Уҡыусыларҙың Республикала еңеү яулаған иншалары

Олатайым миҙалдары Сыңҡылдап сың-сың сыңлай. Мин тыңлайым шул сыңдарҙы, Һеңлем дә моңдо тыңлай. Сың-сың сыңлайҙар, Беҙ еңдек тип йырлайҙар…   Өләсәйем өйгә килеп ингәндә мин ошо йырҙы йырлай-йырлай туҙан һөртөп йөрөй инем. Сәңгелдәктә кескәй һеңлем Нурия мыш-мыш килеп йоҡлап ята. Ә мин, үҙемсә, иртән буласаҡ концертҡа әҙерлек алып барам: йыр дәресендә хор менән ошо йырҙы өйрәнеп сығыш яһарға тейешбеҙ. Мауығып китеп, өләсәйемдең килеп ингәнен дә һиҙмәгәнмен. Уның һуҙып: “Эййй, улыҡайым, ҡалай ки...
Раздел Классному руководителю
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Өфө ҡалаһы ҡала округының Ленин районы

2-се башҡорт лицейы











Бөйөк Ватан һуғышы минең ғаиләм тарихында

(инша)









Башҡарҙы: Vlll класс уҡыусыһы

Зәйнәғәтдинов Наил

Уҡытыусыһы:

Һатлыҡова Ә.М.









Өфө-2010

Бөйөк Ватан һуғышы минең ғаиләм тарихында…

Инша

Олатайым миҙалдары

Сыңҡылдап сың-сың сыңлай.

Мин тыңлайым шул сыңдарҙы,

Һеңлем дә моңдо тыңлай.

Сың-сың сыңлайҙар,

Беҙ еңдек тип йырлайҙар…

Өләсәйем өйгә килеп ингәндә мин ошо йырҙы йырлай-йырлай туҙан һөртөп йөрөй инем. Сәңгелдәктә кескәй һеңлем Нурия мыш-мыш килеп йоҡлап ята. Ә мин, үҙемсә, иртән буласаҡ концертҡа әҙерлек алып барам: йыр дәресендә хор менән ошо йырҙы өйрәнеп сығыш яһарға тейешбеҙ. Мауығып китеп, өләсәйемдең килеп ингәнен дә һиҙмәгәнмен. Уның һуҙып: "Эййй, улыҡайым, ҡалай килештереп йырлайһың!.." тигәненә боролоп ҡараһам, ишек яҡтауына һөйәнгән дә миңә йылмайып ҡарап тора. Мин, йырлауымдан шып туҡтаным да, уңайһыҙланып, һорай һалдым:

-Ҡалай тиҙ ҡайттың, өләсәй?..

-Тиҙ тип ни, - өләсәйем йомшаҡ баҫып бүлмәгә уҙҙы, ултырғысҡа ултырҙы - йәйәү йөрөмәнем дә һуң… Автобуста елдертеп кенә барҙым да ҡайттым.

-Өйҙә инеме һуң Ғәйшә инәй?

-Эйе, ул ни, бирешмәгән дә, ҡыҙҙар шикелле йөрөп ятыуы. Иртән Еңеү байрамына арналған кисәгә бармаҡсы әле ул… Икәүләп барып, һеҙҙең концертты ҡарап ҡайтырға һөйләштек әле. Йә, алла, көн шул тиклем эҫе, тәнде ҡурып алып бара. Сәй ҡайнатып эсеп алайыҡ. Әсәйеңдәр ҡайтыуға шунан аш һалырбыҙ,- тип, өләсәйем, ғәҙәтенсә, аш бүлмәһенә йүнәлде. Ярты юлда ҡапыл боролдо ла:

-Улым, бынау йырың бигерәк матур, ҡайҙан өйрәндең? - тип һораны.

-Уны ни, өләсәй, йыр дәресендә уҡытыусы апай өйрәтте. Иртәгә мәктәптә ветерандарға йырлаясаҡбыҙ! - тинем мин маһая биреберәк.

-Әәә, улай икән…Хәс тә олатайың миҙалдары сыңлағандай булып киттесе… - өләсәйем аш бүлмәһенә инеп юғалды.

