Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе

Раздел Иностранные языки
Класс 8 класс
Тип Рабочие программы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

" Средняя общеобразовательная школа села Тавтиманова"

МР Иглинский район Республики Башкортостан




«Согласовано»

Руководитель РМО ____ / С.М.Шарафутдинова /

от «__» _________2014г.

«Согласовано»

Заместитель директора по УВР

_____/Р.АВичкитова. /

от «__» _________2014г.

Утверждено

директором школы.

Приказ №______

«__»_________2014г








Рабочая программа

по родному (башкирскому) языку и литературе

в 8 классе










Составила Хасанова Римма Санигалиевна.



2014-2015 учебный год

Башҡортостан Республикаһы

Таутөмән урта мәктәбенең

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы


"Килешенгән" "Килешенгән"

РМБ етәксеһе УТЭ етәксеһе

_____/С.М.Шәрәфетдинова/ _____/Р.А.Вичкитова/

«__»__________2014й. «__»__________2014й.

Мәктәп директоры

менән раҫланылған.

Бойороҡ №______

«__»__________2014й.










8-се класс өсөн

туған (башҡорт) теленән һәм әҙәбиәтенән

эш программаһы













Төҙөүсеһе Хәсәнова Римма Сәниғәли ҡыҙы









2014-2015 уҡыу йылы.

Пояснительная записка

Рабочая программа составлена на основе следующих нормативно-правовых документов:

  1. Конституции РФ, ст. 43;

  2. Конвенции о правах ребенка;

  3. Федерального закона от 29 декабря 2012 г. № 273-ФЗ "Об образовании в Российской Федерации";

  4. Приказа № 1089 от 5 марта 2004 "Об утверждении федерального компонента государственных образовательных стандартов начального общего, основного общего и среднего (полного) общего образования" (в соответствии с изменениями);

  5. Приказа от 9 марта 2004 г. N 1312 Об утверждении федерального базисного учебного плана и примерных учебных планов для образовательных учреждений Российской Федерации, реализующих программы общего образования;

  6. Постановления Главного государственного санитарного врача РФ от 29 декабря 2010 № 189 «Об утверждении СанПиН 2.4.2.2821-10 «Санитарно-эпидемиологические требования к условиям и организации обучения в общеобразовательных учреждениях»;

  7. Закон "О языках народов Российской Федерации" (с изменениями и дополнениями) от 25 октября 1991 г. № 1807-I

  8. Закона Республики Башкортостан «Об образовании в Республике Башкортостан» от 1 июля 2013 г. № 696-з;

  9. Концепции развития национального образования в Республике Башкортостан от 31 декабря 2009 г. № УП-730;

  10. Закон «О языках народов Республики Башкортостан»(с изменениями и дополнениями) от 15 февраля 1999 года № 216-з

  11. Регионального базисного учебного плана и примерных учебных планов для общеобразовательных учреждений Республики Башкортостан, реализующих программы общего образования (Приказ министерства образования РБ № 824 от 6 мая 2014);

  12. Нормативной базы по предмету башкирский язык и литературы составлена в соответствии с программой по башкирскому языку и литературе для учащихся-башкир I-XI классов школ с русским языком обучения. Составители: Усманова М.Г.,Габитова З.М.-Ижевск.КнигоГрад.2009.

  13. Учебного плана МБОУ СОШ с. Тавтиманово

Приказ № от « » 2014 г.

  1. Положения о рабочей программе МБОУ СОШ с. Тавтиманово

Приказ № от « » 2014 г.









Аңлатма яҙыу.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары , талаптары тормошҡа ашырыла

Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

  • Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

  • Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.

  • дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.

  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

  • Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады менән таныштырыу, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

  • Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.

Дәреслек: Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 8-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д. С., Ғафаров Б. Б., Хөснөтдинова Ф. Ә. - Өфө: "Китап", 2011.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

1.Башҡорт теленең фонетик системаһы менән таныштырыу,уның үҙенсәлекле өндәрен аңлы рәүештә ҡабул итеү,иҫтә ҡалдырыу,дөрөҫ әйтеү, туған тел күренештәрен рус теле күренештәре менән сағыштыра белеү күнекмәләре тәрбиәләү.

