Рауил Бикбаев ижадына сәйәхәт

Раздел Иностранные языки
Класс 7 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: Рауил Бикбаевтың ижадына сәйәхәт.

Маҡсат: Р.Бикбаевтың ижады менән таныштырыу.

Тасуири уҡыу күнекмәләрен, ишетеү һәм тыңлау, фекерләү һәләтен үҫтереү.

Баланы шәхес итеп үҫтереү,кешелек сифаттарын тәрбиәләү.

Туған телде яратырға, туған телдең ҡәҙерен белергә, уның менән ғорурлана белеү хистәрен тәрбиәләү.

Планлаштырылған һөҙөмтә:

Шағирҙың ижады аша үҙ телеңде хөрмәт итеү һәм илеңә хеҙмәт итеү, үҙ туған телеңдә аралашыуҙы мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.

Дәрес төрө: яңы тема өйрәнеү.

Предмет-ара бәйләнеш: Рус теле, тарих.

Дәрес формаһы: сәйәхәт.

Контроль формаһы: дәфтәрҙә яҙыу.

Йыһазландырыу:

- төп: Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. 6-сы класс өсөн дәреслек.

- өҫтәмә: Компьютер, экран, презентация, Р.Бикбаев шиғырҙарынан өҙөктәр.

Эште ойоштороу төрҙәре: Фронталь, индивидуаль, парлап эшләү.

Дәрес этаптары.

Уҡытыусы

эшмәкәрлеге

Уҡыусылар

эшмәкәрлеге

I этап.

Ойоштороу.

Маҡсат:

белем алыуҙы

мотивлаштырыу.

I этап.

Ойоштороу.

Һаумыһығыҙ! Һаумы әле!

Ниндәй йылы һүҙ икән,

Һәр күңелде иретерлек, һәр кемгәлә үҙ икән!

Бөгөн беҙҙә "әсә теле"

Яратам һине телем.

Рәхмәт һиңә! Һинең аша

Алам мин яҡшы белем.

I этап.

Ойоштороу.

Һаумыһығыҙ! Һаумы әле!

Ниндәй йылы һүҙ икән,

Һәр күңелде иретерлек,

һәр кемгәлә үҙ икән!

Бөгөн беҙҙә "әсә теле"

Яратам һине телем.

Рәхмәт һиңә! Һинең аша

Алам мин яҡшы белем

II этап.

Актуалләштереү.

Маҡсат:

Алдағы дәрестә алған

белемдәрҙе иҫкә

төшөрөү.

II этап.

Таҡтала датаны яҙыу.

Тема: ??? (проблемалы һорау ҡуйыу, дәрестең темаһын уҡыусылар үҙҙәре билдәләй)

Актуалләштереү.

Р.Бикбаев шиғырының бер куплетын уҡытыусы яттан һөйләй.(русса һәм башҡортса) (1 слайд)

-Балалар, был шиғыр

юлдары һеҙгә танышмы? *Бшҡортостан гимнын тыңлап китеү.(1 слайд, гимн шунда уҡ)

II этап.

Актуалләштереү.

-Уҡыусылар дәрестең темаһын, уҡытыусының һорауынан сығып, үҙҙәре билдәләй. Тема асыҡланғандан һуң,таҡтаға дәрестең темаһын яҙыу.

- был шиғырҙың, гимндың авторы кем?

- Бөгөнгө дәрестең темаһы нисек аталасаҡ?

(Уҡыусылар иғтибарына

слайдта гимндың бер куплеты күрһәтелә һәм тыңлап китеү)

-Тасуири уҡыу күнегеүҙәре.

(Шәхси,рефлексив , универсаль уҡытыу эшмәкәрлеген формалаштырыу).

III этап.

Уҡыу мәсьәләһе

ҡуйыу.

III этап.

Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу.

1.-Уҡыусылар, һеҙҙеңсә Башҡортостан гимнын кемдәр ижад итә ала?

2. Шулай булғас, тыуған

илебеҙ, еребеҙ, туған телебеҙ ҙә ҡәҙерле,

сөнки беҙ шунда

тыуғанбыҙ,шул телдә аралашабыҙ, безҙең ата-

әсәйҙәребеҙ,олатай-

өләсәйҙәребеҙ ҙә шунда

тыуған, туған телендә аралашҡан. Шуға күрә беҙ тыуған ерҙең ышаныслы улдары,ҡыҙҙары булып үҫергә тейеш. Тыуған илдең, тыуған ерҙең ҡәҙерен белеп, уға кәрәкле кешеләр булып үҫегеҙ.Беҙ үҙ телебеҙҙе белергә, өйрәнергә тейешбеҙ.

3. Бөгөн һеҙҙең менән халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, башҡорт халыҡ шағиры, БР ҡоролтайы депутаты, "Ағиҙел" журналының мөхәррире, телем, илем, тип янған Рауил Бикбаевтың ижадына сәйәхәт итәсәкбеҙ.

III этап.

1.- Дөрөҫ, уҡыусылар.

Тыуған илен ,тыуған ерен, тыуған халҡын яратҡан кеше генә яратып, ғорурланып шиғыр яҙа ала.





2. Бер уҡыусы Р.Бикбаевтың

биографияһы менән таныштыра. (3-4 слайдтар)

IV этап.

Шағирҙың биографияһы өҫтөндә эш.

