Ябай һәм ҡушма һандар. (4 класс)

Тема: Ябай һәм ҡушма һандар. Маҡсат: 1.  Һан һүҙ төркөмө тураһында мәғлүмәт биреү, ябай һәм ҡушма һандарҙы айырырға өйрәтеү; 2.  уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен арттырыу, телмәрен үҫтереү; 3. Башҡортостан тәбиғәтенә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Йыһазландырыу: компьютер, проектор, экран, дәреслек Дәрес барышы: 1.    Ойоштороу мәле -         Уҡыусылар! Башҡорт теле дәресен бөгөнгө матур көндө, тирә – яҡты, бер – беребеҙҙе сәләмләүҙән башлайыҡ. ( уҡытыусының уҡыуы) Мин шиғырҙы уҡыйым, ә һеҙ эсән ...
Раздел Информатика
Класс 4 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: Ябай һәм ҡушма һандар.

Маҡсат:

1. Һан һүҙ төркөмө тураһында мәғлүмәт биреү, ябай һәм ҡушма һандарҙы айырырға өйрәтеү;

2. уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен арттырыу, телмәрен үҫтереү;

3. Башҡортостан тәбиғәтенә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: компьютер, проектор, экран, дәреслек.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле

  • Уҡыусылар! Башҡорт теле дәресен бөгөнгө матур көндө, тирә - яҡты, бер - беребеҙҙе сәләмләүҙән башлайыҡ. ( уҡытыусының уҡыуы) Мин шиғырҙы уҡыйым, ә һеҙ эсән генә минең менән уҡығыҙ: 1 слайд

Яҡты көндө сәләмләйек,

  • Һаумы,ҡояшым!

  • Һаумы, зәңгәр күгем!

  • Һаумы, Тыуған ерем!

  • Һаумы, яҡшы дуҫым!

Ултырығыҙ.

  1. Инеш.

  • Әйҙәгеҙ әле, уҡылған шиғырға иғтибар итәйек.Ҡалын хәрефтәр менән бирелгән һөйләмде уҡыйыҡ..

  • Һаумы, Тыуған ерем! (Беҙҙең Тыуған еребеҙ нисек атала ?) Башҡортостан

  • Балалар, ә Башҡортостан ниндәй ил ул?

  • Эйе, ҡалын урмандар, мул һыулы йылғалар, бейек тауҙар, зәңгәр күлдәр иле ул.

  • Әлбиттә,беҙҙең Башҡортостаныбыҙ бик матур һәм бай республика. Ул бигерәк тә йылғаларға бай республика. Әйҙәгеҙ әле, Башҡортостаныбыҙҙ данлап бер нисә һөйләм төҙөйөк. Таҡтала һеҙгә һүҙҙәр теҙмәһе бирелгән. Һеҙ ошо һүҙҙәрҙе ҡулланып һөйләмдәр төҙөгөҙ. 2 слайд

  • Оҙон, Ағиҙел, йылға, ҙур, Башҡортостандағы, иң, һәм.

  • Һаҡмарҙа, һайрай, һары, һыулы, һалҡын, һандуғас.

Ағиҙел - Башҡортостандағы иң ҙур һәм оҙон йылға.

Һалҡын һыулы Һаҡмарҙа, һайрай һары һандуғас.

  • Был һөйләмдәрҙә Ағиҙел нисек тасуирлана? Оҙон, ҙур

  • Ә Һаҡмар йылғаһы ниндәй? Һалҡын һыулы. Был һүҙҙәрҙе беҙ нимә тип атайбыҙ?Сифаттар.

  1. Беҙ һеҙҙең менән үткән дәрес темаһын ҡабатлап һәм һеҙ теманы яҡшы үҙләштергәнегеҙҙе күрһәтттегеҙ. Афарин.

Башҡортостан йылғалары тураһында һөйләшеүҙе дауам итеп киләһе һөйләмдәрҙе уҡыйыҡ: 3 слайд

Башҡортостанда 13 мең самаһы йылға бар, уның дөйөм оҙонлоғо 57 мең саҡрымдан ашыу. Иң ҙур йылға - Ағиҙел (1430 км), уның ҡушылдыҡтары Ҡариҙел (918 км), Һаҡмар (760 км), Дим (535 км), Нөгөш (235 км). Республикала 1000 - дән ашыу күл бар.

  • Беренсе ике һөйләмдә беҙ сифаттар ярҙамында йылғаларҙың ҙурлығы, һалҡын һыулы икәнен белдек.

