Проектная разработка по теме Сравнительный анализ русских и башкирских фразеологизмов

Раздел Иностранные языки
Класс 6 класс
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Башҡорт һәм рус фразеологизмдарына сағыштырма анализ темаһына проект.

Проект эшенең темаһы: "Башҡорт һәм рус фразеологизмдарына сағыштырма анализ."

Уҡыусылар менән тикшереү, сағыштырма анализдар ойошторолдо.

Проект фәнни- тикшеренеү эше булараҡ 6- сы класта "Фразеология" темаһына бәйләнеп эшләнде.

Класс: 6

Проет эшенең маҡсаты: башҡорт һәм рус теленең фразеологик берәмектәрен сағыштырып өйрәнеү, анализлау.

Проект эшенең бурыстары:

  • башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү;

  • башҡорт телендә логик яҡтан дөрөҫ төҙөлгән телмәрҙе һәм фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;

  • башҡорт һәм рус телдәренә ҡарата һөйөү һәм хөрмәт хисе тәрбиәләү.

Үткәреү ваҡыты: сентябрь- апрель (2013-2014 уҡыу йылы)

Проект эшенең етәксеһе: Магинск урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Абдрафиҡова Миләүшә Фәғил ҡыҙы

Проект төркөмөнөң составы: 5 уҡыусы

Проект төрө: эҙләнеү проекты, метапредмет проекты

Проект һорауҙары:

1. Бер генә телдә ҡулланылған фразеологик берәмектәрҙе тикшереү.

2. Башҡорт һәм рус телдәрендә ҡулланылған фразеологик берәмектәрҙе тикшереү.

3. Башҡорт һәм рус телендә тап килгән фразеологик берәмектәрҙе тикшереү.

4. Башҡорт һәм рус телдәрендә лексик яҡтан тулыһынса тап килгән фразеологик берәмектәрҙе тикшереү.

Проект эшенең этаптары:

Этаптар

Эш йөкмәткеһе

Әҙерлек

Проекттың темаһын һәм маҡсаттарын билдәләү

Ижади төркөм булдырыу

Проект эшенә материалдар әҙерләү

Отчет формаһын һайлау, һөҙөмтәне баһалау критерийҙарын билдәләү

Планлаштырыу

Мәғлүмәт йыйыу, анализлау сараларын асыҡлау

Проектты эшләү

Әҙәбиәт менән эшләү, анализ, эҙләнеү эше алып барыу

Һөҙөмтәләрҙе әҙерләү

Һөҙөмтәләрҙе алдан билдәләнгән формаға ярашлы әҙерләү (мәктәп кимәлендә үткәрелгән фәнни- ғәмәли конференцияла ҡатнашып сығыш яһарға әҙерләнеү)

Презентация

Башҡарылған эште тапшырыу

Эште баһалау

Алдан билдәләнгән критерийҙарға ярашлы эште баһалау


Башҡорт һәм рус телдәренең фразеологик берәмектәрендә уртаҡ һәм уртаҡ булмаған моменттар бик күп. Ике телдә лә ҡулланылған фразеологик берәмектәрҙең лексик мәғәнәрен анализлап, уларҙы 4 төркөмгә бүлергә мөмкин.

Беренсе төркөмгә йә башҡорт, йә рус теленә генә хас булған фразеологик берәмектәрҙе индерергә мөмкин. Икенсе телдә был берәмектәрҙе ҡулланмайҙар. Уларҙы тик мәғәнә яғынан ғына ҡарап үтергә була. Мәҫәлән:

Наломать дров - хата ебәреү, яңылышыу; битый час - бик оҙаҡ; казанская сирота - меҫкен булып ҡыланыусы. Ҡырҡ һүҙгә етеү - выпалить сорок слов на одно слово; аяҡ тартмау - нет желания идти куда- либо; кәбән баш - большеголовый.

Икенсе төркөмдө ике телдә лә ҡулланылған, лексик мәғәнәләре яғынан бик яҡын булған фразеологик берәмектәр тәшкил итә. Бесструнная балалайка - ярыҡ барабан; без царя в голове - утыҙ туғыҙлы; водой не разольешь - араларына ҡыл һыймай; мухи не обидит - тырнаҡ менән сиртмәҫ.

Өсөнсө төркөмгә семантик яҡтан ике телдә лә тап килгән, лексик мәғәнәләре яҡын булған фразеологик берәмектәр инә. Выжить из ума - аҡылдан яҙыу; белены объелся - тилебәрән орлоғо ашаған; задирать нос - танау кәтәреү.

Дүртенсе төрөкөм тулыһынса бер- береһенә тап килгән башҡорт һәм рус телендәге фразеологик берәмектәрҙе үҙ эсенә ала. Аҡҡош йыры - лебединая песня; бөтә йөрәктән - от всего сердца; себендән фил яһау - делать из мухи слона.


Проектная разработка по теме Сравнительный анализ русских и башкирских фразеологизмов

"Күҙ йомоу"



Проектная разработка по теме Сравнительный анализ русских и башкирских фразеологизмов

"Таш стена артында һымаҡ"


Проектная разработка по теме Сравнительный анализ русских и башкирских фразеологизмов

"Донъяны ҡара төҫтә күреү"



Проектная разработка по теме Сравнительный анализ русских и башкирских фразеологизмов

"Донъяға ал күҙлек аша ҡарау"

"Тормошҡа бер ҡатлы ҡарау"


Проектная разработка по теме Сравнительный анализ русских и башкирских фразеологизмов

"Диңгеҙ тубыҡтан"



Проектная разработка по теме Сравнительный анализ русских и башкирских фразеологизмов

"Тырнаҡ менән дә сиртмәҫ"


Проектная разработка по теме Сравнительный анализ русских и башкирских фразеологизмов

"Кәкре ҡайынға терәтеү"



Проектная разработка по теме Сравнительный анализ русских и башкирских фразеологизмов

"Ете ҡат ер аҫтында"


Проектная разработка по теме Сравнительный анализ русских и башкирских фразеологизмов

"Елкәгә менеп ултырыу"



Проектная разработка по теме Сравнительный анализ русских и башкирских фразеологизмов

"Кемдең арбаһына ултыраһың, шуның йырын йырлайһың"


Проектная разработка по теме Сравнительный анализ русских и башкирских фразеологизмов

"Күктә осоп йөрөү"

Проектная разработка по теме Сравнительный анализ русских и башкирских фразеологизмов

"Араларына ҡыл һыймай"



Проектная разработка по теме Сравнительный анализ русских и башкирских фразеологизмов

"Ваҡытты һуҙыу"


© 2010-2022