Зайнаб Биишева Ихтыяр көсө - бәхет нигеҙе

Раздел Иностранные языки
Класс 4 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: Ихтыяр көсө - бәхет нигеҙе.

Дәрес материалы: 3. Биишева. «Ҡояш нимә тине?»

Маҡсат: 3. Биишеваның ижады менән танышыу;

һүҙ байлыҡтарын арттырыу, аңлы, йүгерек, тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;

үҙеңә йөкмәтелгән эште башҡарыу, яҡындарыңдың ышанысын аҡлау өсөн үҙеңдә ихтыяр көсөн бәләкәйҙән үк тәрбиәләү мотлаҡ икәнен аңлатыу.

Йыһазландырыу: 3. Биишеваның портреты, китаптары , П. Чайковский " Йыл миҙгелдәре "нән " Ҡыш " көйө , интерактив таҡта, компьтер,проектор, презентация

Дәрес барышы.

I. Психологик инеш. П. Чайковскийҙың «Йыл миҙгелдәре» көйө яңғырай.

- Балалар, күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ. Беҙ һеҙҙең менән осоусы балаҫка ултырып, төнгө күккә сәйәхәткә сығабыҙ. Ниндәй матур төнгө күк йөҙө! Унда алтын табактай тулған ай йөҙә. Күк йөҙө шул тиклем якты, хатта ундағы Зөһрә кыҙ ҙа бик асык күренә. Ай тирәләй көмөш тәңкә кеүек мең төрлә сихри йондоҙҙар емелдәй. Улар береһенән-береһе яктырак, береһенән-береһе сағыуырак, тылсымлырак... Ниндәй серле йондоҙҙар!.. Беҙ шул илаһи матурлыкта йөҙәбеҙ: берсә күтәреләбеҙ, берсә түбәнгә төшәбеҙ йә йондоҙҙар араһына инеп юғалабыҙ... Күңелдәребеҙгә дәрт, көс өҫтәп, кире әйләнеп ҡайтабыҙ. (Көй туҡтай.)

- Күҙҙәрҙе асабыҙ, дәрес дауам итә.

II . «Уңыш» ситуацияһын тыуҙырыу. I слайд

1.Уҡыу күнекмәләрен нығытыу (тиҙәйткес темпында):

Алма беште алланып,

Ашай Морат шатланып.

Урал тауҙа кейек туҡ.

Урман бөтһә, кейек юҡ.

2. -Шиғырҙы батшалар кәйефенә тап килтереп уҡыу : I рәт , II рәт , III рәт II слайд

Йәшәү бәхете.

Йәшәү бәхете - өмөт , хеҙмәттә.

Йәшәү бәхете - дуҫлыҡ ,хаҡлыҡта.

Йәшәү бәхете - илең, халҡың өсөн

Көрәш аша тыуған шатлыҡта

(З. Биишева)

- Ҡайһы рәттең уҡыуы шиғырҙың мәғәнәһенә тап килә ?

- Был шиғырҙы кем яҙған ?

III . Маҡсатҡа сығыу. III слайд

- Бөгөн беҙ оло әҙип, уның ижады менән танышасаҡбыҙ. (Портретты күрһәтеү )

- Зәйнәб Биишева

IV . Маҡсатты хәл итеү. " Инсерт "

- 3. Биишева тураһында яҙылғанды уҡығыҙ. Уның тураһында ниндәй яңылыҡтар булыр, уларҙы тамғалап барығыҙ ( Таратма материалды үҙ аллы уҡыу)

Кем ул З. Биишева ?

Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында тыуа. Ырымбур башҡорт педагогия техникумында уҡый. Уны тамамлағас, мәктәптә уҡыта. Аҙаҡ ул Өфөлә «Пионер»

(" Аманат ") журналында, төрлө газета редакцияларында эшләй.

1930 йылда «Гөрләүектәр аша» исемле тәүге хикәйәһе, 1942 йылда "Партизан малайы» исемле тәүге китабы донъя күрә. Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты. Ул башҡорт халыҡ яҙыусыһы.

