Башкирский язык и литература

Раздел Иностранные языки
Класс 2 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: Беҙҙең мәктәп баҡсаһы .

Маҡсат: 1. Яңы һүҙҙәр өйрәнеү. Ошо һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөргә өйрәтеү.

2. Һүҙлек байлығын арттырыу. Логик фекерләүҙе, һөйләм телен үҫтереү.

3. Хеҙмәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: посылка, йәшелсәләр,темаға ярашлы һүрәттәр.

Дәрес барышы:

I. Ойоштороу мәле:

-Һаумыһығыҙ, ултырығыҙ!

-Бөгөн класта кем дежур?

-Бөгөнгө дата?

-Кемдәр дәрестә юҡ?

-Аҙнаның ниндәй көнө?

-Рәхмәт, ултырығыҙ.

-Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, бер-беребеҙгә ҡарап йылмайып,хәйерле көн теләйек.

Бөгөн беҙҙә башҡорт теле,

Яратам һине, телем.

Рәхмәт һиңә! Һинең аша

Алам мин яҡшы белем.

II. Артикуляцион күнегеү.

ға ҙа ҫә

аға яҙа үҫә

ҡаға аҙаҡ үҫәм

таған ҡаҙан күҫәк

III. Ишек ҡағалар, почтальон посылка килтерә.

(алдан бер уҡыусыны почтальон итеп әҙерләп ҡуйырға)

-Һаумыһығыҙ, инергә яраймы?

-Һаумыһығыҙ, эйе, ярай.

-Мин почтальон. Һеҙгә посылка бар.

-Рәхмәт.

-Уҡыусылар, беҙгә икенсе мәктәптән һеҙҙең кеүек уҡыусылар посылка ебәргән.

Әйҙәгеҙ ҡарайыҡ әле нимәләр бар икән.

Бында :

1.һуған

2.кишер

3.сөгөлдөр

4.картуф

5.кәбеҫтә

6.ҡыяр

7.помидор

8.ҡабаҡ

9.шалҡан

10.борос

11.алма

12.груша (уҡыусыларҙан исемдәрен, тәржемәһен әйттерергә)

IV. Уйын. Ашарға ярай, ярамай.

V.Һүҙлек дәфтәренә яҙыу.(бер- нисәһен яҙырға)

һуған- лук

кишер- морковь

кәбеҫтә- капуста

алма- яблоко

-Уҡыусылар, был йәшелсә- емештәр ҡайҙа үҫә?

-Баҡсала.

-Тимәк, беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

VI. Һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.

Һуған әсе, кишер баллы, сөгөлдөр ҡыҙыл, ҡыяр йәшел, картуф ҡаты, кәбеҫтә ҡатлы-ҡатлы, помидор тәмле, йәшел,ҡабаҡ…, шалҡан һары төҫтә, борос…,алма…, груша… .

VII. Физминут.

Бер урында сәсәләр.

Бер урында йыялар.

Икенсе бер урында

Өйөм итеп өйәләр.

VIII. Дәфтәргә числоны, теманы яҙыу.

Егерме дүртенсе октябрь.

Класс эше.

Беҙҙең мәктәп .

IX. Китап менән эш.

(тәрбиәүи момент: һәр кеше ағас ултыртырға тейеш,кем инде ултырта алмай, булған матурлыҡты һаҡларға, ағастарҙы һындырмаҫҡа кәрәк).

1-се күнегеү.(бер уҡыусы һорауын уҡый, беренсе, икенсе рәт яуаптарын уҡый)

2- се күнегеү. (беренсе рәт һорауын уҡый, икенсеһе яуабын, өсөнсөһө һорауын уҡый).

4-се күнегеү.(күсереп яҙырға,түгел һүҙен аңлатырға, слайдтан 1-2 һөйләм уҡытырға)

-Уҡыусылар,беҙ был һүҙлек запасы менән һүҙлек һүҙҙәрен ҡулланып магазинға барабыҙ.

"Магазинда" тигән диалог төҙөйбеҙ.

-Һаумыһығыҙ!

-Һаумыһығыҙ!

-Миңә 2 алма, 1 кило кишер,ярты кило һуған бирегеҙ әле.

-Мәгеҙ, һеҙҙән 50 һум.

-Рәхмәт. Һау булығыҙ.

-Һау булығыҙ.

Ә хәҙер магазиндан алған йәшелсәләрҙән аш бешерәбеҙ. Кемдәр аш бешерергә теләй?

"Аш бүлмәһендә".

-Әсәй, бөгөн нимә бешерәһең?

-Аш бешерәм,улым.

-Нимәнән?

-Картуфтан, кәбеҫтәнән.

-Ҡайсан әҙер була?

-Бер сәғәттән, улым.

- Уҡыусылар, диалогтар һәйбәт килеп сыҡты.

XI. Уйын.Ниндәй йәшелсә юҡ? Уҡыусылар,хәҙер теманы нығытып бер уйын уйнап алабыҙ.

һуған һуған ҡыяр ҡыяр

кишер кишер помидор помидор

сөгөлдөр сөгөлдөр ҡабаҡ ҡабаҡ

картуф һарымһаҡ

XII. Йомғаҡлау.

1. Уҡыусылар, бөгөн беҙ ниндәй темаға һөйләштек?.

2. Тема буйынса ниндәй яңы һүҙҙәр үттек?

XI. Өй эше. Баһалау.

3 һүҙлек һүҙен тәржемәһе менән ятларға. Аңлағандарына ятларға һәм 1 һөйләм төҙөргә.


© 2010-2022