Тема: Хобби. Ҡылымдарҙың заман ялғауҙары

Раздел Иностранные языки
Класс 4 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:
  1. Класс : 4

  2. Предмет : башҡорт дәүләт теле, III линия.

  3. Дәреслек: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С.

Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең уҡыусылары өсөн дәреслек.

  1. Ҡулланылған әҙәбиәт: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С.

Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең уҡыусылары өсөн дәреслек.

  • Күңелле минуттар. Физкультура минуттары өсөн шиғырҙар\ Автор-төҙөүселәре: М.И.Баһауетдинова, Г.Н.Йәғәфәрова.- Өфө: "Китап", 2003. - 52 бит.

  • Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр. - Өфө: Башҡортостан, 2006. - 96 бит.

  • Тикеев Д.С. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреү: уҡытыусылар һәм студентар өсөн ҡул. - Өфө: Китап, 2008. -152 бит.

  • З.А. Хадыева, М.С.Давлетшина. Башкирский язык-государственный язык. Рабочая тетрадь.- Уфа. Мир печати, 2010.-138 с.

  1. Тема: Хобби. Ҡылымдарҙың заман ялғауҙары.

  2. Маҡсат:

  • һүҙлек байлыҡты арттырыу;

  • бәйләнешле телмәрҙе үҫтереү;

  • балаларҙы хобби һүҙенең мәғәнәһе менән таныштырыу;

  • уҡыусыларҙың бәйләнешле яҙма һәм һөйләү телмәрен үҫтереү; буш ваҡыттарын нисек үткәреүҙәренә анализ яһау; буш ваҡытын файҙалы үткәреүгә өйрәтеү,

  • ҡылымдарҙың хәҙерге замандың мәғәнә үҙенсәлектәрен тәрәнерәк өйрәнеү, үҙгәрешен, ҡулланышын төшөнөүе, һөйләмдәге роле тураһында уҡыусыларҙың белемен тәрәнәйтеү;

  • буш ваҡытты кәрәкле үткәреүен тәрбиәләү.

  • Һүҙлек һүҙҙәр:

  • Шөғөл - увлечение,

  • төп эш - основная работа,

  • кәрәкле - нужный,

  • шөғөлләнергә - увлекаться, мауығырға,

  • ҡыҙыҡһынырға - интересоваться,

  • йыйырға - собирать

Йыһазландырыу: дәреслек, мультимидейный проектор, карточкалар, эш дәфтәрҙәре.

Актив үҙләштереү өсөн һүҙҙәр: Шөғөл , төп эш, кәрәкле, төҙөй, үҫтерә, әҙерләй.

Пассив һүҙҙәр: шөғөлләнергә, мауығырға, йыйырға


  1. Ойоштороу момент.

  • Һаумыһығыҙ, балалар.

  • Бөгөн класта кем дежур?

  • Бөгөн нисәһе? Аҙнаның ниндәй көнө?

  1. Фонетик күнегеү.

  • Балалар, әйҙәгеҙ, минең арттан башҡорт теленең өндәрен ҡабатлайыҡ

  • Ә, Ө, Ҡ, Ғ, Ҙ, Ү, Һ, ң, ҫ

  • Һүҙҙәр әйттереү

  1. Артикуляцион күнегеү. (слайд)

Тә-тә-тә-ултырабыҙ дәрестә.

Са-са-са-һөйләшәбеҙ башҡортса.

Ый-ый-ый-уҡыусы шиғыр уҡый.

Ыш-ыш-ыш-беҙ шундай тырыш.

Тема: Хобби. Ҡылымдарҙың заман ялғауҙарыТема: Хобби. Ҡылымдарҙың заман ялғауҙары

Бәйләй бейей

Тема: Хобби. Ҡылымдарҙың заман ялғауҙарыТема: Хобби. Ҡылымдарҙың заман ялғауҙары

спорт менән шөғөлләнә балыҡ аҫрай

Тема: Хобби. Ҡылымдарҙың заман ялғауҙарыТема: Хобби. Ҡылымдарҙың заман ялғауҙары

һүрәт төшөрә сәскә ултырта

Маҡсатҡа сығыу:

  • Уҡыусылар, был һүрәттәрҙә нимә төшөрөлгән? Әйе, дөрөҫ, буш ваҡыттағы шөғөл. Буш ваҡытта беҙ нимә эшләйбеҙ? Ул шөғөл икенсе төрлө нисек атала? Дөрөҫ, хобби. Бөгөн беҙ дәрестә хобби тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Ә ҡарағыҙ әле, был ниндәй һүҙҙәр.( слайдта)

  • Ниндәй һорауға яуап бирәләр? Нимәне белдерә? Ә хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәр нисек атала?

