Родительское собрание на тему: Мы идем в школу

Раздел Классному руководителю
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Родительское собрание в 1 классе

Мәктәпкәсә йәштәге бала әле тулыһынса ата-әсәһе кулында була.Һәр хәлдә ата-әсәләр үззәре шулай тип уйлай.Бала портфель тотоп мәктәпкә бара,фән һәм йәшәү серзәрен өйрәнә башлай.Йәшерен -батырыны юк,күп кенә ата-әсәләр,балаһын мәктәпкә биргәс,үззәре лә һизмәстән,еңеллек тойғандай булалар.Яуаплылык кәмене тип уйлайзар.Ә мәктәптә укытыусының күпме көс түгеүен күп осракта аңлап та етмәйзәр.Был әһәмиәтле осорзоң бала тормошона ниндәй эз һалыуына укытыусы менән берлектә ата-әсә лә яуаплы.Бының өсөн ябай ғына кағизәләрзе белеү кәрәк.

1. Балағыззы юк-бар сәбәптәр аркаһындадәрес калдырырға өйрәтмәгез.Дәрескә бармау уның ғәзәтенә инеп китеүе мөмкин.

2 . Дәрестәрзә булып,мәктәп тормошо менән танышыу мөмкинлегенән файзаланығыз.

3. Балағыззың баһа өсөн түгел,ә белем алыу өсөн укыуына өлгәшегез.

4.Бер генә фәндән «3»-лө билдәһе булып,балағыззан уны журналда «4»-«5»-кә төзәтеүзе талап итмәгез.Был фәнде насар үзләштерелеүенең сәбәбен аңлағыз һәм ярзам итегез.

5. Мөмкинлегегез булһа ла,мәктәпкә балағыззы класташтарынан айырылып торорлок итеп кейендереп йөрөтмәгез.Иптәштәре быны яратмас,унан ситләшерзәр.

6. Тормош өсөн кәрәкле бик күп сифаттарзы булдырыуза мәктәптең роле зур .Мәктәп эскәмйәһенән үк кемдеңдер ойоштороу һәләте барлығы асыклана:берәүзәр төрлө сараларза катнашып,коллектив менән етәкселек итергә өйрәнһә,икенселәр дөйөм фекергә кушылыузы хуп күрә.Берәүзәр бәйләй,берәүзәр һүрәт төшөрә, бейей-йырлай,һикерә-йүгерә.Һөнәрен күрһәтеп,тейешле баһа алып,дәртләнә.Мәктәптә үткәрелгән һәр сара укыусыға ниндәйзер дәрәжәлә йоғонто яһай,бала күңеленә тәғәйен эз һала.Ул ыспайлыкка өйрәнә,кеше алдында таһыллана,бығаса күренмәгән һәләттәрен аса.Шуға күрә,бала ойошторолған сараларзан ситтә калмаһын.

7. Түбән кластарза бала күберәк истә калдырып укый,ә юғары кластарза материалдың күләме зур булыу сәбәпле,истә калдырып бөтөп булмай,үзләштереү өсөн күп көс һалырға ,дәрес әзерләргә кәрәк.

8. Класта кыззар лидер булла,улар әүземлек күрһәтә.Был хәлдең үз сәбәптәре бар:балалар өйзә күп вакытын әсәйзәре менән үткәрә,балалар баксаһында - апайзар,мәктәптә лә укытыусыларзың күбеһе - катын-кыззар.Шуға күрә,атайзар малайзарзы тәрбиәләүзә зур роль уйнай.

9. Мәктәп йылдарында ук бала тормошта осрай торған каршылыктарзы күреп өйрәнһен,улар бит ғүмер юлында буласак.Берәү зә балаһының түмәр булыуын теләмәй.Шуға ла балағыззы үтә нык курсаламағыз,ул үзаллылыкка өйрәнһен.

10.Бала өсөн отоп алыу хас.Ул тыуғандан алып һеззе күзәтә,һеззән йәшәргә өйрәнә.Шуға ла «Атанан күргән - ук юнған,әсәнән күргән - тун бескән» тизәр.Мәктәпкә килгәнсе үк бала формалашып бөткән булла,ә мәктәп уны үзгәртергә,кайтанан тәрбиәләргә тырыша.Кешене үзгәртеү бик кыйын.

11. Мәктәп һәм укытыусылар мәктәп тормошона ата-әсәләрзе йәлеп итергә тырыша:дәрестәргә,йыйылыштарға сакырһынмы.көндәлегенә искәрмәләр язһынмы,ял кисәләре үткәрһенме.Ләкин ата-әсәләрзең күбеһе быларға битараф кала.Ә бит укытыусы өсөн бала-эш объекты,ата-әсә өсөн ул-тормош мәғәнәһе.Уйланырға урын бар.

12. Һөнәр һайлағанда балалар хыялға бирелеүсән.Балағыззың һайлаған һөнәре бөгөнгө тормош өсөн кәрәкле булһын.

13.Әхлак,тәрбиә,баланың көн буйы үзен тотоуы хакындағы әңгәмәләрзе кискә калдырмағыз.Йоко алдынан иң кулайлыһы һәм файзалыһы -алдағы көнгә пландар короп саф һауала йөрөү.

14. Хис-тойғоларзы йүгәнләргә өйрәнеүегез хәйерле.Шулай иткәндә,бала һәр сак һеззең ышанысығыззы акларға тырышыр.



Бала тәрбиәләүзә талапсанлык,тейешле кырыслык һәм бала шәхесенә ихтирам,киң күңеллелектең урталығын табыу мөһим.Күреүебезсә,балаға белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендә ата -әсәләрзеңроле сикһез зур. Тик уны күңел биреп,вакытты дөрөс бүлеп,бала файзаһына башкарырға ғына кәрәк.

© 2010-2022