Башҡорт теленән дәрес өлгөһө

Раздел Иностранные языки
Класс 6 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Башҡорт теленән технологик карта ( 6 класс)

Дәрес темаһы

Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар. Ҡылым

Дәрес төрө

Ҡатнаш дәрес

Планлаштырылған һөҙөмтәләр

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: тема буйынса яңы һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр өйрән, уларҙы бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу; ҡылымдың грамматик билдәләрен ҡабатлау, нығытыу.

Метапредмет (предмет- ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып белеү: темаға ҡағылышлы һүҙҙәр менән ҡылымдар ҡулланып һөйләмдәр төҙөү. Бирелгән текстан ҡылымдарҙы табып билдәләү;

в) коммуникатив: темаға ҡағылышлы һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр ҡулланып логик яҡтан дөрөҫ һәм бәйләнешле булған һөйләмдәр төҙөй белеү, үҙ- ара аралашыу, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү;

Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: үҙҙаллылыҡ сифаттары, тыуған яҡ тәбиғәтенең матурлығына һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш булдырыу

Йыһазландырыу

Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. "Башҡорт теле". 6- сы класс уҡыусылары өсөн дәреслек.- Өфө: Китап, 2010.; мультимедия проекторы, экран, ноутбук, ҡоштар һүрәттәре менән конверт

Предмет- ара бәйләнеш

Әҙәбиәт, география, биология, мәҙәниәт

Дәрес этаптары

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ


1.Ойоштороу моменты.

Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу

  • Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле көн!

Кәйефтәрегеҙ нисек?

  • Бөгөнгө дәрестә һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Әйҙәгеҙ, дәрестә үҙебеҙгә уңыштар теләп бер- беребеҙгә ҡарап йылмайышайыҡ.

  • Дәресебеҙҙе дауам итер алдынан, ауыҙ- телдәребеҙҙе көйләп фонетик- артикуляцион күнегеү үткәреп алайыҡ.

(1 слайд) Күрҙем ҡарға: төшкән ҡарға,

Ҡарға төшкән аҡ ҡарға.

Шул ҡарғаны күрер өсөн,

Ҡарға йыйылған ҡарға.

Уҡыусыларҙың яуаптары





Уҡыусылар башҡорт теленең һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрен, һүҙҙәрҙе уҡытыусы артынан ҡабатлайҙар

Регулятив: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойошторалар;

Шәхси: белем алыуға, уҡыуға ҡарата, дәрескә ыңғай ҡараш күрһәтәләр;

Танып белеү: яңы белем алыу кәрәклеген аңлайҙар, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштыралар.

2. Уҡыу ситуацияһын тыуҙырыу (белемдәрҙе актуалләштереү)

С.Әлибай "Матур көн"

Ынйы- ынйы ҡарҙар яуа,

Ғәжәп матур көн бөгөн.

Ҡулға тотоп алғы килә

Ҡарҙың һәр бер бөртөгөн.

Бәүеле- бәүелеп төшә,

Ҡар яуа- матур ниндәй!

Әйтерһең дә, кемдер күктә

Ҙур иләктән он иләй.



  • Уҡыусылар, мин уҡып ишеттергән шиғырҙа тәбиғәттең ниндәй миҙгеле тураһында һүҙ бара?

  • Дөрөҫ, ҡыш миҙгеле тураһында яҙылған был шиғырҙа. Ҡыш көнө һауа торошо, көндәр ниндәй була? Кешеләр нимә эшләй? Ә йәнлектәр, ҡоштар нимә эшләй?





  • Йылы яҡтарға осоп китмәгән ҡоштарҙы беҙ нисек атайбыҙ?

  • Дөрөҫ. Яңынан тиҙәйткесебеҙҙең текстына күҙ һалығыҙ әле. Ул нимә тураһында?

  • Ә аҫтына һыҙылған һүҙҙәр нимәне белдерә? Ниндәй һорауға яуап бирәләр?





Уҡыусыларҙың яуаптары.

Һыуыҡ, буранлы көндәр.

Кешеләр йылы кейемдәр кейәләр, өйҙәрен йылыталар.

Ҡайһы бер йөнлектәр йоҡоға тала, ә йоҡоға талмағандары тундарын алмаштыра. Күсмә ҡоштар йылы яҡтарға осоп китәләр, ҡалғандары кеше торлаҡтарына яҡынлаша.