" Минең бала сағым тураһында һорайһығыҙ. Уның хаҡында тотош бер әҫәр яҙып була. «Бала сағым бик ауыр шарттарҙа үтте», тип бер генә һөйләм менән дә сикләнергә мөмкин. Ләкин мин ауырлыҡһыҙ тормошто,иркәләнеп, осоноп йәшәүҙе белмәгәс, асылда сикһеҙ ауыр шарттарҙа үткән бала сағым, ғөмүмән, тормош юлым хаҡында зарланырға яратмайым. Минең өсөн йәшәү - ул эшләү, көс еткеһеҙ ауырлыҡтарҙы йырып сығыу, өҙлөкһөҙ көрәшеү, янып-көйөү, ҡыуаныу, яҡтыға, яҡшыға ынтылыу.Шунан башҡа тормошто мин белмәйем...

Илебеҙ, халҡыбыҙ күргән ауырлыҡтарҙы мин дә күрҙем, мин дә күтә-рештем. Балаларым мин теләгәнсә киң күңелле, һәр кемгә яҡты йөҙлө, ҡунаксыл һәм ихтирамлы булып үҫтеләр." ( Р. Шәкүр)

( Мәҡәләне уҡығандан һуң таҡталағы таблица тултырыла )

V ( Миңә билдәле)

+ ( Яңылыҡ )

Халыҡ яҙыусыһы

" Аманат " журналында эшләй

Бала сағы ауыр була



Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында тыуған

1китабы " Гөрләүектәр аша "

С. Юлаев премияһы лауреаты

Ҡунаҡсыл ,туған йәнле, көслө ихтыярлы


Китаптар күргәҙмәһе тәҡдим ителә :

( " Дуҫ булайыҡ ", " Оло Эйек буйында ", " Кәмһетелгәндәр ", " Емеш " )

V. Кластер төҙөү ( ихтыяр көсө һүҙенә иғтибар иттереү ) VIII слайд

- З. Биишеваның беҙгә ниндәй теләктәре бар ? ( шиғырҙан әйтеү)

- Шиғырҙа тағы бер теләк тураһында һүҙ бар, ләкин ул уны КӨРӘШ һүҙе менән биргән. Ниндәй теләк икән был ?

Тормошта барыһына ла өлгәшеү өсөн кешегә тағы ниндәй сифат кәрәк? ( Ихтыяр көсө)

Һүҙлек эше

- Ә һеҙ ихтыяр көсө һүҙбәйләнешен нисек аңлайһығыҙ? Ул бөтә кешелә лә буламы , әллә уны үҙеңдә булдырырға кәрәкме ?

Зайнаб Биишева Ихтыяр көсө - бәхет нигеҙе

VI. Дәрес темаһын фаразлау. V слайд

- Бөгөн беҙ уның «Ҡояш нимә тине?» исемле хикәйәһе менән та-нышасаҡбыҙ?

- Ҡояш беҙгә нимә тип әйтергә мөмкин? Уйлағыҙ, әңгәмә ҡороғоҙ. (Һорау буйынса әңгәмә ҡороу.)

а) Хикәйәне уҡытыусының уҡыуы.

VII . " Тар һәм киң һорауҙар ".

  • Хикәйә һеҙгә оҡшанымы ? Әҫәрҙең ҡайһы урынын уҡығанда һоҡланыу хистәре тыуҙы? ( 29 бит,6,7-се абзацтарҙы табып уҡыу)

  • Хикәйәне уҡығанда Моратҡа ҡарата ниндәй хистәр кисерҙегеҙ?( йәлләү,ҡыуаныу )

  • Йәлләү тойғоһо уятҡан урынды уҡыу ( 30б. , 4 абзац)

  • Ҡасан Морат өсөн ҡыуандығыҙ? Шул урынды уҡып ишеттерегеҙ?

