Урок по башкирскому языку для 5 класса «Ерҙә ниндәй эҙең ҡала?» («Какой след оставишь на земле?»

Повторение урока по теме «О себе. Изменение личных местоимений по падежам.» Планирование составлено по требованиям ФГОС. Использованы коммуникативные, блочные, проблемные методы обучения.  Особое внимание уделяется на развитие индивидуальных качеств учащихся.  Лексическая тема заставляет учащихся задуматься о смысле жизни. Какие следы можно оставить в жизни? Учащиеся, может быть, сегодня и не смогли  ответить на этот вопрос, но они обязательно задумаются над вопросом: «И, вправду, какой же след ...
Раздел Иностранные языки
Класс 5 класс
Тип Рабочие программы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Башҡоротостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

Өфө ҡалаһы Совет районының 117-се һанлы

сит телдәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнеүсе урта мәктәп













"Ерҙә ниндәй эҙең ҡала?"

("Үҙем тураһында. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше"

темаларын нығытыу дәресе).







Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Миләүшә

Нурулла ҡыҙы Моратшина

төҙөнө.

Өфө-2014

Тема. Ерҙә ниндәй эҙең ҡала?

Маҡсат. 1) уҡыусыларҙа сағыштырыу, дөйөмләштереү алымдары аша уҡыусыларҙың зат алмаштары тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү; зат алмаштарын текста таба һәм ҡуллана белергә өйрәтеү; 2) Балаларҙың фекерләү һәләтен үҫтереү, фекерҙәрен дәлилләй белергә өйрәтеү, 3) Йәш быуынға әхлаҡи тәрбиә биреү. Йәшәү мәғәнәһе тураһында уйланырға этәргес яһау.

Дәрес төрө. Ҡабатлау дәресе.

Дәрестең структураһы: Материалды уҡыусыларҙың уйлау активлығын иҫтә тотоп өйрәтеү; иҫтә ҡалдырыуҙың мотивацияһын булдырыу; актуалләштереү (терәк схемалар, мәғәнәүи группалар менән эшләү); үҙләштереү дәрәжәһен тикшереү; төрлө ауырлыҡтағы эштәр әҙерләү; белемдәрҙе ҡабатлау, нығытыу, иҫтә ҡалдырыу һәм ҡулланыу дәрәжәһен билдәләү.

Йыһазлау. Дәреслек, карточкалар, мультимедиялы проектор, терәк схемалар, һүрәттәр.

Ҡулланылған педагогик технологиялар: коммуникатив технология,модулле уҡытыу технологияһы, проблемалы увҡытыу технологияһы, блоктар менән уҡытыу технологияһы элементтары.

Уҡыусылар менән төркөмдәрҙә эшләү.

Дәрес барышы.

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

  1. Психологик комфорт булдырыу

  1. Сәләмләү.(таҡтала)

Һаумы, ҡояш, һаумы, йыһан,

Мин һинең наҙлы балаң!

Сәләм биреп кешелеккә,

Яҙмышым яҙып барам.

(Рәсимә Ураҡсина)



  1. Телмәр ағзаларын эшкә әҙерләү: күҙҙәрҙе ныҡ итеп йомабыҙ, ҡолаҡтарҙы ышҡыйбыҙ, телдән торба эшләйбеҙ, башҡа күнекмәләр яһау).

  2. Дидактик уйын "Нимә нисек тауыш сығара?"

Показываю рисунок, а вы должны назвать их по- башкирски и показать как они "поют":

  • Бал ҡорто

  • Ҡарға

  • Йылан

  • Ҡаҙ

Бер-береһен сәләмләйҙәр.



Телмәр ағзаларын күнектерәләр.





  • "бҙҙҙ-бҙҙҙ-бҙҙҙ" тип йырлай.

  • "ҡар-ҡар-ҡар" тип ҡарҡылдай.

  • "ҫҫҫ-ҫҫҫ-ҫҫҫ" тип ыҫылдай.

  • "ға-ға-ға" тип ҡысҡыра.


