәтмәләр бирә.

Шул саҡ малайҙырҙың (ҡыҙҙарҙың) береһе:

-Өләс, ә күстәнәс ҡунаҡтарға?!...ҡаршы алыу йырын йырлайбыҙмы?

-Эйе, эйе, балалар!..матур итеп, тейешенсә ҡаршы алырға кәрәк!

Шул саҡ сәхнәгә тәүге номерҙарҙы башҡарыусы ҡатнашыусылар сыға - улар ҡунаҡтар. Өләсәй менән тирмә алдындағы йәштәр уларҙы матур йыр менән ҡаршы ала. "Алтынай" йырлай. Йыр бөткәс, өләсәй:

-Әссәләмәғәләйкүм, балалар! Ҡәҙерле ҡунаҡтар! Төклө аяғығыҙ менән изге Башҡортостан еренә!

Ҡунаҡтар төрлө телдә сәләмләй.

Шул саҡ алға килендәрҙең береһе сыға:

-Ҡәҙерле ҡунаҡтар! Беҙҙә - башҡорттарҙа, борон-борондан килгән изге йола бар! Илгә ингән һәр ҡунаҡ үҙенең һыулаған һыуын, атын, тамғаһын әйтеп, һөнәрен күрһәтергә тейеш! Шунһыҙ хужаның тирмә түренә үтеп булмай! - ти шаян тауыш менән. (ошо арала сәхнәнән ҡатнашыусылар яйлап ҡына саға башлай, за кулисы уходят незаметно, остаются только те, кто выступает первыми)

Аранан тауыштар:

-Әйҙәгеҙ, мах бирмәгеҙ!

-Кем беренсе?!

-Кемдең ниндәй һөнәргә маһирлығы бар?

Шул саҡ "Алтынай" ҙар сәхнә түрен ҡунаҡтарға ҡалдырып ситкәрәк баҫа, беренсе булып сығыш яһарға тейеш номер уртаға сығып баҫа. Сәхнә артынан алып барыусы иғлан итә. Концерт номеры бөткәс, өләсәй:

- Һай, афариндар! Телсән йәштәрһегеҙ! Әйҙәгеҙ тирмәгә, табын әҙер, ҡымыҙынан ауыҙ итерһегеҙ! - тип тирмәгә барыһын да саҡыра. Сәхнә артына китәләр. Күңелле музыка уйнай. Сәхнәгә ике яҡтан алып барыусы килеп сыға.

Ҡыҙ: Хәйерле көн, мөхтәррәм ҡунаҡтар, бөгөн беҙҙең изге байрамға йыйналыусылар!

Үҙ телемдә һөйләшәм -

Миңә ҡоштар көнләшә.

Үҙ телемдә һөйләшәм -

Мин ҡояшҡа тиңләшәм!...

Егет (русса): русса һөйләп китә. Һәм һүҙҙәрен ошо фраза менән тамамлаһа яҡшы булыр ине:

Друзья! Гордитесь: целый мир

Узнает, сколь могуч башкир!

Ҡыҙ: Беҙ бөгөн гүзәл еребеҙ, гүҙәл телебеҙҙе тағы ла бер тапҡыр данлар өсөн, дуҫлығыбыҙҙы барлар өсөн йыйылғанбыҙ! Оло Ватаныбыҙ шундай киң һәм ҙур. Ул һәр беребеҙҙең күңелендә әллә күпме быуаттарға, барлыҡ кешелек дәүеренә һуҙылған. Илем халҡы менән күркәм һәм бай. Әллә күпме тиңһеҙ шәхестәрҙе, ҡабатланмаҫ аҡыл эйәләрен биргән беҙгә Ер-Әсәбеҙ!

Егет: русса фекерҙе дауам итә. Күренекле кешеләрҙе һанап үтә. Шулар араһында Салауат кеүек батырҙар, Аҡмулла кеүек сәсәндәр…һ.б.

