Әсәйем-алтыным, берҙән берем исемле байрам сценарийы

сценарий праздника посвященный к дню Матери. Әсәй - ерҙә иң ғәзиз, иң яҡын кеше, сөнки ул һине тыуҙырған, күкрәк һөтөн имеҙгән, йыр көйләп бишектә тибрәткән, беренсе йылмайыуыңды күреп ҡыуанған, тыуған телде өйрәткән, халыҡ  моңон күңелеңә һеңдергән.  Әсәйҙәрҙең һиңә ҡылған  изгелеген һанап бөтөрөү мөмкинме һуң ?   Көндөң яҡтылығы – ҡояшта ,   Күктең матурлығы - йондоҙҙарҙа,   Ерҙең гүзәллеге - ҡатын-ҡыҙҙарҙа.    Һеҙҙе бөтөн ер йөҙөн биҙәгән Әсәйҙәр байрамы менән тәбрикләйбеҙ.    Бөгөн ҡәҙерле ә...
Раздел Классному руководителю
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

"Әсәйем-алтыным,берҙән берем" исемле байрам сценарийы

1. Тыуырына бер көн ҡалған бала Алланан һораған: "Мин иртәгә ерҙә буласаҡмын тиҙәр. Мин унда нисек йәшәрмен, мин бит бәләкәй һәм ярҙамһыҙ." Алла әйткән: "Мин һиңә, һине көтөп тороусо һәм һинең турала ҡайғыртыусы бер фәрештә бүләк итермен". Бала уйлаған һәм яңынан телгә килгән: "Һинең янда мин йырлайым һәм көләм. Бәхет өсөн миңә шул еткән". Алла: "Һинең фәрештәң бары һинең өсөн генә йырлар һәм көлөр, һин уның мөхәббәтен тойоп бәхетле булырһың". "О, мин уны нисек аңлармын, мин бит уның телен белмәйем. Ә һиңә мөрәжәғәт иткем килһә мин ни эшләрмен" - тигән бала. Алла әкрен генә баланың башынан һыйпап: "Һинең фәрештәң һиңә доға өйрәтер. Шул доға аша беҙ һинең менән аралашырбыҙ". Унан һуң бала һораны: " Ер йөҙөндә яуызлыҡ бар тип ишеттем. Мине кем һаҡлар". "Үҙ тормошон ҡыҙғанмайса, фәрештәң һине һаҡлар" - тине Алла. "Һине күрмәгәс миңә бик яманһыу булыр." "Фәрештәң һиңә минең турала һөйләр. Мин гел һинең яныңда булырмын." Шул саҡта Ер йөҙөнән тауыш ишетелде һәм бала һораны: "Аллам, фәрештәмдең исемен әйтсе!" Алла тыныс ҡына тауыш менән: "Уның исеме бик ябай ғына - Әсәй" - тине.

2. Хәйерле көн, ҡәҙерле әсәйҙәр!

Әсәй - ерҙә иң ғәзиз, иң яҡын кеше, сөнки ул һине тыуҙырған, күкрәк һөтөн имеҙгән, йыр көйләп бишектә тибрәткән, беренсе йылмайыуыңды күреп ҡыуанған, тыуған телде өйрәткән, халыҡ моңон күңелеңә һеңдергән. Әсәйҙәрҙең һиңә ҡылған изгелеген һанап бөтөрөү мөмкинме һуң ?

Көндөң яҡтылығы - ҡояшта ,

Күктең матурлығы - йондоҙҙарҙа,

Ерҙең гүзәллеге - ҡатын-ҡыҙҙарҙа.

Һеҙҙе бөтөн ер йөҙөн биҙәгән Әсәйҙәр байрамы менән тәбрикләйбеҙ.

1. Бөгөн ҡәҙерле әсәйҙәребеҙҙең яҡты, илаһи зур байрамы. Ер йөҙөндә әсәйҙән дә яҡын, әсәйҙән дә рәхимле, мөхәббәтле, әсәйҙән дә оло йәнле зат юктыр.

Әйтәһебеҙ килә бөгөн

Ҡәҙерле әсәйҙәргә -

Был байрам доньяга килгән

Ҡояш нуры һибергә.

Был байрамдагы йылылык

Быуаттарга етәрлек

Һеҙҙең наҙлы ҡулдарығыҙ

Әкиәтте ысын итерлек.

2. Бөгөн беҙҙә әсәйҙәр байрамы,

Шатлык йыры илем күгендә

Әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлап,

Ҡоштар йырлай тыуған еремдә.

Өй түрендә гөлбаксала

Йырсы ҡоштар һайраша

Бөгөн - әсәйҙәр байрамы,

Бөгөн - ҙур бер тамаша.

