Мостай Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырын өйрәнеү

Маҡсат: 1.М.Кәрим тормошо һәм ижады менән танышыу, шиғырҙы өйрәнеү, әҫәрҙең идея- тематик йөкмәткеһен асыҡлау. 2.Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын, фекерләү ҡеүәһен, телмәрен; ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, сәм тойғоларын үҫтереү. 3. Бөйөк шағирҙың тормошо һәм ижадына ҡыҙыҡһыныу һәм ғорурланыу тойғоһо; Тыуған илгә, ергә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Дәрестә бөйөк шағир М.Кәримдең тормош юлы, ижады менән танышыу,китаптары, уның “Ҡайын япрағы тураһында" шиғыры менән танышыу, анализлау, әҫәр буйынса уҡыусылар прое...
Раздел Изобразительное искусство и Мировая художественная культура (ИЗО и МХК)
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: Мостай Кәримдең "Ҡайын япрағы тураһында" шиғырын өйрәнеү

Төҙөнө: Өфө ҡалаһы 83-сө лицейҙың башҡорт теле уҡытыусыһы Нәҙербаева Лена Сәғәҙей ҡыҙы

(11 класс, Усманова М.Ғ, Ғәбитова З.М. Башҡорт теле.Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 10-11 синыфтары өсөн дәреслек)

Маҡсат:

1.М.Кәрим тормошо һәм ижады менән танышыу, шиғырҙы өйрәнеү, әҫәрҙең идея- тематик йөкмәткеһен асыҡлау.

2.Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын, фекерләү ҡеүәһен, телмәрен; ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, сәм тойғоларын үҫтереү.

3. Бөйөк шағирҙың тормошо һәм ижадына ҡыҙыҡһыныу һәм ғорурланыу тойғоһо; Тыуған илгә, ергә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: М.Кәримдең портреты, китаптары, Башҡортостан картаһы, мультимедиа, ватман, фломастер, русса - башҡортса һәм аңлатмалы һүҙлектәр.

Дәрес барышы:

Ойоштороу мәле.

Төп өлөш.

  1. М.Кәримдең ҡыҫҡаса биографияһы менән танышыу.(Интерактив таҡтала әҙиптең портреты)

  • Уҡыусылар, һеҙ М.Кәрим тураһында нимәләр беләһегеҙ, кем ул, ниндәй әҫәрҙәре бар? (уҡыусыларҙың яуаптары)

  • Дөрөҫ, беҙ уҡыған әҫәрҙәрҙең барыһын да М.Кәрим яҙған. Бына бер нисә йыл инде ул беҙҙең арала юҡ. Ошо көндәрҙә уға 95 йәш тулған булыр ине.

Мостай Кәрим (Мостафа Сафа улы Кәримов) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. (картанан күрһәтеү). Үҙенең ауылында мәктәптә уҡый, һуңынан Башҡорт дәүләт педагогия институтын (хәҙерге БДУ) тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағынаса ҡатнаша. Ҡаты яралана, орден һәм миҙаладр менән бүләкләнә.(интерактив таҡтала фото,һүрәттәр) Һуғыштан һуң төрлө вазифалы, яуаплы эштәрҙә эшләй. М.Кәрим - күп яҡлы талант эйәһе. Уның шиғырҙары ла, поэмалары ла, повестары ла, драмалары ла бар.(Таҡтала әҫәрҙәре исемлеге,кеитаптары күрһәтелә, ошо урында шиғыр, повесть, поэма, драма тураһында аңлатма ҡабатланып кителә.) Әҫәрҙәре рус, украин, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, таджик, грузин, латыш теленә тәржемә ителгән. (Әҙипкә төрлө илдәрҙән тапшырылған "Маҡтау ҡағыҙҙары" күрһәтелә.)

М.Кәрим - беҙҙең замандың иң популяр, иң күренекле әҙиптәребеҙҙең береһе булды. Уның хеҙмәттәрен юғары баһаланылар. Ул - С.Юлаев премияһы, СССР Дәүләт премияһы, Социалистик хеҙмәт геройы, 1963 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән исем бирелде. Белеүегеҙсә, был исем тик лайыҡлыларға ғына бирелә.

М.Кәрим - Өфө ҡалаһының почетлы гражданины.Был исемде барыһына ла бирмәйҙәр. Исемен мәңгеләштереү буйынса уның исемендәге Милли йәштәр театры, урамы, мәктәп,музейҙар бар.

Дәфтәрҙәргә число, дәрес темаһын яҙыу. Әҙип тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт яҙып алыу.

2. "Ҡайын япрағы тураһында" шиғыры буйынса эш.

1) Уҡытыусы уҡый.

2) Уҡыусылар үҙаллы уҡый. Шиғырҙың рус теленә тәржемәһен уҡыу,

һүҙлек эше, таныш булмаған һүҙҙәрҙең мәғәнәһен асыҡлау.

3) Шиғырҙың идея- тематик йөкмәткеһен асыҡлау.

- Әҫәр нимә тураһында?

- Ул ни өсөн шулай атала?

- Уҡыу барышында ниндәй һорауҙар тыуҙы?

4) Әҫәрҙең композицияһы.

- Шиғырҙы нисә өлөшкә бүлергә мөмкин, ни өсөн?

- Һәр бүлектә нимә һүрәтләнә?

