Уҡыусыларҙың башҡортса телмәр компетентлығын формалаштырыуҙа тыңлап аңларға өйрәтеү юлдары

"Описание материала: Уҡыусыларҙың башҡортса телмәр компетентлығын формалаштырыуҙа тыңлап аңларға өйрәтеү юлдары Белем биреүҙең Федераль дәүләт стандартында уҡыусыларҙа белем, оҫталыҡ, күнекмә булдырыу нигеҙендә төрлө компетентлыҡтар формалаштырыу ҡаралған. Шуға күрә башҡорт теленә өйрәтеү процесында уҡыусыларҙа тел һәм телмәр компетентлығын, коммуникатив компетентлыҡты формалаштырыу төп урынды биләй. “Компетентлыҡ” терминының мәғәнәһендә асыҡлыҡ индереп китәйек: 1) нәмәне булһа ла яҡшы итеп ...
Раздел Иностранные языки
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы

Стәрлетамаҡ ҡалаһы муниципаль автономиялы дөйөм

белем биреү учрежденияһы «3-сө лицей»







Уҡыусыларҙың башҡортса телмәр компетентлығын

формалаштырыуҙа тыңлап аңларға өйрәтеү юлдары



Башҡарҙы:

башҡорт теле уҡытыусыһы

Йосопова Рәүзинә Йомабай ҡығы





Стәрлетамаҡ 201ғ





Йөкмәтке

Инеш.

Төп өлөш.

Уҡыусыларҙың башҡортса телмәр компетентлығын формалаштырыуҙа тыңлап аңларға өйрәтеү юлдары

  1. Тыңлап аңларға өйрәтеү (аудирование) үҙенсәлектәре.

  2. Тыңлап аңларға өйрәтеүҙә текст өҫтөндә эш алымдары.

  3. Тыңлап аңларға өйрәтеү күнегеүҙәре.

Йомғаҡлау

Ҡулланылған әҙәбиәт

Ҡушымта

























Инеш

Һөйләргә һөйләп, тыңларға тыңлап,

уҡырға уҡып ҡына өйрәнергә була.

Бөгөнгө көндә мәктәптәрҙә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүгә ҡараштар бик күп төрлө. Уҡыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең телде өйрәнеүгә мөнәсәбәттәре лә төрлө кимәлдә. Башланғыс класс уҡыусылары башҡорт телен дәүләт теле булараҡ теләп, ҡыҙыҡһынып өйрәнһә, урта һәм өлкән класс уҡыусылары күберәк ваҡыттарын имтихандарға әҙерләнеү, икенсе сит телде өйрәнеүгә сарыф итә. Ошо мәсьәләләрҙе күҙ уңында тотоп, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүгә уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырыу өсөн, беҙ башҡорт теле дәрестәрендә төрлө алымдар ҡулланып, башҡортса телмәр компетентлығын формалаштырыуҙы төп эш итеп алдыҡ.

Беҙҙең маҡсат - уҡыусыларҙы башҡорт телендә ишеткәнде, һөйләгәнде, уҡығанды аңлау күнекмәләре булдырыу һәм башҡортса аралашырға, башҡорт телен өйҙә, йәмғиәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

Башҡортса һөйләргә, тыңлап аңларға, уҡырға, яҙырға өйрәтеүҙең нигеҙендә текст ята. Был эшебеҙҙә тыңлап аңлау өсөн ниндәй текстар һайлау, улар өҫтөндә эште системалы ойоштороу буйынса түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

1.Тыңлап аңларға өйрәтеү (аудирование) үҙенсәлектәрен асыҡлау,

билдәләү.

2. Тыңлап аңларға өйрәтеү текстары өҫтөндә эш алымдарын тәҡдим итеү.

3. Тыңлап аңларға өйрәтеү күнегеүҙәрен һайлау.