Беҙҙең яҡтарҙа ҡышлаусы ҡоштар тип атайбыҙ.

Тиҙәйткес ҡарғалар тураһында.

Күрҙем- ни эшләнем?

Төшкән- ни эшләгән?

Йыйылған- ни эшләгән?

Был һүҙҙәр ҡылымдар.

Регулятив: уҡыу мәсьәләһен аңлау, ҡабул итеү, маҡсатҡа ярашлы эштәрҙе башҡарыу, ҡуйылған һорауҙарға яуап бирә белеү;

Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте уҡытыусы телмәренән ишетеп аңлау;

Коммуникатив: тыңлайҙар һәм диалогҡа инәләр, әңгәмәгә ҡушылалар;

Шәхси: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ сифаттары формалаша.

3.Уҡыу мәсьәләһен (проблемаһын) ҡуйыу

  • Шулай итеп, уҡыусылар, беҙ бөгөнгө дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

  • Үҙебеҙгә ниндәй маҡсат ҡуябыҙ?

Ҡышлаусы ҡоштар, ҡылым тураһында һөйләшәсәктәре тураһында әйтәләр.

Уҡытыусы менән берлектә дәрескә маҡсат ҡуялар.

Танып белеү: логик фекерләү алгоритмын төҙөйҙәр;

Регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләйҙәр.

4.Яңы материал үтеү. Уҡыу проблемаһын сисеү

- Дәфтәрҙәрегеҙгә бөгөнгө датаны, дәрестең темаһын яҙығыҙ.

Егерме етенсе ғинуар, шаршамбы

Класс эше

Ҡышлаусы ҡоштар

Ҡылым

  • Тәбиғәттең йоҡоға талған тылсымлы бер миҙгеле. Тыуған яғыбыҙҙа ҡыш. Ниндәй һоҡланғыс, ниндәй гүзәл ул ҡыш миҙгеле!

  • Күҙ алдына килтерегеҙ әле, һеҙ урманда саңғыла йөрөйһөгөҙ, ти. Һалҡынса, рәхәт. Һирәк кенә булһа ла ҡош тауыштары ишетелә. Әйҙәгеҙ әле бергәләп ҡош тауыштарын тыңлайыҡ. Ниндәй ҡош тауышы икәнен һеҙ әйтерһегеҙ.



  • 1. (Турғай тауышы)

"Сырыҡ- сырыҡ килеп, турғайым,

Өшөп тора ҡалтырап.

Тәҙрә ҡаға ипләп кенә,

Ҡанаттарын ҡаҡҡылап." (2 слайд)

Уҡыусылар, был ниндәй ҡош? Ул нимә менән туҡлана?

  • 2. (Ҡарабаш турғай тауышы)

"-Эй, һин, ҡарабаш- турғай- һары түш,

Һин кес кенә матур ҡош!" (3 слайд)

Уҡыусылар, ә ҡарабаш турғай тураһында нимәләр беләһегеҙ?

  • 3. (Һайыҫҡан тауышы)

"Урман яңылыҡтарын

Һайыҫҡан көн дә һөйләй:

Урман радиоһында

Ул диктор булып эшләй". (4 слайд)

Һайыҫҡан тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?



  • 4. (Күгәрсен тауышы)

"Көн буйына гөлдөр- гөлдөр,

Эй, гөрөлдәй күгәрсен". (5 слайд)

Был ҡош ҡайҙа йәшәй?









  • 5. (Ҡарға тауышы)

"Ҡарға әйтә: "Ҡар- ҡар!

Күктә ҡояш бар, бар!" (6 слайд)

Ә был ҡош тураһында ниндәй мәғлүмәттәрегеҙ бар?



  • Уҡыусылар, бер дәрестә генә бөтә ҡышлаусы ҡоштарҙы ла күрһәтеп бөтөп буламы?

  • Дөрөҫ, сөнки Башҡортостанда 70-ләп төр ҡош ҡышлай. Бер нисәһенең һүрәттәрен ҡарап үтәйек.

  • Ҡыҙылтүш (7 слайд)

  • Тумыртҡа (8 слайд)

  • Өкө (9 слайд)

-Уҡыусылар, әле генә беҙҙең яҡта ҡышлаусы ҡоштарҙың бер нисәһен ҡарап үттек. Ҡышҡы урманда ҡоштар тауышын тыңлап саңғыла йөрөү оҡшанымы һеҙгә?