  • Ә бына был һөйләмдәр беҙгә ниндәй мәғлүмәт бирә?

  • Ә улар нимә менән бирелә?

  • Һандар. Дөрөҫ.

  • Тимәк, бөгөн беҙ ниндәй темаға һөйләшәсәкбеҙ? "Һан" темаһына. Дәресебеҙҙең маҡсаты л а "Һан" һүҙ төркөмө тураһында мәғлүмәт алыу һәм ҡушма һәм ябай һандарҙы айырырға өйрәнеү.

  • "Һан" темаһы менән һеҙ түбәндәге кластарҙа ла таныштығыҙ. Нимә ул һан? (Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау)

  • Ҡағиҙәне сығарыу. Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау. Әйҙәгеҙ китаптарҙы асып, ҡағиҙәне тағы ла бер тапҡыр уҡып китәйек. 4 слайд

  • Уҡыусылар, тесктағы һандарҙы ҡабаттан уҡыйыҡ әле. Ун өс, илле ете, бер мең дүрт йөҙ утыҙ, ике йөҙ утыҙ биш, туғыҙ йөҙ ун һигеҙ, биш йөҙ утыҙ биш, ете йөҙ алтмыш, биш йөҙ етмеш бер, мең.

  • Һандарҙың яһылышына иғтибар итегеҙ. Тимәк, яһалышы яғынан - улар ҡушма һандар. Мең - ниндәй һан.

  • Был - яһай һандар. Сөнки ул бер һүҙ менән генә яҙылған. Китаптан ҡағиҙәне уҡып, һүҙҙәребеҙҙе дәлилләп ҡуяйыҡ.

( Ҡағиҙәне уҡыу) 5 слайд

  • Тимәк,һандар яһалышы яғынан ябай һәм ҡушма һандарға бүленә.

  • Бөгөнгө темабыҙҙы һәм числоны дәфтәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.

  • Ябай һәм ҡушма һандарға икешәр миҫал яҙығыҙ. (Дәфтәрҙәрҙә эш)

  • Һандар - беҙҙең тормошобоҙҙа ҙур роль уйнай. Беҙ уларҙы телебеҙҙә көн дә ҡулланабыҙ. Мәҫәлән: ете һаны менән беҙҙең тормошобоҙҙа нимәләр бар: төҫ, йондоҙ, көн, мөғжизә, быуын, нота, ырыу.

6 слайд

Мөғжизәне нисек аңлайһығыҙ? Башҡортостандың мөғжизәләре бармы? Уҡыусыларҙың фекерҙәрен тыңлау.

  • Бәлкәй видеояҙма ҡарап үтеү "Башҡортостандың ете мөғжизәһе".

  • Һығымта яһау: Эйе, матур һәм мөғжизәле шул беҙҙең Башҡортостаныбыҙ. Ләкин матурлыҡ һаҡлауға мохтаж. Нисек уйлайһығыҙ йылғаларҙы, шишмәләрҙе, урмандарҙы ҡайһылай һаҡларға була? ( фекерҙәр тыңлау).

  • Дөрөҫ, уҡыусылар. Тәбиғәтте һаҡлау - бөтә кешененең бурысы. Йылға буйҙарын таҙа тотайыҡ, ағастар ултыртайыҡ. Йәнлектәрҙе, үҫемлектәрҙе һаҡлайыҡ.



  1. Дәресте нығытыу.Дәресебеҙҙе нығытыу маҡсатында бер нисә эш башҡарайыҡ:

  1. Һандарҙы башҡаса әйтегеҙ.

60 секунд - 1 минут

60 минут - 1 сәғәт

24 сәғәт - 1 тәүлек

7 көн - 1 аҙна

12 ай -1 йыл

365 көн - 1 йыл

100 йыл - 1 быуат

1000 грамм - 1 кг.

10 миллиметр - 1 см.

  1. 144-се күнегеү



  1. Ә хәҙер һәр кем үҙе дәресте нисек үҙләштергәне тураһында реслексия ярҙамында беләйек. Һеҙҙең алдығыҙҙа ҡағыҙ биттәре ята. Һеҙ ошонда һөйләмдәрҙе тулылындырып яҙып, һуңынан үҙегеҙгә баһа ҡуйығыҙ. Мин уларҙы йыйып алып, тикшерермен.



  1. Өйгә эш биреү. Өйҙә ҡушма һәм ябай һөйләмдәрҙе индереп Башҡортостан тураһында мәғлүмәт яҙып килергә.

  • Бөгөнгө дәресебеҙ тамам. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт! Һау булығыҙ!

© 2010-2022