• Преподавателю
  • История
  • Участие башкирского народа в Отечественной войне 1812 года. История и культура Башкортостана

Участие башкирского народа в Отечественной войне 1812 года. История и культура Башкортостана

Раздел История
Класс 8 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: «1812 йылғы Ватан һуғышына башҡорттарҙың биләгән урыны һәм еңеү михрабына индергән өлөшө»

Маҡсаттары:

- уҡыусыларҙы 1812 йылғы һуғышта һәм 1813-1814 йылдарҙағы сит илдәрҙәге яуҙарында ҡатнашҡан башҡорт батырҙары, ошо тарихи ваҡиға ға ҡағылышлы йырҙар, риүәйәттәр менән таныштырырға.

- уҡыусыларҙа тыуған ил, башҡорт батырҙары менән ғорурланыу, Башкортостан тарихына ҡыҙыҡһыныу һәм тыуған ергә ҡарата һөйөү тойғоларын тәрбиәләүҙә булышлылыҡ итеү.

- уҡыусыларҙы артабанда өҫтәлмә сығанаҡтар менән эш итергә һәм уларҙы анализларға, һорауҙарға теүәл, дөрөҫ, аныҡ, тулы яуап бирергә, һығымта яһарға өйрәтеүҙе дауам итеү.

Йыһазландырыу. Кроссворд төҙөлгән, риүәйәттәр, йырҙар, тарихи сығанаҡтар яҙылған карточкалар, мультимедиа проекторы, видеотаҫма, ноутбук.

8-9 синыфтар өсөн тәғәйенләнгән ярыш.

Сараның барышы


Һаумыһығыҙ хөрмәтле уҡыусылар һәм дә саҡырылған ҡунаҡтар.

Ойоштороу моменты

Азат Айытҡоловтың курайҙа «Ҡаһым түрә» көйө башкарыуындағы ауди яҙма оҙатыуында

Алып барыусы:

1812 йылғы Ватан һуғышы башҡорт халҡының хәтер һандығында бөгөнгә ҡәҙәр һаҡланып ҡала килә. Улар был һуғышта ҡатнашыуы менән һәр саҡ ғорурланғандар… һәм быны түбәндәге, киң билдәле «Ҡолой кантон» йырының юлдары ла дәлилләй:

Был империяны самаланым -

Башҡортомдан батыр юҡ икән, - тип хаҡлы әйтелгән.

Уйындың шарттары:

Һәр бер синыфтан 10 уҡыусынан торған команда төҙөлә. Һәр бер команда ике төркөмгә бүленә берәүҙәре телдән яуап бирә торғандары менән эш итһә, ә икенсе төркөм яҙма рәүештә яуап бирә.


Викторина

Беренсе эш.

Ҡаһым түрәнең тарихи портреты булдырырға (ҡайҙа һәм ҡасан донъяға килгән, уны портретын эшләү, уның тормош һәм яу юлын өйрәнеүсе ғалимдарҙы бидәләргә һ.б.) 30 мәрәйгә тиклем. (Икенсе төркөм өсөн).

Икенсе эш.

1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм киң бидәлелек яулаған башҡорт батырҙарын һанап бирергә. Ауылыңдан был һуғышта ҡатнашҡан шәхестәрҙе беләһегеҙ ме ?(булған осраҡта). Берәр мәрәй һәр бер дөрөҫ яуапҡа.(Беренсе төркөм өсөн)

Өсөнсө эш.

1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттарҙың ҡатнашыуын өйрәнгән ғалимдарҙы һанап бирегеҙ. (Икенсе төркөм өсөн).

Дүртенсе эш.

1812 йылғы Ватан һуғышына ҡағылышлы йырҙарҙы һанап бирегеҙ.(Эскадрон, Француз көйө, Байыҡ, Любизар) һәм ошо тарихи йырҙарҙың береһенең килеп сығыуының тарихын бәйән итергә. (Беренсе төркөм өсөн).

Бишенсе эш. Ни өсөн башҡорттар «Төньяҡ амурҙары» тигән ҡушамат алалар? (Беренсе төркөм өсөн)

1.Кем был түбәндәге һөйләмдең авторы?

«Улар беҙҙең ғәскәрҙе һәр саҡ һағалап торалар. Саҡ ҡына уңайы сығыу менән, һағыҙаҡ күсе кеүек ябырылалар. Ә уларҙы ҡыуып етеүе бик ҡыйын». (Наполеон генералы Марбо)

2. Түбәндәге тарихи сығанаҡта ҡайһы легенданан өҙөк килтерелгән?