  • Әйе, был ҡылымдар. Тимәк, бөгөн беҙ дәрестә хобби һәм ҡылымдың хәҙерге заман ялғауҙары тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Кем дә кем дәрестә әүҙем ҡатнаша, шул мәрәйҙәр аласаҡ. Күберәк йыйған уҡыусы, еңеүсе буласаҡ.

  • Дәфтәрегеҙҙе асығыҙ һәм бөгөнгө числоны һәм теманы яҙығыҙ.

  1. Төп өлөш.

  • Бөгөн беҙ дәреслек менән эшләйбеҙ. Текст «Хобби» тип атала. Китаптарҙы астыҡ, 56-сы бит, 80-се күнегеү.

  • Уҡыусылар, дәрестә яңы һүҙҙәр менән танышабыҙ, текст өҫтөндә һәм күнегеүҙәр эшләйәсәкбеҙ. Текст өҫтөндә эшкә күсер алдынан әйҙәгеҙ яңы һүҙҙәр менән танышайыҡ.

  1. Һүҙлек эше.

Шөғөл - увлечение,

төп эш - основная работа,

кәрәкле - нужный,

шөғөлләнергә - увлекаться, мауығырға,

ҡыҙыҡһынырға - интересоваться,

йыйырға - собирать

  • Уҡытыусы уҡый;

  • Хор менән уҡыу;

  • Уҡытыусы русса уҡый, балалар тәржемә итә

  • Һүҙлек һүҙҙәре менән һүҙбәйләнеш төҙөргә.

  1. Текст өҫтөндә эш. 80-се күнегеү.

  • Уҡытыусы 1-2 һөйләм уҡый.

  • Уҡыусылар сылбыр буйлап дауам итә.

  • Нимә тураһында текст?

  • Тәржемә эше;

Текстҡа һорауҙар:

  1. Төп эштәрҙе һанағыҙ.

  2. Ниндәй кеше кәрәкле белгес була ала?

  3. Кеше үҙенә оҡшаған эште һайлай аламы?

  4. Нимә ул хобби?

  • Хәҙер, уҡыусылар, дәфтәрегеҙҙе асығыҙ. Һеҙгә төрлө шөғөлдәр бирелгән, әйҙәгеҙ уларҙы әйтеп сығайыҡ. Шуларҙың ниндәйҙәре текст менән тап килә икәнен билдәләргә кәрәк.

Тема: Хобби. Ҡылымдарҙың заман ялғауҙарыһүрәт төшөрөү

Тема: Хобби. Ҡылымдарҙың заман ялғауҙарымарка йыйыу

Тема: Хобби. Ҡылымдарҙың заман ялғауҙарыспорт менән шөғөлләнеү

Тема: Хобби. Ҡылымдарҙың заман ялғауҙарыбәйләү

Тема: Хобби. Ҡылымдарҙың заман ялғауҙарыбалыҡ аҫрау

Тема: Хобби. Ҡылымдарҙың заман ялғауҙарысәскә үҫтереү


  • Шулай итеп уҡыусылар, нимә һуң ул хобби? Хобби - буш вакытта мауығып шөғөлләнгән эш.

  • Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт

Бик күп төрлө шөғөлдәр була. Билдәле кешеләрҙеңдә төрлө һәм бик ҡыҙыҡлы шөғөлдәре бар. Мәҫәлән, В.В.Путин дзюдо менән шөғөлләнә, Надежда Бабкина фил һынын йыйа, Вера Брежнева орхидея сәскәләрен үрсетә, Николай Басков төрлө-төрлө сәғәттәр йыйа.

  • Һәр кем үҙенә оҡшағанын һайлай. Ә минең шөғөлөм походҡа йөрөү. Поход - ул тәү сиратта ял. Шаулы, саңлы ҡаланан ял итеү. Тәбиғәт менән берләшеү. Яңы, иҫ китмәле матур ерҙәрҙе күреү. Походта дуҫтар яҡыная һәм ышаныс арта. Походта тик ыңғай ғына тәьҫораттар аламын.

