Уҡыусыларҙың Республикала еңеү яулаған иншалары

Әсәй!..Атай!..Ағай!..Апай!..Ҡайһылай телем йомшаҡ һәм яғымлы!.. Мин ауыҙ тултырып үҙ телемдә һөйләшә алам, иң ғәзиз кешеләремә һөйөүемде, мөхәббәтемде еткереү бәхетенә ирешәм… Үҙ телемдә һөйләшәм, Миңә ҡоштар көнләшә, Үҙ телемдә һөйләшәм, Мин ҡояшҡа тиңләшәм! Ысынлап та, үҙ телемдә яралған һәр кес кенә һүҙ ҙә мине үҙ телен белмәгән маңҡорттарҙан әллә күпмегә юғары ҡуя, дәрәжәмде күтәрә, зиһенемде яҡтырта. Күренекле ил ағаһы, бер телсенең әле булһын әйткән һүҙе ҡолағымда яңғырай: “Кеше иң тәүҙә ...
Раздел Классному руководителю
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Өфө ҡалаһы ҡала округының Ленин районы

2-се башҡорт лицейы











Илде тотҡан телем,

һүҙем бар…

(инша)









Башҡарҙы: Vlll класс уҡыусыһы

Файзуллин Динар

Уҡытыусыһы:

Һатлыҡова Ә.М.







Өфө-2010

Илде тотҡан телем, һүҙем бар…

Инша

Һаҡлай белһә халыҡ үҙ телен,

Һис иркенән яҙмаҫ илендә;

Ул күктәге бөркөт шикелле,

Кем тота ала уны күгендә!..

Р.Ғарипов.

Әсәй!..Атай!..Ағай!..Апай!..Ҡайһылай телем йомшаҡ һәм яғымлы!.. Мин ауыҙ тултырып үҙ телемдә һөйләшә алам, иң ғәзиз кешеләремә һөйөүемде, мөхәббәтемде еткереү бәхетенә ирешәм…

Үҙ телемдә һөйләшәм,

Миңә ҡоштар көнләшә,

Үҙ телемдә һөйләшәм,

Мин ҡояшҡа тиңләшәм!

Ысынлап та, үҙ телемдә яралған һәр кес кенә һүҙ ҙә мине үҙ телен белмәгән маңҡорттарҙан әллә күпмегә юғары ҡуя, дәрәжәмде күтәрә, зиһенемде яҡтырта.

Күренекле ил ағаһы, бер телсенең әле булһын әйткән һүҙе ҡолағымда яңғырай: "Кеше иң тәүҙә үҙ телен биш бармағы кеүек белергә, яратырға, һөйөргә һәм ҡәҙерләргә тейеш. Үҙ телеңде яҡшы белеү башҡа сит телдәргә лә күпер эшләй, ә инде үҙ телеңде белмәй тороп күрше йәшәгән урыҫ дуҫыңдың телендә һөйләшергә маташыу - ул үҙе ҙур ахмаҡлыҡ," - тигәйне ул. Был һүҙҙәр менән тулыһынса килешәм. Туған тел әсә һөтө менән беҙгә бирелә, ата наҙы менән әйтелә. Ә, юҡ, юҡ!..Төптән уйлап ҡараһаң, туған тел беҙгә әсә ҡарынында ятҡан саҡта уҡ, ғәзиздәребеҙ аша үтеп инә, беҙҙе тыуасаҡ тормошҡа, донъяға әҙерләй. Сөнки һәр әсә сабыйы менән әле донъяға тыумаҫ борон үҙенә генә күрә серле бәйләнешкә инә, уға әкиәттәр һөйләй, йырҙар йырлай. Ошо килеш сабый туған телен ишетергә, әсә һөйөүе аша уны яратырға, тыңларға өйрәнә. Һәр кемебеҙ был мөғжизәне кисергән.