  1. Уңыш ситуацияһын ойоштороу

  1. Тәбиғәт- үҙе бер матурлыҡ. Шул матурлыҡҡа һоҡланып алайыҡ. Экранға иғтибар итегеҙ.(Слайдта эҙҙәр һүрәттәре күрһәтелә).

Йәгеҙ әле, ниндәй мөғжизәләр күрәһегеҙ? Барлыҡ һүрәттәрҙе лә бер һүҙ менән нисек әйтер инек?

  1. Ниндәй эҙҙәр була?

  2. Эҙҙәрҙе кемдәр ҡалдыра?



  1. Тағы ниндәй эҙҙәр була?



  • Ә ниндәй эҙҙәр һеҙҙеңсә яҡшы, ниндәйҙәре насар беҙ дәрес барышында әйтербеҙ. Ә хәҙер иғтибар менән текст тыңлайбыҙ.



  • Эҙҙәр (следы)





  • Ҡарҙағы, ҡомдағы?

  • Кешеләр, ҡоштар, хайуандар, йәнлектәр, бал ҡорттары, йыландар.

  • Йөрәктәге, күңелдәге эҙҙәр.


  1. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу ситуацияһы

Текст өҫтөндә эш.

Камилә бөгөн бик шат. Ауылдан өләсәһе ҡунаҡҡа килергә тейеш. Ул дәрестәре бөткәс тә өйҙәренә ашыҡты. Өләсәһе уны йылмайып ҡаршы алды:

  • Ҡыҙым, бигерәк үҫкәнһең. Был тормошта матур эҙҙәр генә ҡалдырһаң ине,- тип теләген дә еткерҙе.

  • Ә ниндәй матур эҙҙәр, өләсәй?- тип аптыраны Камилә.

  • Һәр кеше, балаҡайым, үҙенең эше менән был донъяла эҙ ҡалдыра ала, ә һинең эшең әлегә уҡыу. Мин һиңә эштәр ҙә алып килдем. Һин бит миңә лайыҡлы алмаш булырға тейешһең.

  • Алмаш, алмашты беҙ бит дәрестә үттек, өләсәй.

  • Уҡыусылар, алмаш- алмаш һүҙҙәренең яҙылыштары оҡшаған, ниндәй һүҙҙәр һуң улар?

  • Ә нисек тәржемә ителәләр? Һүҙлектән ҡарайыҡ әле.



Уҡыусылар, бергәләп, "Мин, һин, ул" уйынын уйнап алайыҡ әле.

1,2-се юлдарын бергә 3,4-се юлдарын ҡыҙҙар, аҙаҡ 3,4 - малайҙар әйтә.







  • Итәбеҙ

  • Ерҙә эҙ ҡалдырыу тураһында.







  • Омонимдар



  • Алмаш - замена



  • Алмаш - местоимение



  • Алмаш - поменяйся (повенительное наклонение глагола)



  • Мин, һин, ул,

Беҙ, һеҙ, улар.

Беҙ бит ҡыҙҙар,

Бына ниндәй уңғандар!

  • Мин, һин, ул,

Беҙ, һеҙ, улар.

Беҙ бит малайҙар,

Бына ниндәй батырҙар!

  1. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү

  1. - Уңған, батыр булғас ерҙә матур эҙҙәр ҡалдырырһығыҙ инде. Әйҙәгеҙ, дәфтәрҙәрҙе асайыҡ, бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһын яҙайыҡ:

Бөгөнгө дәрестә беҙ уның килештә үҙгәреше, ҡулланылышы тураһында белемдәребеҙҙе нығытырбыҙ.

Әйҙәгеҙ иң беренсе "Алмаш тау түбәһенә" менеп үҙебеҙҙең эҙебеҙҙе изге Ирәмәл тауында ҡалдырайыҡ. Афарин, гел изгелек ҡылыуығыҙға ышанам. Камиләгә өләсәһе тағы эштәр алып килгән икән. Дәреслектәрҙе асығыҙ.

"Ерҙә ниндәй эҙең ҡала?"

Алмаштарҙың килеш менән үҙгәреүен ҡабатлау, нығытыу.