Тикшереү объекты булып тыңлап аңларға өйрәтеү процесы торһа, предметы - тыңлап аңларға өйрәтеү алымдары. Проблеманы хәл итеүҙә дөйөм дидактик һәм методик принциптар ярҙамға килә.

Дөйөм дидактик принциптар: еңелдән-ауырға, күргәҙмәлелек, фәннилек, материалды системалы аңлы үҙләштереү, уҡыусыларҙың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу, теорияны практика менән бәйләп уҡытыу.

Методик принциптар: коммуникатив нигеҙҙә өйрәнеү; сит телде уҡыусыларҙың туған теленә таянып өйрәтеү; интеграция, дифференциация, функционаллек.

Үҙемдең эш тәжрибәмдә был өлкәлә эшләгән ғалимдарҙың З.М. Ғәбитова, М.С. Дәүләтшина, М.Ғ. Усманова, Р.А. Абуталипова, Х.А.Толомбаев, Д.С.Тикеев, С.А. Таһирова һ.б. хеҙмәттәренә таяндым.

Теманы тикшереү процесында түбәндәге методтар ҡулланылды:

- теоретик - тема буйынса методик һәм лингвистик әҙәбиәтте өйрәнеү;

- күҙәтеү - уҡыусыларҙың уҡыу процесын күҙәтеү;

- анализлау - проблеманы асыуҙа ҡулланылған алымдарҙың һөҙөмтәләрен тикшереү.

Практик әһәмиәте

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙа телмәр компетентлығын формалаштырыу өсөн был эштә бирелгән алымдарҙы, күнегеүҙәрҙе мәктәп практикаһында ҡулланыу өсөн тәҡдим итергә мөмкин.





Уҡыусыларҙың башҡортса телмәр компетентлығын формалаштырыуҙа тыңлап аңларға өйрәтеү юлдары



Белем биреүҙең Федераль дәүләт стандартында уҡыусыларҙа белем, оҫталыҡ, күнекмә булдырыу нигеҙендә төрлө компетентлыҡтар формалаштырыу ҡаралған. Шуға күрә башҡорт теленә өйрәтеү процесында уҡыусыларҙа тел һәм телмәр компетентлығын, коммуникатив компетентлыҡты формалаштырыу төп урынды биләй.

"Компетентлыҡ" терминының мәғәнәһендә асыҡлыҡ индереп китәйек:

  1. нәмәне булһа ла яҡшы итеп эшләй белеү;

  2. эшкә урынлашҡанда ҡуйылған талаптарға тура килеү;

  3. үҙенсәлекле хеҙмәт функцияларын башҡара белеү.

Ғилми-методик әҙәбиәттә компетентлыҡтың классификацияһы күп төрлө. Тикшерелеүсе проблема күҙлегенән беҙҙе айырыуса уҡыусыларҙа өс компетентлыҡты булдырыу ҡыҙыҡһындыра

  1. тел компетентлығы - тел күренештәрен белеү һәм аңлау;

  2. телмәр компетентлығы - төрлө ситуацияларҙа дөрөҫ итеп телмәр ҡороу оҫталығы;

  3. коммуникатив компетентлыҡ - ошо тел ярҙамында кешеләр менән төрлө шарттарҙа аралаша белеү, тел саралары ярҙамында проблемаларҙы сисеү

Уҡыусыларҙың башҡортса телмәр компетентлығын формалаштырыу юлдарын Дәүләтшина М.С. түбәндәге этаптарға бүлеп ҡарай:

  1. Башҡорт телендә тыңлап аңларға өйрәтеү (аудирование).

  2. Башҡортса аралашырға (общение) өйрәтеү.

  3. Башҡорт телендә дөрөҫ, тасуири уҡырға өйрәтеү.

  4. Төрлө типтағы текстарҙы башҡортса яҙырға өйрәтеү.()

Башҡортса телмәр компетентлығын формалаштырыу - ул тыңлап аңлау, һөйләшеү, уҡыу, яҙыу күнекмәләренә таянып телмәр-аралашыу процесын булдырыу( ҡороу).

