Конспект урока: Уфа-столица Башкортостана. Вопросительное предложение

Раздел Иностранные языки
Класс 5 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы. Һорау һөйләмдәр.

Маҡсат:1.Башҡортостандың баш ҡалаһы тураһында мәғлүмәтте арттырыу;һөйләү телмәрен үҫтереү;

2.Һорау һөйләмдәр;

3.тыуған илебеҙгә,баш ҡалабыҙға һөйөү,хөрмәт тәрбиәләү.

Йыһаҙлау: мультимедиа проекторы, һүрәттәр.

Дәрес барышы.

1.Ойоштороу мәле. Иҫәнләшеү.

2.Артикуляцион күнегеү.Башҡорт телендә дөрөҫ һөйләшер өсөн төлдәрҙе шымартып алайыҡ.

1) Башҡорт телендәге үҙенсәлекле өндәрҙе ҡабатлайбыҙ;

ә,ө,ҡ,ғ,ҫ,ҙ,һ,ү,ң

2)Шиғыр уҡыйбыҙ:

Тау башында балҡый бер ҡала,

Ул ҡала Өфө тип атала.

Яҡтыраҡ яна йондоҙҙары,

Матурҙар егет һәм ҡыҙҙары.

-Уҡыусылыр,был шиғыр юлдарында бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһы бар һеҙ нисек уйлайһығыҙ, беҙ нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

Эйе, Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы.

3.Дәрестең темаһын әйтеү,маҡсатын аңлатыу.

Бөгөнгө дәресте республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөгә арнайбыҙ. Өфөнөң иҫтәлекле урындары менән танышырбыҙ һәм һорау һөйләмдәр темаһын нығытырбыҙ.

4.Өй эшен тикшереү. 222- се күнегеү.

5.Төп өлөш.

Таҡтаға һөйләмдәр яҙыла.

Өфө - ҙур һәм матур ҡала.Өфө ниндәй ҡала? Өфө матур ҡала!

-Балалар былар ниндәй һөйләмдәр?

Дәфтәрҙәргә бөгөнгө числоны, класта эш тип яҙабыҙ.

Матур яҙыу Таҡтала бирелгән һөйләмдәрҙе яҙып ҡуйығыҙ.

6. Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән Өфөнөң иҫтәлекле урындарына сәйәхәткә сығабыҙ.

Башҡортостан картаһынан кем Өфөнө табып күрһәтә?

Китап буйынса эш. 247- се күнегеү "Өфө"тигән текст өҫтөндә эшләү.

-уҡытыусының уҡыуы;

-үҙ аллы уҡыу;

-сылбырлап уҡыу;

-һүҙлек эше: Имән ҡала-

Үҫә-

Элек-

Һәйкәл ҡуйылған-

Тыуған яҡты өйрәнеү музейы-

Ундан ашыу-

Юғары уҡыу йорто-

-руссаға тәржемә итеү;

-һорауҙарға яуап биреү:

-Башҡортостандың баш ҡалаһы нисек атала?

-Ул ҡайҙа урынлашҡан?

-Өфө эргәһендә Ағиҙелгә ниндәй йылғалар ҡушыла?

-Өфө ниндәй ҡала?

-Унда нимәләр бар?

Ял минуты. Өфө урамдары киң,

Йорттары бейек,

Еләҫ ел иҫә, ағастар бәүелә.

-Бик яҡшы, уҡыусылар. Ә хәҙер Өфө тураһында һөйләшеп үтәйек.

Өфө ҡалаһына 1574 йылда нигеҙ һалынған. Элек башҡорттар Өфөнө Имән ҡала тип атаған.Өфө 7 районға бүленә. Өфөлә Тыуған яҡты өйрәнеү музейы, М.В.Нестеров исемендәге Художество музейы,халыҡ шағиры М.Ғафуриҙың йорт - музейы бар.Ҡалала алты театр эшләй, ундан ашыу юғары уҡыу йорто бар,мәктәптәр,техникумдар,колледждар бик күп. Слайдтар күрһәтелә.

-Рәхмәт, ..... !

