Внеклассное мероприятие, посвященное творчеству М. Карима

Раздел Классному руководителю
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: "Быйылғы көҙ шундай сыуаҡ килде..."(кластан тыш сара)

Маҡсат: уҡыусыларҙы М.Кәримдең шиғри йыйынтыҡтары менән таныштырыу, уҡыусыларға патриотик тәрбиә биреү, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү

Йыһазландырыу: компьютер, китаптар күргәҙмәһе, презентация

Сәхнәнең бер өлөшө өйҙөң бер бүлмәһе формаһында биҙәлгән. Бер яҡ ситтә китаптар күргәҙмәһе, түрҙә М.Кәримдең рәсеме эленгән.

Алып барыусы:

Ҡәҙерле буяуҙары һәм ауаздары, ғәзиз кешеләре һәм онотолмаҫ урындары менән тыуған ерҙең матурлығы сабый саҡтарҙан уҡ күңелгә тамырлана. Бары тик Башҡортостанда үҫкәндәр ошо ерҙең һылыу Ағиҙеле, күкрәгендә әллә күпме хазиналар һаҡлаған армыт-армыт Урал тауҙары, йәйрәп ятҡан далалары менән ғорурлана ала.

Төҫ ташламаҫ ошондай гәүһәрҙәре араһында Башҡортостандың тағы ла бер ғорурлығы - Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәрим ижады бар.

"Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" әҫәренән өҙөк сәхнәләштерелеп күрһәтелә.

Алып барыусы:

1919 йылдың 20 октябрендә Шишмә районы Келәш ауылында донъяға ауаз һалған М.Кәримдең бала сағы - сағыу буяуҙарға буялған мәл ул. Үҫә төшкәс, ижадында ул ошо йәшәүгә мөхәббәттең тыуыуын, үҫеүен, яңынан-яңы буяуҙарға балҡып йәшәүен һүрәтләйәсәк. Ә был һоҡландырғыс һөйөүҙең йәне - Башҡортостан. Бына нимә тип яҙа ул көндәлектәрендә ошо хаҡта.

1-се уҡыусы көндәлектәрҙән өҙөктәр уҡый. ("Башҡортостан ҡыҙы" журналы 2009й, №10,11) Ҡыҙҙар ансамбле башҡарыуында "Ете ҡыҙ" бейеүе

Алып барыусы:

Утты, һыуҙы кисеп үткән ҡаһарман халҡының яҙмышы тураһында уйлағанда, уның үткәне һәм бөгөнгөһө менән ғорурланғанда М.Кәрим халыҡ тигән ҡәҙерле һүҙгә изге әйберҙәргә ҡағылған кеүек һаҡ ҡағыла. Ул халҡым тип тамаҡ ярып ҡысҡырмай, бары тик тыуған тупрағы, һыуҙары, һауаһы менән бергә йәшәй.

2-се уҡыусы "Иҫке һүҙҙәр иҫкермәһен өсөн" шиғырын һөйләй.

Алып барыусы:

Шағирҙың маяғы - кеше. Шағир үҙенең вазифаһын кеше йөрәгендә шом урынына өмөт уятыуҙа күрә. Үҙ хәсрәтен күберәк эскә йотоп, башҡаларҙың шатлығына ихлас ҡыуаныусан шағир ғына халыҡтың рухи хазиналарына үтеп инә, донъяға уның күҙҙәре менән ҡарай ала.

3-сө уҡыусы "Тауҙар" шиғырын һөйләй

Алып барыусы:

М.Кәримдең әҫәрҙәре бер нисә быуын башҡорт һәм башҡа милләт уҡыусыларының рухи хазинаһына әйләнде. Шағирҙың ҡанатлы һүҙҙәре күптән инде мәҡәл дәрәжәһендә йөрөй.

4-се уҡыусы китап күргәҙмәһен күрһәтә, "Нравственные уроки Мустая Карима" тигән китаптан бер нисә цитата уҡып китә.

Алып барыусы:

Хәҙер бер әҙәбиәт икенсеһендә яңғыраш ала. Ә бит һәр милли әҙәбиәт башҡа халыҡтар менән үҙенең көслө таланттары аша бәйләнешкә инә. М.Кәрим башҡа халыҡтарға үҙ илсеһе булып өндәшә, яҡтылыҡ өләшә. , әҙип үҙе әйтмешләй: " Ут үрсемле - янһа, йылға тере аҡһа ғына. Йыр, аҡыл һәм дуҫлыҡ - бүлешкәндән арта ғына".

Ҡыҙҙар башҡарыуында йыр "Һаумы, тиҙәр гөлдәр"

Алып барыусы:

Тыуған яғынан уңған кеше ғаилә бәхете, мөхәббәт тигән мәңгелек шишмәнән дә услап тере һыуҙар эсә ул. Әгәр мөхәббәт ҡанатлы тойғо икән,ҡанаттар үҫкән һәм нығынған һайын, һөйөүҙең офоҡтары ла киңәйә. М.Кәрим үҙенең тормош иптәше, тоғро юлдашы Рауза апай менән 63 йыл таныш булып, шуның 62 йылын бер юлдан атлап үтәләр, ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр. (Презентация күрһәтелә) Үҙенең күп кенә мөхәббәт шиғырҙарын да ул Рауза апайға бағышлай.

5-се уҡыусы " Раузаға" шиғырын, 6-сы уҡыусы " Йәшәйһе бар" шиғырын һөйләй.

"Йылғалар төнөн һөйләшә" йыры башҡарыла.

Алып барыусы:

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙенең рухында ғорур бөркөттәрҙең саңҡыуын да, һандуғастың өҙөлөп һайрауын да бергә ҡушҡан М.Кәрим бөгөнгө көндә беҙҙең араларҙа юҡ - 2005 йылда уның йөрәге мәңгелеккә тибеүҙән туҡтаны. Әйҙәгеҙ әле, барыбыҙ ҙа баҫып, әҙип ижады алдында баш эйәйек һәм уны бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алып үтәйек.( Бер минутлыҡ тынлыҡ)

7-се уҡыусы "Мәңгелек улы - ҡояш гел янһа ла" шиғырын һөйләй.

Алып барыусы:

Үҙенең хеҙмәте өсөн әллә ниндәй юғары наградаларға лайыҡ булған әҙип үҙенең ябай кеше икәнен, иленең патриоты икәнен һис ҡасан да онотманы. Был донъяның һикәлтәле һуҡмаҡтарын уҙған саҡта ул Кеше, оло йөрәкле ил ағаһы булып ҡала белде. Ниндәй генә заманалар булмаһын, яҙыусы өсөн тәүге белем биреүсе уҡытыусылары остаз булып ҡала. Уларҙы һәр саҡ хөрмәт менән телгә ала. Үҙе лә ысын мәғәнәһендә халыҡ педагогы ул. Ә хәҙер, кисәбеҙ аҙағында, Мостай Кәрим ижадына үҙебеҙҙең ихтирамыбыҙҙы күрһәтеп, барыбыҙға таныш булған "Уҡытыусыма" йырын башҡарайыҡ.

"Уҡытыусыма" йыры яңғырай.

Алып барыусы:

Шуның менән кисәбеҙ тамам, иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!



© 2010-2022