1. Бөтөн кешелек донъяһына йәм биреүсе, йылмайыуығыҙ менән беҙҙе иркәләүсе, йылы ҡараштарығыз менән наҙлаусы, аҡыллы фекер - ҡараштарығыҙ менән беҙгә аҡ юл күрһәтеүсе һөйөклө әсәйҙәребеҙ! Һеҙгә булған рәхмәт хистәребеҙҙе һүҙҙәр менән һөйләп кенә аңлатып булмаҫ, шуға күрә һеҙҙең хөрмәткә арналған йыр - бейеүҙәребеҙҙе ихлас ҡабул итегеҙ. Бөгөн беҙ шулай уҡ республикабыҙҙа иғлан ителгән Мәҙәниәт йылына йомғаҡ та яһайбыҙ һәм үҙебеҙҙең икенсе тыуған йортобоҙ - мәктәптә ирешкән уңыштарыбыҙ - еңеүҙәребеҙ ҙе һеҙҙең менән уртаҡлашабыҙ. Башҡарған йыр, шиғыр, бейеүҙәр - балаларығыҙҙың һеҙгә ысын күңелдән бүләге. Ҡул сабып, йылмайып ял итегеҙ!

2. Әсәйҙәргә бөгөн беҙҙең

Иң ҡәҙерле һүҙебеҙ

Төрлө матур шиғырҙар

Кескәйҙәр һөйләр хәҙер

1) Һеҙҙең алда 1 класс уҡыусылары сығыш яһай.

- « Яратам мин илемде»

- егеттәр башҡарыуында « Аттарҙа саба малайҙар»

1. Бөгөн-әсәйҙәр байрамы

Бөгөн ерҙә тантана

Ҡояш шуға көлә бөгөн,

Гөлдәр шуға шатлана.

Әсәйҙәр байрамына,

Ҡыуана шулай улар

Әсәйҙәрҙе котлай бөгөн

Ерҙә барлыҡ балалар

2) 2 - 3 класс уҡыусылары сығышы бары тик һеҙҙең өсөн

2. Аллаһы Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы йомшаҡ тәбиғәтле, һүҙсән, нәфис, хиссән итеп яралтҡан һәм гүзәл заттарға ғаиләләге иң яуаплы, сетерекле вазифаны - бала тәрбиәләүҙе йөкмәткән.Ҡатын-ҡыҙ - иң элек әсә һәм ғаилә усағын һаҡлаусы ул.

3) 6 - 7 класс ҡыҙҙары башҡарыуында « Әсәйемдең ҡосағы» йыры

1. Ҡарайыҡ хәҙер әсәйҙәр

Сәскәләр бәүелеүен.

Сәскә - гөлдәрҙәй бәүелеүен

Һылыу ҡыҙҙар бейеүен.

4) "_Игеҙәктәр_" бейеүе, Башҡаралар Хәмитова Нәфисә һәм Мәхмүтова Нәзилә

2. "Әсәй" тип асыла беҙҙең тел,

Әсәйҙе хөрмәт ит шуны бел

Әсәй өйҙә булһа бик рәхәт

Әйтәбез һиңә: мең рәхмәт!

5) 4 класс уҡыусылары « Мамочка, милая моя» йыры менән һеҙҙең алдығыҙҙа.


  1. Билдәле булыуынса беҙҙең мәктәп арҙаҡлы ауылдашыбыҙ Х.Әхмәтов исемен йөрөтә. Күптән түгел уның тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата, мәктәбебеҙ ихатаһын нурға күмгән, монумент тантаналы шарттарҙа асылды. Баш ҡаланан мәртәбәле ҡунаҡтар ҙы ла лайыҡлы ҡабул иттек. Ошо тантаналағы сығышыбыҙҙы һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ.

6) Шахморатова Ләйлә һәм Ғәйетбаев Ильсур сәхнәбеҙ түре һеҙҙең өсөн.

2. Әсәләрҙең күңелдәре балаларҙа

Бала күңеле тиҙәр далала

Тик онотмайыҡ шуны: ике килмәй

хеҙмәт итеү ата-әсәйгә.

7) « Атай - әсәй ҡәҙерлеләрем» йыры Уразбаева Шәүрә башҡарыуында.

1. Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!

Донья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Беҙҙең көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!

8) 6 - 7 класс ҡыҙҙары башҡарыуында « Әсәкәйем күҙ нурым» йыры

2. - Доньяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паклығын аңларға өйрәтеүсе, үҙ йәне аша уҙҙырып, күкрәк һөтө менән Иман иңдереүсе әсәй. Беҙ сырхаулап ятҡанда, күкрәгенә ҡыҫып ,....йән емешем, балам, тип, ысын күңелдән борсолоусы әсәйебеҙ.Әсәй булмаһа, беҙ ояһыҙ ҡош, моңһоҙ йыр, йырһыҙ һандуғас кеуек йәшәр инек, тормошобоҙҙоң йәме лә, тәме лә булмаҫ ине.

Ғүмерем буйына

Бурыслы мин уға

Көслө һин, изге һин

Бөйөк һин, әй - әсә!