Тема: Хобби. Ҡылымдарҙың заман ялғауҙарыТема: Хобби. Ҡылымдарҙың заман ялғауҙары

Тема: Хобби. Ҡылымдарҙың заман ялғауҙарыТема: Хобби. Ҡылымдарҙың заман ялғауҙары

  • Һәм мин һеҙҙе лә ошо бәләкәй генә сәйәхәткә саҡырам.


  1. Ял минуты (слайд)

Беҙ тәбиғәт ҡосағына ял итергә барабыҙ. Матур итеп ултырҙыҡ.

Тема: Хобби. Ҡылымдарҙың заман ялғауҙары

  • Ә һеҙҙең ниндәй шөғөлөгөҙ бар?

  • Һеҙ үҙегеҙҙең, ата-әсәйегеҙҙең, апай, ағайҙарығыҙҙың шөғөлдәрен һөйләп китә алаһығыҙ.

  • Бер нисәүҙе тыңлайыҡ әле

Дәфтәргә лә яҙып китәйек

Минең яратҡан шөғөлөм________________________________

Әсәйемдең яратҡан шөғөлө______________________________

Атайымдың яратҡан шөғөлө_____________________________

  1. Грамматик эш.

  • Эш-хәрәкәтте белдергән һүҙҙәр ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай? К какой части речи относятся? (Ҡылымға)

  • Текстан эште белдергән һүҙҙәрҙе табығыҙ

  • Кем таҡтала сығырға теләй? Ә ҡалғандар дәфтәрҙә эшләйҙәр.

Була, төҙөй, йөрөтә, эшләй, тегә, әҙерләй, шөғөлләнә, аҫрай, мауыға, үҫтерә, йыя.

  • Был һүҙҙәр ниндәй һорауға яуап бирәләр?

Эти слова отвечают на вопрос нимә (ни) эшләй? что делает? и стоят в настоящем времени. Глаголы настоящего времени отвечают на вопрос нимә (ни) эшләй? что делает?

Карточка менән эш

  • Уҡыусылар, мин һеҙгә ошондай эш тәҡдим итәм.

  • Ике командаға бүлешәбеҙ. Һеҙҙең алдығыҙҙа ике һүрәт. Беренсе командаға - балыҡ, икенсегә - сәскә. Ошо таждарға ҡылымдар яҙылған. Кем дә кем ошо һүрәттәргә ярашлы ҡылымдарҙы йыя, шул команда еңеүсе була. ( сәскә, балыҡ).

  • Афарин, уҡыусылар, был эште бик яҡшы үтәнегеҙ!

  • Киләһе эште ҡарап китәйек

Тема: Хобби. Ҡылымдарҙың заман ялғауҙарыТема: Хобби. Ҡылымдарҙың заман ялғауҙары

Ҡылымдарға хәҙерге заман ялғауҙарын яҙ.

  • Мин китап уҡый...

  • Мин телевизор ҡарай...

  • Мин музыка тыңлай..

  • Мин маркалар йыя...

  • Ул һүрәт төшөр...

  • Мин балыҡ аҫрай...

  • Йомғаҡлау

Бөгөн дәрестә нимәләр белдек һәм нимәләр эшләнек?

Тест (слайд)

  1. Уҡыусыларҙың ниндәй төп эше бар?

а) белем алыу

б) йорт төҙөү

в) поезд йөрөтөү

2. Тырышып уҡыған кеше кем була?

а) президент

б) кәрәкле белгес

в) бер кем дә

3. Спорт менән ни эшләйҙәр?

а) йыйалар

б) үҫтерәләр

в) шөғөлләнәләр

4. Хобби - ул ..?

а) буш ваҡытта мауығып шөғөлләнгән эш

б) билдәле ваҡытта башҡарыла торған эш

в) йылына бер тапҡыр ғына эшләнә торған эш

Баһалау.

  • Әйҙәгеҙ тикшереп сығайыҡ. Афарин уҡыусылар!

  • Рәхмәт һеҙҙең әүҙем ҡатнашҡанығыҙ өсөн! Хәҙер мәрәйҙәрҙе һанап, баһалар ҡуяйыҡ.

  1. Өй эше.

«Минең хоббим» исемле проект эшләргә


  1. Рефлексия

  • Һеҙҙең алдығыҙҙа сәскәләр ята. Әгәр дәрес һеҙгә оҡшаһа, фәһемле булһа, таҡтаға сығып ошо сәскәләрҙе элегеҙ. Һәм беҙҙең алынған белем гөлләмәһе килеп сыға.


Тема: Хобби. Ҡылымдарҙың заман ялғауҙары

© 2010-2022