  • ( 31б., 11абзац)

VIII. Ял минуты.

Донъя буйлап сәйәхәткә сығайыҡ,

Африка тигән ҡитғаға барайыҡ. ( атлау )

Африкала тауҙар бейек ошолай, ( аяҡ остарына баҫып, ҡулдарҙы юғары күтәреү)

Африкала йылғалар киң ошолай. ( ҡулдарҙы киң йәйеү)

Жирафтар оҙон муйынлы ошолай,( ҡулдарҙы тоташтырып юғары күтәреү)

Көңгөрәләр һикереп йөрөй ошолай.( ҡуш аяҡлап , аяҡ осонда һикереү)

Крокодилдар ҙур ауыҙлы ошолай,( ҡулдарҙы диагональ рәүешендә йәйеп ябыу)

Арыҫландар көслө , батыр ошолай.(ҡулдарҙы йәйеп, көстө күрһәтеү )

Төрлө ҡоштар һайрай,оса ошолай.( ҡулдарҙы йәйеп осоу хәрәкәте яһау)

Африканы белдегеҙме ?

Ошолай ( баш бармаҡтарын тырпайтып күрһәтәләр)

IХ. " Асҡыс һүҙ " VI слайд

Хикәйә тәртибе буйынса һүҙбәйләнештәрҙе һайлап алабыҙ. . Артабан улар буйынса хикәйәне һөйләрбеҙ.

Бейеп - бейеп ала , яҙ байрамы, яратам, йәм - йәшел япраҡ, һыҙғырып ебәрҙе, уяна, алтын уҡтар, өлгөрөргә мөмкин, тышта онотола, тәүге тапҡыр, хур булды, шатлығы бөттө,үртәп кенән торор, ҡояш нурҙары, әйтеп бирә алманы, айыра белмәгән малай, уҡ булып ҡаҙалды, ҡояш тура ҡарай,ҡарай алманы.

Х. " Мөйөш алымы "

Ике төркөмгә бүленәбеҙ .

I төркөм Мораттың ыңғай яҡтарын яҙыр .

II төркөм - кире яҡтарын яҙыр

ХI. " Эссе "

Ә хәҙер , балалар, хат яҙабыҙ.

I төркөм : Морат булып хат яҙа.

II төркөм : Моратҡа кәңәш биреп хат яҙа

I төркөмдөң терәк һүҙҙәре : кисерештәр, ғәйебемде таныйым, насар уҡыусы, оятлы булдым, дәрестәр,уҡыу, бәхет , өмөт, ышанысын аҡлармын.

II төркөм терәк һүҙҙәре : яҡшы малай, ғәйебеңде танының, ауыр хеҙмәт, ярҙам итергә булдыҡ, уҡыу, ваҡыт, баһа бир, спорт ,бәхет, өмөт .

Һаумы , Морат !

Һиңә Мостафа мәктәбе 4 класс уҡыусылары хат яҙа. Морат - һин яҡшы малай. Үҙеңдең ғәйебеңде танының.Уҡыу - ул иң ауыр хеҙмәт. Бындай хәлдәр ҡайсағында беҙҙең менән дә була. Ләкин беҙ бер беребеҙгә шунда уҡ ялғышын төҙәтергә булышабыҙ. Шуға беҙ һиңә ярҙам итергә булдыҡ.

- Бар эшеңде лә иң тәүҙә уйла.

- Беҙҙең төп хеҙмәт - уҡыу.

- Ваҡытыңды дөрөҫ бүлергә өйрән

- Һәр кис үҙеңдең эштәреңә баһа бир.

- Спорт менән дуҫлаш

Ышанабыҙ , беҙҙең кәңәштәргә ҡолаҡ һалһаң, атай - әсәйеңдең өмөтөн аҡларһың. Беҙ һиңә бәхет теләйбеҙ.

Сәләм менән Мостафа мәктәбенең 4 класс уҡыусылары.

ХII. Синквейн төҙөү VII слайд

Ихтыяр көсө

Ауыр, еңмеш

Шөғөлләнергә, дуҫлашырға, баһаларға

Яҡындарыңдың ышанысын аҡламаһаң, ҡыйын икән.

Бәхет

ХIII. Рефлексив анализ.

- Бөгөнгө дәрестән үҙең өсөн ниндәй фәһем алдың?

ХIV. Йомғаҡлау. Баһалау.

ХV. Өйгә эш.

- Хикәйәне уҡырға.

- 3. Биишеваның әҫәрҙәрен табып килергә, дәфтәргә теркәргә; (кластан тыш уҡыу дәресенә әҙерләнергә).












































© 2010-2022