Ҡыҙ: Эйе, беҙ ошондай гәүһәрҙәребеҙ булған өсөн ғорурланырға тейешбеҙ. Һәм, әлбиттә, ошо уңайҙан беҙ бөгөн йыйылдыҡ та инде! Сөнки күңелдәрҙә сәсән рухы тынғы бирмәй! Ошо уҡ уй-тойғолар менән янып, алыҫ-алыҫ араларҙы яҡынайтып, беҙгә ҡунаҡтар ҙа килеп еткән. Дуҫтар, беҙҙең ишектәр һеҙгә һәр ваҡыт асыҡ, Башҡортостан - дуҫлыҡ һәм тыныслыҡ иленә әйҙүк, рәхим итегеҙ!!!

Егет: русса.Тәүге сығышты иғлан итә. Ул Аҡмулла тураһында композиция. Шиғырҙар һәм бейеүҙәр була.

Артабан сығыштар иғлан ителә. Егет һәм ҡыҙ алып барыусылар алмашлап иғлан итәләр.

Ҡыҙ:

Әйҙә әле, баҫ, баҫ,

Йырлап, бейеп күңел ас!

Халҡыбыҙҙың көйҙәре

Бер ҡасан да ялҡытмаҫ!

Башҡортса бейеү иғлан ителә.

Егет: русса

Ҡыҙ:

Итектәрем, ситектәрем,

Тыпыр-тыпыр тыпырлай.

Тәңкәләрем шылтыр-шылтыр

Сулпыларым сылтырай.

Бында байрам күңелле,

Елкендерә күңелде!

Һәр беребеҙҙең күңеле

Нур-сәскәгә күмелде.

Бейеү иғлан ителә.

Егет:Русса

Ҡыҙ:

Матур күлдәк, итек кейеп,

Әхирәттәр килгәндәр.

Ҡулдарында ҡумыҙҙары,

Өҫтә сағыу еләндәр.

Ҡумыҙсылар ансамблен иғлан итеү.

Егет: русса

Ҡыҙ:

Бейегеҙ әле, егеттәр,

Бейегеҙ әле, ҡыҙҙар,

Үҙебеҙсә, саф башҡортса,

Йырлайыҡ әле йырҙар!

"Дарман" төркөмө егеттәре сығыш яһай.

Егет: русса

Ҡыҙ:

Йыр - ҡыуаныс, йыр - йыуаныс,

Йыр - кешенең юлдашы.

Йыр-моң менән үтһен байрам,

Әйҙә дуҫым, йырласы!

"Алтынай" вокал ансамбле башҡарыуында ….башҡортса йыр.

Егет: русса

Ҡыҙ:

Эй, думбырам, яҡын дуҫым,

Ҡылдарыңда моңдарың!

Әйҙә, уйнат, думбыраңды уйнат,

Күңелдәр сыңлап китһен!

Әйҙә, уйнат думбыраңды уйнат.

Егет-ҡыҙҙар күңеле хыялдарға күмелһен!

Сәсән рухы терелһен!

Әлфиә Һатлыҡова думбыра менән сығыш яһай. Үҙем әйтәм. Ошо һүҙҙәр менән килеп сығам.

Ҡыҙ:

Йырһыҙ йәшәү - нурһыҙ йәшәү, тиҙәр…

Йөрәгем минең айҙыр.

Ай-йөрәгем, әйҙә нур-йырыңды

Халҡым күңеленә яуҙыр.

Башҡортса йыр алдынан әйтелә.

Егет: русса

Ҡыҙ:

Башҡортостан - тыуған илем минең,

Башҡортостан - дуҫлыҡ бишеге.

Ошо ерҙә асылалыр

Ожмахҡа юл ишеге.

Берәй сит телдә йырланған йыр алдынан йә бейеү алдынан әйтелә.

Егет: русса

Ҡыҙ:

Хоҙайҙың беҙ үҙ балаһы -

Удмурт, сыуаш, ҡаҙағы…

Дуҫлыҡ ебен өҙмәйенсә бары алға бараһы.

Сыуаш бейеүе алдынан әйтелә.

Был текст Аҡмулла тураһында һөйләгәндә кәрәк булыуы мөмкин.