Ғәҙәттә, традицион дәрестәрҙә уҡыусылар - тыңлаусы, ә уҡытыусы бөтә мәғлүмәтте биреүсе булһа, яңы стандарттар буйынса уҡытыусы - ойоштороусы, консультант.

Шунлыҡтан дәрестәр түбәндәге моделдәр буйынса уҙғарыла:

- ни өсөн? (һәр эштең маҡсаты билдәләнә),

- нисек? (уны тормошҡа ашырыу юлдары асыҡлана);

- нимә килеп сығырға тейеш? (һөҙөмтә)

Ошо дәрес этаптарын ҡулланып, телмәр компетентлығын формалаштырыу күнегеүҙәрен башҡарыу - уҡыусыларҙа башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята.


  1. Тыңлап аңларға өйрәтеү (аудирование) үҙенсәлектәре.

Рус мәктәбендә башҡорт теле дәресендә һөйләү, тыңлап аңлау, уҡыу, яҙыу күнекмәләренә өйрәткәндә, һәр береһенә хас эш төрҙәре була. Шуларҙың береһе - тыңлап аңлауға (аудирование) иғтибарҙы йүнәлтәм.

Тыңлап аңлау - сит телдәр уҡытыу методикаһында киң ҡулланылған алым. Башҡорт телен уҡытыуҙа ул тик I - III класc дәреслектәрендә "тыңла һәм аңларға тырыш", тип бирелә. Ә тыңлап аңларға өйрәтеү этабы - иң ауыр телмәр эшмәкәрлеге, cөнки сит телмәрҙе аңлау өсөн тыңлай белеү мөһим. Белеүебеҙсә, балаларҙың тыңлау хәтере (слуховая память) күреү хәтеренә (зрителная память) ҡарағанда аҙыраҡ үҫешкән. Шуға күрә тыңлап аңларға өйрәтеүҙә хәтерҙең шәп булыуы, уҡыусыларҙың логик фекерләй белеүе, телде тойомлап аңлау һәләте лә ҙур роль уйнай.

Дәүләтшина М.С. билдәләүенсә, тыңлап аңларға өйрәтеү процесында уҡыусылар түбәндәге ауырлыҡтарға осрай:

  1. мәғлүмәттең ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һәм бер тапҡыр ғына тәҡдим ителеүе;

  2. сит кешеләрҙең телмәрен аңлау ауырлығы;

  3. тауыштың индивидуаль һыҙаттары (тембр, темп һ.б.)

Бер яҡтан ҡарағанда, текстың тиҙ арала бер тапҡыр ғына яңғырауы аңлағынды контролләп өлгөрмәүгә килтерһә, икенсенән, сит телдә шәп һөйләү ваҡытында өндәрҙең дә үҙгәреше барлыҡҡа килә.

Шулай уҡ тыңлап аңларға өйрәтеүҙә уҡытыусының телмәре ҙур роль уйнай. Ул эталон булып тора. Техник саралар ярҙамында бирелгән мәғлүмәттән айырмалы рәүештә, уҡытыусының телмәре ситуатив һәм вербаль булмаған сараларға бай. Уҡытыусы, тыңлаусыларҙың мөмкинселегенән сығып, телмәренең темпын һайлай, әйтелгәнде аңлатып китә, төрлө тел сараларын ҡуллана.

Шулай ҙа тик уҡытыусыны ғына тыңлап аңларға өйрәнеү башҡа кешеләрҙең телмәрен аңлауҙы ауырлаштыра, шуның өсөн техник саралар ҙа ҡулланыла.

Аудиояҙма файҙаланғанда иң элек уҡытыусы үҙенең телмәрен һөйләп яҙҙыра (уҡыусыларға таныш бит!), артабан ирҙәр тауышын тыңлау, һуңынан ҡатын-ҡыҙ тауышы менән балалар тауышына күсеү ҡарала.

