Методическая разработка по теме Кем минең әсәйем?

Раздел Классному руководителю
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Ҡатнашалар:
1. Алып барыусы.
2. Себеш.
3. Ҡыҙыл тауыҡ.
4. Быҙау.
5. Ат.
6. Бесәй.
7. Әтәс.

Ваҡиға ҡояшлы йәй көнөндә ишек алдында бара. Алғы планда ҙур тауыҡ ояһы эсендә йомортҡа ята, уны Ҡыҙыл тауыҡ ҡосаҡлап ултыра. Алып барыусы сыға.


Алып барыусы. Кетәгендә себеш сығарып ултырған ҡыҙыл тауыҡ бер йомортҡаһының эсендә ( себешле йомортҡа эсенән: "Бип-бип, сип-сип", - тигән тауыш ишетелә ) бәпесе туҡылдағанын ишеткәйне, ул йомортҡаларын әйләндереп-әйләндереп ҡараны, тик сатнағанын тапманы.


Ҡыҙыл тауыҡ. Оҙаҡ ултырып, түҙемһеҙлек менән көткәнгә, ҡолағыма ишетеләлер, ахырыһы. Сығып бер аҙ ем сүпләп инәйем әле.


Алып барыусы. Әйләнә-тулғана торғас, йомортҡа ҡабығы икегә ярылды ла, эсенән һап-һары себеш килеп сыҡты. Бына ул.


Себеш ( ҡағынып ). Сип-сип, бына ниндәй яҡты донъя.И-их, ҡалай куңелле. Минең бит әсәйем булырға тейеш.


Быҙау килеп сыға. Себеште еҫкәп ҡарай ҙа үтеп китмәксе була.


Себеш. Ҡарағыҙ әле, һеҙ минең әсәйем тугелме?


Быҙау. Өф-өф! Мин үҙем бәпес кенә әле, му-у-у!


Себеш. Ә ниңә һин шул тиклем ҙу-у-ур?! Себеш ҡосағын ҙур йәйеп күрһәтә.


Быҙау. Сөнки минең әсәйем дә ҙур, үәт! Сығып китә.


Сабып Ат килеп сыға.

Ат. И-һа-һа-а-һай, и-һа-һа-һай.


Себеш. Һеҙ минең әсәйем түгелме?


Ат ( эсен тотоп көлә ). И-һа-һа-һай, мин - ат, мин берәүҙең дә әсәһе түгел.


Ат сабып сығып китә.
Тупһала Бесәй ҡояшта ҡыҙынып ята, эргәлә генә Эт ояһы.
Унан бөтә хәлдәрҙе күҙәтеп Эт ята. Себеш Бесәй эргәһенә барып тора.


Себеш. Әйтегеҙ әле һеҙ минең әсәйем түгелме?


Бесәй ( яланып ). Мыр-рау, теләһәң һинең әсәйең була алам, мырр-мырр-мырр. Быны кәрәк теләу, мыррау. Кил миңә яҡыныраҡ, һылыуҡай, йомшаҡҡай, һарыҡай! Тотоп ҡына ҡарайымсы үҙеңде!..


Ояһынан Эт сабып килеп сыға, өрә башлай.


Эт. Р-р-р, ваф-ваф-ваф! Алдай ул! Ышанма! Һинең әсәйең Ҡыҙыл тауыҡ! Ә-ә-әнә тегендә йөрөй Әтәс - атайың!


Ҡойма башынан Әтәс һикереп төшә, ҡанаттарын ҡағып Бесәйгә килә башлай.


Әтәс. Кикире-күк, кикире-кук! Был бесәйҙең зыяны күп!


Бесәй ҡаса.


Әтәс. Әйҙә, әсәйең һине күптән көтә.


Себеште етәкләп алып сығып китә.






Кластан тыш дәрес өлгөһө.

Ф.Х.Ғөбәйҙуллина "Кем минең әсәйем?" әкиәтен сәхнәләштереү




Класс етәксеһе: Ярмухаметова Г.М.

© 2010-2022