Ирекһеҙҙән ошо урында әрменән үҙ телен онотоп ҡайтҡан һалдат тураһында әсе көләмәс хәтергә килә. Әсә ҡарынынан һеңгән ғәзиз телеңде, күпмелер ваҡыт эсендә нисек "тоҙламаҡ" кәрәк?! Ҡыҙғанысҡа күрә, бындай хәлдәр тик көләмәстә генә түгел, ә көндәлек тормошта ла йыш осрай шул. Йәйге ялда диңгеҙ буйҙарында ял итеп, йә иһә Америка тарафтарына юлланып, бынамын тигән башҡорт балалары үҙ телен "онотоп" ҡайтыуы күңелде ҡыра. Хәтеремдә, класташ дуҫым, тәүге уҡыу көнөндә башҡортса иҫәнләшеү һүҙен хәтеренә төшөрә алмай йонсоғайны… Ошо хәлдән уға ҡарата нисектер ихтирам кәмене, уның урынына йәлләү һәм ҡыҙғаныу тойғоһо күңелгә ояланы. Ундай әҙәмдәрҙе мин ояһыҙ ҡалған, ҡанаты һынған ҡоштарға оҡшатам. Бахыр ҡошсоҡтар, ҡанаттары һәленеп, ҡайҙа барып бәрелергә белмәһә, бындай кешеләр ҙә тормошта үҙ урынын юғалта, күңелен зәғифләй. Ләкин тәбиғәт донъяһынан кешелек йәмғиәтенең ҡанундары шуныһы менән айырыла: һәр кем үҙ тормошон үҙе ҡора, үҙ яҙмышын үҙе һайлай.

Телһеҙ кеше - илһеҙ кеше, телһеҙ халыҡ - илһеҙ, ерһеҙ халыҡ. Милләттең төп ҡоралы һәм йәшәйеш асылы - тел. "Мин башҡортмон!" тип яр һалыу башҡортлоҡ билдәһе түгел әле ул. Ә бына башҡорт телендә ихлас аралашыу, уны яратыу һәм киләсәк быуынға тапшырыу - беҙҙең башҡортлоҡтоң төп күрһәткесе, милләтебеҙҙең йөҙө.

Башҡорт теле - иң матур, иң яғымлы тел. Ошо телдә ата-бабам һөйләшкән, минең телем асылған, ошо телдә күңелдәргә халыҡ йыры үтеп ингән, ошо телдә меңйәшәр сәсәндәребеҙ аманатын әйтеп ҡалдырған. Тел үлемһеҙ, ул тормош һынауҙарын кисереп, йәшәүен дауам итә, һәр быуын уны үҙ зауығы менән камиллаштыра, яңы биҙәген өҫтәй.

Беҙҙең быуындың төп бурысы - телебеҙҙе һаҡларға, яратырға, донъя кимәленә күтәрергә. Киләсәк йәштәр беҙҙән үрнәк алырлыҡ итеп милли үҙаң тәрбиәләү, һәр башҡортта ысын башҡортлоҡ хисе үҫтереү ҙә беҙҙең иңдә. Шуның өсөн, ул һәм ҡыҙҙарыбыҙға "доченька, сыночек!" - тип әйтәһе урынға һәр ата-әсә уйланһын ине: был - башҡорт халҡының йәшәйеш сылбырын өҙөүгә дусар итеү, маңҡортлоҡ тәрбиәләү, ғәмһеҙлек, илең, телең алдында ҙур хыянат!.. Ә ғәмһеҙ халыҡтан ни ҡалыр? Йоҡлап йөрөгән бер йоҡосо үләт ҡалыр!

Эй, йәмәғәт, һүҙем шул:

Илде тотҡан һүҙем ул,

Илде йотҡан һүҙем ул!..

Батырҙы бахыр иткән,

Бахырҙы батыр иткән,

Аҡһаҡалдар сал һаҡалын

Һыпырып һүҙен әйткән,

Ҡор йыйып кәңәш иткән

Сәсән һүҙен бер иткән,

Тере көйө гүргә кер(е)ткән,

Үлеләрҙе терелткән

Тел - тере шишмә булыр,ау,

Тел - тере шишмә булыр!



© 2010-2022