Шул саҡ мин стенала элеүле торған рәсемгә ҡараш ташланым. Унда киң күкрәге орден-миҙалдар менән тулы олатайым йылмайып ҡарап тора. Уға был саҡта ни бары егерме дүрт-егерме биш тирәһе булғандыр…Еңеүгә бер ай самаһы ҡалғас төшкән рәсеме. Өләсәйем һөйләгәне буйынса беләм: олатайым һуғышта батыр командир булған, һуғыш башланған көндән аҙағынаса ҡатнашҡан. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул бик күп орден-миҙалдар менән бүләкләнгән, араһында ҡыҙыл тәрелеләре лә, тос ҡына ауырҙары ла бар. Уларҙың барыһын да өләсәйем, ҡәҙерләп, һандығында һайлай. Ул һандыҡты ул бик һирәк аса, тик асҡан һайын өй тултырып ниндәйҙер ят, ҡырҡыу еҫ тарала…

-Өләс, ә олатайҙың миҙалдары бөтәһе нисәү ул? Күптер инде, эйеме? - тинем мин ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай.

Өләсәйем, тоноҡ күҙҙәрен алыҫҡа төбәп торҙо ла әйтеп ҡуйҙы:

-Әлләсе, һанап ултырғаным булманы…Күп былай…

-Өләс, әйҙә һандығыңды асып ҡарайыҡ!.. Өләсәйем миңә ҡапыл текләп ҡараны ла бер һүҙ өндәшмәй төпкө бүлмәгә уҙҙы. Мин уның артынан эйәрҙем.

Үәт мәрәкә, бөгөн һандыҡты асҡанда мин танауымды ла баҫманым, һандыҡтан бөркөлгән сәйер ят еҫкә лә иғтибар итмәнем. Ул миңә, хатта, бик тә ҡәҙерле, танһыҡ тойолдо. Өләсәйем ҡәҙерләп төйнәлгән аҡ яулығын аса алмай аҙапланды, күрәһең, ҡулдары ҡалтырап ирек бирмәй.

-Ҡайҙа, өләсәй, мин үҙем, - тип мин ҡулынан төйөнсөктө алдым. Өләсәйем миңә сабый бала кеүек мөлдөрәп ҡарап ҡуйҙы, был ваҡытта ул миңә шундай йәл ине. Ул бер аҙ теләмәйенсәрәк кенә миңә төйөнсөгөн тотторҙо. Ысынлап та бындағы миҙалдар, ордендар бик күп ине, төйөнсөк тә тос ҡына шул. Бына ҡайҙа ул байлыҡ: саф көмөштән генә ҡойолған миҙалдар унарлап булыр!..

Мин һәр береһен алып, тегеләй-былай әйләндергеләп, ҡарарға керештем. Өләсәйем үҙенең иң оло серен асҡандай миңә текләп ике ҡулын һалындырып тик ултырҙы. Эх, бындай наградалар алған кеше хәс тә әкиәт батырҙарындай көслө булырға тейештер инде ул. Беҙҙең һымаҡ малай-шалайға ҡайҙа ул! Ә шулай ҙа олатайҙың миҙалдарын тағып ҡарағы килә!..Шулай һәр береһен ҡарап ултыра торғас, ҡулдарым бер ҡағыҙға төртөлдө. Тартып сығарһам, ысынлап та бер өйөм һарғайып, таушалып бөткән дәфтәр биттәре ине. Араларында өс мөйөшлөләре лә бар. Ә, һуң былары хаттар бит!

-Өләс, бында хаттар ҙа бар ҙа һуң! - мин хатта ҡысҡырып ебәрҙем. - Әйҙә уҡыйыҡ, олатайымдың хаттарымы былар?

Өләсәйем, тертләп киткәндәй булды, минең алдымда ятҡан хаттарҙы ҡалтыранған ҡулдары менән алып итәгенә һалды, сабый баланы иркәләгәндәй уларҙы ҡытыршы ҡулдары менән һыйпағандай итте, көрһөнә биреп ҡуйҙы, сал сәстәрен, туҙмаһа ла, ипләп, яулығы аҫтына ҡыҫтырҙы, шунан ғына тыныс тауыш менән яуап бирҙе:

-Улар, балам, олатайың яҙмалары, миңә яҙған хаттары…Хәҙер инде уларға алты тиҫтәнән ашыу ваҡыт та уҙҙы…Улар һинең атайың рәттәш хаттар…

-Олатай уларҙы һуғыштан яҙҙымы, өләсәй? - мин сыҙамай, урынымдын ҡалҡына биреп ҡуйҙым. Сөнки быға тиклем мин был ҡомартҡыларҙы күргәнем юҡ ине, күрәһең, улар һандыҡ төбөндә ята килгән.

