Сочинение ученика 4 класса Кинзябулатова Азамата на тему Охрана природы - задача каждого

ИНША  “Тәбиғәтте ҡурсалау - илде һаҡлау                       Яҙҙы: Кинйәбулатов Азамат,                             3б класы уҡыусыһы                             Уҡытыусыһы: Кинйәбулатова Л.С                          Кеше өсөн Тыуған ер, Тыуған ил бер генә.  Тик Бәләкәй һәм Ҙур(урыҫса Большая и Малая) Тыуған ил бар. Бәләкәйе тыуған йорт, урам, ҡала булһа, ҙуры -  беҙ йәшәгән республика, ил… Мин быға тиклем тыуған илем, ерем менән гел һоҡландым. Һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул, ҡалабыҙ төҙөк, таҙа, у...      
Раздел Информатика
Класс 4 класс
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Кеше өсөн Тыуған ер, Тыуған ил бер генә. Тик Бәләкәй һәм Ҙур(урыҫса Большая и Малая) Тыуған ил бар. Бәләкәйе тыуған йорт, урам, ҡала булһа, ҙуры - беҙ йәшәгән республика, ил… Мин быға тиклем тыуған илем, ерем менән гел һоҡландым. Һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул, ҡалабыҙ төҙөк, таҙа, урамдары киң, тәбиғәте матур. Мостай Кәрим һүҙҙәре менән әйтһәк, "Әкиәт батшаһының алтын һарайына оҡшаған бейек-бейек ҡаялар, иге-сиге булмаған урмандар, таштан-ташҡа һикереп аҡҡан шишмәләр, сәскәле аҡландар, таҫма- таҫма булып һуҙылған юлдар - Башҡортостан шуларҙың барыһы менән дә мәшһүр". Мәшһүр… ысынлап та, мәшһүр… Ошо ерҙә фекерем тарҡалып китте. Һәм шунда уҡ хәтеремә олатайым һәм өләсәйем менән сыҡҡан йәйге ялыбыҙ иҫкә төштө. Беҙ быйыл хозур тәбиғәтле Еҙем буйында ике көн ял иттек. Ундағы тәбиғәттең хозурлығын һүҙ менән аңлатып та бөтөрлөк түгел. Бейек ҡатлы таш йорттар һымаҡ баҫып торған ҡаялар, баһадир һаҡсылар кеүек бейек, төҙ ҡарағайҙар, гүзәл һылыуҙарҙарҙай зифа ҡайындар, олпат имәндәр, ә саф таҙа һыулы Еҙем йылғаһы … һушың китерлек матурлыҡ.

Беҙ олатайым менән Аҡташ башына мендек, быға тиклем гел атайымдарҙың үрләгәнен генә ҡарай торған инем. Менеп еткәс, аптырап киттем, бөтә ер ус төбөндә кеүек, һәммә ер күренеп тора. Иң башында тамырҙары күренеп, инде аҫҡа йығылам тигән кеүек ботаҡтарын тарбайтып, бер ҡарағай үҫеп ултыра. Шунда уҡ икенсе класта ятлаған шиғырҙан юлдар иҫкә төштө. Иҫкә лә төшмәҫ ине бәлки, Назар Нәжмиҙең был шиғырын ятлағанда мине аптыратҡан юлдар бар ине унда.

Мендем бейек Уралтау башына,

Бөркөт тора ҡая башында.

Баш осонда балҡып яна ҡояш,

Болот ята аяҡ аҫтында.

Мин шул ваҡытта нисек инде ул Уралтау башында бөркөт ултырһын, улар хәҙер кешенән ҡурҡып бөткәндәр. Бер тапҡыр ҙа күргәнем юҡ. Тағы ла, аяҡ аҫтында болот ни эшләп ятһын, ул бит ҡояш кеүек баш осонда? Уҡытыусыбыҙ: "Башҡортостан тәбиғәтен сикһеҙ матур һүҙе менән аңлатып бөтөп булмай, һәр төбәкте күрергә кәрәк был юлдарҙы аңлар өсөн", - тигән ине. Ысынлап та, дөрөҫ һүҙҙәр икән. Тау башынан ҡарағанда болоттар ҙа аяҡ аҫтында. Ҡояш тағы ла бейек тә кеүек, ә бына бөркөттө күреүен күрмәнем. Ауыр көрһөнөп бер генә юлын дөрөҫ яҙмаған Назар Нәжми тигәс, олатайым: "Элегерәк бөркөттәр оялай торғайны, хәҙер туристар күбәйҙе, ҡурҡып бөткәндәрҙер,- тине.

