Сочинение на тему. Ҡояш нурының сәйәхәте

Раздел Другое
Класс 11 класс
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Сибай ҡала гимазияһының 7 класс уҡыусыһы Бүләкәнов Байрастың иншаһы.

Ҡояш Нурының сәйәхәте.

«Эх!Бөгөн иртәрәк торорға ла бәләкәс дуҫтарымдың танауҙарынан ҡытыҡлап уятырға кәрәк,бөгөн шундай матур таң ата.Тып-тыныс,тирә-яҡта һирәк-һаяҡ ҡоштар тауышы ишетелә,йылғала балыҡ ҡойроғо һуҡҡаны ла ишетелеп ҡала,ниндәй матур таң »-тип уйлап Ҡояш Нуры,балыҡ ҡармаҡлар- ға йыйынған малайҙарҙы уятырға ашыҡты.Малайҙар иртәнге ысыҡҡа аяҡ -тарын сылатып,ҡыуанышып йылға ярына йүгереп килеп ултырҙлар ҙа балыҡ ҡармаҡларға тотондолар.Иҫ киткес матур,иртәнге тынлыҡ,күңелгә рәхәт,балыҡ ҡаба ғына.

Ҡапыл тынлыҡты ярып ниндәйҙер тауыштар ишетелә башлай,самолеттар геүләй,атыу,ят телдә һөйләшеү тауыштарын малайҙар аңлай алмай берсә тирә яҡҡа,берсә бер-береһенә аптыраулы ҡараш ташлап ултыралар.Ҡояш Нуры тауыш сыҡҡан яҡҡа юллана,ни күҙе менән күрһен был бит Германия фашистары беҙҙең сикте үтеп Брест крепосына һөжүм башлай.Бына шулай башлана дәһшәтле,ҡурҡыныс,бер кемде лә йәлләмәгән Бөйөк Ватан һуғышы.Һуғышырға берәүҙә әҙер булмай, шулайҙа бар халыҡ олоһонан алып кесеһенә тиклем илде һаҡларға ҡулына ҡорал тотоп һаҡҡа баҫа.

Беҙҙең яҡты,зәңгәр күгебеҙҙе ҡара болоттар ҡапланы,әрһеҙ Ҡояш Нуры ҡара болоттарҙы ярып үтеп Сталтнград блокадаһын күреп ҡалды.

-Туҡта,бөгөн нисәһе әле ул?-тип Ҡояш Нуры календарға күҙ һалды.1941-се йылдың 8-се сентябре Ленинградты немец фашистары блокадаға алалар.Бер нисә йыл дауамында Ленинград блокада аҫтында була.Ҡала эсендә бер ни ғәйепһеҙ халыҡ ас,һыуыҡта яғыулыҡһыҙ тороп ҡала,электр энергияһы ла булмай.Был блокадала иң ауыры аслыҡ була.Шулай Ҡояш Нуры әсе күҙ йәштәрен түгеп илай-илай Таня Савичеваның көндәлегенә күҙ һала.Таня Савичева блокада башланғас та көндәлек яҙа башлай.Таняның туғандары 1941 йылдың декбренән алып,1942 йылдың майына тиклем үлеп бөтә.Таняның көндәлеге 9 биттән тора,шуларҙың 6 битендә туғандарының үлгән көнө яҙылған.Ғәзиз әсәһе,өләсәһе,апайҙары,ағаһы,ике олатаһы һәләк була.Ә Таня үҙе эвакуация ваҡытында үлә.Уның оло апаһы,ағаһы ғына блокадала тере ҡала.Был көндәлек Бөйөк Ватан һуғышы символдарының береһе. Ленинград блокадаһы-иң ауыр,йән әсеткес тьәҫораттар ҡалдыра.Ҡала халҡы был һынауҙы батырлыҡтар, намыҫ менән үтә. 1943 йыл 18 ғинуар блокада туҡтатыла .

Илебеҙҙең тылына,шулай уҡ беҙҙең Башҡортостанға ла бик күп балаларҙы,ҡатан-ҡыҙҙарҙы,ҡарт-ҡороларҙы,завод,фабрикаларҙы эвакуация- лайҙар.Ҡояш Нуры ҡыҙыҡһынып Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәрен уҡый башлай.Был әҫәрҙә Украинанан эвакуация менән беҙҙең Башҡортостанға килгән Оксана менән Йәмилдең дуҫлығы тураһында яҙыла.Тәүҙә уларға бер-береһен аңлашыуы ҡыйын була.Аҙаҡ улар бер туған ағайлы-һеңлеле һымаҡ булып китәләр.Бик күп кешеләр Советтар Союзынан Башҡортостанға килеп,башҡорт ғаиләләрендә көн итә.