2.Туған телдең лексик байлығын үҙләштереү,төрлө һүҙлектәр менән эшләй алыу күнекмәләрен булдырыу.Һүҙъяһалыш ҡалыптарын үҙләштереү.

3.Башҡорт теленең морфологик төҙөлөшөн, һүҙ төркөмдәрен, уларҙың категорияларын белеү һәм телмәр процесында ҡуллана алыу.

4.Башҡорт теленең синтаксис төҙөлөшө:ябай һәәм ҡушма һәйләмдәр тураһында мәғлүмәтле булыу,уларҙы яҙма һәм һөйләү телмәрендәҡуллана белеү.

5.Үҫеш кимәле буйынса артта ҡалған уҡыусылар өсөн, уларҙың уҡыу үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, һайланма эш алымдары алына.

Программаның йөкмәткеһе: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған "Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа" Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I - XI кластары өсөн буйынса төҙөлдө. Программаның төҙөүселәре:Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А. һ.б.- Ижевск: «КнигоГрад», 2009.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа "Башҡортостан РеспубликаһыТаутөмән урта мәктәбенең муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.2014-2015 уҡыу йылында 8-се класс өсөн аҙнаһына 2 сәғәт бирелгән уҡытыу календарына ярашлы 68 сәғәт тура килә.

Башҡорт теле дәрестәрендә рухи ҡиммәттәр бирелеүе.

1.Балаларҙы башҡорт халыҡ ижады, йыр-музыкаһы, театры, һынлы сәнғәте менән таныштырыу, күренекле яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен үҙләштереүенә ирешеү.

2.Уҡыусыларға башҡорт халҡының килеп сығышы, тарихи яҙмышы, сит илдәрҙәге милләттәштәребеҙҙең тормошо тураһында мәғлүмәттәр биреү;

3.Халыҡ тарихын һәм мираҫын өйрәнеү аша үҫмерҙәрҙә Ватанға, халыҡҡа, туған телгә мөхәббәт, ололарға, кеселәргә һәм, ғөмүмән, кешегә ихтирам мәрхәмәтлелек, шәфхәтлелек тәрбиәләү. Шулай уҡ хеҙмәт тәрбиәһе һәм эстетик тәрбиә биреү.

4.Киләсәк йәш быуынды мәрхәмәтле, шәфхәтле, туған яҡ тәбиғәтен һаҡлаусы һәм яратыусы кешелектең ыңғай сифаттарына эйә булған, милләт мәнфәгәттәрен яҡларҙай

кеше итеп тәрбиәләү.



8-се классуҡыусыларының белем һәм күнекмәләренә талаптар:

Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү; ятлау өсөн тәҡдим ителгән өҫәрҙәрҙе яттан һөйләй белеү;

Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу; эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;

Тәҡдим ителгән художестволы әҫәрҙәрҙе аңлы һәм тасуири уҡыу; ҙур булмаған әҫәрҙәрҙе, өҙөктәрҙе һөйләй белеү;

Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте; телдең морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө менән танышыу.

Ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу.


Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Тема

Йөкмәткеһе

Мәктәп - белем шишмәһе

С. Әлибай "Мәктәп юлы".Р.Тимершин "Уйлап табыусы"

Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Ябай һөйләм синтаксисы һәм пунктуация. Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Логик баҫым. Һөйләү маҡсаты яғынан һөйләм төрҙәре.

Халыҡ ижады - халыҡ хазинаһы

"Ике сәсән", "Сура батыр" ҡобайырҙары.Һүҙбәйләнештең яһалышы.

Көҙ - хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле

З. Биишева"Көҙгө ямғыр". Х. Назар "Көҙгө көн. Болотло. Һалҡын". Р. Өмөтбаев "Әмир баҫыуы".

Һөйләмдең баш киҫәктәре.

Башҡортостан - алтын бишек!

А. Игебаев"Башҡортостан ил генәм", И. Кинйәбулатов "Дуҫлыҡ төйәге". Н. Нәжми "Өфө йүкәләре".

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре. Аныҡлаусылар, өҫтәлмәлектәр, тултырыусылар.