"Урыҫ еренә сит дошман килгәнлеген ишетеү менән, бөтә Урал халҡы йәшен һуҡҡандай һиҫкәнеп киткән, бөтәһе лә аяҡ өҫтө баҫҡан, ти. Урманда уҡ юнып, аласыҡта һаҙаҡ эшләп, тана-торпо, тәкә һуйып, ит ҡаҡлап, эркет ҡайнатып, ҡорот йәйеп, тире ыҫлап, турһыҡ, һаба, мәс тегеп, ҡаймаҡ яҙып, май тасҡып, төн-көн ағытмай бейә һауып, турһыҡ, һаба тултырып ҡымыҙ йыйып, аҙыҡ-түлек, ат-тун, кейем-һалым таярлап, халыҡ яуға әҙерләгән, ти…» ("Икенсе әрме" риүәйәте)

Кроссворд








2


1



1









2









3




3









4









4








5




5













Горизонталь буйынса: 1) Малоярославец районында батырлыҡ күрһәткән 1-се типтәр полкының 4-се дәрәжә Изге Владимир ордены бүләкләегән майорының фамилияһы. 2) «Төньяҡ амурҙары" әҫәренең авторы кем? 3) "Любизар" йырының "Любезники, любизар…" ҡушымтаһын дауам итегеҙ. 4) 1847 йылда Василий Зефиров тарафынан яҙып алған ниндәй хикәйәттә үҙенең ҡатыны менән һуғышҡа барған башҡорт образы һүрәтләнә. 5) 1 -се, 4 -се, 5-се, 9-сы һәм 14-се башҡорт полктары ниндәй ҡала янында «халыҡтар алышында» ҡатнаша.

Вертикаль буйынса: 1) Ырымбур губернияһы менән 1812 йылғы Ватан һуғышы башланған осор ҙа кем идара иткән. 2) Башҡорттоң тоғро яу юлдашы. 3) Ҡыйыулығы өсөн рус ғәскәре командованиеһы тарафынан хәрби миҙалға лайыҡ булған берҙән-бер башҡорт ҡатын-ҡыҙы. 4) Көньбайыш Европа илдәренең ҡайһы ҡалаһында башҡорттарға арнап һәйкәл ҡуйылған? 5)1814 йылда Германияла башҡорт отряды был киң билдәле яҙыусы-ғалим менән осраша һәм уныға ян менән уҡ бүләк итәләр.

(Яуаптары: горизонталь буйынса: 1) Тимеров 2) Аҫылбикә 3) Маладис 4) Йәнтүрә 5)Лейпциг; вертикаль буйынса: 1)Волконский, 2) Ат 3) Хамматов 4) Лейпциг 5) Гете. Патриот - тигән һүҙ килеп сығырға тейеш.)

Шулай итеп, хөрмәтле уҡыусылар беҙҙең башҡорт халҡы XVII-XVIII быуаттарҙа батша хөкүмәте тарафынан төрлө йәберләүҙәргә, эҙәрлекләүҙәргә дусар булһала, Ватаны ҡурҡыныс аҫтыда буллғас үҙ теләге уныға ярҙамға ашыҡҡан. Шуның өсөндә беҙ һеҙҙең менән Ватаныбыҙҙы яратырға, уны ҡурсаларға һәм дә киләсәк быуынға тапшырырға бурыслыбыҙ. Сөнки беҙ һеҙҙең менән тыныслыҡта, иректә йәшәһен өсөн, күпме кеше үҙенең ғүмерен ҡыйған.

Ярышыбыҙ тамам. Баһалама комиссияһы ағзалары мәрәйҙәрҙе иҫәпләп, урындарҙы билдәләп сыҡҡансы "Ҡаһым түрә» фильмынан өҙөк ҡарайыҡ.

Урындарҙы билдәләү. Бүләкләү.

Һаубулығыҙ, иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.

Ҡулланылған әҙәбиәт:


  1. Әсфәндиәров Ә.З. Олатайҙарҙың бар тарихы… - Өфө, 2005.

  2. Асфандияров А.З. Башкирия после вхождения в состав России (вторая половина XVI - первая половина XIX в.). - Уфа, 2006.

  3. Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре / Автор-төҙөүсе Ф.А. Нәҙершина. - Өфө, 1997.

  4. История Башкортостана с древнейших времен до наших дней. В 2-х т. Т. 1. / Под ред. И.Г. Акманова. - Уфа, 2007.

  5. Материалы по истории башкирского народа (1800-1903 гг.). Т. 4. / Сост. А.З. Асфандияров, Ю.М. Абсалямов, Р.М. Булгаков, Р.Н. Рахимов. - Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН, 2009.

© 2010-2022