Разработка урока для 5 класса по башкирскому языку и литературе

Раздел Иностранные языки
Класс 5 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема:Ф.Туғыҙбаева Яңы күлдәк. Ялғауҙарҙың төрҙәре.

Маҡсат: -уҡысыларҙың логик фекерләү ҡеүәһен, һөйләү телмәрен үҫтереү

  • Ф.Туғыҙбаеваның "Яңы күлдәк" хикәйәһе менән танышыу.

  • Төрлө һөнәр эйәләренә хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү

Йыһазландырыу: дәреслек, мультипроектор, шағирәнең портреты, Аҡбуҙат журналы.

Дәрес барышы:

1. Ойоштороу мәле. Психологик инеш.

  • Хәйерле иртә, һаумыһығыҙ,балалар. Тағы ла бер иҫ киткес яңы матур көн тыуҙы. Ошо матурлыҡҡа йәм өҫтәп, мин һеҙҙең менән осрашыуға килдем. Әйҙәгеҙ дәресебеҙҙе башлап ебәрәйек.

Бөгөн беҙҙә туған тел,

Яратам һине, телем,

Рәхмәт һиңә, һинең аша

Алам мин яҡшы белем.

-Балалар, дәрестә үҙ-үҙегеҙҙе баһалар өсөн мин һеҙгә тәңкәләр алып килдем.Һәр дөрөҫ яуабығыҙ өсөн тәңкәләр алып барырһығыҙ.

II.Мотивация тыуҙырыу. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

  • Уҡыусылар, һеҙ киләсәктә бик тырышып уҡып, мәктәпте тамамларһығыҙ һәм һеҙҙең алдығыҙҙа "Кем булырға"? тигән һорау килеп баҫыр. Ә һеҙ бөтә һөнәрҙәрҙе лә беләһегеҙме? Кем булырға хыялланаһығыҙ?

  • Ә хәҙер экрандағы шиғыр юлдарына иғтибар итегеҙ.

(Уҡытыусы уҡый.)

Бәләкәстән кәрәк һөнәр

Күңелеңә ятырҙай.

Һөнәрлеләр тормошто ла

Һәм үҙен дә матурлай.

(Бер бала уҡый)



  • Әйҙә һин уҡып сыҡ әле.

(Хор менән уҡыу)

-Әйҙәгеҙ әле бергәләп уҡыйыҡ.

Балалар ,Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, беҙ бөгөн һөйләшеүҙе нимә тураһында алып барасаҡбыҙ.? (һөнәрҙәр)

  • Кеше һөнәрҙе нисек һайлай? Ул һөнәр ниндәй булырға тейеш? (Кеше яратҡан эшен эшләй)

  • Беҙ бөгөн ниндәй проблема өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ?

Дәрестең проблемаһы: Кем һөнәрҙе матурлай?

Был проблемаға яуапты беҙ Ф.Туғыҙбаеваның "Яңы күлдәк" әҫәрендә эҙләрбеҙ.

  • Ә хәҙер, дәфтәрегеҙҙе асығыҙ, бөгөнгө числоны һәм дәрестең темаһын яҙып ҡуйығыҙ.

Бишенсе февраль.

Класс эше.

Ф.Туғыҙбаева "Яңы күлдәк".

- Шиғырҙағы ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ.

-Ниндәй оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын күрәһегеҙ?

(Һүҙҙәр оҡшаған, ялғауы бар,юҡ)

  • Эйе, дөрөҫ,уҡыусылар, дәресебеҙҙең грамматик темаһы- Ялғау төрҙәре.

  • 1. Ф.Туғыҙбаева тураһында мәғлүмәт.

  • - Был журнал һеҙгә танышмы? Ф.Туғыҙбаева ошо журналдың баш мөхәррире булып оҙаҡ йылдар эшләне. Ғинуар айында ул үҙенең 65 йәшлек юбилейын билдәләне һәм 2014 йылда иң ҙур исемгә лайыҡ булды. Ф.Туғыҙбаева- Башҡортостандың халыҡ шағирәһе.Ул балалар өсөн бик күп шиғырҙар, хикәйәләр ижад итә . Алда һеҙ улар менән танышасаҡһығыҙ әле.

2. Тексты уҡытыусы уҡый.

-Балалар, иғтибар менән тыңлап ултырығыҙ, мин тексты уҡып сығам.

-Әйҙәгеҙ әле текстағы аңлашылмаған һүҙҙәр менән танышып үтәйек.

Проекторҙа.

Яғымлы- добрая

Әхирәт- подруга

Һоҡланыу-восхищаться

Һыҙлау- болеть

Аптырау- растеряться

Ҡалпаҡ- головной убор

Һүҙлек һүҙҙәре менән һөйләмдәр төҙөтөү.

-Йә, кем ошо һүҙҙәр менән һөйләм төҙөр.

  • Минең әсәйем яғымлы.

  • Мин әхирәтемә ҡунаҡҡа барам.