Салауат батыр - ир ине

Ф. Рәхимғолова "Салауат". Т. Дәүләтбирҙина "Салауат рухы". Я. Хамматов "Салауат" романы (өҙөк).

Хәлдәр. Рәүеш хәле. Урын хәле. Ваҡыт хәле.

Ҡыш

Ш. Бабич "Ҡышҡы юлда". Ф. Рәхимғолова "Ҡыш". Б. Рафиҡов "Бүреләр".

Маҡсат хәле. Сәбәп хәле. Күләм-дәрәжә хәле. Шарт хәле. Кире хәл.

Данлы йылдар, шанлы йылдар

М. Кәрим "Үлмәҫбай". Р. Өмөтбаев "Башҡорттар китте һуғышҡа".

Ябай һөйләм синтаксисы. Синтаксик анализ. Тиң киҫәкле һөйләмдәр.

Әсәйем - күңел ҡояшым!

Ш. Бикҡол "Әсәйем кәңәштәре". Т. Ғиниәтуллин "Әсә һәм бала".

Ике составлы һөләмдәр. Бер составлы һөйләмдәр. Тулы һәм кәм һөйләмдәр.

Әҙәп барҙа - иман бар

Х. Назар "Өс һүҙ".

Айырымланған эйәрсән киҫәктәр.

Шаулап, гөрләп яҙ килә

Р. Ғарипов "Яҙғы йыр". Р. Сафин "Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе".

Өҫтәлмәлектәрҙең, хәлдәрҙең, хәл әйтемдәренең айырымланыуы.

Ай, Уралым, Уралым!

Ҡ. Аралбай "Ер тураһында ете һүҙ" Ж. Кейекбаев "Урал тураһында ҡобайыр". Н. Мусин "Һуңғы солоҡ" (өҙөк). К. Шафиҡова "Уйна, ҡурай!"

Өндәш һүҙҙәр. Инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр. Тура һәм ситләтелгән телмәр. Диалог.

Йәй

Ф. Рәхимғолова "Бал ҡорто һәм күбәләк". Ш. Янбаев "Тегәнәк" Ә. Хәмәтдинова "Йәшел аптека".

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар :


  1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

  • текстың планын төҙөү;

  • текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.

2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;

  • текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү - тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;

  • тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;

  • 6-7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

3. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;

  • тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;

  • әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;

  • текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.

4. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу;

5. Иптәшенең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларын тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүҙе баһалау :

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тестар;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар, диктанттар, изложениелар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

Башҡорт теленән ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеш диктант, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеш диктант, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалын үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана.

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың белем кимәленә, мөмкинселектәренә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

  • карточкалар менән эш;

  • тест;

  • һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

  • текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

  • терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

  • һүҙлек диктанты;

  • һөйләмдәр төҙөү;

  • һүҙлек менән эш;

  • һүрәтләү иншаһы;

  • синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмдә һ.б.)

Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары:

Яҙма эштәрҙең киң ҡулланыла торған түбәндәге төрҙәрен күрһәтергә бәла:

-һүҙҙәрҙе, типик фраза һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу;

-һүҙлек диктанты;

-ғәҙәти диктанттар;

-һорауҙарға яуаптар яҙыу;

-изложениелар;

-иншалар;

-тестарға яуаптар яҙыу.

Диктанттар.Диктант бер генә билдә менән баһалана. "5" билдәһе - тупаҫ булмаған 1 орфографик,2 пунктуацион хата булған эшкә, "4" билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуацион, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хатаһы булған эшкә лә "4" билдәһе ҡуйырға мөмкин. "3" билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә "3" билдәһе ҡуйырға мөмкин. "2" билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хата һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, "1" билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Изложениелар.Был йыйынтыҡта изложение текстары ла тәҡдим ителә. Изложение текстары һәр класҡа айырым бирелә. Текстар балаларҙың йәшенән, белем кимәленән сығып уҡытыусы тарафынан һайлап алына. Рус телендә тәҡдим ителгән текстарҙы уҡыусы башҡорт телендә яҙырға тейеш була.

