Сказка на тему Курай

Раздел Классному руководителю
Класс 7 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Борон-борон заманда ... (« Ҡурай " әкиәтен сәхнәләштереү ).

1-се күренеш.

Ҡурай моңо. Ҡоштар тауышы.

Урал тауҙары итәгендә ултырған боронғо башҡорт ауылы. Тирмәләр. Йәштәр "Үҙән буйы " йырын йырлап сығалар.

Айһылыу. Әйҙәгеҙ, уйын уйнап алайыҡ !

Нурия. Ә ниндәй уйынды уйнайыҡ ?

( Балалар уйын уйнайҙар).

Балалар. Йәшерәм, йәшерәм яулығымды

Йәшел ҡайын артына.

Һиҙҙермәйсә һалып китәм

Бер иптәшем артына.(Марсель артына яулыҡ һалына, ул баҫтыра).

Ҡыҙ. Тота алманың, тота алманың ! Был егеткә ниндәй яза бирәйек ?

Балалар.Әйҙә ,ул беҙгә бейеп курһәтһен !(Марсель "Байыҡ" ты бейеп курһәтә. Ҡыҙҙар йырлай).

Һай Азамат арыҫландай

Яуҙа дошман айҡаны.

Ерҙәрендә даны балҡый

Күп ерҙәрҙе байҡаны

Һай, һай, һай, һай,

Түрҙән урын алығыҙ

Һай, һай, һай, һай,

Ҡары балды һалығыҙ.

Арыҫландай батырҙврҙың

Арҡаһынан ҡағығыҙ.

( " Хан ҡыҙы" музыкаһы ҡуйыла).


Тауыш.Хан килә!Шымығыҙ !Бөйөк хан килә!(Балалар сырылдашып ҡурҡып ҡаса ,бер нисәһе тирмә алдына ҡала) .(Хан һаҡсыһы менән 1 кешене һөйрәп килтереп ергә бәрә.)

Вәзир. Барығыҙ ҙа йыйылығыҙ ! Бына һеҙгә хан күстәнәсе ! (Ерҙә ятҡан кешегә күрһәтә).

Ҡарт.Аһ,был бит беҙҙең Аҡман батыр !

Вәзир.Нимә? Хан бойороғон оноттоңмо ?

Ҡарт.Мин бит танып әйттем.Был бит беҙҙең ырыу батыры Аҡман батыр...

Хан. Башын киҫегеҙ! (Һаҡсы ҡартты һөйрәтеп сыға, халыҡ илаша башлай)

Халыҡ! Минең фарманым бер : "батыр" тигән һүҙҙе онотоғоҙ! Һеҙҙең "батыр" тип йөрөткән ҡойолдороҡтарығыҙ миңә, Бөйөк ханға, ҡаршы ҡорал күтәргән башкиҫәрҙәр. Уларҙың баштары киҫелде, кәүҙәләре ас бүреләргә ташланды.

Ә был әҙәм -Ғәрип ҡол. Ханға тел тейҙергәне өсөн- теле теленгән, ханға ҡорал күтәргәне өсөн - ҡулы ҡырҡылған. Кем дә кем миңә ҡаршы сыға- уны ошо яҙмыш көтә!

( Батыр, хәле бөтөп, ауа башлай, уны Айбулат йүгереп килеп тотоп ала, һаҡсы ҡысҡырып егеткә ташлана).

Вәзир. Ана бит, ана ниндәй улар! Бөйөк хан үҙе һөйләп торғанда ла башбаштаҡлана бит былар. Ҡырып ҡына бөтөрә торған халыҡ был, бөйөк ханым!

Хан. Күрәм, күрәм! Был егет бик сос. Бик ярҙамсы икән, миңә лә ярҙам итһен.

Вәзир. Эйе, бөйөк ханға ай һайын бик тоғро, бик ипле ярҙамсы кәрәк була. Бөгөндән үк һине һарайға илтәбеҙ.

