Тема: Антонимдар. Башҡортостанда ҡыш. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе

 Тема: Антонимдар.                     Тема: Башҡортостанда ҡыш.                                                                           Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.                  Маҡсат: 1)яңы теманы аңлатыу, антонимдар менән таныштырыу,  яңы һүҙ һәм һөйләмдәрҙе, шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү 2)уҡыусыларҙың һөйләү, яҙыу телмәрен, тасуири уҡыу,аңлау күнекмәләрен артабан үҫтереү 3)туған телгә һөйөү тәрбиәләү, кеше тормошонда туған телдеңмөһим урын алыуын аңлатыу, уҡыусылар араһында яҡшы мөнәсә...
Раздел Другое
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: Антонимдар. Тема: Башҡортостанда ҡыш.

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

Маҡсат:

  1. яңы теманы аңлатыу, антонимдар менән таныштырыу, яңы һүҙ һәм һөйләмдәрҙе, шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү

  2. уҡыусыларҙың һөйләү, яҙыу телмәрен, тасуири уҡыу,аңлау күнекмәләрен артабан үҫтереү

  3. туған телгә һөйөү тәрбиәләү, кеше тормошонда туған телдең мөһим урын алыуын аңлатыу, уҡыусылар араһында яҡшы мөнәсәбәт булдырыу.

Йыһазландырыу: «Ҡыш» темаһы буйынса һүрәттәр, карточкалар, компьютер, проектор, дәреслектәр, презентация, ҡар бөртөктәре.



Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу.


  1. Дәрестең маҡсаты менән таныштырыу.


  1. Артикуляцион күнегеү.

Әсәм теле - башҡорт теле

Минең өсөн изге тел.

Туған телемдә һөйләшәм,

Һөйөнә шуға күңел.


  1. В. Әхмәҙиев шиғыры өҫтөндә эш:

1) уҡытыусының тасуири уҡыуы

2) уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы

3) уҡыусыларҙың тасуири уҡыуы

4) шиғырҙың төп фекерен әйтеү

Уҡыусылар, тағын да иғтибарҙы шиғырға йүнәлтәйек. Шиғырҙа ниндәй айырма бар? ( ҡалын хәреф менән яғылған һүҙҙәр бар, әйҙәгеҙ уларҙы тағын да бер тапҡыр уҡып сығайыҡ.)

Был һүҙҙәрҙең мәғәнәләре араһында ниндәй айырма бар?


  1. Ҡағиҙәне әйтеү

Дәфтәрҙәрҙе асабыҙ, бөгөнгө числоны һәм теманы яҙабыҙ.


  1. Шиғырҙан антонимдарҙы яҙып алабыҙ.

Ял минуты.

5. 186 - сы күнегеү. Бер уҡыусы таҡтаға сыға. Күнегеүҙе тикшереү.


  1. Викторина һорауҙары:

1. Башҡортостан республикаһының дәүләт символдарын әйтегеҙ.

2. Башҡортостан республикаһы президентының фамилияһы, исемен әйтегеҙ.

3. Башҡортостанда нисә район бар?

4. Башҡортостанда нисә ҡала бар ?

5. Башҡортостандағы иң ҙур йылға исеме.

6. Башҡортостандағы иң ҙур күл исеме.

7. Башҡортостандағы иң бейек тау исеме.

8. Башҡорт халҡының милли геройы исеме.

9. 2014 йылда иң күренекле халыҡ шағиренә 95 йәш булыр ине, уның исеме.

10. Башҡорт халҡының иң күренекле эпосы.

11. Быйылғы йыл Рәсәйҙә һәм Башҡортостан республикаһында ниндәй йыл тип иғлан ителде.

7. Дәресте йомғаҡлау. Уҡыусыларҙың яуаптарын баһалау.

8. Өйгә эш : 188-се күнегеү.

I. Теманы асыҡлар өсөн «Ҡыш» тураһында һүрәттәр өҫтөндә эш.

Карточкалар таратыла, һүҙбәйләнештәрҙе ҡайһы һүрәткә туры килеүен аңлап, йәбештереп ҡуябыҙ.

II. А. Исмәғилевтең «Яуа ҡарҙар...» шиғыры өҫтөндә эш:

  1. һүҙлек эше: төрөнөү - укутываться

киң - широкий

яҡты өмөт - светлые надежды

хыял - мечта

уйҙар - думы

йондоҙҙар - звезды

мамыҡ - вата, пух

  1. уҡытыусының тасуири уҡыуы

  2. уҡыусыларҙың үҙ аллы, шиғырҙың йөкмәткеһен аңлап үҙләштереү

  3. уҡыусыларҙың тасуири уҡыуы

  4. һорауҙарға яуап биреү:

а) нимәләр ҡарға төрөнә?

б) автор яңы ҡар нимәләр алып килеүен теләй?

в) ә һеҙ яңы ҡарҙың нимәләр алып килеүен теләр инегеҙ?

III. Карточкалар өҫтөндә эш:

«Һүҙҙәр үҙ урындарын юғалтҡандар»

1. Мин, яратам, ҡышты.

2. Санала, шыуалар, саңғыла, тауҙан, балалар.

3. Үтте, ҡышҡы, күңелле, каникул, бик.

IV. Викторина һорауҙарына яуап биреү.

V. Уҡыусыларҙың яуаптарын баһалау. Дәресте йомғаҡлау.

VI. Өйгә эш: 332 - се күнегеү. (уҡытыусы һүҙҙәрҙе русса әйтә, уҡыусылар тәржемәһен яҙалар.)

© 2010-2022