Изложение планын уҡыусы уҡытыусы ярҙамында төҙөй. Шул уҡ ваҡытта ул текст менән тағы ла бер тапҡыр таныша һәм хәтерендә нығыта.

Инша.Һәр класҡа инша темалары тәҡдим ителә. Бирелгән темаларҙың барыһына ла инша яҙырға тип, талап ҡуйылмай. Программала йыл барышында нисә инша яҙырға ҡаралған, шул күләмдә инша яҙылырға тейеш.

Диктант-5(80-90 һүҙ)

Инша-2 (75-85 һүҙ)

Изложение - 3(70-80 һүҙ)

Диктант,инша,изложение темаһы һәм үткәреү көндәре.


Класы

Диктант,инша,изложение темалары

Үткәрелгән көнө

1

8

Инеш диктант. "Хушлашыу." Ябай һөйләм синтаксисын ҡабатлау.

.

2


Диктант. "Өфө урамдары. " Һөйләмдең баш киҫәктәрен ҡабатлау.

.

3


Диктант. "Төҫлө япраҡтар. " Хәл темаһын ҡабатлау.

4


Диктант. "Яҙ килә. " Эйәрсән киҫәктәрҙең айырымланыу.(ҡабатлау)


5


Диктант. "Халыҡ йырҙары. " 8класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

.

6


Инша. "Минең яратҡан миҙгелем. "


7


Изложение. "Дуҫлыҡ төйәге."


8


Инша. "Иң ҡәҙерле кешем. "

9


Изложение. "Минең ысын дуҫым."

.

10


Изложение. "Йәшел һәйкәл."


Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау:

Уҡыусыларҙың башҡортса уҡыу оҫталығын, телдән яуаптарын баһалағанда, уларға тәҡдим ителгән текстың(ғәҙәттә, хикәйәләү характерындағы проза әҫәре) йөкмәткеһен аңлап, тейешле тиҙлектә тасуири уҡыуы, һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡыуы, интонацияны бирә белеүе, башҡалар ишетерлек һәм аңларлыҡ кимәлдә тыныс, шыма уҡыуы иҫәпкә алына.

Уҡыу йылы уртаһында һәм аҙағында(цифрҙар шуны күрһәтә) балаларҙың уҡыу тиҙлеге минутына түбәндәгесә билдәләнә:

Һүҙ - 130-150

Билдә - 320-350

Эстән уҡыу - 180-200


Календарь - тематик планлаштырыу

Тема

Сәғәттәр

һаны

Биттәр

Үткәрелгән ваҡыты

Иҫкәрмә

планлаштырылған

үткәрелгән

1.Мәктәп -Белем шишмәһе.

9


1.

С.Әлибай.Мәктәп юлы.

1

3-4

3.09

2.

Беҙ мәктәптә.Морфология буйынса үтелгәнде ҡабатлау.

1

4-5

6.09

3.

Н.Мусин.Һабаҡ.

1

6-13

10.09

4.

Ябай һөйләм синтаксисы һәм пунктуация.Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм.

1

13-15

13.09

5.

Инеш диктант.Хушлашыу.Ябай һөйләм синтаксисын ҡабатлау.

1

17.09

6.

Хаталар өҫтөндә эш.Р.Тимершин.Уйлап табыусы.

1

15-17

20.09

7.

Һүҙбәйләнештәр,уларҙың яһалышы һәм төҙөлөшө.

1

17-18

24.09

8.

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.Һөйләү маҡсаты яғынан һөйләм төрҙәре.

1

18-20

27.09

9.

"Һүҙбәйләнеш" темаһын ҡабатлау.

1

13-20

1.10

2.Халыҡ ижады-халыҡ хазинаһы.

2


10.

"Ике сәсән" ҡобайыры.

1

28-29

8.10

11.

"Сура батыр "ҡобайыры.

1

29-30

15.10

3.Көҙ- хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле.

5

18.10

12.

З.Биишева.Көҙгө ямғыр.Һөйләмдең баш киҫәктәре.

1

30-31

22.10

13.

Х.Назар.Көҙгө көн.Болотло.Һалҡын. Һөйләмдең баш киҫәктәре.

1

32-34

2510

14.

Р.Ханнанов.Икмәк ҡәҙере.Ҡабатлау.