Әсә. (Хан аяғына йығыла). Хан, бөйөк ханым!

Ҡыҙғанығыҙ, ҡалдырығыҙ, аҡылһыҙ ғына бала бит ул!

(Егеткә) Ебәрмәйем, балаҡайым! Хандың ай һайын була торған йомошон үтәргә киткән егеттәр береһе лә кире ҡайтманы. Һин дә тере ҡайтмаясаҡһың! (Илай).

Егет. Илама, әсәй! Үҙеңде бөтөрмә, бәлки, иртәгә үк кире ҡайтырмын!

Әсә. Балам, бына һиңә сөсө икмәк. Яҡты донъяға көнөң бөтмәһен, тыуған ереңдә ризығың, ғүмеркәйҙәрен өҙөлмәһен тип, теләй- теләй бешерҙем. Бер киҫәген бүлеп алып ҡалайым, аҡ сепрәккәйгә төрөп, тәҙрә баштарында һаҡлармын.

Һин ҡайтып ингәнсе күптән юлдардан күҙем юлдарыңдан күҙем алмаҫмын, балам. (Илай- илай сөсө икмәкте егеттең түш кәҫәһенә һала.)

Әсә. (Һағышлы йыр башҡара).

Эй ҡыр ҡаҙы, ҡыр ҡаҙы ла

Ник ҡалдың һин айырылып

Ғәзиз балаҡайым китте

Яндарымдан айырылып.

Икенсе күренеш.

Хан һарайы. Тәхеттә хан ултыра.( " Хан ҡыҙы" музыкаһы ҡуйыла).

Хан. (Үткер бәке тотҡан). Индерегеҙ егетте!

(Егетте һаҡсы индерә). Хәҙер ханыңдың йомошон тыңла: ошо бәке менән минең сәсемде ҡырасаҡһың. Ханыңдың сәсе еткән, йонсоп йөрөмәҫ бит инде, шулаймы?

Егет. Ярай, тырышып ҡарармын.

(Хан ҡулдарын шапылдата. Вәзир инә).

Хан. Бөтә ишектәрҙе биклә, һарайға йөҙ аҙымбер кем яҡын килмәһен. (Айтуған уртаға ултырғыс ҡуя, хан ултыра ла ҡапыл башынан ҡалпағын һала).

Егет. Аһ, ханым! Был нимә?

Хан. Нимә?

Егет. Мөгөҙ? Хан... Һеҙҙең мөгөҙөгөҙ... бар?

Хан. Тсс. Күп һөйләнһәң, бәке менән телеңде ҡырҡырмын. Йә, башла! Ҡара уны, бер тамсы ҡаным аҡһа, һинең мең тамсы ҡаның ағыр...

(Егет сәсен алып бөткәс, хандың мөгөҙө генә һерәйеп тороп ҡала).

Егет. (Ситкә китеп). Бына ни өсөн харап итеп торған ул беҙҙең егеттәрҙе? Мөгөҙлө хан, дейеү тоҡомо! Ә мин әсәйемә иҫән-һау ҡайтырға вәғәҙә иттем. Нишләргә һуң миңә хәҙер? Әсәйем... ( Ҡуйынынан сөсө икмәкте сығарып ашай башлай).

(" Сыңрау торна" көйө ҡуйыла).

Хан. ( Инә, ҡулында ҡылыс). Эй, егет! Нимә эшләйһең?

Егет. Ашайым!

Хан. Ә нимә ашайһың?

Егет. Сөсөикмәк.

Хан. Баш осоңда ҡылыс торғанда нисек ашайһың, моңһоҙ?

Егет. Бик тәмле булғанға ашайым.

Хан. Ҡана, миңә бир әле, шул хәтле тәмлеме ни?

Егет. Бүлеп кенә бирәм, ханым.