9) Халикова Әлиә һәм Ханафина Айгизә бөгөн тик һеҙҙең өсөн генә бейейҙәр, ҡәҙерле әсәйҙәр!

10) 2. Мостай Кәримдең тыуыуына 90 йыл уңайы менән район буйынса шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте. Ошо бәйгелә 3 урын яулаусы Уразбаева Шәүрәне тағы бер тапҡыр ҡотлайбыҙ. Рәхим ит, Шәүрә!

1. Әсәй һүҙе - йырлы үҙе

Йәшәү шикелле серле.

Әсәй һүҙе өлгө миңә

Әсәй һүҙе тәьҫирле

11 ) 4 класс ҡыҙҙары « бәхет өсөн» йыры

2.Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә

Уларғалыр бөтөн ауырлыҡ

Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан

Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ

Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ

Урын алһын йөрәк түрендә

Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр

Юлдаш булһын һеҙгә ғумергә.

12) Ҡаршы алығыҙ һеҙҙең алдығыҙҙа « Теҙелешеп беҙ киләбеҙ» йыры менән 5 һәм 6 класс егеттәре

1. Был бейеүҙә барҙыр бөтәһе лә:

Күпме хис-наҙ, күпме зарурлыҡ!

Һын - моңонда, әсәм

Мәшһүрлеге,

Бейеүҙәре?

Тарих тоторлоҡ.

13) « Сынаяҡ» бейеүе. Алҡыштар менән ҡаршы алығыҙ.

2. Әсә!

Йөрәгемдең иң ҡәҙерле хисе,

Күңелемдең ул иң түрендә;

Ул-һалкында йылытыусың һинең,

Йыуанысың ауыр көнөңдә.

Һоҡланып ҡарап торорлоҡ-

Күҙҙе ала алмайбыҙ.

Әсәйләрҙең бөйөклөгөн

Йәшәй-йәшәй аңлайбыҙ

Айҙан,ҡояштан ҡәҙерле

Һин ул әсәйем!

Иң яғымлы,иң һөйкөмлө

Һин ул әсәйем!

14) 5,7 класс егеттәре « Миңә рәхмәттәр яуа» йыра менән. Рәхим итегеҙ!

1. Әсәй!Әсә ерҙә иң кәрәкле кеше.

Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен

Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул

Ҡызғанмайса бөтөн ғүмерен

Уның кәңәштәре көс-дәрт өҫтәй

Илһам бирә миңә йәшәргә

Бәхет-шатлыҡ менән һәр саҡ язһын

"Әсәй"тиеп уға әйтергә.

15) 4 класс ҡыҙҙары башҡарыуында « Әсәй - әсәй ҡәҙерлем» йыры.

2. Рәйес Түләковтың шиғырҙарын һөйләү бәйгеһендә район буйынса Хәмитова Нәфисә (16) 2 урынға лайыҡ булды.

1. Уҡыусылар, әсәйҙәрегеҙҙең ҡулына күҙ һалҡанығыҙ бармы һеҙҙең? Йыйырсыҡланып, ауыр эштән сөйәлләнеп, китап битенә төшкән яҙыу юлдары кеуек һызғысланып бөткән улар. Ә шулай ҙа, һине иркәләгәндә, башыңды һыйпағанда, ул ҡулдарҙан да йомшағырағ ,йылыраҡ, шифалыраҡ ҡулдар юҡтыр дөньяла!Әсәйҙәребеҙ ҡулдарынан уҙған эштәрҙе тау итеп өйһәң,юл итеп һузһаң,уны уҙырға бер ғумер кәрәк булыр ине.Ул ғумер-ысын хеҙмәт юлы.

17) 4 класс кыҙҙары « Аҡ яулыҡлы әбейем» йырын башҡара.

2. ҡәҙерле әсәйҙәр!

Байрамығыҙ ҡотло булһын

Ғумерегез шаулы булһын

Йөҙҙәрегеҙ нурға тулһын

Ҡояштай балҡып торһон

Тағы гүзәлерәк таңдар

Уянһын тыуған ерҙә

Әсәйҙәр! ҡояш ғүмере теләбеҙ бөгөн һеҙгә.

18) 5,6 класс уҡыусылары башҡарыуында «Милые взрослые» йыры.

1. Әсә һәм бала!Улар бер бөтөн,айырылғыһыҙ.

Ҡәҙерле әсәләр!Был бер бөтөнлөк,бергәлек балағыҙ үҫкән һайын тағын да нығыһын,бер-берегеҙҙе бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхеттә йәшәргә яҙһын.

Байрамыбыҙҙа ҡатнашыуығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт.Һеҙҙе тағын бер ҡат байрам менән ҡотлайбыҙ! Әсәләр көнөнә арналған концертыбыҙ аҙағына ла етте.Хөрмәт итеп килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә киләсәктә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ.

Һау булығыҙ!!!


© 2010-2022