1

36-46

29.10

15.

Диктант. "Өфө урамдары."Һөйләмдең баш киҫәктәрен ҡабатлау.

1

5.11

16.

Хаталар өҫтөндә эш.Р.Өмөтбаев.Әмир баҫыуы.

1

46-56

8.11

4.Башҡортостан-алтын бишек!

4

12.11

17.

А.Игебаев.Башҡортостан илгенәм!Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре.

1

59-60

15.11

18.

Изложение.Дуҫлыҡ төйәге

1

60-62

19.11

19.

Башҡортостан -Ватаным.Аныҡлаусы.

1

62-64

22.11

20.

Н.Нәжми.Өфө йүкәләре.Тултырыусы.

1.

65-66

26.11

5.Салауат батыр -ир ине.

5


21.

"Салауат батыр " ҡобайыры.

Ф.Күзбәков.Яу ораны бит һин,Салауат.

1

70-71

29.11

22.

Ф.Рәхимғолова.Салауат.Хәлдәр,уларҙың төрҙәре. Рәүеш хәле.

1

72-73

3.12

23.

Я.Хамматов.Салауат.Урын хәле.

1

76-90

6.12

24.

Я.Хамматлв.Салауат.Ваҡыт хәле.

1

76-91

10.12

25.

"Хәлдәр "темаһын ҡабатлау.

1

13.12

6.Ҡыш.



26.

Башҡортостанда ҡыш.Ш.Бабич.Ҡышҡы юлда.

1

93

17.12

27.

М.Ғәйфуллина.Ҡыш моңдары.Маҡсат хәле.Сәбәп хәле.

1

93-94

20.12

28.

Инша.Минең яратҡан миҙгелем.

1

96-115

24.12

29.

Б.Рафиҡов.Бүреләр.

1

96-115

27.12

30.

Диктант.Төҫлө япраҡтар.Хәл темаһын ҡабатлау.

1

17.01

31.

Хаталар өҫтөндә эш.Күләм -дәрәжә хәле.

1

115

21.01

32.

И.Телеүембәтов."Маралым таңы."Шарт хәле.

1

116-122

24.01

33.

И.Телеүембәтов."Маралым таңы."Кире хәл.

1

122

28.01

34.

Хәлдәр темаһын ҡабатлау.

1

31.01

7.Данлы йылдар,шанлы йылдар.

4


35.

М.Кәрим ижады."Үлмәҫбай" поэмаһы.

1

125

4.02

36.

М.Кәрим ижады."Үлмәҫбай" поэмаһы.Башҡорттар Бөйөк Ватан һуғышында.

1

134

7.02

37.

Ябай һөйләм синтаксисы.Синтаксик анализ.

1

11.02

38.

Н.Ғәлиев Яуҙан ҡайтҡан ҡурай.

1

135-138

14.02

8.Әсәйем-күңел ҡояшым.

3


39.

Ш.Бикҡол.Әмәйемдең кәңәштәре.Ике һәм бер составлы һөйләмдәр.

1

170

18.02

40.

Талха Ғиниәтуллин.Әсә һәм бала.Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре. Тулы һәм кәм һөйләмдәр.

1

174-184

21.02

41.

Инша.Иң ҡәҙерле кешем.

1

188

25.02

9.Әҙәп барҙа-иман бар.

4


42.

Х.Назар,өс һүҙ.Һөйләмдең айырымланған эйәрсән

киҫәктәре.

1

192-193

28.02

43.

М.Ямалетдинов. Иман.

1

197-203

4.03

44.

З.Ғәлимов.Ялан сәскәләре.

1

203-207

7.03

45.

Изложение.Минең ысын дуҫым.

1

11.03

10.Шаулап -гөрләп яҙ килә.



46.

Р.Ғарипов.Яҙғы йыр.Өҫтәлмәлектәрҙең айырымланыуы.

1

209

14.03

47.

З.Ураҡсин.Алмағас.

1

210

18.03

48.

З.Ураҡсин.Сәскә ғүмере.

1

211

21.03

49.

Шиғырҙың тел-һүрәтләү саралары.

1.

1.04

50.

