Разработка по башкирскому языку

    Мәғариф министрлығы һәм "Остаз" журналы дәрес өлгөләренең "Заманса дәрес" республика конкурсында   "Башҡорт телен уҡытыуҙа - лингвомәҙәни йүнәлеш" номинацияһында еңеүсе (IIIурын)   “Һөнәрҙәр” Тема   буйынса   4-се класс өсөн башҡорт теленән (дәүләт теле) дәрес өлгөһө Дәреслек авторҙары: Х.А.Толомбаев, М.С.Дәүләтшина   Тематик план буйынса 13-сө дәрес  Маҡсат: а) уҡыусыларҙы төрлө һөнәрҙәр менән таныштырыу, һүҙбайлығын арттырыу; б) һөнәрҙе белдереүсе һүҙҙәрҙә – сы, - се, - со, - сө ялғауҙ...
Раздел Иностранные языки
Класс -
Тип Рабочие программы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:







Разработка по башкирскому языку

Ғиләжева Фидәлиә Фәрғәт ҡыҙы

Мәләүез ҡалаһы муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы 4-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең

II категориялы

башҡорт теле уҡытыусыһы

Эш тәжрибәһе - 7 йыл







Башҡортостан Республикаһы

Мәләүез районы муниципаль районы

муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы

4-се урта белем биреү мәктәбе







Мәғариф министрлығы һәм "Остаз" журналы дәрес өлгөләренең "Заманса дәрес" республика конкурсында



"Башҡорт телен уҡытыуҙа - лингвомәҙәни йүнәлеш" номинацияһында еңеүсе (III урын)



"Һөнәрҙәр"

Тема буйынса

4-се класс өсөн башҡорт теленән (дәүләт теле) дәрес өлгөһө

Дәреслек авторҙары: Х.А.Толомбаев, М.С.Дәүләтшина

Тематик план буйынса 13-сө дәрес













2012

Тема: Һөнәрҙәр. - сы, - се, - со, - сө яғауҙары.

Маҡсат:

а) уҡыусыларҙы төрлө һөнәрҙәр менән таныштырыу, һүҙбайлығын арттырыу;

б) һөнәрҙе белдереүсе һүҙҙәрҙә - сы, - се, - со, - сө ялғауҙарҙың яҙылышын аңлатыу;

в) хеҙмәткә, уҡыуға ҡарата һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: дәреслек, һөнәрҙәр һүрәттәре (слайдтар), проектор.

Дәрес барышы

1. Фонетик күнегеү.(слайд)

Эшенә күрә ашы.

Кем эшләмәй - шул ашамай.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ.

а) Уҡытыусының уҡыуы;

б) балаларҙың үҙ аллы уҡыуы;

в) уҡытыусы менән бергә тәржемә итеү, мәғәнәһен аңлау;

г) хор менән уҡыу.

2. Яңы тема.

а) Штейнберг схемаһы буйынса эш.

Һөнәрҙәр һәм уларҙың төрҙәре тураһында әңгәмә үткәреү, шунан таблицаға күсеү.

б) Мәҙәниәткә ҡараған һөнәрҙәрҙе күрһәтеү (слайдтар)

Ҡурайсылар (И.Дилмөхәмәтов,Р.Ҡарабулатов)

Шағарҙар (М.Ғафури, Г.Юнысова)

Яҙыусы (М.Кәрим)

Бейеүсе (Р.Туйсина)

Йырсы (Ф.Урманшин)

в) таҡталағы һүрәттәргә ҡарап һөнәр белдереүсе һүҙҙәрҙе әйтеп сығырға , кем нимә эшләй,ниндәй файҙа килтереүен әйтеп сығырға.

г) Уҡы һәм сағыштыр

Нимә менән айырыла был бағаналар, һығымта сығарыу.

адвокат осоусы

инженер нефтсе

модельер спортсы

менеджер ашнаҡсы

артист уҡытыусы

3. Ҡағиҙәне аңлатыу.

Башҡорт телендә һөнәрҙе белдереүсе һүҙҙәр - сы, - се, - со, - сө ялғауҙары менән яһалыуын аңлатыу:

Уҡытыу - уҡытыусы

Эш - эшсе

Төҙөү-төҙөүсө

4. Яңы теманы нығытыу.

Һүҙҙәргә кәрәкле ялғау ҡушып, дәфтәргә яҙып ҡуйырға.

Итек, тимер, тегеү, комбайн, яҙыу, тәржемә, хәбәр, йыр, ҡурай.

5. Ял минуты

Беҙ, беҙ беҙ генә,

Бармағыбыҙ төҙ генә.

Ҡул-ҡанатты ҡағабыҙ,

Сәпәкәйләп алабыҙ.

Билдән артҡа бөгөләбеҙ,

Шунан инде сүгәләбеҙ.

Тағы ҡанат ҡағабыҙ.

Тәрән һул апалабыҙ.

Ултырабыҙ шым ғына

Һәм уҡыйбыҙ тын ғына.

6.Балаларға визит карточкалар таратыла.

Улар визитка буйынса һорауҙар төҙөйҙәр.

Тәржемәсе

Фәритова Сәлимә Сәлим ҡыҙы

Өй: Эш:

450055, Өфө, 450000,Өфө, Октябрь проспекты, 50-76 Ленин урамы, 22 тел.37-60-18 тел.22-45-76



7.Өй эше. Өлгө буйынса визиткая һарға. «Кембулырғателәринегеҙ?»

8. Кроссворд сисеү. (үҙаллы эш)

Класс менән бергә тикшереү.

9. Йомғаҡлау, уҡыусыларҙы баһалау.

(Дәрестең аҙағында уҡыусыларға йыр,ҡурай моңон ишеттерергә, йәки бейеү күрһәтергә мөмкин)



















Ҡушымта:

схема

Разработка по башкирскому языку







Кроссворд

Разработка по башкирскому языку

Дәрестә

Разработка по башкирскому языку

© 2010-2022