“Сихри донъя илендә” уйыны

“Бәхетле осраҡ” уйыны   2014 йыл илебеҙҙә Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителде, шуға күрә, уйыныбыҙ ҙа ошо темаға бәйле. Ике команда мәҙәниәт, сәнғәт, театр, кино, әҙәбиәт өлкәһендә көс һынашасаҡ.   1.Уҡыусыларҙың Башҡортостан мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте тураһындағы белемдәрен нығытыу, тәрәнәйтеү, байытыу. 2.Уҡыусыларҙың танып белеү активлығын, логик фекерләүен, хәтерен, иғтибарын һәм телмәрен үҫтереү.   3.Әҙәби, мәҙәни мираҫ аша тыуған яҡҡа, ергә һөйөү, ихтирам, арҙаҡлы шәхестәребеҙгә ҡарата ғорур...
Раздел Физика
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

"Сихри донъя илендә"


( "Бәхетле осраҡ" уйыны )


Башҡарҙы: Өфө ҡалаһы

83- cө лицейҙың башҡорт теле

уҡытыусыһы Нәҙербаева Лена Сәғәҙей ҡыҙы



Маҡсат. 1.Уҡыусыларҙың Башҡортостан мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте тураһындағы белемдәрен нығытыу, тәрәнәйтеү, байытыу.

2.Уҡыусыларҙың танып белеү активлығын, логик фекерләүен, хәтерен, иғтибарын һәм телмәрен үҫтереү.

3.Әҙәби, мәҙәни мираҫ аша тыуған яҡҡа, ергә һөйөү, ихтирам, арҙаҡлы шәхестәребеҙгә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: ҡом сәғәте, тоҡсай менән уйынсыҡ мискәләр, мәҙәни усаҡ һүрәттәре, картиналар, мультимедиа, слайдтар, Почет грамоталары.


Уйын барышы:


Залда "Башҡортостан" йыры яңғырай.

Алып барыусы. Быйылғы йыл илебеҙҙә Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителде, шуға күрә, уйыныбыҙ ҙа ошо темаға бәйле. Ике команда мәҙәниәт, сәнғәт, театр, кино, әҙәбиәт өлкәһендә көс һынашасаҡ. Уңыштар һеҙгә!

I гейм. (1минут эсендә мөмкин тиклем күберәк һорауға яуап бирергә тырышығыҙ. Һәр дөрөҫ яуапҡа - 1 мәрәй. Һорауҙар милли геройыбыҙ- С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы алыусылар менән бәйле. )

1-се команда өсөн һорауҙар: 1. Нисәнсе йылда БАССР-ҙың С.Юлаев исемендәге премияһы булдырыла? (1967.) 2. Был премия кемдәргә тапшырыла? (Әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендәге иң яҡшы эштәргә.) 3. Был премияға лайыҡ булған Баймаҡ районынан сыҡҡан шағир? (А.Игебаев.) 4. Композиторҙар араһынан иң беренсе булып был премияға кем лайыҡ була ?(З.Исмәғилев.) 5. "Аманат", "Ер рухы", "Ҡымыҙ" картиналар серияһы өсөн был премияға ошо рәссамдар лайыҡ була, кемдәр? (Р.Зәйнетдинов, Г.Калитов.) 6. Был премияға лайыҡ булған тележурналист, "Историческая среда" тапшырыуы авторы? (С.Хәмидуллин.)

2- се команда өсөн һорауҙар: 1. Нисәнсе йылдан алып был премия С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы тип атала? (1992.) 2. Әҙәбиәт өлкәһендә иң тәүгеләрҙән булып, үҙе үлгәндән һуң, ниндәй әҫәре өсөн кемгә бирелә? (Һ.Дәүләтшинаға "Ырғыҙ"романы өсөн.) 3. Бейеүселәрҙән беренсе булып, кем лайыҡ була? (Р.Туйсина.) 4. С.Юлаев скультураһын эшләгән өсөн премия кемгә бирелә? (Т.Нечаева.) 5. М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы бик күп образдар тыуҙырғаны өсөн ошо премияға лайыҡ була, кем ул? (Х.Үтәшев.) 6. Р.Шәкүргә ниндәй китабы өсөн был премия тапшырыла? ("Ыласындар бейектй оса".)

II гейм. Уйында ҡатнашыусылар сиратлап тоҡсайҙағы номерҙар яҙылған мискәләрҙе ала. Алып барыусы шул һанға тап килгән карточкаларҙағы һорауҙарҙы ҡысҡырып уҡый. Һәр дөрөҫ яуапҡа - 1 мәрәй.

1.Башҡорттар йәшәгән йорт - тирмә.

2.Республика флагында ниндәй һүрәт төшөрөлгән - ҡурай.