Тыңлап аңларға өйрәтеүҙе иң элек бәйләнешле 3-4 һөйләмдән башларға, тәүге осорҙа ике тапҡыр тыңларға мөмкин.

Тыңлау өсөн тәҡдим ителгән күнегеүҙәрҙә уҡыусыларға бирелгән күрһәтмәләр мөһим әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән, тексты тыңлап нимә тураһында һүҙ барғанын аңларға; планға таянып ҡыҫҡаса һөйләп бирергә һ.б. Бындай осраҡта тыңлаусы телмәрҙә нимә тураһында һүҙ барасағын алдан күҙҙаллай, үҙе өсөн телмәр мәсьәләһе ҡуя һәм нимәне иҫтә ҡалдырырға, сағыштырырға, асыҡларға икәнен билдәләй.




2. Тыңлап аңларға өйрәтеүҙә текст өҫтөндә эш алымдары


Тыңлап аңларға өйрәтеү этабында иң мөһиме - дөрөҫ текст һайлау. Ул

тәрән йөкмәткеле, тәрбиәүи әһәмиәтле, уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын ҡәнәғәтләндерерлек, белемен киңәйтерлек булырға тейеш. Текстың йөкмәткеһе, теле буйынса уҡыусының йәшенә тап килеүе, дәрестә өйрәнеләсәк грамматик, лексик материалды үҙ эсенә алыуы, стилистик яҡтан өлгө булыуы ла мөһим.

Әлбиттә, текстар күп төрлө: аудио-текст, видеотекст, мини-текст, әҙәби текст (роман, хикәйә, әкиәт, шиғыр), яҙма текст (диктант, инша, изложение), уҡыусының яуабы (диалог, монолог).

- Терәк һүҙҙәрҙе билдәләп, логик сылбыр төҙөү.

- Тулы йөкмәткене аңлау өсөн, яңы һүҙҙәрҙе билдәләү.

(Методика буйынса, осраясаҡ яңы һүҙҙәрҙе тексты уҡыр алдынан аңлатып китергә кәрәк. Һүҙҙең мәғәнәһен логик сылбыр буйынса аңлатыу отошло: ниндәй өлкәгә ҡарауын әйткәс, уҡыусылар төрлө варианттар тәҡдим итә, аҙаҡ һүҙҙең билдәләре конкретлаша, формаһы, төҫө йәиһә тормоштағы функцияһы телгә алына. Балалар эҙләнеүҙәр аша дөрөҫ яуапҡа килә, һүҙҙең мәғәнәһен генә асыҡлап ҡалмай, уның билдәләре, функциялары менән таныша. Ә йомаҡты сисеү дәрестә «уңышлылыҡ» ситуацияһын тыуҙыра, уҡыусыларҙа үҙ көсөнә ышаныс уята.)

- Теманы билдәләү.

- Тексҡа исем биреү. (Варианттар тәҡдим ителә, фекерҙәр дәлилләнә һәм

иң уңышлыһы һайлап алына.)

- Айырым абзацтарға исемдәр эҙләү.

- Йөкмәтке буйынса төҙөлгән һорауҙарға яуап биреү.

- Билдәләнгән һөйләмдәрҙе тәржемә итеү.

- Логик сылбырға таянып, оҡшаш текст төҙөү. (Уҡыусылар бер темаға яҙылған төрлө стилдәге текстар менән таныша, үҙҙәре лә ижад итеп ҡарай.)

Үтелгән грамматик теманы ҡабатлау һәм нығытыу маҡсатында эштәр тәҡдим итеү.

Фонетик эш төрҙәре:

- Һүҙҙә йәки һөйләмдә билдәләнгән өнгә башланған һүҙҙәрҙе табыу;

- нәҙек һуҙынҡылы һүҙҙәрҙә ялғау яҙылышын аңлатыу;

- өндөң телмәрҙә үҙгәрешенә миҫалдар эҙләү;

- бирелгән һүҙҙәргә фонетик транскрипция эшләү.

