Башкирский язык и литература

Раздел Иностранные языки
Класс 2 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: Беҙҙең мәктәп.

Маҡсат: 1. Мәктәп тормошона ҡағылышлы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе актив һүҙлек соста

вына индереү.

2. Уҡыусыларҙы тема буйынса яңы һүҙҙәр менән таныштырыу, һүҙҙәрҙе уҡыу,

яҙыу һәм һөйләм телмәрен үҫтереү.

Йыһазландырыу:тиҙәйткестәр, һөйләм баҫҡысы.

Дәрес барышы:

I. Ойоштороу мәле:

-Һаумыһығыҙ!

-Хәйерле көн!

-Ағастарға, ҡоштарға, тәбиғәткә, дуҫтарға хәйерле көн теләйекме?

-Эйе!

-Әйҙәгеҙ.

-Хәйерле көн, ағастар!

-Хәйерле көн, ҡоштар!

-Хәйерле көн, тәбиғәт!

-Хәйерле көн , дуҫтар!

II. Артикуляцион күнегеү.

Кә-кә-кә- мин киләм мәктәпкә

Ға- ға- ға- мин сығам таҡтаға

Ты- ты- ты -мин алам китапты.

III. Дәрестең темаһы һәм маҡсаты.

Мин һеҙгә йомаҡ әйтәм,ә һеҙ яуабын әйтегеҙ.

Нимә беҙҙе уйлата?

Нимә беҙҙе уйната?

Нимә беҙҙе йырлата?

Нимә беҙҙе илата?

Нимә беҙҙе уҡыта?

Уҡыусылар, аҙаҡҡы юлға иғтибар итегеҙ әле. Беҙҙе нимә уҡыта?Китап.

Китап беҙҙе уйлата

Китап беҙҙе уйната

Китап беҙҙе йырлата

Китап беҙҙе илата

Китап беҙҙе уҡыта

Ә китап менән беҙ ҡайҙа йышыраҡ осрашабыҙ? Тимәк, бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ инде? Башҡорт телендә һөйләшергә мәктәптә өйрәнәбеҙ.Китап- ул белем шишмәһе. Әгәр ҙә һәр бер дәрес һайын бирелгән башҡортса һүҙҙәрҙе ятлап барһағыҙ, беҙ үҙебеҙ йәшәгән Республикабыҙ тураһында тағы ла күберәк белербеҙ. Бына ошондай ҡыҙыҡлы китаптар уҡый алырһығыҙ.(энциклопедия)

Уҡыусылар , әйҙәгеҙ дәфтәргә бөгөнгө числоны яҙып ҡуябыҙ.

Ә хәҙер алдағы үткән һүҙлек һүҙҙәрен ҡабатлап алайыҡ.

-Был кем? Был уҡыусы ҡыҙ ( уҡыусы яуабы, тәж.һорау)

-Был кем? Был уҡыусы малай.

-Былар кемдәр? Былар уҡыусылар.

-Улар ҡайҙа баралар? -Улар мәктәпкә баралар.

-Улар ҡайҙан ҡайталар? -Улар мәктәптән ҡайталар.

Бөгөн беҙ тағы ла яңы һүҙҙәр менән танышырбыҙ, тел байлығыбыҙҙы арттырырбыҙ.

-Был нимә? -Был мәктәп.

-Мәктәп ниндәй? Мәктәп ҙур.

-Ә беҙҙең мәктәп ниндәй? -Беҙҙең мәктәп ҙур.

- Тағы ла ниндәй? -Беҙҙең мәктәп яҡты.

-Беҙҙең мәктәп нисә ҡатлы? -Беҙҙең мәктәп ике ҡатлы.

-Һеҙ нисәнсе мәктәптә уҡыйһығыҙ? -Беҙ туғыҙынсы мәктәптә уҡыйбыҙ

-Һеҙ нисәнсе класта уҡыйһығыҙ? -Беҙ икенсе класта уҡыйбыҙ

IV. Уйын. "Нимә артыҡ?". Слайд.

-Һеҙҙең класығыҙ нисәнсе ҡатта урынлашҡан?-Беҙҙең класыбыҙ беренсе ҡатта урынлашҡан.

-Һеҙҙең класс ниндәй? -Беҙҙең класс ҙур

-Тағы ла ниндәй? -Беҙҙең класс яҡты

-Беҙҙең класта нимәләр бар? -Беҙҙең класта таҡта бар

-Беҙҙең класта ултырғыстар бар

-Беҙҙең класта тәрҙәләр бар

-Беҙҙең класта өҫтәл бар

-Беҙҙең класта шкаф бар

-Беҙҙең класта парталар бар.

-Беҙҙең класта гөлдәр бар.

V.Тиҙәйткестәр әйтеү.Слайд.

фа-фа-фа-тырышып яҙа Сафа,

фе-фе-фе- кәкре-бөкрө хәрефе.

фа-фа-фа-матур яҙыу бер яфа.

ҫа-ҫа-ҫа- ручканы ул ныҡ баҫа,

са-са-са- хәрефтәр унан ҡаса.

VI. Предметтар менән эш.

Был нимә? Был китап.

Был нимә? Был дәфтәр

Был нимә? Был ручка

Был нимә? Был линейка

Был нимә? Был буяуҙар.

Был нимә? Был юйғыс.

Һүҙлек дәфтәренә яңы өйрәнгән һүҙҙәрҙе тәржемәһе менән яҙып алабыҙ.

ҙур-большой дәфтәр-тетрадь

яҡты-светлый буяуҙар-краски

ике ҡатлы-двух этажный юйғыс-ластик

VII.Физминут.

Балалар,балалар,

Урам буйлап баралар.

Ултырып та алалар

Йүгереп тә алалар

Һаман алға баралар.

VIII.Китап менән эш.33-сө бит. Һүҙҙәр баҫҡысын уҡырға һәм тәржемә итергә.

Мәктәп. Школа.

Беҙҙең мәктәп. Наша школа.

Был беҙҙең мәктәп түгел. Это не наша школа.

Был беҙҙең мәктәп баҡсаһы. Это наш школьный сад.

Был беҙҙең мәктәп баҡсаһы түгел. Это не наш школьный сад.

Уҡыусылар, ә беҙҙең ҡалала нисә мәктәп бар?Шуларҙың араһында беҙҙең мәктәп иң матурҙарының береһе.Ә ул матурлыҡты һаҡлар өсөн беҙгә нимәләр эшләргә кәрәк?

IX. Һөйләмдәр төҙөү (тәржемә итеү,1һ. дәфтәргә яҙырға)

Мин китап уҡыйым.

Мин ручка менән яҙам.

Мин дәфтәргә яҙам.

Мин линейка менән һыҙам.

Мин буяуҙар менән һүрәт төшөрәм.

X. Диалог .Мәктәп

-Һаумы,Элина.

-Һаумы, Айнур.

Һин ҡайҙа бараһың?

Мин мәктәпкә барам

-Мәктәпкә нимәләр алып бараһың?

Китап, дәфтәр, ручка, юйғыс, ҡәләм алып барам.

XI. Йомғаҡлау.

  1. Бөгөн дәрестә ниндәй темаға һөйләштек?

  2. Тема буйынса ниндәй яңы һүҙҙәр өйрәндек?

XII. Өй эше.һүҙлек дәфтәрҙәренә яҙылған һүҙҙәрҙе ятларға.Яҡшыраҡ аңлағандарына 1 һөйләм төҙөргә.


© 2010-2022