Внеклассное мероприятие по башкирскому языку и литературе по теме «Вечер посвященный Мустаю Кариму для 7-9 классов»

Внеклассное мероприятие башкирского языка и литературы  для 7 - 9 классов.Посвящается писателю, поэту, драматургу.  Внеклассное мероприятие идет совместно с презентацией   .  Урок построен по Федеральным Государственным Образовательным стандартам. Презентацию можете найти  здесь в сайте .Внеклассное мероприятие и презентация помогут учителям родных языков при построении урока по Федеральным Государственным Образовательным стандартам. Презентация богата картинами из истории нашей республики. Наде...
Раздел Иностранные языки
Класс 9 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

7-9 кластар өсөн

" М.Кәрим ижатына бағышланған кисә"


"Вечер посвященный творчеству М.Карима"

для 7-9 классов

























Туймазы районы

Ҡандра 4-се төп дөйөм

белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы

Ғәниева Резеда

Рауил ҡыҙының эше


Работа учителя Туймазинского района,

ООШ № 4 с.Кандры

Ганеевой Резеды Равиловны

Тема: М.Кәрим ижатына бағышланған кисә.

Маҡсат:уҡыусыларҙа тыуған еребеҙ, арҙаҡлы шәхестәребеҙ менән ғорурланыу тойғоһо, башҡорт теленә һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү, уны өйрәнеүгә ынтылыш тыуҙырыу, телмәр үҫтереү.

Йыһазландырыу:М.Кәримдең портреты; китаптар күргәҙмәһе; презентация; проектор; интерактив таҡта.

Кисә барышы.

Ҡурай моңо уйнай.

Уҡытыусы: Башҡортостан - гүзәл республикам. Бай ҙа ул, матур ҙа ул беҙҙең Башҡортостаныбыҙ. Күпме таланттар, күпме аҡыл эйәләре, яҙыусылар көс һәм ғәйрәт алған Башҡортостан тупрағынан. Халҡыбыҙҙың милли ғорурлығы Салауат Юлаев, Шаһит Хоҙайбирҙин, М.Шайморатов, Заһир Исмәғилов, Ә.Лотфуллин, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәп Биишева, Ғәйнан Әмири, Кәүсәриә Шафикова , Муса Сиражи, Әсғат Мирзаһитов кеүек яҡташтарыбыҙ менән дә ғорурланабыҙ.

Башҡортостандың халыҡ шағиры, әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы Мостай Кәримдең дә бөтә тормошо, ижад юлы ошо изге, гүзәл ер менән бәйләнгән.

1-се уҡыусы: Мостай Кәримдең баласағы.

М.Кәрим 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ул ишле балалы ғаиләлә эш һөйөүсән һәм бик инсафлы бала булып үҫә. Мостафа бигрәк тә әсәһе һөйләгән әкиәттәрҙе, ҡойған йомаҡтарҙы тыңларға яратҡан. Иҫ киткес мауыҡтырғыс әкиәттәр уның хыялын байытырға ярҙам иткән. 14 йәшендә ул беренсе шиғырын яҙа. Был шиғыр «Беҙ еңербеҙ» тип атала һәм С. М. Кировтың үлеменән һуң яҙыла.

Уның тиҙерәк уҡытыусы булырға, ауылдаштарына белем өләшергә теләге була. 1935 йылда тыуған ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ике йыл Өфө педагогия рабфагында уҡый. 1937-1941-се йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында белем ала. 20 йәшендә уның беренсе китабы сыға.

2-се уҡыусы : " Бер йыр йырланған» шиғырын уҡый.

Уҡытыусы: Тыуған йортҡа , атай -әсәйгә һөйөү кеше ҙурая барған һайын үҫә һәм Тыуған ерҙе, илде һөйөүгә әүерелә. Ошондай ҙур шәхесте беҙгә бүләк итеүсе Мостафа Кәримовтың әсәһе Вазифа инәйҙе бөгөн иҫкә төшөрмәй мөмкин түгелдер.

3-сө уҡыусы: "Тупрағым, һауам, һыуҙарым" шиғырын яттан һөйләй.