Хан. Ысынлап та ифрат тәмле, тағы әҙерәк бир әле. Һай -һай, бындай тәмле ризыҡты ашағаным да, күргәнем дә юҡ.

Егет. Күрмәҫһең дә, ханым. Әсәйем уны үҙенең күкрәк һөтөнә баҫып бешерҙе.

Хан. Нимә? Миңә бындай нәмәне ашатырға нисек баҙнат иттең? (ҡылысын күтәрә).

(Ситкә китә, үҙ алдына). Күкрәк һөтөнә баҫып бешергән икмәкте ашағас, мин был егеткә бер туған булып сығам бит. Беҙ бит бер әсә балалары булдыҡ. Мин уны үлтерә алмайым. Ни эшләргә?

Эй, һаҡсым ! Был егетте кеше аяғы баҫмаған урманға алып барып ҡалдырығыҙ. Ул бер ваҡытта ла тыуған ауылына әйләнеп ҡайта алмаһын. Ул- минең дошманым! (Егетте урманға ҡалдырып китәләр).

Өсөнсө күренеш.

Таң ата. Урман. Ҡоштар тауышы.

(Егет ергә ятып йоҡлағаны һүрәтләнә).

Егет. Аһ, ҡайһылай ауырта. Яраларым һыҙлай. Ҡайҙарға ғына килеп эләктем икән?! Тыуған ауылыма нисек кенә ҡайтайым? Ата- әсәйемде һары һағыш өтөп баралыр. Ах, хан, яуыз хан , күрә алмайым һине. Ябай халыҡты ҡыйырһытҡаның өсөн хоҙайым ярлыҡамаҫ.

Ғәҙеллек, яҡшылыҡ өсөн, аллаҡайым, ауылыма юлды күрһәтсе. Ярҙам итсе, ҡөҙрәтле аллам! (Егет моң ишетә).

Туҡта, нимә был? Ҡурай! Ҡурай тауышы!!! Тимәк, мин бик алыҫта түгел. Рәхмәт, аллам! Бер үҙемде ҡалдырмағаның өсөн, рәхмәт!!!

(Ҡурай янына килә, һамаҡлай, ҡурайҙан ҡорал яһай).

- Ҡурай!

- Әү! (Ҡыҙ тауышы).

- Ҡайҙа үҫтең?

- Урманда! (Ҡыҙ тауышы).

- Кем ҡырҡты!

- Оҫта ҡырҡты ( Ҡыҙ тауышы).

- Ни эшләргә?

- Уйнарға!!! (Ҡыҙ тауышы).

  • Бына ул минең дуҫым! Бына ул минең ҡотҡарыусым! Тыуған еремә юлды моң күрһәтәсәк!

(Егет ҡурай уйнай. Шул ваҡыт декорациялар үҙгәрә . Ауыл .Тирмәләр торған ер).

(Ҡурай көйөнә шиғыр уҡыла).

Йүгереп кенә мендем, ай үҙәндән

Таҡыя ла башлы ҡурайға.

Ҡая ташҡа баҫып, ҡурай тарттым

Эштәр китмәҫме ,тип үк уңайға.

Ҡарт: Айбулат ҡайтты!

Тауыштар: Батыр ҡайтты! Һаумы, Айбулат! Шөкөр, шөкөр!

Әсә: Улым, Айбулатым минең!

Айбулат: Әсәй, туғандар, дуҫтар, мин иҫән - һаумын, дуҫыма, ҡурайға, рәхмәт! Ул миңә юл күрһәтте. Ә беҙҙең ханыбыҙ яуыз. Уны юҡ итергә кәрәк. Йыйынайыҡ ,батырҙар! Дейеү затынан булған ханды еңеү өсөн көрәшкә күтәреләйек ! Яҡшылыҡ ергә килһен , туғандар ! Ә сихри ҡурай беҙгә юлдаш булыр ! ( Бөтәһе лә яуға күтәрелә).

"Ҡурай" бейеүе.







© 2010-2022