Хәлдәрҙең айырымланыуы.Хәл әйтемдәре,уларҙың айырымланыуы.

1

211

4.04

51.

Диктант.Яҙ килә.Эйәрсән киҫәктәрҙең айырымланыу.(ҡабатлау)

1

8.04

52.

Хаталар өҫтөндә эш.Р.Сафин.Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе.

1

11.04

11.Ай Уралым,Уралым!

7


53.

Ҡ.Аралбай.Ер тураһында ете һүҙ.

1

219-221

15.04

54.

Б.Бикбай.Ер.Һөйләм киҫәктәре менән грамматик бәйләнеше булмаған һүҙҙәр.

1

221

18.04

55.

Ж.Кейекбаев.Урал тураһында ҡобайыр.

1

229-232

22.04

56.

Инеш һүҙ һәм инеш һөйләмдәр.

1

232-234

25.04

57.

Н.Мусин ижады.Һуңғы солоҡ.

1

234

29.04

58.

Изложение.Йәшел һәйкәл.

1

248

2.05

59.

М.Уразаев Еҙ ҡурай.Тура телмәрле һөйләмдәр.

1

248-249

6.05

12.Йәй.



60.

Ф.Рәхимғолова.Бал ҡорто һәм күбәләк.

1

255

1305

61.

А.Йәғәфәрова"Кескәй шишмә"

1

256-260

16.05

62.

Ш.Янбаев .Дегәнәк.

1

260-264

20.05

63.

Р.Солтангәрәев.Һуңғы һунар.

1

264

23.05

64.

Р.Солтангәрәев.Һуңғы һунар.

1

275


65.

Ә.Хәмәтдинова Йәшел дарыухана.

1

275-277

27.05

66.

Диктант.Халыҡ йырҙары. 8класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

30.05

67.

Хаталар өҫтөндә эш.

1


68.

Йәмле йәй-минең яратҡан миҙгелем.

Йомғаҡлау дәресе.

1


Материаль-техник ҡулланмалар.


-Компьютер;

-телевизор;

-видеомагнитофон;

-магнитофон;

-мультимедиапроектор;

-электрон таҡта.

-DVD-проигрыватель.

-башҡорт теленән электрон дәреслектәр 6,7,8,9 класс.

-кассеталар: башҡорт теленән-4,башҡорт әҙәбиәтенән-10.

-видеокассеталар: М.Кәрим,Н.Нәжми,З.Биишева,Р.Гарипов.
















Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт исемлеге..



  1. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 8-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д. С., Ғафаров Б. Б., Хөснөтдинова Ф. Ә. - Өфө: Китап, 2011.

  2. Хөснөтдинова Ф.Ә.,Һөйәрғолова Ә.Б."Башҡорт теле һәм әҙәбиәте " дәреслегенә методик ҡулланма.Өфө.Китап.2011.

3.Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениялар йыйынтығы: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5 - 11 класс уҡыусылары өсөн ҡулланма. - Өфө: Китап, 2009.

4.Ураҡсин З.Ғ.Башҡорт теленең синонимдар һүҙлеге.Өфө.Китап.2000.

5.Әхтәмов М.Х.Омонимдар(аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге.Өфө.Китап.2006.

6.Әхтәмов М.Х.Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге.Өфө.Китап.2009.

7.М.Г.Усманова.Грамматика башкирского языка.Өфө.Китап.2012.

8.Гайсина Л.А.Әйҙәгеҙ инша яҙайыҡ…Өфө.2008.

9.Ғәбитова З.М.Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу.Өфө.-2010.

10.Яҡупова Г.М.Үләнле ер -үлмәгән,кейекле ер- бөлмәгән!"Ҡыҙыл китап"аманаты.Өфө.Китап.2009.

11.Аминева Ф.С.Башҡорт аш-һыуҙары терминдарының башҡортса-урыҫса аңлатмалы һүҙлеге.Өфө.2002.

12.Ураҡсин З. Ғ. Башҡорт теленең фразеология һүҙлеге. - Өфө: Китап, 2006.

13.Урыҫса-башҡортса һүҙлек: 2 томда/ З. Ғ. Ураҡсин ред. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы, 2007.













































© 2010-2022