-Эйе, улым, дары еҫе һеңгән ул хаттарға!..Олатайың хаттарҙы йыш яҙҙы, һәр хатында үҙе өсөн түгел, минең өсөн борсолор ине. Утының етерлекме, малың именме, ҡышҡы кистәрҙә өшөмәйһегеҙме, өҫтөгөҙгә, ашарығыҙға ла етешмәйҙер инде, тип өҙгөләнгән булды бахырым…Үҙен һаҡлайһы урынға беҙ тип йән атты шул… - өләсәйемдең күҙ ҡабаҡтары дерелдәне, тоноҡ күҙҙәрендә һығылып йәш күренде. Миңә лә, нисектер, болоҡһоу булып китте. - Бер ваҡытта ла ул һуғыш тураһында асыҡтан-асыҡ яҙманы. Күрәһең, беҙҙе хафаларға теләмәгәндер. Хаттарының ярты битен күптин-күп сәләмдәре алыр ине. Унан күрше-күләнде һорашыр ине. Тыуған яҡтарҙы, балалар менән һине бер ҡайтып күрергә насип итһә инде, тип яҙа торғайны ҡартыҡайым… Тик күрергә яҙманы шул үҙенә…Берлинға ингәндә, бына-бына еңеп ҡайтам тип йөрөгәнендә вафат булып ҡалды. Иң үкенеслеһе шул, олатайыңдың үлеменән һуң бер-ике ай уҙғас та ауылдаштары, бергә хеҙмәт иткән дуҫтары ҡайтып төштөләр, ә һинең олатайыңдың ҡәбере лә герман ерендә ҡалды…

Мин тын алырға ла ҡыймай өләсәйемде тыңланым. Уның бер ваҡытта ла былай иңрәп һөйләгәнен күргәнем юҡ ине. Ҡулындағы хаттар миңә иҫкергән һары ҡағыҙ булып түгел, ә алтындан да ҡәҙерле булып күренде. Күпме зар-һағыш, күпме һағыныу, мөхәббәт һаҡлана уларҙа!.. Нисек мин быға тиклем ошо хаҡта бер ҙә уйланмағанмын. Беҙ хәҙер бер ҡайғыһыҙ көлгән, уйнаған саҡта, бынан алтмыш биш йыл элек беҙҙең олатайҙар яу яланында баштарын һалған, киләсәк өсөн ғүмерен биргән. Беҙ, ейән-ейәнсәрҙәр, һәр көнөбөҙ менән уларға рәхмәтлебеҙ, фронтта һәм тылда көрәшкән олатай-өләсәйҙәребеҙгә дан йырларға бурыслыбыҙ! Һәр көн үткән һайын тарих алыҫая, йырағая бара, ҡай бер биттәре ябыла, уның урынына яңылары яҙыла. Әммә һуғыш тураһында иҫтәлектәр бер ҡасан да иҫкермәй һәм онотолмай, уларға туҙан да ҡунмай, ел-дауыл да теймәй. Яу батырҙарын оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ. Сөнки улар беҙгә йәшәү бүләк иткән. Күпме изге йәндәрҙе йотҡан ул ҡәһәрле һуғыш! Күпме баланы атаһыҙ, әсәне улһыҙ, ҡатынды ирһеҙ ҡалдырған, ҡара ҡайғыға һалған, донъя йәмен, тәмен урлаған. Ул ваҡыттағы халҡымдың сабырлығына, оло түҙемлегенә иҫтәр китерлек! Китаптар, фильмдар аша ҡарап ҡына ла сәстәр үрә тора, һәр кем күңеленән дошманға ләғнәт яуҙыра. Беҙҙең быуындың теләге бер: ҡабат бер ҡасан да һуғыш булмаһын! Илем күген ҡара һөрөм ҡапламаһын, халҡым йөҙөн һағыш баҫмаһын! Ололар күңелдәрендә тик яҡты хәтирәләр генә һаҡлаһын, йәштәр белем алһын, татыу ғаилә ҡорһон. Кешеләр араһында һәр саҡ туғанлыҡ хөкөм һөрһөн, Һуғыш тигән Ғазраилға урын ҡалмаһын! Шул саҡта олатайҙарҙың миҙалдары ла боронғонан ҡалған аманат булып, тарих биттәрендә, беҙҙең күңелдәрҙә мәңге сыңлар!

Сың-сың сыңлайҙар…

Беҙ еңдек тип йырлайҙар…

© 2010-2022