Уҡытыусы: Ләкин йәшәү гел шулай имен генә тормаған. Яҙмыш был тормоштоң төрлө яғын «ауыҙ иттерҙе» тип яҙған шағир. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ул институт тамамлап, өйләнеп, Рауза ханым менән Йәрмәкәй районына эшкә, башҡорт һәм рус телдәрен уҡытырға ебәрелә. Ләкин уға уҡытырға насип булмай, һуғыштың беренсе көнөнән үк, фронтҡа китә. Ул ҡыҫҡа сроклы хәрби курстарҙа уҡығас, башта элемтә бүлеге һәм артиллерия дивизионы штабы начальнигы булып хеҙмәт итә. Һеҙгә "Үлмәҫбай" поэмаһынан өҙөк тәҡдим итәбеҙ.

Уҡытыусы: М.Кәрим 1942-се йылдың авгусында ҡаты яралана. Фашист снаряды ярсығы уның комсомол билетын тишеп йөрәгенән бер нисә миллиметр ғына ситтәрәк үтә. 9 ай госпиталдә ята. Һауығып сыҡҡас, ул фронт гәзиттәрендә эшләй.

4-се уҡыусы: «Дуҫтың үлеме» шиғырын уҡый.

1-се уҡыусы: Украинанан дошманды ҡыуып сығарыу, Румынияны, Болгарияны, Венгрияны азат итеү һуғышында ҡатнаша. Еңеү көнөн- 1945 йылдың 9 Майын - ул Вена ҡалаһында ҡаршылай. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн, ул || дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнә.

Уҡытыусы: Һуғыш Мостай Кәримде шәфҡәтле булырға өйрәтте, һуғыш уның йәшлеген ҡыҫҡартты.

5-се уҡыусы: «Һаумы, һаумы тиҙәр гөлдәр» йырын йырлай.

1-се уҡыусы: Һуғыштан һуң Мостай Кәрим әҙәби ижад менән шөғөлләнә, бик күп йәмәғәт эштәре алып бара. Уның өсөн буй етмәҫлек, булдыра алмаҫлыҡ жанрҙар юҡ һымаҡ. Ул трагедиянан- лирикаға, драманан- парсаларға , комедиянан әкиәткә күсә. М.Кәрим балалар әҙәбиәтенә "Беҙҙең өйҙең йәме" повесы менән килеп инде. "Өс таған", "Әлфиә" хикәйәләрен балалар яратып уҡыйҙар. Әҙип тормошта ла, ижадта ла малайлығын юғалтмай. Ижадының нигеҙе лә шул баласағындалыр шикелле. Хәҙер "Өс таған" хикәйәһенән өҙөк ҡарап китәйек.

Уҡытыусы: Шағирҙың үҙе уҡыуында шиғырҙарын тыңлайыҡ.

Уҡытыусы: Башҡорт халҡының данлы улы Мостай Кәрим - донъя әҙәбиәте хазинаһына сикһеҙ ҙур өлөш индерҙе, башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәрҙе. Үҙенең бар көсөн һәм талантын ул бөгөнгө Башҡортостандың ҡабатланмаҫ образын һүрәтләүгә бағышланы. Уның китаптары рус, украин, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, таджик, грузин, латыш һ. б. телдәргә тәржемә ителгән. Ил өсөн ауыр һынылыш мәлдәрендә лә ул өндәшмәй ҡала алманы. Аҡыллы һүҙе халыҡ араһында ҡайтауаз булып яңғыраны. Һәр кем өсөн туғанындай яҡын кеше булды. Халыҡ уны юғары әҙәби маһирлығы, таланты һәм кешелек сифаттары өсөн яратты.

1-се уҡыусы: Уның исеме бөйөк яҙыусылар: Сыңғыҙ Айтматов, Ҡайсын Кулиев, Рәсүл Ғамзатов, Михаил Дудиндар менән бер рәттән йөрөнө. М.Кәримдең спектаклдәр өсөн яҙылған ҡайһы бер йырҙарын тыңлап үтәйек.

«Шофер йыры» - уҡыусылар башҡара.

Уҡытыусы: Мостай ағай ҡасандыр: «Шағир биографияһы ил биографияһы менән ҡушылғанда ғына поэзия оло була,»- тигән ине. Был һүҙҙәр уның үҙ тормошона, үҙ ижадына бик тура килеп тора. Халыҡтың үҙ араһынан сыҡҡан һирәк осрай торған ҙур талант ул. Заманының етеҙ ағышын, кешеләрҙең бәхетен, һағышын йырға әйләндереү тылсымына эйә булған шағир шулай йәшәне һәм йәшәйәсәк.

.

7-се уҡыусы: Шиғыр «Иңләнем дә, буйланым да . . . »


© 2010-2022