Конспект урока по башкирскому языку на тему: Һүҙьяһалыш

Раздел Другое
Класс 5 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

5- се класҡа башҡорт теленән дәрес планы.

Һүҙъяһалыш. Һүҙҙәрҙең яһалыу юлдары.

Дәрестең маҡсаты; а) тел белеменең бер бүлеге булараҡ, һүҙъяһалыш тураһында төшөнсә биреү, быға тиклем һүҙъяһалыш тураһында алған белемде системаға килтереү һәм нығытыу; б) туған халыҡтың тарихына ыңғай мөнәсәбәт тәрбиәләү;в)халыҡ йырҙарын тусуири һәм орфоэпик дөрөҫ уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

Йыһазландырыу. Дәреслек, Дидактик материал китабы, һүҙъяһалыш юлдарын күрһәтеүсе таблица, Башҡортостан картаһы.

Дәрес барышы . Өй эшен тикшереп, иншаларҙың һөҙөмтәһе тураһында йомғаҡ яһағандан һуң, яңы темаға күселә.Инеш күнегеүҙә бирелгән һүҙҙәргә төҙөлөштәре буйынса анализ бирелә; тамыр, яһаусы, үҙгәртеүсе ялғауҙарға бүлеп сығыла. Бөтә эштәр уҡыусыларҙан башҡартыла. Яһалма һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен белеү өсөн йылҡысы, һөйөнөс, ҡырҡҡыс һүҙҙәре менән һүҙбәйләнеш һәм һөйләм төҙөтөп ҡарала .

Уҡыусыларҙың әүҙем ҡатнашлығы менән һүҙъяһалыш тураһында тәүге һығымта сығарыла. Әле анализланған яһалма һүҙҙәрҙең тик бер генә, яһаусы ялғауҙар ҡушылып ҡына, яһалыуын төшөндөрөү зарурлығы килеп тыуа. Тәүге һығымта сығарылғандан һуң һүҙъяһалыш термины аңлатыла, һәм уҡыусыларҙан 137- себиттәге белешмә уҡытыла, уҡылғанға ҡарата комментарий яһала.

Белешмәнән алынған мәғлүмәтте нығытыу маҡсатында 215-се күнегеү эшләнә. Тәүҙә текстың йөкмәткеһе буйынса эш алып барыла. Башта текст тотош уҡытыла, уҡығанда дөрөҫ әйтешкә, интонацияға иғтибар бирелә. Артабан текстың стиле, Башҡортостан картаһынан мең башҡорттары йәшәгән урындар билдәләнә. Мөмкин булғанда Татарстан картаһында файҙаланырға мөмкин, сөнки мең ырыуы башҡорттары Татарстандың Мөслим, Аҡтаныш, Бөгөлмә, Минзәлә райондарына ла таралған.

Текстағы ҡалын хәрефтәр менән бирелгән һүҙҙәрҙең яһалышын тикшереү ойошторола. Әлеге күнегеүҙә күбеһенсә ике тамыр һүҙҙең ҡушылыуынан яһалған ҡушма һүҙҙәрҙең байтаҡ булыуын күрәләр. Мәҫәлән, көнбайыш, көньяҡ, Бишбүләк, Аҡтаныш, Ағиҙел, Ҡариҙел.

Тема өҫтөндә эш Дидактик Материалдан алынған 201-се эштәге текст буйынса дауам ителә. Ундағы текста башҡорт халҡының данлы тарихынан бер мәл һүрәтләнә. Текстың йөкмәткеһен үҙләштереү йәһәтенән дә эш алып барыл, текстка исем биреү, уның ентекле һәм ҡыҫҡартып һөйләү, мәғәнәуи яҡтан өлөштәргә бүлеү, һәр өлөшкә исем биреп, ул исемдәрҙе план итеп алырға ла мөмкин.

Шул эштәр тамамланғас, дәреслектәге 138-себиттәге теоретик белешмә уҡыла, уға ҡыҫҡа ғына комментарий бирелә.

Дәрескә йомғаҡ яһала. Өйгә газеталарҙан яһалма исем, рәүештәр, ҡушма һүҙҙәр табып яҙып килергә ҡушыла.

© 2010-2022