- Бүлектәргә ниндәй исемдәр бирер инегеҙ?

5) Шиғырҙың идеяһы.

- Әҫәрҙең төп фекере ниндәй?

- Автор шиғыр аша беҙгә нимә әйтергә теләгән?

(Әҫәрҙә автор Башҡортостанды ҡайын япрағы менән сағыштыра һәм уның яҙмышы хаҡында уйланыуҙар аша тарихҡа мөрәжәғәт итә, үткән юлын барлай, бөгөнгөһө менән шатлана. Ысынлап та, бейек ҡайындың бер япрағы- ул Башҡортостан. Данлы, яулы юлдар үткән ғорур илем.Ошо япраҡҡа уның үткәне, бөгөнгөһө, яҡты киләсәге салыш таба.Ә уның киләсәге беҙҙең, һеҙҙең ҡулда.

Шиғырҙың йөкмәткеһен өс өлөшкә бүлеп ҡарарға мөмкин. Тәүге бүлектә шағир Башҡортостанды ҡайындың бер япрағы менән сағыштыра. Ә ҡайынды - Рәсәй менән тиңләй. Уның бөйөкләгән, юғарылығын билдәләй.

Икенсе өлөшөндә илебеҙҙең быуаттар буйына үҙенең телен, ерен, илен һаҡлап алып ҡалыуы, "ҡорт"тарға бирешмәүе тураһында бәйән итә.

Шиғырҙың өсөнсө өлөшөндә автор ирек яулаған илебеҙгә ҡарап һоҡланауы, хазина, байлыҡтары менән ғорурланауы, ошо илдә бәхет таңы атыуына сикһеҙ шат булыуын яҙа. Әҫәрҙең төп фекере бына шул.)

6) Дәфтәрҙәрҙә эш.

А) Әҫәрҙә Башҡортостандың үткәне нисек һүрәтләнә?(автор ниндәй һүҙҙәр менән биргән?)

Б ) Шиғырҙа Башҡортостандың бөгөнгөһө нисек, ниндәй һүҙҙәр менән бирелгән? Ошо хаҡта дәфтәрҙәргә яҙып алырға.

7 ) - Ә хәҙер ошо әҫәр буйынса проекттар төҙөйәсәкбеҙ.Төркөмдәр менән эшләү. (класс ике төркөмгә бүленә).

Проекттар төҙөү.

Проект төҙөүҙең девизы:

Бәхәсләшегеҙ,

Фекер алашығыҙ,

Фекерҙәрегеҙ уртаҡ булһын!

(төркөмләп эшләгәндә уҡыусылар бер-береһенең фекерҙәрен тыңларға, бәхәсләшергә, фекерҙе тулыландырып, проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләп, уртаҡ фекергә килергә тейештәр.)

  1. се төркөм. "Тыуған ил" төшөнсәһе әҫәр буйынса, автор күҙлегенән сығып төҙөлә.

  2. се төркөм. "Тыуған ил" , уҡыусыларҙың үҙҙәренең уйлауҙары буйынса.

Проекттарҙы яҡлау.

Йомғаҡлау. Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау.

  • Шулай итеп, М.Кәрим үҙенең етмеш йылға яҡын ижад ғүмерендә Башҡортостанды ҙурланы, уны фронтта һаҡланы, уның өсөн янды, көйҙө, әҫәрҙәр ижад итте. Уның йөрәге һәр ваҡыт Башҡортостан менән бергә типте. Беҙ М.Кәрим менән ғорурланабыҙ, һоҡланабыҙ, уның ижады алдында башыбыҙҙы эйәбеҙ. Беҙ, һеҙ, киләсәк быуынға уның ижад емештәрен, уның уй-фекерҙәрен еткереп йәшәргә тейешбеҙ. Шул саҡта ғына беҙ илебеҙҙең тәбиғәтен, тарихын, телен, ғөрөф-ғәҙәт, йолаларын,ерен һаҡлап алып ҡала алабыҙ, сөнки киләсәк беҙҙең ҡулда!

Өйгә эш. Шиғырҙы ятларға.











Дәрестә уҡыусылар төҙөгән проект өлгөләре

  1. се төркөм (әҫәр буйынса)

  1. Тыуған ил -ул ер шары.

  2. Тыуған ил - ул ҡайын, ул бер япраҡ.

  3. Тыуған ил - ул әсә.

  4. Тыуған ил - ул бәхетле халыҡ.

  5. Ауырлыҡтарға бирешмәй, яҡшы киләсәккә ынтылыусы, үҙ илен һөйгән халыҡ



  1. се төркөм (үҙ фекерҙәре буйынса)

  1. Тыуған ил - беҙҙең тыуған йорт, ата- әсә, ғаилә, беҙҙе уратып алған тормош.

  2. Тыуған ил - беҙҙең республика, Рәсәй.

  3. Тыуған ил - беҙҙең бәхетле бала саҡ, өмөтлө киләсәк.

  4. Тыуған ил - ата-бабаларыбыҙҙан килеп еткән телебеҙҙе, еребеҙҙе, тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау һәм киләһе быуындарға еткереү.

  5. Тыуған ил -үҙ илеңә тоғро булып ҡалыу, халҡыңдың тарихын, батырҙары, таланттары менән ғорурлана белеү.

  6. Тыуған ил - ул рухлы Мин.











© 2010-2022