Жәлил Кейекбаев ижадына бағышланған кисә

Жәлил Кейекбаев (1911-1968) ХХ быуат башҡорт тел белемендә баһалап бөткөһөҙ оло мираң ҡалдырған, һәр береһе үҙ аллы ғилми мәктәп тыуҙырып, дөйөм төркиселек фәне үҫешенә ғәйәт ҙур өлөш индергән айырыуса ҡәҙерле бер нисә исем бар. Шул арҙаҡлы исемдәр араһында башҡорт теленең тәүге ғилми грамматикаһының авторы, СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты профессор Н.К. Дмитриев менән йәнәш иң элек уның талантлы шәкерте, атаҡлы лингвист һәм яҙыусы Ж.Ғ. Кейекбаевты ҙур хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Про...
Раздел Иностранные языки
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Жәлил Кейекбаев ижадына бағышланған кисә

Маҡсат:

1. Жәлил Кейекбаевтың тормошо, әкиәттәре менән ҡыҫҡаса таныштырыу.

2. Әкиәттәрен өйрәнеү. Әһәмиәтен аңлау.

1-се алып барыусы. Хәйерле көн, хөрмәтле уҡытыусылар һәм ҡунаҡтар!

2-се алып барыусы. Хәйерле көн, хөрмәтле дуҫтар!

1-се уҡыусы. Мәшһүр ғалим, танылған яҙыусы, педагог Жәлил Кейекбаевтың ижадына бағышланған кисәбеҙҙе асыҡ тип иғлан итәбеҙ!

2-се уҡыусы. Һәр халыҡтың йөҙөн билдәләй торған улдары була. Ж.Ғ. Кейекбаев - башҡорт халҡының шундай улдарының береһе. Ул башҡорт тел ғилемен үҫтереүгә бөтө һалған ғалим.

- Ж.Кейекбаев - башҡорт теле буйынса тәүге фән докторы, тәүге профессор. Ул ғалим ғына түгел, яҙыусы ла, «илһамлы» шағир, ҡобайырсы, йор һүҙле әкиәтсе лә.

- Бөгөнгө кисәлә беҙ уның фәһемле әкиәттәре менән танышасаҡбыҙ.

- Жәлил ағай балаларҙы бигерәк тә яратты. Ул балаларҙы аҡты ҡаранан, дөрөҫлөктө ялғандан, яҡшылыҡты насарҙан, дуҫты дошмандан айыра белергә, тыуған төйәген, тәбиғәтен, эскән һыуын, тамыр тартҡан сәскәләрен - ҡыҫҡыһы үҙенең йәшәгән төйәктен әкиәттәге кеүек матурлығын яратырға,донъяны таный белергә өйрәтте.

- Ул балаларҙы бөтөн яҡтан үҫешкән, рухи яҡтан сыныҡҡан, үҙ иленең һәм халҡының патриоты итеп күргеһе килде. Ул балаларҙың әкиәт уҡырға яратыуын яҡшы белеп, һеҙҙең өсөн күп кенә әкиәттәр яҙып ҡалдырҙы.

- Һүҙ 5 синыфҡа бирелә.

- Рәхмәт һеҙгә! Ж.Кейекбаевтың «Ике әкиәт», «Әкиәттәр», «Терпе тураһында әкиәт», «Урман әкиәттәре» тигән әкиәттәре бар.

-Балаларға интернациональ дуҫлыҡ рухында тәрбиәләү маҡсатында ул немец яҙыусылары бер туған Гриммдарҙың әкиәттәрен башҡортсаға тәржемәләп 1940 йылда айырым китап итеп баҫтырып сығарҙы.

- «Дуҫтар» повесын, «Туғандар һәм таныштар» романын яҙҙы, партия, Ленин, халыҡтар дуҫлығы тураһындағы ҡобайырҙар ижад итте. Бына бер миҫал:

Алтындар, ҡоростар табылған

Тауҙарҙа тыуған ул дуҫлыҡ;

Ялҡындар, уттар ҡабынған.

Яуҙарҙа тыуған ул дуҫлыҡ;

Арыштар ыуылйып ултырған

Ҡырҙарҙа тыуған ул дуҫлыҡ;

Ярышта сәсәндәр йырлаған

Йырҙарҙа тыуған ул дуҫлыҡ.

Йырҙарҙа тыуған ул дуҫлыҡ.

- Ж. Кейекбаев унға яҡын фәнни хеҙмәт, дәреслектәр, йөҙҙән ашыу фәнни мәҡәлә яҙҙы, ул 20 артыҡ кешене фән кандидаттары һәм докторҙары итеп тәрбиәләп үҫтерҙе.

- Ул Башҡортостан халыҡ мәғарифын үҫтереүҙә күп көс һалды. Роман, повесть, хикәйә авторы, ҡобайырсы һәм әкиәтсе булараҡ, Жәлил Кейекбаев СССР Яҙыусылар Союзына ағза итеп һайлана.

- Хәҙер сәхнәгә 6 синыфты саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ!

- Рәхмәт!

Фәнни эштәр һәм әҙәбиәт менән шөғөлләнеп кенә ҡалмайынса, Ж.Кейекбаев ҙур йәмғиәт эштәрендә алып барҙы. «Башҡортостан уҡытыусыһы» редколлегия ағзаһы булды, Башҡорт АССР-ы Верховный Советына депутат итеп һайланды.

- Башҡорт тел ғилемен үҫтереүҙәге, юғары белемле( кандидаттар) кадрҙар әҙерләүҙәге ҙур хеҙмәттәре өсөн Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев илебеҙҙең иң юғары наградаһы - Ленин ордены һәм «Почет Билдәһе» ордены менән наградланды, уға Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре тигән почетлы исем бирелде.

- Хәҙер сәхнәгә 7 синыфты саҡырабыҙ.

- Рәхмәт! Һүҙҙе жюриға бирәбеҙ.

- Рәхмәт жюри ағзаларына.



© 2010-2022