Уҡытыусы: Өфөгә килгәндә яр башында - ике мөһабәт һәйкәл ҡаршы ала. Береһе башҡорт халҡы менән рус халҡының мәңгелек дуҫлығын данлай. Икенсеһе Салауат Юлаевҡа арналған. Салауат батыр текә сағылда ат өҫтөндә илен һаҡлап тора.

С.Юлаев һәйкәле турында һөйләп китә.

С.Юлаев - башҡорт халҡының милли геройы. Салауат Юлаев һәйкәле - илебеҙҙәге иң ҙур атлы скульптура.Уның ауырлығы 40 тонна. Ул бронзалаштырылған суйындан ҡойолған. Һәйкәлдең авторы - скульптор С.Д.Тавасиев

- Дуҫлыҡ монументы тураһында һөйләп үтә.

Өфө ҡалаһының көньяғында Дуҫлыҡ монументы бар. Был монументҡа нигеҙ 1957 йылда башҡорт һәм руҫ халҡының дуҫлығы хөрмәтенә һалынған. Элек башҡорттарҙың ерҙәре күп булған.Уның байлығына бөтәһе лә ҡыҙыҡҡан, йыш ҡына яу асҡандар.Бер ваҡыт башҡорттар руҫ батшаһына ярҙам һорап барғандар. Батшаға тоғро хеҙмәт итергә һүҙ биргәндәр. Башҡорт халҡы үҙенең ярҙамсыллығы, батырлығы менән дан алған. Әле лә был ике халыҡ дуҫ һәм татыу йәшәйҙәр.

Уҡытыусы: Ҡалала театрҙарҙар бар. Башҡорт Академия драма театры,Опера һәм балет театры, "Нур" татар драма театры, Милли йәштәр театры, Рус драма театры,Ҡурсаҡ театры.

Шулай уҡ Өфөлә Дәүләт циркы ла бар.

Өфө ҡалаһы бик ҙур, бай ҡала.Урамдары киң һәм матур. Беҙ уның менән ғорурланырға тейешбеҙ.

Шулай итеп ҡаланың ниндәй данлыҡлы, тарихи урындарын белдек?

7.Нығытыу.

-Бөгөнгө дәрескә йомғаҡлау үткәрәйек. Бының өсөн викторина һорауҙарына яуап бирәбеҙ. Викторина таратып бирәм. Дәфтәрҙәрҙә эшләйҙәр.

-Һин Башҡортостан тураһында нимә беләһең? (Башҡортостан-республика)

-Ул ҡайҙа урынлашҡан? (Уралда)

-Башҡортостан республикаһының майҙаны күпме?(143,6 мең квадрат километр)

-Унда күпме халыҡ йәшәй? (4 миллиондан ашыу)

-Баш ҡалаһы? (Өфө)

-Иң бейек тау? (Ямантау)

-Башҡортостанда дарыу үләндәре үҫәме?( 200-ҙән ашыу дарыу үләндәре үҫә)

-Иң оҙон йылға? (Ағиҙел)

8.Һөйләмдәрҙе тултыр.(дополни предложения )

1) Өфө -Башҡортостандың …

А)йылғаһы.

2) Ағиҙел -Башҡортостандың иң оҙон…

Б) тау.

3) Башҡортостанда 21… бар.

В) өс

4) Башҡортостан флагы тора … төрлө төҫтән .

Г) ҡала

5) Мин … йәшәйем.

Ғ) баш ҡалаһы.

6) Ямантау иң бейек …

д) Ишембайҙа

-Бик яҡшы, уҡыусылар. Дәфтәрҙәрегеҙҙе алмашып эшегеҙҙе тикшерегеҙ. Экранда дөрөҫ яуаптар.

8.Өй эше. 249 -сы күнегеү.

Һеҙҙең дәрестә ҡатнашып ултырыуығыҙға, тырышып эшләүегеҙгә бик ҡәнәғәтмен. Афарин! Дәрестән бик мөһим, яңы белемдәр алғанһығыҙҙыр тип уйлайым.

9. Баһалау.

Дәресте йыр менән тамалап ҡуяйыҡ.

«Гүзәл Өфөм - башҡалам» йырын башҡарыу.

-Дәрес бөттө! Сығырға мөмкин!



© 2010-2022