Лексик эш төрҙәре:

- Тура һәм күсмә мәғәнәлә ҡулланылған һүҙҙәрҙе табып, улар ме-

нән һүҙбәйләнеш төҙөү;

- фразеологик берәмектәрҙең мәғәнәһен аңлатыу, улар менән яңы һөйләм уйлау;

- билдәләнгән һүҙҙәргә синоним, антонимдар яҙыу;

- һүҙҙәрҙе ниндәйҙер билдә буйынса төркөмләү.

Синтаксик эш төрҙәре:

- Эйә менән хәбәр төркөмөн билдәләү;

- һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатыу;

- үҙаллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен айырыу;

- һөйләмдең төрөн билдәләү.

Бөтөн фонетик, лексик, синтаксик эш төрҙәрен дәрес һайын үткәреү мотлаҡ.

3. Башҡорт телендә текстарҙы тыңлап аңларға өйрәтеү күнегеүҙәре


  1. Тексты тыңлағыҙ, географик атамаларҙы, яңғыҙлыҡ исемдәрҙе хәтерҙә ҡалдырырға тырышығыҙ.

Торатау.

Башҡортостандың Стәрлетамаҡ һәм Ишембай районында урынлашҡан дүрт айырым тау- шихандарҙың (Шаһтау, Ҡуштау, Йөрәктау) иң бейеге Торатау. Торатау алыҫтан бик матур күренә. Изге тау тип һаналған урын шулай уҡ Юрматы ырыуы башҡорттарының йыйын урыны булған.


  1. Текстағы ҡабатланған һүҙҙе ишетеү менән берәй билдә күрһәтергә, әйтәйек, сәпәкәйләргә. Мәҫәлән, был текста хуш һүҙе ниндәй варианта осраһа ла ишетеп сәпәкәйләргә кәрәк.

Хуш, йәшелле йәй,

Йәмле лагерь, хуш,

Хуш, хәтфә ҡырҙар,

Хуш, ал ҡояш-дуҫ!

  1. Тексты тыңлағас, әйтелгән фекер менән ризалашырға йәки кире ҡағырға.

Мәктәптә.

Айрат менән Әлфиә мәктәптә уҡый. Мәктәп ҙур, матур,яҡты. Айрат башҡорт теле, математика дәрестәрен ярата. Әлфиәгә география, инглиз теле дәрестәре оҡшай. Улар мәктәпкә ҙур теләк менән йөрөйҙәр.

Һөйләмдәр

Дөрөҫ

Ялған

  1. Айрат менән Әлфиә мәктәптә уҡымай.

  2. Мәктәп бәләкәй, ҡараңғы.

  3. Айрат башҡорт теле, математика дәрестәрен ярата.

  4. Улар урманға ҙур теләк менән йөрөйҙәр


  1. Уҡыусыларҙың йәйге ялдары тураһындағы 4 тексты тыңла һәм каникулдарҙың ҡайҙа үтеүен аңла һәм таблицала билдәлә. Тексты ике тапҡыр тыңларға мөмкин.

1 хикәйә

2 хикәйә

3 хикәйә

4 хикәйә


А. Ҡалала

Б. Ауылда

В. Диңгеҙ ярында

Г. Лагерҙа

1. Быйыл йәйге каникулды бик күңелле үткәрҙем. Ҡалала йәшәгән Айгөл апайым мине ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Беҙ уның менән ҡала урамдары буйлап йөрөнөк, циркка барҙыҡ. Кинотеатрҙа балалар өсөн кино ҡараныҡ. Апайым миңә батырҙарға арналған һәйкәл күрһәтте. Ҡалалағы ял миңә бик оҡшаны.