  • 3 кеше сыға (елка, корзина, туптар)

  1. Ғәмәли эштәр

Дәреслек менән эш (таҡтала),башҡалар дәфтәрҙәрендә эшләй, китапты асырға

  • 108-се күнегеү(яҙып). 1-се рәт - һөйлә(кемгә?)

2-се рәт - ал(кемдән?)



  • Тәржемә ит (слайд)

(телдән)

(Я) Әлфиә. (Мне) 10 йәш. Ә (я)- Оля. (Я) дә уҡыусы. Ә (он) кем? (Его) исеме Батыр. (Мы) бергә уҡыйбыҙ.



  • Парлап эшләү. Мәҡәлдең икенсе яртыһын табығыҙ.(Найдите вторую половину пословицы.) Был мәҡәл беҙҙе ниндәй булырға өндәй?

Үҙеңде үҙең маҡтама, ...

Бер яҡшы эш ...

Үҙең һөйләмә,...

  • Уйын "Артыҡ һүҙҙе тап"(карточка)

апай уларҙы

әсәй ағай

Һеҙгә олатай

  • Төркөмдәргә эш бүлеп биреү.

Проекторҙа һорауҙар яҙылған, карточкалар төркөмдәргә таратыла. Ошо һорауҙарға яуаптар әҙерләнә. Яуаптар буйынса тормошта йәшәү үрнәгенең моделен төҙөйҙәр. Төркөмдәр бер-береһен тыңлай, бәхәсләшә.

1-се төркөм.

Һеҙ иптәштәрегеҙҙе нисек күрергә теләйһегеҙ?

2-се төркөм.

Атай- әсәйҙәрегеҙҙе һөйөндөрөр өсөн үҙегеҙҙә ниндәй сифаттар тәрбиәләр инегеҙ?

Әйҙә ,уҡыусылар, ял итеп алайыҡ, яҡшы сифаттарға ҡул сабаһығыҙ, ә насарҙарында күҙҙе йомабыҙ.



Һәр төркөм йәшәү үрнәгенең моделен яһай. (Кеше һүрәте)

Һөҙөмтәһе. Аҡыллы, хеҙмәтте һөйә, кешеләрҙе, тормошто ярата, ерҙә яҡшы эҙҙәр генә ҡалдыра.

  • Һеҙ төҙөгән модель буйынса, тормошобоҙ ҙа матур, тирә-яғыбыҙ таҙа булыр ине.

Өйгә эш.

1-се рәт- миңә, һиңә, уға, беҙгә, һеҙгә, уларға.

2-се рәт - минән, һинән, унан, беҙҙән, һеҙҙән, уларҙан.

Мин Әлфиә. Миңә 10 йәш. Ә мин - Оля. Мин дә уҡыусы. Ә ул кем? Уның исеме Батыр. Беҙ бергә уҡыйбыҙ.





эшең һөйләһен.

һине кеше маҡтаһын.

мең яҡшы һүҙҙән артыҡ.







Тәртипле, тырыш, уңған....

Әҙәпле, итәғәтле...

Насар уҡыу, уҡытыусыларҙы тыңламау, тәртипһеҙ булыу.

  • Аҡыллы, һөйкөмлө,

Изге күңелле,

Ҡайнар йөрәкле,

Эшсән, тырыш, ярҙамсыл, тәртипле, таҙалыҡ яратыусы, кешелекле, иғтибарлы, уҡымышлы, ғәҙел

Ерҙә яҡшы эҙҙәр генә ҡалдыра.





Яҡшы кешеләр тураһында мәҡәлдәр яҙып килергә.

"Ерҙә мин ниндәй эҙ ҡалдырасаҡмын"темаһына бәләкәй инша яҙып килергә..

  • Рефлексив анализ. Баһалау.

Уҡыусылар, һеҙҙең менән аралашыуыма бик шатмын. Бөгөн мин һеҙҙең барығыҙға ла 5 билдәһе ҡуям. Тормошта ла тик 5-ләр генә алып йәшәгеҙ!





© 2010-2022