Аҡмулланың әйткәндәре дөрөҫ кеүек,

Атылған уҡ башағы ҡорос кеүек.

Фәһем алһаң Аҡмулланың һүҙҙәренән,

Һәр әйткәне мең баһаға торор кеүек.

Сәсәндәрҙең уй-фекере халыҡ менән,

Үҙен танытыр һүҙендәге хаҡлыҡ менән.

Ҡайғырыр ул халыҡтағы ҡайғы менән,

Һәм шатланыр халыҡтағы шатлыҡ менән.

Ете ҡиммәт һанайым мин, шуға буйһонам,

Ҡыйын саҡта "Хоҙай!" тимен, уға буйһонам.

Сабырлыҡтар теләп кенә йәшәйҙер кеше,

Тағы тыуыр ерҙә Аҡмулла ише!

Аҡмулланы хөрмәтләйбеҙ,

Аҡмулла - өлгө беҙгә.

Аҡмулла кеүек булырға

Һүҙ биреп үҙебеҙгә!

Ҡыҙ:

Ду4лы6 - й1ш19 матурлы7ы,

Ду4лы6 - к95ел хушлы7ы.

Й1нг1 шифа, т1нг1 шифа,

Баш6орт - 6а8а6 ду4лы7ы.

Йыра6 аралар8ы я6ын итеп, 6а8а6 ду4тарыбы8 бе8г1 б9л1кк1 бейеү алып килг1н.

Егет: русса

Ҡыҙ:

Беҙҙең ҡыҙҙар бейегәндә

Башҡалар ары торһон!

Баҫҡан ерҙә ут сығарған

Ҡыҙҙар майҙанда бөгөн!

Сәхнәлә "…" бейеүе менән ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ!

Егет:русса

Ҡыҙ:

Башҡорт дәүләт педагогия университеты бына тигән уҡытыусылар әҙерләй! Сөнки ул ябай ғына уҡыу йорто түгел, ә мәғрифәтсе, оҫта мәғәллим Мифтахетдин Аҡмулла исемен йөрөтөүе менән дә мәртәбәле. Уҡыусы уҡытыусыһын камиллыҡта үтеп китһә - тимәк, уҡытыусы ысын мәғәнәһендә хөрмәткә лайыҡ, тиҙәр. Ысынлап та шулайҙыр.

Уҡытыусым!

Халҡың менән бергә-бергә

Өләшәһең зиннәт, эҙләнеп.

Оло хеҙмәт өсөн, уҡытыусым,

Баш эйәмен һиңә теҙләнеп!

Бар уҡыусың ғалим булмаһа ла,

Кеше булһын, ҡылһын изгелек.

Һәр дәресең шуға хеҙмәт итһен,

Шөғөлөң бит һинең мәңгелек.

Һәр саҡ уңыш, еңеү килһен,

Мәктәп, ғилем юлында.

Онотмағыҙ: Башҡортостан киләсәге

Уҡытыусы ҡулында!..

Егет: русса

Ҡыҙ:

Кемдәр йәшәй беҙҙә?

Һорауға яуап бирәм.

Сөнки халҡымдың кемлеген

Мин беләм, яҡшы беләм!

. Гөрләп тора беҙҙең ҡор

Яңғырайҙар шат йырҙар.

Төрлө яҡтан йыйылған

Бында егеттәр - ҡыҙҙар.

Берәй сит милли бейеү алдынан уҡыла торған шиғыр.

Ҡыҙ:

Р1хм1т килг1неге8г1,

:ан-61р81шт1р, ер81шт1р.

Изге йомарт ту7андар,

*ур 6ор7а йыйыл7андар.

№ау булы7ы8, ту7андар,

Бе88е5 6ор8о йый7андар.

К9реш1йек байманлы6та,

И41нлект1, байлы6та.

Кисә һуңында тағы ла әйтәһе һүҙҙәр өҫтәү кәрәк. Был яҡынса күҙаллау өсөн.


Төҙөнө: Әлфиә Һатлыҡова.


© 2010-2022