Маҡсат:

Уҡыу күнекмәләрен

үҫтереү өҫтөндә

эшләүҙе

формалаштырыу.

Үҙ -аллы белем алыу юлдарын күрһәтеү.

Дәрестә аңлаған, алған белеменең моделен төҙөү (дәфтәрҙә эш)

IV этап.

Дәфтәрҙәрҙә эш.

1.Дәфтәрҙәрҙә шағирҙың биографияһын ҡыҫҡаса теркәү.



2. Слайдта уның наградаларын уҡып китеү, таныштырыу.(5 слайд)

3. Шағирҙың китаптары менән таныштырып китеү.(6-7 слайдтар)

IV этап.

Шағирҙың биографияһы өҫтөндә эш.

1.Тексты уҡыу.

(Танып-белеү,универсаль уҡытыу эшмәкәрлеген формалаштырыу).

2.Слайдтан уҡыу.

физминут

физминут

Физминут

Беҙҙең ҡулдар ҡанат кеүек,

Төрлө яҡҡа йөрөйҙәр.

Аҫҡа, өҫкә, уңға, һулға,

Ағас кеүек бәүеләләр

Беҙҙең ҡулдар ҡанат кеүек,

Төрлө яҡҡа йөрөйҙәр.

Аҫҡа, өҫкә, уңға, һулға,

Ағас кеүек бәүеләләр

V этап.

Рауил Бикбаевтың халыҡ менән аралашыуын тыңлау. (видеотаҫма)

Маҡсат: Шағирҙың тере тауышын уҡыусыларға ишеттереү, ишеткәнде аңлай белеү(аудирование)һәләтен, эске телмәрен үҫтереү.

V этап.

(9 слайд)

- Уҡыусылар, шағир башҡорт теле тураһында нимә ти?

- эйе, шағир дөрөҫ әйтә.Телде ситтән килеп һаҡлап йөрөмәйәсәктәр, беҙ телебеҙҙе үҙебеҙ һаҡларға тейешбеҙ.

V этап.

  • Ғаиләлә башҡортса һөйләшәләр икән ул йәшәйәсәк.

  • Башҡортса гәзиттәр, журналдар баҫылып тора.

  • Өйҙә үҙ телеңдә һөйләшергә кәрәк.

IV этап

IV этап

IV этап

Шағирҙың депутатлыҡ эшмәкәрлеге менән ҡыҫҡаса таныштырыу.

(10слайд)

Уҡыусылар, белеүегеҙсә, Рауил Бикбаев 2008 йылдың 2 мартында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депутат итеп һайланды. Бына уның һуңғы ваҡытта яҙған "Граждандарҙы ҡабул итеү көнө" поэмаһынан бер өҙөктө уҡып китәм.

-Автор бында кешеләргә нисек ярҙам итеү юлдарын хәл итә.

-уҡыусылар, бында "Ағиҙел "журналын да күрәһегеҙ. Рауил Бикбаев журналдың мөхәррире лә булып эшләй.





Сөнки депутатҡа һәр көн үҙенең проблемаһы менән килә, әлбиттә уларҙың бөтөһенә лә ярҙам итеү ҡыйын.

VIII этап

Йомғаҡлау

(11 сайд)

-Слайдтағы шиғырҙан өҙөктө бергәләп уҡыу.

-Был шиғыр юлдары, уҡыусылар дәресебеҙҙең ҡунағы Рауил Бикбаевтың "Халҡыма хат" поэмаһынан өҙөк.

Белеүегеҙсә шағир шиғырҙарында тел проблемаһын күтәрә. Был проблема бөгөнгө көндә лә актуаль булып тора, әммә бөтө эш беҙҙән тора, уҡыусылар.

-Башҡорт теле бөтмәһен өсөн нимәләр эшләй алаһығыҙ?

-Поэмала нимә тураһында һүҙ барасаҡ? Кем аңланы?

Поэма менән киләһе дәрестә ентекле танышасаҡбыҙ.

-Шулай итеп, беҙ шағирҙың ижадына сәйәхәтебеҙҙе тамамлайбыҙ.

Уҡыусылар, Рауил Бикбаев 2013 йылдың 12 декаберендә үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләне. Уны ошо оло, күркәм юбилейы менән ҡотлап уға иҫәнлек- һаулыҡ, ижади уңыштар теләйек! (12 слайд)

-Уҡыусылар бергәләп, айырым уҡыйҙар. (Коммуникатив универсаль уҡытыу эшмәкәрлеген

формалаштырыу)

-Тел турарһында.



-Өйҙә мөмкин тиклем үҙ туған телеңдә аралашырға.

-башҡорт телендә гәзит-журналдар уҡырға.

VII этап

Өйгә эш биреү.

VII этап

Өйгә эш биреү.

  • Дәрестә беҙ нимәгә өйрәндек?

  • Бөгөн дәрестә ниҙәр белдегеҙ?

  • Үҙегеҙгә ниндәй яңылыҡ алдығыҙ?

VII этап

  • Шағирҙың телгә битараф булмағаны, тел өсөн янып- көйөп йөрөгәнен .

  • Рауил Бикбаевтың ҡайҙа тыуғанын.

  • Уның китаптарын.

  • Башҡортостан Гимны авторы булғанын.

  • Мөхәррир булғанын.

Өй эше:



  • Биографияһын уҡырға.

  • Биографияһы буйынса һорауҙар төҙөргә.



© 2010-2022