Разработка урока по башкирскому языку на тему М. Кәрим. Кайын япрағы тураһында (7 класс)

Раздел Иностранные языки
Класс 7 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: М.Кәримдең « Ҡайын япрағы тураһында» шиғыры.

Маҡсат: Шиғырҙың йөкмәткеһен өйрәнеү, бәйләнешле телмәр үҫтереү, уҡыусыларҙың тыуған еребеҙ Башкортостан, тыуған Ватаны хаҡындағы төшөнсәләрен киңәйтеү, патриотизм тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһаҙландырыу: Башҡортостан картаһы, республикабыҙҙың тәбиғәтен, тарихи үткәндәрән сағылдырған картиналар индерелгән презентация, компьютер.

Дәрес барышы.

I. Ойоштороу мәле. Дәрестең маҡсатын әйтеү.

II.Инеш һүҙ.

1.Интерактив таҡтала Башкортостан картаһы,республиканың тарихын, тәбиғәтен сағылдырған иллюстрациялар күрһәтелә, тарихи-географик белешмә бирелә.

2.Башҡортостан республикаһы, Ватан тураһында шиғырҙарҙы иҫкә төшөрөү (Р.Ниғмәтиҙең "Ҡызымдың һорауҙарына яуаптар" З.Биишеваның"Башҡортостан"шиғырҙары),уларҙың идея йөкмәткеләре хаҡында ҡыҫҡа ғына әңгәмә үткәреү, өҙөктәрен яттан әйттереү.

III.Яңы теманы өйрәнеү.

1.Интерактив таҡтала Башҡортостан картаһы, яҙмала шиғырҙың тулы варианты яңғырай.

Уҡытыусы картаға күрһәтеп:

Башкортостан картаһына

Ҡараһаң яҡшы ғына,

Башҡортостан шул картала

Бер япраҡ саҡлы ғына,- тигән юлдарҙы ятҡа уҡый. Башҡортостандың географик урыны, тәбиғәте хаҡында мәғлүмәт бирә.

Эйе, япраҡ, аҡ ҡайындың

Бер япрағы ни бары,

Ә ҡайыны- бөйөк Рәсәй-

Шундай йәшел , юғары,- тигән юлдарҙы уҡығандан һуң шиғырза ҡайын япрағы, Башҡортостандың ҡайын образдары аша Рәсәйҙең һынладырылыуы асыҡлана.

Уҡытыусы: Япраҡ менән ҡайын ниндәй мөнәсәбәттә була? Был хаҡта шиғырҙа нисек әйтелгән? Шул өҙөктө уҡып күрһәтегеҙ.

Уҡыусы: Япраҡ ҡайындан башҡа йәшәй алмай. Ғорур ҡайын , әсә кеүек , япраҡты туйындыра, япраҡ ҡайындың һуты менән, көсө менә йәшәй. Был юлдар аша шағир Башҡортостандың Россия менән мөнәсәбәтен, уларҙың айырылғыһыҙ берҙәмлеген сағылдырырға теләгән.

Уҡытыусы: Нисә быуат шул япраҡты

Ҡайындан өҙмәк булып,- тип башланҡан юлдарҙы уҡып сығығыҙ һәм япраҡты ҡайындан өҙмәк булыу, утта көйҙөрөү, йәки туңдырыу, кеүек кинәйәле һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлатып бирегеҙ.

Уҡыусы: Был өҙөктә ҡайынды япраҡтан өҙмәк булып диңгеҙ артынан иҫкән елдәр образы аша шағирҙың сит ил дошмандарын, ә «милләт», «дәүләт», «өммәт» исеменән көрәшкән көстәр аша эске дошмандарҙы кәүҙәләндереүен аңлайбыҙ.

Ғорур япраҡ өҙөлмәгән

Ғорур ҡайын-әсәнән,- тигән юлдар, Башкортостан менән Россияның айырылмаҫ берҙәмлеген сағылдыра.

Уҡытыусы: Цитаталы план төҙөгәндә, пландың беренсе пункты итеп ниндәй өҙөктө яҙып ҡуйырға мөмкин.

Уҡыусы: Был бүлектә ҡайын япрағы һәм ҡайын образдары, уларҙың айырылғыһыҙ берҙәмлеге сағыла. Пландың беренсе пункты итеп , «Ғорур япраҡ өҙөлмәгән ғорур ҡайын-әсәнән», тигән өҙөктө алырға мөмкин.

Уҡытыусы: Картаға ҡарап, еремде:

-Бер япраҡ саҡлы,- тинем,- тигән юлдар менән башланған өҙөктө уҡығыҙ. Был өҙөктә нимә тураһында һүҙ алып барылыуы тураһында әйтеп бирегеҙ.

Уҡыусы: Был бүлектә республиканың киңлеге, ҙурлығы, бөркөт ҡанатын талдырыр бейеклектәре, ғорур тауҙары , көмөш һыуҙары, алтын тупрағы, халыҡтың көр, имен тормошо данлана.

Уҡытыусы: Пландың икенсе пункты итеп ниндәй өҙөктө яҙып ҡуябыҙ?

Уҡыусы : Пландың икенсе пункты итеп:

Мин хайранмын киңлегенә,

Башҡортостаным- илем, -

тигән цитата алына.

Уҡытыусы: Донъя картаһында ерем

Бер япраҡ саҡлы ғына,-

Ә быуаттар төпкөлөнә

Ҡараһаң яҡшы ғына,- тип башланған өҙөктө уҡығыҙ һәм был бүлектә «халыҡтың ҡандар менән яҙылған» тарихы нисек, ниндәй һүҙҙәр аша тасуирланыуын һөйләп бирегеҙ.

