Методическая разработка на тему Әҙәби текстҡа дөйөм анализ

Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Әҙәби тексҡа дөйөм анализ

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыны тексты комплекслы анализларға өйрәтеү - заман талабы. Сөнки белем биреүҙең дәүләт стандарты телмәр маһирлығын үҫтереүҙе төп бурыстарҙың береһе итеп ҡуя.. Үҙ фекереңде бәйләнешле төҙөп, отошло тел саралары ярҙамында маҡсатҡа, йөкмәткегә, аралашыу мөхитенә ярашлы әйтеү йәки яҙа белеү айырыуса әһәмиәтле.

Телде функциональ һәм системалы өйрәнеүҙә тексҡа дөйөм анализдың әһәмиәте бик ҙур. Күп баҫҡыслы, ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта мауыҡтырғыс был анализ төрлө маҡсаттарҙан сығып үткәрелергә мөмкин. Уны әҙәбиәт һәм тел дәрестәрендә үҙләштереп, телдән имтихан биреүҙең үҙенсәлекле бер формаһы булараҡ та файҙаланырға мөмкин. Билдәле булыуынса, сығарылыш кластарында белемде тикшереүҙең яңы формаһы- берҙәм дәүләт имтиханы биреү ҡаралған. Унда ла тексҡа анализ һорауҙары бирелгән. Тағы ла шуны билдәләргә кәрәк: һуңғы йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаларында ла анализ өсөн текстар бирелде. Тексҡа анализды түбәндәгесә бирергә мөмкин.

- Тексты дөрөҫ интонация менән уҡығыҙ. Автор тураһында алған белемегеҙҙе иҫкә төшөрөгөҙ.

- Тема һәм проблема. Был әҫәр нимә тураһында? Темаһы ниндәй? Ул ни өсөн шулай атала? Әҫәрҙе уҡығанда һеҙҙә ниндәй һорауҙар тыуҙы? Был әҫәр беҙҙе нимәгә өйрәтә? Уның төп әхлаҡи фекере нимәлә? Автор беҙҙе нимә хаҡында уйландырырға теләй?

-Текст ниндәй телмәр стиленә ҡарай? (әҙәби, публицистик,ғилми, фәнни-популяр)

- Текстың телмәр тибы ( тасуирлау, хикәйәләү, хөкөмләү)

- Текстың жанры. (әҙәби әҫәрҙән алынған өҙөк,хикәйә, очерк, легенда, иҫтәлек һ.б.)

- Сюжет. Хәл-ваҡиғалар ҡайҙа бара? Улар нисек башланып китә? Ваҡиғалар артабан нисек үҫешә? Хикәйәнең кульминацияһы булып нимә тора? Әҫәрҙе уҡығанда ниндәй ваҡиға нығыраҡ иҫегеҙҙә ҡалды?

-Композиция. Әҫәрҙе мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү, план төҙөү. Текстың өлөштәре үҙ-ара нисек бәйләнгән?

- Образдар. Персонаждар. Әҫәрҙә кемдәр ҡатнаша? Геройҙы тасуирларға, уның төҫ-башын, ҡылыҡ- фиғелен һүрәтләргә. Геройҙың холҡо ниндәй ҡыланыштарында яҡшыраҡ асыла? Уның тураһында башҡалар нимә ти? Әҫәрҙәге кире һәм ыңғай образдарҙы һанап сығыу.

- Текстың лексикаһы: таныш булмаған һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен һүҙлек буйынса асыҡлау; ҡабатлауҙарҙы (лексик, тамырҙаш һүҙҙәр, анафора, эпифоралар), антоним һәм синонимдарҙы табыу; күп һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр; архаизм, неологизм, терминдар бармы; ябай һөйләү стиле йәки, киреһенсә, юғары стиль һүҙҙәре ҡулланылғанмы?; фразеологизмдарҙы табыу, тасуирлау сараларына, телмәр фигураларына иғтибар итеү (эпитет, метафора, сағыштырыу, йәнләндереү, гипербола, градация).

Автор ҡулланған фонетик саралар (тартынҡыларҙың, һуҙынҡыларҙың ҡабатланыуы-аллитерация, ассонанс) Бының менән автор нимә әйтергә теләгән? Автор ниндәй морфологик саралар ҡуллана (ваҡиғаларҙың йыш алмашыныуын һәм үҙгәрешен, хәрәкәтте тасуирлау өсөн ҡылымдарҙың; предметтарҙы, пейзажды һүрәтләүҙә исемдәрҙең, сифаттарҙың; аптырауҙы, һоҡланыуҙы, көтөлмәгәнлекте биреү өсөн сикләү, көсәйтеү киҫәксәләренең йыш ҡулланыуы)

-Текстың синтаксисы һәм пунктуацияһы өҫтөндә эш.(ябай һәм ҡушма, атама, эйәһеҙ, дөйөм эйәле; инверсия, өндәү, һорау һөйләмдәр; күп нөктә,

һанап китеү, тура телмәр, диалогтарҙың ҡулланылышы).

-Текстың идеяһын асыу, тәьҫораттар менән уртаҡлашыу.

Тәҡдим ителгән анализ тексты тел һәм телмәр йәһәтенән, лингвостилистика һәм әҙәбиәт ғилеме буйынса тикшереүҙе күҙ уңында тота. Күләме текстың характерына һәм үҙенсәлектәренә бәйләнгәнлектән, бирелгән пландың бөтә пункттарын бер юлы ҡарап сығыу мөмкин дә, мотлаҡ та түгел.

Өйҙәге әҙерлек эшенең йөкмәткеһе түбәндәгесә: текст менән танышыу, уны тасуири уҡырға әҙерләнеү, әҫәр һәм уның авторы тураһында мәғлүмәттәр йыйыу, һүҙлектән таныш булмаған һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен асыҡлау, бирелгән тексты үҙ аллы анализлап ҡарау.

Эштең бындай йүнәлештә алып барылыуы уҡыусының телмәр үҫешенә, ижади һәләтенә әүҙемләшеүенә, тел үҙенсәлектәрен нескә тойомланыуына булышлыҡ итәсәк, ғилми-тикшеренеү эштәренә ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ.


© 2010-2022