3.Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының арҡаһына төшөп торған баш кейеме- ҡашмау.

4.Башҡорт халҡының милли итле ашы- бишбармаҡ.

5.Башҡортхалҡының милли байрамы - һабантуй.

6.Өфөлә рәссам исемен йөрөткән музей - Нестерев.

7.Даны бөтә донъяға таралған балетмейстер, хореограф - Р.Нуриев.

8.Республика флагындағы ерҙе, иректе аңлатҡан төҫ - йәшел.

- Ә хәҙер башҡорт мәҙәниәтенең кино сәнғәте, рәссамдәрен белеү- белмәүегеҙҙе тикшерәйек.

1) "Башҡортостан " телерадиокомпанияһындағы 33 сериялы беренсе башҡорт сериалы? ("Ай ҡыҙы".)

2) "Ауылда байрам. 1930", "Өс ҡатын", "Фронтҡа оҙатыу" картиналарының авторы? (Ә.Лотфуллин. )

3) Айнур Асҡаровтың фильмы? ("Еңмеш." )

4) А.Йомағоловтың "яңы ғына бешкән " фильмы? ("Етегән.")

5) "Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ", "Түбә руднигы", "Башҡорт өйөнөң күтәрмәһе" картиналарының авторы? (Ҡ.Дәүләткилдеев.)

6) Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы ниндәй сит ил сериалы башҡорт теленә тәржемә итеп күрһәтелде? ("Эдера".)

III гейм. Башҡортостандағы мәҙәни усактарҙың тулы исемдәрен тап. Командаларға исемлек таратыла. Һәр дөрөҫ яуапҡа - 1 мәрәй.

I командаға

Башҡорт дәүләт академия драма театры З.Вәлиди исемендәге

Сибай дәүләт драма театры М.Ғафури исемндәге

Бейеү ансамбле А.Мөбәрәков исемендәге

Милли китапхана Ф.Ғәскәров исемендәге

II командаға

Милли йәштәр театры "Сулпан"

Татар театры "Родина"

Сибай балалар театры М.Кәрим исемендәге

Кинотеатр "Нур"

IV гейм. Туған ил, тел һәм кешелек сифаттары тураһындағы мәҡәлдәрҙе дауам итегеҙ. Ҡайһы команда алдараҡ әйтә - 1 мәрәй.

Илем өсөн тыуғанмын ... (илем өсөн үлермен)

Илен һөйгән ... (ир булыр)

Туған телең ... (үҙ болоң)

Кешенең хөрмәте ... (үҙ ҡулында)

Кеше йырын да йырла ... (үҙеңдекен дә онотма)

Кешене ҡәҙерләмәгән ... (үҙе лә ҡәҙер күрмәгән)

Дан килер ҙә китер ... (яҡшы исем атанан улға етер).

V гейм. Слайдтарҙағы Башҡортостан мәҙәни усаҡтарын таныйһығыҙмы, исемдәрен әйтегеҙ.

1. "Ләлә-Тюльпан" мәсете

2. Конгресс Холл

3. С.Юлаев һәйкәле

4. Өфө - Арена боҙ һарайы

5. "Ҡунаҡһарай" комплексы

6. Башҡорт Дәүләт Университеты

7. Динамо стадионы

8. Яҡупов ял паркы.

VI гейм. Ҡайһы команда һорауҙарға тиҙерәк яуап бирер?

1. Сибай ҡалаһында үткәрелгән йырсылар бәйгеһе нисек атала? ("Ирәндек моңдары")

2. Ҡурайсылар бәйгеһе ниндәй ҡалала үткәрелә? (Октябрьский)

3. "Бергә-бергә оҙон ғүмер кисергәндәр, ти, улар. Ҡарсығы үлеп киткәндән һуң, ҡарт ике улы Шүлгән һәм Урал менән ҡала." Был өҙөк ниндәй әкиәттән? ("Урал батыр" әкиәтенән.)

4. Минең тыуған ҡырҙарым,

Балдай татлы һыуҙарым,

Яландарым, урманым,

Күккә ашҡан Уралым-

Минең изге төйәгем,

Һеҙҙе һөйә йөрәгем. Был кемдең шиғыры? (С.Юлаев.)

Йомғаҡлау. Еңеүселәрҙе ҡотлау.

- Хөрмәтле уҡыусылар! Бөгөнгө уйында һеҙ үҙегеҙҙең белемдәрегеҙҙе һынанығыҙ, киләсәктә лә телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙға битараф булмай, артабан да илһөйәр, телһөйәр, республикабыҙға лайыҡлы шәхестәр булып үҫеүегеҙҙе теләйем, сөнки илебеҙҙең киләсәге һеҙҙең ҡулда!


© 2010-2022