Урок по башкирскому языку

Раздел Иностранные языки
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: Башҡорт халҡының йәшәү рәүешендә ете һаны.

Маҡсат:

Ете һанының мәғәнәһен, билдәһен, символын, аңлатыу, телмәрҙә ҡулланырға өйрәнеү; телмәрҙе,фекерҙе,хәтерҙе үҫтереү, халыҡ ижадына һөйөү уятыу,башҡорт халҡының йәшәү рәүешенә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:

Интерактив таҡта, видеояҙма, һүрәттәр, дәреслек, һүҙлек,коверттар,плакат.

Эпиграф:

Һауларҙа ете йондоҙ- ете ҡыҙ,

Ерҙә шатлыҡ бейей- ете ҡыҙ,

Етегәндең ете ҡуҙынан

Беҙ, башҡорттар, тыуған ырыуҙар.

Дәрес барышы:

Ойоштороу мәле:

Уҡытыусы:

Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа, Уяналар ауыл, ҡалалар,

Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем,

Һаумыһығыҙ, балалар!

Уҡыусылыр: Һаумы,ҡояш,һаумы,дуҫым,

Һаумыһығыҙ,уҡытыусым!

Ҡояш,һауа,тыуған ер,

Йән тыныслығын бир.

Мин сәләмәт, мин матур,

Салауат кеүек батыр!

Артикуляцион күнегеү: (Дәрес эпиграфы)

-Уҡытыусы уҡыуы!

-Уҡыусылар уҡыуы!

-Тәржемә итеү!

-Яуабын табыу!

Матур яҙыу минуты!(е,ете,Етегән)

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау:

-Уҡыусылар, өй эшенә нимә бирелгәйне?

-Эйе һандарҙы ҡабатларға.

-Кем унға тиклем һанап күрһәтә?

-Кем ошо һандарҙы әйтеп сыға?

-Һеҙҙең класта нисә уҡыусы?

-Нисә ҡыҙ? Нисә малай?

-Мәктәп нисә ҡатлы?

-Беҙҙең мәктәп нисә ҡатлы?

Беҙҙең мәктәп нисәнсе һанлы?

-Һеҙгә нисә йәш?

-Нисә бармаҡ? Нисә ҡул? Күҙ? Аяҡ?

-Ребус сисеп алайыҡ. (Плакатта яҙылған ребусты сисеү)

Яңы материал өҫтөндә эш:

Уҡыусыларға ете һаны күрһәтелә.

-Уҡыусылар, ошо ете һаны менән дәрес темаһын нисек атарбыҙ икән?

Дәрес темаһы: Башҡорт халҡының йәшәү рәүешендә ете һаны.

Һүҙлек эше:

Изгелек,сауап, яҡшылыҡ- благое дело, добро

Бейеү- танец

Ырыу- род

Йәйғор- радуга

-Ниндәй ул ете һаны?

-Ете һаны изге һан ул.Бөтә донъяны ете һаны менән бәйле тиҙәр.

-Һеҙ ете һаны енән бәйле нимәләр беләһегеҙ?

-Ниндәй бейеү ул?

-Бейеүҙең нигеҙендә легенда ята.

-Ни өсөн бейеү шулай атала?

-Кем легенданы һөйләр?

(Уҡыусылар әҙерләп килгән легенданың бер нисә төрөн һөйләйҙәр)

Видеояҙма ҡарау(Ете ҡыҙ бейеүе).

-Ҡыҙҙар баҫалҡы, ғорур, берҙәм, татыу,ипле булыуҙары.

-Ете һаны менән бәйле нимәләр ишеткәнегеҙ бар?

-Уҡыусылар яуабы.

Ете юл сатында.

Ете ырыу.

Ҡурайҙың ете тажы.

Егәрленең ҡулы етәү.

Етәү берәүҙе көтмәй.

Ете ҡат ер артынан йылан көйшәгәнен ишетеү.

Етегән йондоҙ.

Ете диңгеҙ аръяғында.

Йәйғорҙоң ете төҫө.

Ете һанын күрһәң, теләгәнең тормошҡа ашыр.

Ете тау артында.

Ете йоҙаҡҡа бикләнгән.

Ете һандыҡ эсендә.

Ете йылға, күл артында.

-Афарин уҡыусыар!Һеҙ бик күп беләһегеҙ икән!

-Беҙҙең дәрескә хаттар килеп төштө, әйҙәгеҙ, уҡып ҡарайыҡ әле!

Рухлы булып үҫ!

Илеңде, телеңде, милләтеңде үҫтер!

Бәхет үҙ ҡулыңда!

Кешегә изгелек ҡыл, бәхетле бул!

Кеше үҙ бәхетен үҙе ҡоя.

Илебеҙҙә халыҡ татыу, дуҫ йәшәһен, берҙәм йәшәһен.

Ете һаны юлығыҙҙа осрап торһон, бәхет килтерһен!

Нығытыу күнегеүҙәре:

3-сө күнегеү, 33-сө бит.

Өсөнсөләр шиғырын уҡыусылар үҙ аллы уҡый.

Уҡытыусы уҡыуы.

Таныш һүҙҙәрҙе билдәләү.

Тәржемә итеү.

Сылбырлап тасуири уҡыу.

Йомғаҡлау:-Уҡыусылар,беҙ бөгөн дәрестә нимәләр эшләнек,нимәләр тураһанда өйрәндек,белдек? Дәрес оҡшанымы!

Баһалау:

Өй эше: 2-се күнегеү,35 -се бит.

© 2010-2022