Уҡыусылар дәфтәрҙәренә датаны, дәрес темаһын яҙалар







Уҡыусылар был ҡоштоң турғай икәнен, төрлө ем, бойҙай, бөжәктәр менән туҡланыуын әйтәләр. (Ҡоштоң исемен яҙып ҡуялар).

Төрлө урмандарҙа йәшәй. Ҡыш көнө торлаҡтарға яҡынлай, йылы яҡҡа китмәй. (Ҡоштоң исемен яҙып ҡуялар).



Оҙон ҡойроҡло ала ҡош. Йылтыр, матур әйберҙәрҙе ояһына ташый. (Ҡоштоң исемен яҙып ҡуялар).

Был ҡоштар күмәкләшеп, кеше торлағы булған урындарҙа йәшәйҙәр. Үҙе күк төҫтә, аяҡтары ҡыҙыл. (Ҡоштоң исемен яҙып ҡуялар).



Ҡара ла, ала ҡарға ла була. Ауылдарҙа йәшәйҙәр. (Ҡоштоң исемен яҙып ҡуялар).

Юҡ!

(Ҡоштоң исемен яҙып ҡуялар) (Ҡоштоң исемен яҙып ҡуялар)

(Ҡоштоң исемен яҙып ҡуялар)

Уҡыусыларҙың яуаптары

Танып белеү: ҡоштарҙы тауыштарынан, һүрәттәрҙән таныу, һорауҙарға яуап биреү;

Коммуникатив: уҡытыусы ҡуйған һорауҙарға логик яҡтан дөрөҫ төҙөлгән, тулы һөйләмдәр менән яуап биреү. Бер- береһе менән хеҙмәттәшлек итеү, үҙ эштәрен анализлау, башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү формалаша;

Шәхси: ҡышты беҙҙең яҡтарҙа үткәреүсе ҡоштарҙың исемдәрен беләләр.

5.Ял минуты

Арығанһығыҙҙыр. Ял минуты үткәреп алайыҡ.

"Ҡаҙҙар"

Ҡаҙҙар осто, осто, осто теҙелеп.

Остолар ҙа төштөләр.

Ултырҙылар, ял иттеләр,

Һәм тағы ла остолар.

Остолар, остолар,

Парта аҫтына боҫтолар!



Ҡулдарын ҡанат кеүек һелкәләр.

Ҡулдарын төшөрәләр.

Сүкәйәләр.

Ҡулдарын һелкәләр.

Хәрәкәтләнәләр.

Ултыралар.

Шәхси: уйында ҡатнашыу мәҙәниәте формалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта

6. Белемде нығытыу (яңы белемде практикала ҡулланыу)

- Эшебеҙҙе артабан дауам итәбеҙ. Бирелгән тексты уҡыйыҡ, тәржемә итәйек. (Уҡытыусы уҡый)

" Башҡортостанда 70- ләп төр ҡош ҡышлай. Уларҙың күбеһе һыуыҡтан түгел, ә аслыҡтан үлә. Шуға күрә уларға тағараҡтар яһарға, унда ем һалырға кәрәк." (10 слайд)

Төр- вид

Аслыҡтан- из-за голода

Үлә- умирает

Тағараҡ- кормушка

Ем- корм

Текстағы ҡылымдарҙы табығыҙ.



  • Уҡыусылар, һеҙ был һүҙҙәрҙең ҡылым икәнен нисек билдәләнегеҙ?

Был һүҙҙәр ниндәй һорауҙарға яуап бирәләр?

Ҡылым тураһында тағы нимә әйтә алаһығыҙ?



  • Дәресебеҙҙе дауам итеп уйын- ярыш үткәрәм. Мин һеҙҙе ике командаға бүләм. 1-се команда "Аҡыллылар", 2-се команда "Зирәктәр". Уйындың биремдәрен тыңлап, дөрөҫ яуап бирерһегеҙ. Башланыҡ!

  1. се бирем. Мин һеҙгә карточкалар таратам. Был һүрәттәрҙә ҡоштар бирелгән. Һеҙ был ҡоштар араһында ҡайһыһы артыҡ һәм ни өсөн икәнен әйтергә тейешһегеҙ.

  1. Турғай 1. Тумыртҡа

  2. Һайыҫҡан 2. Күгәрсен

  3. Өкө 3. Ҡыҙылтүш

  4. Сыйырсыҡ 4. Ҡарлуғас

  5. Ала ҡарға 5. Ҡарабаш турғай

  1. се бирем. Ҡайһы һүҙ артыҡ? Ни өсөн?