  • Мин апайым менән һоҡланам.

  • Теш һыҙлай.

  • Мин аптырап ҡалдым.

  • Мин магазиндан яңы ҡалпаҡ алдым.

1. Тексты сылбырлап уҡыу.

2. Парҙарҙа эш.

- Әйҙәгеҙ әле парҙарҙа эшләп алайыҡ. Һатыусы менән Гөлнисаның һөйләшеүен ролдәргә бүлеп уҡып алайыҡ.

-Врач менән Гөлнисаныҡын дә уҡып ишеттерегеҙ.

-Әхирәттәре менән һөйләшеүҙе кем уҡыр?

3. Текст өҫтөндә эш.

-Йә, - Гөлниса кем булырға хыяллана?

-Ни өсөн һатыусы һөнәре оҡшай?

-Ни өсөн теш врачы булырға хыяллана?

-Һөнәрҙе алыштырып буламы?

-Гөлниса үҫкәс кем булаһын беләме?

Әйҙәгеҙ , йә булмаһа,беҙ Гөлнисаға ярҙам итеп төркөмдәрҙә эшләп алайыҡ..

Төркөмдәрҙә эш:

  • Һеҙҙең алдығыҙҙа һүҙҙәр. Һеҙ шул һүҙҙәрҙе һөнәрҙәр килеп сығырлыҡ итеп үҙгәртегеҙ.

Нимә ? Кем?

Таш-

Йыр-

Бейеү-

Осоу-

Буяу-

Уҡытыу-

Яҙыу-

Тәрбиә-

Төҙөүсе

  • Балалар, яңы һүҙҙәр барлыҡҡа килдеме. Был ялғауҙарҙың бер төрө- яһаусы ялғауҙар була. (Слайд)

Индивидуаль эш.

  • Һеҙҙең алдығыҙҙа карточкалар ята. Ундағы күп нөктәләр урынына ялғауҙарҙы дөрөҫ ҡуйып, һөйләмдәрҙе яҙырға кәрәк.

1.Үҫкәс мин күлдәк....... -тар,-тәр

Яулыҡтар,түфлиҙәр, кәнфиттәр һатам.

2. Кисә Гөлниса...... теше һыҙлап китте.

3.Иртән уны әсәһе поликлиника.... алып барҙы.

- Ә был ялғауҙар үҙгәртесе ялғауҙар була.

(слайд)

.Физминутка.

-Ә хәҙер уйнап алайыҡ.

-Балалар, һеҙ бик күп һөнәрҙәр әйттегеҙ, ә уларҙың ниндәй эштәр башҡарғанын беләһегеҙме икән. Таҡтала һөнәр исемдәре яҙылған карточкалар ҡуйылған, икенсе бағанала улар башҡарған эштәр бирелгән. Һөнәрҙәрҙе башҡарылған эштәре менән дөрөҫ тоташтырығыҙ.

Врач - кешеләрҙе дауалай

Һатыусы- тауарҙар һата

Уҡытыусы- балалар уҡыта

Яҙыусы-әҫәрҙәр яҙа

Шофер- машина йөрөтә

Осоусы-самолет йөрөтә

Игенсе -иген үҫтерә

Проблемалы һорау табыу:

- Уҡыусылар, беҙ бөгөн проблемалы һорауға яуапты таптыҡмы? Кем һөнәрҙе матурлай?

- Афарин, балалар, киләсәктә һеҙ ниндәй һөнәр һайлаһағыҙ ҙа ул һөнәрҙең кешеләргә һәм илебеҙҙе алға ебәреүҙә файҙалы эш икәнен белерһегеҙ, тип ышанып ҡалам. Ниндәй генә һөнәр һайлаһағыҙ ҙа яҡшы кеше булып ҡалығыҙ.

Һөнәр һайлау -үҙеңә бер хыял йөрөтөү бит ул ,балалар.Беҙ кескәй саҡта хыялдарҙы дәфтәргә яҙа инек. Мин дә һеҙгә бүләк итеп шундай китапсыҡ әҙерләнем.Үҙегеҙҙең уй-хыялдарығыҙҙы ошо дәфтәргә яҙып ҡалдырырһығыҙ. Хөкүмәтебеҙ 2015 йылды әҙәбиәт йылы тип иғлан итте. Бәлки,һеҙҙең күңел фекерегеҙ ижад емештәренә әйләнер. Һәм һеҙ киләсәктә шағир йә яҙыусы һөнәрен һайларһығыҙ..Һеҙгә уңыштар теләйем.

Өй эше. 1.Тексты матур итеп уҡып килергә.

2."Мин кем булырға теләйем" тигән темаға кескәй генә хикәйә төҙөү.

3.Ф.Туғыҙбаева тураһында мәғлүмәт тупларға. Ә хәҙер балалар тәңкәләрегеҙҙе һанап сығығыҙ. Кем күпме йыған?





© 2010-2022