Ир-ат үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә

  Донъяла йәм биреп, эҙ ҡалдырып, Матур йәшәүҙәргә ни етә?     Урал батыр исеме үлемһеҙ. Күпме йылдар үтеп, быуындар алмашынһа ла,бөйөк шәхесте, данлыҡлы әҫәребеҙҙе яратып уҡыясаҡбыҙ һәм беҙ ҙә, Уралдың юлын дауам итеп, тик яҡшылыҡ, изгелек эшләргә, яҡындарыбыҙға ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға тейешбеҙ. Сөнки кеше йәшәй һәм үлә, әгәр ҙә унан яҡшы исем, яҡшы эш ҡала икән, тимәк, ул- үлемһеҙ.   Һәр беребеҙ үҙ илебеҙгә, халҡыбыҙға тоғро ҡалырға ; ил, тел, халыҡ яҙмышына үҙебеҙҙең  тос өлөшөбөҙ...
Раздел Классному руководителю
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Нәҙербаева Лена Сәғәҙи ҡыҙы,

Өфө ҡалаһы 83-сө лицейҙың

башҡорт теле уҡытыусыһы

Тема: Ир-ат үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә.

9-сы кластың башҡорт төркөмөндә "Урал батыр" эпосы буйынса әҙәбиәт дәресе

Маҡсат:

1) әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен асыу, актуаллеген билдәләү;

2) уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, фекерләү ҡеүәһен, үҙ аллы эҙләнеү күнекмәләрен үҫтереү;

3) Тыуған илгә, ергә, тәбиғәткә, ғаиләгә битараф булмаған яҡлаусы, һаҡлаусы ил улдарын, ҡыҙҙарын тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: "Урал батыр" эпосы, проектор, аудиояҙма, ватман, фломастер.

Дәреслек: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Тикеев Д.С, Ғафаров Б.Б, Хөснөтдинова Ф.Ә.

Дәрестең эпиграфы:

Донъяла йәм биреп, эҙ ҡалдырып,

Матур йәшәүҙәргә ни етә?

Дәрес барышы:

1. Ойоштороу.

2. Төп өлөш.

1. Дәрестең темаһын һәм маҡсатын билдәләү.

2. Эпиграфты уҡыу.

- Был юлдарҙың айышын нисек аңлайһығыҙ? Ошо шиғри юлдарға ҡарата тормоштан миҫалдар килтереп буламы? Бөгөнгө көндә үҙҙәре иҫән булмаһалар ҙа, исемдәре үлемһеҙ булған кемдәрҙе әйтә алаһығыҙ?

- Аҡмулла, С.Юлаев, Урал батыр, Р.Ғарипов, М.Кәрим һ.б.

- Дәрес аҙағында был эпиграфҡа кире әйләнеп ҡайтырбыҙ. Ә хәҙер әҫәрҙе анализлауға күсәйек.

- Иң тәүҙә иҫкә төшөрөп китәйек әле, эпос һүҙе нимәне аңлата, ниндәй эпик әҫәрҙәр беләһегеҙ?

- "Урал батыр" ҡобайыры ҡасан ижад ителгән?

С.Юлаевтың "Ай, Уралым, Уралым" көйө уйнатыла, ошо ваҡытта уҡыусы шиғыр уҡый:

Ай, Уралым, Уралым,

Күгәреп ятҡан Уралым!

Нурға сумған түбәһе,

Күккә ашҡан Уралым!

Һине маҡтай йырҙарым,

Һине данлай йырҙарым.

- Әҫәрҙең ыңғай геройҙарын һанағыҙ әле.

Слайдтар ҡарау, уның исеме буйынса әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләү, әңгәмә.

Слайд 1. Ғаилә. Йола.

Дүрт яғын да диңгеҙ уратҡан ерҙә борон-борон заманда йәшәгән ти, Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ. Уларҙың ике улдары булған: Шүлгән, Урал.

Слайд 2. Уралдың яҡшылығы.

Урал батырҙың яуыз Ҡатил батша илендәге халыҡты ҡотҡарыуы.

- Урал батыр тағы ниндәй яҡшылыҡтар эшләй?

- Ул яуыз дейеүҙәрҙе, аждаһа-йыландарҙы ҡыйратып ташлай, кешеләрҙе тотҡонлоҡтан ҡотҡара. Йәншишмәне табып, һыуын уртлап бөтә тирә-яҡҡа бөркә һәм тәбиғәттең мәңге тере булыуын теләй.

Слайд 3. Ҡарт менән осрашыу.

- Ни өсөн Урал батыр Йәншишмә һыуын эсмәй, тирә-яҡҡа бөркә, быға нимә сәбәпсе була?

- Йәншишмә юлында Уралға ҡарт осрай, ул үҙенең Йәншишмә һыуын эсеп, үлә алмай интегеп йөрөүе хаҡында һөйләй.