  1. Уҡый 1. Яҙа

  2. Йырлай 2. Бейей

  3. Һөйләй 3. Ашай

  4. Мәктәп 4. Ҡош

  5. Ултыра 5. Йүгерә

  1. сө бирем. Тағараҡ тирәләй ниндәй ҡоштар һүрәтләнгән?

  2. се бирем. Ҡыш, ҡош һүҙҙәренә синквейн төҙөү.

Ҡыш- исем

Һыуыҡ, ҡарлы

Һыуыта, туңдыра, буранлай

Ҡыш- иң күңелле миҙгел

Яңы йыл

Ҡош- исем

Матур, бәләкәй

Һайрай, сүпләй, оса

Ҡош- осоусы йән эйәһе

Турғай



  • Афариндар! ( Еңеүсе команда билдәләнә)

  • Беҙҙең ҡанатлы дуҫтарыбыҙ тураһында бик күп йырҙар, шиғырҙар ижад ителгән. Бәлки, бер нисәһен уҡып китербеҙ.





Уҡыусылар тексты телдән тәржемә итә



Уҡыусылар ҡышлай, үлә, яһарға, һалырға ҡылымдарын табалар.

Ҡышлай- ни эшләй?

Үлә- нимә эшләй?

Яһарға- ни эшләргә?

Һалырға- ни эшләргә? һорауҙарына яуап бирәләр. Ҡылымдың заман, зат формалары бар.





Уҡыусылар артыҡ ҡоштоң исемен әйтәләр, ни өсөн икәнен аңлаталар.



Уҡыусылар артыҡ һүҙҙе табалар, ни өсөн икәнен аңлаталар.



Ҡоштарҙың исемдәрен атайҙар.

Уҡыусыларҙың яуаптары







Уҡыусылар алдан әҙерләгән шиғырҙарын уҡыйҙар.

Шәхси: тасуири уҡыу күнекмәләре формалаша, уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныу;

Регулятив: уҡыу мәсьәләһен (биремен) аңлау, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу;

Коммуникатив: диалог төҙөйҙәр, һорауҙарға яуап бирәләр, башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү формалаша;



Танып белеү: анализлау, сағыштырыу, алған мәғлүмәтте дөйөмләштереү.

7.Өйгә эш биреү

Ә хәҙер киләһе дәрескә өй эшен яҙығыҙ. Дәреслектең 70-71- се биттәрендә бирелгән 186- сы күнегеүҙе уҡып, һорауҙарға яуап бирергә. Үҙегеҙгә оҡшаған һәм беҙҙең яҡтарҙа ҡышлаған берәй ҡоштоң һүрәтен төшөрөргә.

Уҡыусылар көндәлектәренә өй эшен яҙалар.

Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте анализлай, һайлай белеү;

Регулятив: яңы уҡыу мәсьәләһен ҡабул итә белеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу;

Коммуникатив: һорауҙарға яуап биреү.

8.Дәресте йомғаҡлау. Эшмәкәрлеккә рефлексия

- Шулай итеп, бөгөнгө дәрестән үҙегеҙгә ниндәй яңылыҡтар алдығыҙ?

- Ни өсөн ҡышлаусы ҡоштар беҙҙең ярҙамға мохтаж?

- Ҡылым һүҙ төркөмөнә ҡараған һүҙҙәр булмаһа беҙҙең телмәребеҙ аңлайышлы булыр инеме?

- Уҡыусылар, дәрес башында ҡуйған маҡсаттарыбыҙға ирештекме?

- Алған белемдәрегеҙ тормошта кәрәк булырмы?

(Уҡыусыларҙы баһалау)



  • Дәрестә алған белемдәрегеҙҙе тормошта ҡулланырһығыҙ, тәбиғәтте һаҡларһығыҙ, ҡышлаусы ҡоштарға ярҙам итерһегеҙ тип ышанам.

Тәртипле, аҡыллы малай һәм ҡыҙҙар булып, Тыуған илебеҙгә файҙалы һәм кәрәкле шәхестәр булып үҫеүегеҙҙе теләйем.

Дәрес тамам. Һау булығыҙ!

Уҡыусыларҙың яуаптары

Регулятив: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа биреү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша;

Шәхси: үҙүҫеш, баһалау һәләте үҫә.



© 2010-2022