Ҡояш Нуры ҡуйы,ҡара болоттарҙы йырып йөрөй торғас,уның нурҙары матур,бөйөк Волга йылғаһына килеп төртөлә.Календарҙа 1942 йылдың 12 июле бында Сталинград һуғышы башлана.Сталинград илдең үҙәк райондарын Кавказ һәм Урта Азия менән бәйләнештә тотоусы эре коммуникация үҙәге була.Ә Волга Кавказ нефтен ташыу буйынса мөһим транспорт артерияһы ролен үтәй.Фашистарҙың Сталингратты алыуы СССР өсөн ҡот осҡос фажиғәгә илтер ине.Немец ғәскәрҙәренең ҡоралы ҡеүәтле булыуға ҡарамаҫтан,улар Волгаға табан яй хәрәкәт итә.Совет һалдаттарының батырлығы арҡаһында немецтар Кавказға үтә алмай.Сталинград һуғышында еңеү илебеҙ өсөн халыҡ ара һәм хәрби-сәйәси әһәмиәткә эйә.Ул Икенсе донъя һуғышы барышын тамырынан үҙгәртә.Сталинград яуынан һуң СССР территорияһынан немец аккупанттарын ҡыуыу башлана.

Волга буйындағы хәлдәрҙе күргәндән һуң,Ҡояш Нуры «Тылдағы халыҡ нисек йәшәй икән?» -тип Башҡортостанға юллана.

Дошманды еңергә ышаныслы тыл көсө генә ярҙам итә ала.Тормош ауырлыҡтары ҡатын-ҡыҙҙар,балалар иңенә төшә.Улар мәғдән сығарыу,еҙ иретеү,торф эшкәртеү кеүек эштәрҙе башҡаралар.Һуғыштағыларға йылы кейемдәр тегеп,бәйләп,әҙерләп ебәрәләр.Улар еңеү өсөн үҙҙәрен йәлләмәй,бар көстәрен һалалар.

Йылайыр совхоз техникумында Ҡояш Нуры минең өләсәйем менән дә таныша.Ул минең өләсәйем Ғәлиуллина Маһинур Сабир ҡыҙын ҡыҙыҡһынып күҙәтә,сөнки ул тракторҙа ер һөрөп йөрөгән була.Ә уның ирен , минең ҡартатайымды 1942 йылда һуғышҡа алалар.Ул икенсе Украина фронтында, ҡоро ер войскаларында хеҙмәт итә. Украинаны,Австрияны,Румынияны,Венгрияны азат итеүҙә ҡатнаша,еңеүҙе Венрияла яулай.1946 йылда,Будапешт ҡалаһын,һәм башҡа ҡалаларҙы төҙөкләндереүҙә ҡатнашып ҡайта.Аяғына пуля тейеп,ғүмер буйы һыҙланыуҙар менән ыҙалай.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы миңә ҡартатайымды күрергә яҙманы.Шулайҙа мин уның һуғыштан һуң игенсе булып эшләгәнен,мәктәпкә балалар янына йөрөп ҡәһәрле һуғыш йылдарын һөйләгәнен беләм.Ҡартатайымдың бик күп почет грамоталары,рәхмәт хаттары,миҙалдары һаҡланған,мине иң һоҡландырғаны «Батырлыҡ өсөн»миҙалы.Был миҙалды уға яуҙаштары менән тимер юл күперен шартлауҙан алып ҡалған өсөн биргәндәр.

Йылдар үткән һайын һуғыш йылдары артта ҡалғандан ҡалып бара. Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең беҙгә ниндәй ауырлыҡтар,күҙ йәштәре,ҡан ҡойоштар аша килгәнен оноторға тейеш түгелбеҙ.Ауырлыҡтар һуғыш яланынды ғына түгел, тылда ла хөкөм һөрҙө. Өләсәйем Маһинур Сабир ҡыҙының да Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хеҙмәте грамоталар,миҙалдар менән баһаланған.Бына ҡайҙан килеп сыҡҡан ул «Еңеүҙең дә,хеҙмәттең дә миҙалы бер ҡоростан ҡойола» тигән әйтем.

Таң атҡанын белдереп ер ҡояш нурҙарына күмелде,беҙҙең таныш нур,йәһәтләп тәмле йоҡонан айырыла алмай ятҡан малайҙарҙы уятырға ашыҡты.Әйҙә рәхәтләнеп ысыҡ тамсыларына мансылған йомшаҡ үлән өҫтөндә йүгерешеп алһындар,күңелдәре булғансы балыҡ тотһондар.Атай-олатайҙарыбыҙ менән яулап алынған тыныс тормошобоҙҙа рәхәтләнеп,кинәнеп йәшәй бирһендәр.

Ә беҙгә инде йәш быуынға Һуғыш,Хеҙмәт ветерандарынан өлгө алырға ғына ҡала...

Һәйкәл булып ҡала еңеүселәр,

Һәйкәл булып баҫа батырҙар.

Ә батырҙар ике тапҡыр үлмәй,

Ерҙә улар мәңге балҡырҙар!

© 2010-2022