2. Йәйге каникулдар башланғас та, әсәйем мине өләсәйемдәргә ауылға алып ҡайтты. Мин унда ике ай ял иттем. Дуҫтарым менән урманға барҙыҡ, еләк, бәшмәк, матур-матур сәскәләр йыйҙыҡ. Ауылда мин өләсәйемә лә ярҙам иттем. Беҙ уның менән бергәләп йәшелсәләргә һыу һиптек, сүп утаныҡ. Йәйге ялым бик күңелле үтте.

3. Быйыл йәй көнө атайым менән диңгеҙ ярына ял итергә барҙыҡ. Беҙ унда көнө буйы яр ситендә ҡыҙындыҡ, диңгеҙҙә йөҙҙөк. Кисен ҙур-ҙур тулҡындарға ҡарап һоҡландыҡ. Диңгеҙ буйында яңы дуҫтар таптым. Улар менән интернет селтәре аша хатлашырға һүҙ ҡуйышып айырылыштыҡ. Минең был ялым бик күңелле һәм файҙалы үтте.

4. Быйыл йәй мин лагерҙа ял итергә булдым. Уның һәр бер көнө матур хәтирәләр ҡалдырҙы. Отряд менән күлдә уҙышып йөҙөүҙәр тиһеңме, төрлө-төрлө йыр, шиғыр конкурстары тиһеңме, киске костер янында уйын-көлкө, бейеүҙәр тиһеңме - барыһы ла бик күңелле һәм онотолмаҫлыҡ булды. Дуҫтарым менән икенсе йылға осрашырға һүҙ ҡуйышып айырылыштыҡ.


  1. Айгөл менән Айнурҙың һөйләшкәндәрен тыңла һәм тура килгән һүрәттәрҙе билдәлә (+)

  • Айгөл, сәләм! Ҡайҙа шулай ашығаһың?

  • Сәләм, Айнур! Мин мәктәпкә киттем. Унда бөгөн осрашыу буласаҡ. Ғәфүр ағайым сығыш яһаясаҡ.

  • Нимә тураһында һөйләйәсәк?

  • Ағайым армия сафында хеҙмәт иткәндә ҙур батырлыҡ күрһәткән.

  • Ә-ә, бик ҡыҙыҡ булмаҡсы. Мин дә һинең менән барам.

  • Әйҙә киттек.

  • Әйҙә.

Тыңлап аңлауҙың ыңғай яҡтары ла күп:

-аудиотекст тыңлаған ваҡытта, уҡыусылар автор позицияһы менән таныша. Һөйләүсе тыңлаусының нимәгәлер иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында, айырым һүҙҙәргә баҫым яһай, тауыш менән хис-тойғоларҙы биреүгә ирешә. Уның тасуири уҡыу оҫталығы уҡыусылар өсөн өлгө булып тора.

- тәрән йөкмәткеле һәм уҡыусыларҙың зауығына тап килгән текстар башҡорт теле дәрестәренә ҡыҙыҡһыныу уята;

- тыңланасаҡ текстар грамматик һәм лексик теманы бергә алып барырға мөмкинлек бирә, ә был иһә дәресте йәнләндерә;

- төрлө темаға ҡараған текстар рухи һәм матди мәҙәниәт тураһында бай мәғлүмәт бирә;

- бәйләнешле текст телмәр эшмәкәрлегенә өйрәтеүҙең бөтә төрҙәре буйынса ла комплекслы эшкә юл аса.

Был тема буйынса эш өс йылға ҡаралған.

I әҙерләнеү этабы (2010-2011 уҡыу йылы)

II практик этабы (2011-2012 уҡыу йылы)

III аналитик, йомғаҡлау - дөйөмләштереү этабы (2013-2014 уҡыу йылы)

Беренсе этапта тема буйынса педагогик һәм методик әҙәбиәт өйрәнелде, уҡыусыларҙың тыңлап аңлау эшмәкәрлеге, тикшерелде, практик эштәр булдырылды.