Әйләнгеләп тирә -яғымды күҙәтеп, Тыуған илемдең тәбиғәте менән һоҡланып торорға оҙаҡ тура килмәне миңә. Шунда уҡ йыртҡыстарса киҫелгән тиҫтәләгән ағастар төпһәһе, туристарҙан ҡалған полиэтилен, пластик бутылкалар күҙгә ташланды Аҡташтың һөҙәк яғында. Шағирҙарыбыҙ данлаған, йырсыларыбыҙ йырлаған тәбиғәтебеҙҙең матурлығын ҡул менән һыпырып алған кеүек булды. Ни өсөн кеше йыртҡысҡа әйләнә икән, тип һорағас, олатайым: "Тәрбиә икенсе",- тине лә уйға батты. Бер аҙ тынлыҡтан һуң дауам итте. "Тәбиғәтебеҙ матур, ләкин ул мәңгелек түгел, ул бөйөк, ләкин бит яҡлауға мохтаж. Иҫәпһеҙ ағастарҙы киҫһәк, йылғаларыбыҙ ҡороясаҡ. Беҙ һыу ингән таҙа һыулы Еҙем дә былай һай түгел ине, беҙ элек аттар йөҙҙөргән йылға ла хәҙер тубыҡтан ҡалған, ҡара урман урынына ағас төпһәләре ҡаршылай шул…. Йыл һайын ҡоролоҡ, ә ҡайһы бер ерҙәрҙе бөтөнләй һыу баҫа барыһы ла ошо һаҡһыҙ ҡараштан, улым", - тип һүҙен ослап ҡуйҙы.

Ысынлап та, беҙ дәрестә экология, экологияны һаҡлау тигән темалар үтәбеҙ. Ә асылда был бит китапҡа яҙылған буш һүҙҙәр булып ҡала ла инде. Ял итергә сыҡҡан һәр кеше үҙенең артынан ҡалдырған сүпте йыймаһа, оҙаҡламай тәбиғәт сүп ояһына әйләнәсәк. Киҫелгән ағастар урынына яңыһын ултыртмаһа, тауҙарҙы аҡтарһа, шағирҙар яҙған матур-матур шиғырҙар менән китап биттәрендә генә һоҡланырға ҡаласаҡ. Мин ҡурҡып киттем. Уйлана-уйлана тауҙан төштөм.

Ял урынына килгәндә өләсәйем асыулана-асыулана кемдәрҙер ҡалдырып киткән сүптәрҙе йыйып яндырып йөрөй ине. Ул: "Улым, бер ваҡытта ла тәбиғәттә сүп ҡалдырма, тәбиғәтте бөгөн һаҡларға кәрәк, һүҙ менән түгел, ә эш менән", - тигәс, күңелгә йылы булып китте. Өләсәйем кеүек кешеләр күберәк булһа, тәбиғәтебеҙҙең байлығы кәмемәҫ, ә уны маҡтаған шағирҙар тағы ла тыуыр. Шулай итеп ике көнлөк ялыбыҙҙан әллә күпме фәһем, тәбиғәттән - көс алып ҡайттым.

Тыуған ерем Башҡортостан тәбиғәте матур, ләкин ул мәңгелек түгел. Уны һаҡларға һәм яҡларға кәрәк. Шунда ғына беҙ үҙебеҙҙе "Беҙ - тәбиғәт балалары" тип әйтә аласаҡбыҙ! Ҙурмы, бәләкәйме - Тыуған ил берәү. Уны, уның тәбиғәтен һаҡлап йәшәгәндә генә ул мәңге матур буласаҡ.

Тәбиғәт матурлығын дәлилләп бер нисә һүрәт тә тәҡдим итәм.

Сочинение ученика 4 класса Кинзябулатова Азамата на тему Охрана природы - задача каждого

Сочинение ученика 4 класса Кинзябулатова Азамата на тему Охрана природы - задача каждого

Сочинение ученика 4 класса Кинзябулатова Азамата на тему Охрана природы - задача каждого


Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы

Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһы ҡала округының 1-се урта дөйөм белем биреү гимназияһы муниципаль бюджет учреждениеһы




Республика көнөнә һәм Мәҙәниәт йылына арналған

"Республикамды йырлайым"

республика иншалар конкурсы




ИНША



"Тәбиғәтте ҡурсалау - илде һаҡлау"











Яҙҙы: Кинйәбулатов Азамат,

3 б класы уҡыусыһы


Уҡытыусыһы: Кинйәбулатова Ләйсән Салауат ҡыҙы,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,






Салауат - 2013


© 2010-2022