Уҡыусы:Шағир халыҡтың үткән тормошоноң һағышлы ла, сәмле лә, ҡандар менән яҙылған тарих булыуын әйтә.

Уҡытыусы: Беҙ юғарыла республикабыҙ образының географик планда ла, тарихи планда ла һүрәтләнеүен күрҙек. Шағир халҡыбыҙҙың тарихи үткәндәрен дөйөмләштереп, башҡорт халҡының үҙ азатлығы өсөн алып барған көрәшен-ҡан менән, ҡылыс менән яҙылған тарихты данлай, уның менән ғорурланыу хисен сағылдыра. Таҡтала пландың 3-сө пункты итеп: Был тупраҡҡа сәмле тарих

Ҡандар менән яҙылған,-

тигән цитата алына.

«Эйгән башты ҡылыс сапмай»,-

Тиһә лә иҫке мәҡәл,

Баш эймәгән тырыш халҡым,

Теҙ сүгеп йәшәмәгән.

...Бик хәйерсе булған халҡым,

Тик хәйер һорашмаған,

Билгә ҡылыс таҡҡан, шуға

Арҡаға тоҡ аҫмаған,

Билгә ҡылыс таҡҡан, ләкин

Күршегә ил баҫмаған,- тигән өҙөк яҙманан тыңлана һәм шиғырҙа халыҡ образы нисек һүрәтләнеүен асыҡлау өсөн әңгәмә үткәрелә. Әңгәмәлә был өҙөктә шағирҙың башҡорт халҡының быуаттар буйы көрәш алып барған батыр улдарын данлауы, халыҡ бик хәйерсе булып йәшәһә лә, хәйер һорашмаған, меҫкен булмаған, арҡаға тоҡ аҫмаған, билгә ҡылыс тағып көрәшкән, ләкин күршеләрҙең ерен алыр өсөн түгел, үҙ еренә баҫып ингән дошманға ҡаршы һуғышҡан, тигән фекер үткәреүе асыҡлана. Был бүлек өсөн планға:

Баш эймәгән ғорур халҡым,

Теҙ сүгеп йәшәмәгән,- тигән өҙөк һайлатыла.

2.. «Ҡайын япрағы тураһында» шиғырын аназлау өсөн һорауҙар:

- Шиғырҙағы төп образдар ниндәй?

Шиғырҙа ҡайын япрағы, ҡайын образдары аша Башҡортостан һәм Ватаныбыҙ Рәсәй, уларҙың берҙәмлеге дөйөмләштерелгән. Ҡайын япрағы - Башҡортостандың киңлеге, байлығы, уның тарихи үткәндәре, ҡаһарман халҡы данлана. Шағир- лирик герой Башҡортостандың ҙурлығы, уңдырышлы тупрағы, бөркөт ҡанатын талдырыр бейеклектәре менән һоҡлана. Бар хазинан ҡәҙерлерәк булған халҡы менән ғорурлана.

Уҡытыусы: Лирик герой образы хаҡында нимә әйтергә мөмкин?

-Лирик герой- шағир был шиғырҙа тыуған республика, уның матурлығы, киңлеге, тарихи үткәндәре, ҡаһарман көрәшселәре менән ғорурлана белеүсе, үҙ ерен, халҡын ҡайнар һөйгән патриот булып күҙ алдына килеп баҫа.

Уҡытыусы: Шағир шиғырҙа һалынған патриотизм хисен, төп образдарҙы һүрәтләү өсөн ниндәй художестволы саралар ҡулланған?

Уҡыусы: Шағир Башҡортостан образын ҡайын япрағы, Рәсәйҙе ҡайын кеүек киңәйтелгән метафорик саралар ярҙамында символлаштыра.Ҡайын япрағы образын тағы ла тулыландырыу өсөн ул поэтик антиза алымын оҫта ҡуллана.

Картаға ҡарап еремде:

-Бер япраҡ саҡлы, -тинем,

Мин хайранмын киңлегенә,

Башҡоростаным- илем,-

тигән юлдар быға миҫал булып тора.

Уҡытыусы: Халыҡтың тарихи үткәндәрен һүрәтләгән строфаны уҡып күрһәтегеҙ.

Уҡыусы: Был тупраҡҡа сәмле тарих

Ҡандар менән яҙылған.

Ҡаяларҙа ҡылыс эҙе-

Ташҡа тамға һалынған,- кеүек метафоралар, «эйгән башты ҡылыс сапмай», «баш эймәгән», «теҙ сүгеп йәшәмәгән», «билгә ҡылыс таҡҡан» кеүек фразиологик әйтемдәр, «һыуҙарың көмөш», «тупрағың алтын», көрәште ел, дауыл кеүек метафоралар ярзамында һынландырыу әҫәрҙең идея художество кимәлен тағы ла күтәрә.

IV. Йомғаҡлау. Уҡытыусы: Башҡортостан образын кәүҙәләндергән тағы ла ниндәй шағирҙың шиғырҙарын беләһегеҙ?

Уҡыусы: Р.Ғариповтың «Урал йөрәге» шиғырында Башҡортостан йөрәк менән сағыштырыла.

Уҡытыусы: Тағы ла ниндәй әҫәрҙәр беләһегеҙ? (Уҡыусылар яуап бирә).

М.Кәримдең «Ҡайын япрағы тураһында» шиғырына Р.Хафизов яҙған йыр тыңлатыла.

V.Өйгә эш. Башкортостандың ун ике мөғжизәһе тураһында материалдар табып, презентация әҙерләргә.



© 2010-2022