- Ҡарт Уралға ниндәй кәңәш бирә?

- Мәңге тере йәшәү хыялы тәбиғәт законына ҡаршы килә, тәбиғәттән өҫтөн булып булмай.

Слайд 4. Шүлгән.

- Уралдың батырлыҡтарын һөйләнек, ә уның ағаһы Шүлгән ниндәй була?

- Шүлгән- ата- әсә һүҙен тотмаған, йәнлектәргә, кешеләргә гел насарлыҡ ҡылған, бик күп яманлыҡтар эшләгән, Уралдың батырлығына, данына көнләшеп, дейеүҙәр менән берләшеп, Уралға, халыҡҡа ҡаршы көрәшеп йөрөй.

- Ә һеҙ, уҡыусылар, Уралғамы, әллә Шүлгәнгәме оҡшарға теләр инегеҙ, ни өсөн?

Слайд 5. Мәңгелек дан.

- Уҡыусылар, ә ни өсөн бөгөнгө көндә лә Урал батыр исеме үлемһеҙ?

- Сөнки ул яуыз дейеүҙәрҙе, аждаһа-йыландарҙы ҡыйратып ташлай, кешеләрҙе тотҡонлоҡтан ҡотҡара, азатлыҡ бирә, тәбиғәтте мәңге тере итә, халыҡ ҡәбенә услап тупраҡ һибеп, Уралтау барлыҡҡа килә, уның юлын улдары Иҙел, Яйыҡ, Һаҡмар, Нөгөш дауам итә.

Слайд 6. Урал батыр аманаты.

- Уралдың халыҡҡа өндәшкән һүҙҙәре?

- "Мин - бер кеше, һеҙ - күп кеше; мин түгел, ә ер-һыу үлемһеҙ булһын; ерҙә кешеләр шат, рәхәт йәшәһен."

- Ә хәҙер ошо хаҡта, дәфтәрҙәребеҙгә бергәләп ҡыҫҡаса яҙып үтәйек:

1) Әҫәрҙең темаһы: батырлыҡ, ҡурҡаҡлыҡ, яҡшылыҡ, яманлыҡ, үлем, үлемһеҙлек, ғаилә.

2) Әҫәрҙең проблемаһы: үлемде эҙләү, Йәншишмәне эҙләү.

3) Геройҙар: Урал, Шүлгән, Йәнбирҙе, Йәнбикә, ҡарт һ.б.

Мифик заттар: дейеү, аждаһа, Ҡатил, Ҡәһҡәһә һ.б.

4) Идеяһы: кеше - тәбиғәттең иң бөйөк заты, төрлө яуыз көстәрҙе еңеп, донъяла ғәҙеллек, ирек, иркенлек урынлаштырыусы.

3. Төркөмдәр менән эш.

- Ә хәҙер фекерҙәребеҙҙе туплап, әҫәр йөкмәткеһе буйынса, ике төркөмгә бүленеп, проекттар төҙөйбөҙ.

1-се төркөм. Урал һәм заман.

1. Уралдың исеме мәңгелек, ул- үлемһеҙ.

2. Урал- һәр заман геройы, уның көсө- һүҙендә һәм эшендә.

3. Уралдың төп маҡсаты- яҡшылыҡ эшләү, беҙ ҙә унан өлгө алырға тейешбеҙ.

4. Һәр беребеҙ үҙ илебеҙгә, халҡыбыҙға тоғро ҡалырға ; ил, тел, халыҡ яҙмышына үҙебеҙҙең тос өлөшөбөҙҙө индерергә тейешбеҙ.

2-се төркөм. Кеше һәм тәбиғәт.

1. Кеше- бөйөк зат, уның кем булыуы эшендә күренә.

2. Кеше һәм тәбиғәт- бер бөтөн.

3. Кеше тәбиғәт проблемаларын хәл итергә , тәбиғәтен, телен, ерен һаҡларға тейеш.

4. Кеше халҡы, иле өсөн кәрәкле шәхес булырлыҡ сифаттарға эйә булырға тейеш.

5. Пректтарҙы яҡлау.

6. Йомғаҡлау.

- Уҡыусылар, дәрестең эпиграфына кире әйләнеп ҡайтып, нимәләр өҫтәп әйтә алаһығыҙ?

- Ысынлап та, Урал батыр исеме үлемһеҙ. Күпме йылдар үтеп, быуындар алмашынһа ла,бөйөк шәхесте, данлыҡлы әҫәребеҙҙе яратып уҡыясаҡбыҙ һәм беҙ ҙә. Уралдың юлын дауам итеп, тик яҡшылыҡ, изгелек эшләргә, яҡындарыбыҙға ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға тейешбеҙ. Сөнки кеше йәшәй һәм үлә, әгәр ҙә унан яҡшы исем, яҡшы эш ҡала икән, тимәк, ул- үлемһеҙ.

7. Баһалау. Өйгә эш.



© 2010-2022