Икенсе этапта лицейҙа, 5 класс уҡыусылары араһында, ошо эш алымдарын ҡулланып, тыңлап аңлау буйынса белем кимәлдәре тикшерелде. 5а класында тыңлап аңларға өйрәтеү эштәре системалы ҡулланылһа, 5б класында был эш төрҙәре башҡарылманы. 5а класс уҡыусыларының эш һөҙөмтәләре күпкә юғарыраҡ булғаны күренде.

III этап - йомғаҡлау һәм дөйөмләштереү . Был тәжрибәмдең һөҙөмтәһе булып киләсәктә отошло һаналған күнегеүҙәрҙән йыйынтыҡ эшләү ҡаралған.

Эш барышында был тема буйынса төрлө семинарҙарҙа, конференцияларҙа сығыш яһалды, мәҡәләләр баҫылып сыҡты. Уҡыусыларҙың да эш һөҙөмтәләре бик уңышлы. Уҙған уҡыу йылында ошондай эш алымдарын ҡулланып, ҡала кимәлендәге олимпиадаға әҙерләндек һәм Капралова Анастасия - 5а класы уҡыусыһы, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында еңеүсе булды.

























Йомғаҡлау

Шулай итеп, дәрестә башҡарылған күнегеүҙәр, эш алымдары маҡсатлы, ижади характерҙа булғанда, системалы ҡулланылғанда ғына, уҡыусыларҙың башҡортса тыңлап аңларға өйрәтеү һәләттәрен үҫтереү мөмкин.

Юғарыла әйтелгәндәрҙән сығып ошондай һығымта яһарға була:

  1. Уҡыусыларға тәҡдим ителгән күнегеүҙәрҙә, текстарҙа, эш төрөндә улар өсөн яңы мәғлүмәт бирергә тырышыу;

  2. Төрлө тел һәм телмәр уйындарын, проблемалы һорауҙарҙы, ярыш элементтарын йыш ҡулланыу;

  3. Уҡыусыларға эш төрҙәрен, текстарҙы һайлау мөмкинлеген күберәк биреү - улар башҡортса телмәр компетентлығын формалаштырыуға ҙур йоғонто яһай.





Ҡулланылған әҙәбиәт

  1. 5-9-сы кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы/ Р.Ғ. Аҙнағолов редакцияһында. Өфө: Китап, 1996. 320 бит.

  2. Аҙнағолов Р.F. Уҡыусыларҙың үҙаллы фекерләү һәләтен үҫтереү // Башҡортостан уҡытыусыһы. 2003, №7. - 37-38 б.

  3. Аҙнабаев Ә.М., Сабитова С.А. 7 синыф өсөн «Әсә теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Өфө, Китап, 2001. - 128 б.

  4. Газизова Л. Укучыларның сөйләм телен үстерү алымнары // // Башҡортостан уҡытыусыһы. 2003, №5. - 35-37 б.

  5. Гыймранова Р. Сөйләм үстерү дәресе. // // Башҡортостан уҡытыусыһы. 2003, №1. - 53-55 б.

  6. Дәүләтшина М.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. 1-се киҫәк. - Өфө: Китап, 2010. - 120 бит.

  7. Крысин Л.П. Школьный словарь иностранных слов. М.: Дрофа, 2000. 304 с.

  8. Ладыженская Т.А. Система работы по развитию речи учащихся. М., Просвещение, 1972. 256 с.

  9. Леонтьев А.Н. М., Просвещение, 1969, 268 с.

  10. Львов М.Р. Словарь-справочник по методике русского языка. М.: Просвещение, 1988. 234 с.

  11. Тикеев Д.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Һайланма мәҡәләләр. Өфө, Fилем, 2002. 267 б.

  12. Тикеев Д.С. Уҡыусыларҙа телмәр культураһы тәрбиәләүҙең әһәмиәте Башҡортостан уҡытыусыһы. 2003, №4. - 36-39 б.



16


© 2010-2022