Урок на тему Акмулла (11класс)

Раздел Другое
Класс 11 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат rar
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Мирхәйҙәрова Г.Р.

Туған тел

8 класс

Башҡорт теле

Тикеев Д.С., …

157-сы бит.

Тема:М.Аҡмулла "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк" шиғыры.

Интерактив таҡта, М. Акмулланың портреты, магнитофон, карточкалар.

Тема: М.Аҡмулла "Башҡорттарым,уҡыу кәрәк" шиғыры.

Маҡсат:1. Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү;

2. Уҡыусыларҙың тасуири уҡыу кимәлен һәм һүҙле

байлыҡтарын үҫтереү;

3.Белемгә , мәғрифәткә ынтылыш, әҙәплелек

сифаттары тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: М.Аҡмулланың портреты; М.Аҡмулла тураһында

китаптар;карточкалар, аудиояҙма,

интерактив таҡта, һүҙлектәр.

Дәрес барышы.

1.Ойоштороу мәле.

.Һаумыһығыҙ! Хәйерле көн! Бөгөнгө дәресте Ф.Рәхимғолованың Аҡмуллаға арнап яҙған шиғыр юлдары менән дәресте башлап китәм.(Интерактив таҡтанан шиғыр юлдарын уҡыу)

Эй, Аҡмулла, Аҡмулла,

Сәсән телле бер мулла,

Яһилға һин дау мулла,

Халҡыңа һин аҡ мулла.

Эйе, был шиғыр юлдары бөйөк мәғрифәтсе-шағир М.Аҡмуллаға арнап яҙылған.

-Кем һуң ул Аҡмулла?

(Уның кемлеген асыҡлау өсөн мин һеҙгә карточкалар таратып бирәм, дөрөҫ яуап тип тапҡандарын ғына Аҡмулла портреты янына элеп ҡуйырға.)

-Шағир,мәғрифәтсе, уҡытыусы,сәсән,йырсы,ҡурайсы, ғалим, төҙөүсе, яҙыусы…

-Ни өсөн Ф.Рәхимғолова үҙенең шиғырында шағирҙы аҡ мулла тип атай?

-Сөнки уны тура һүҙлелеге, уҡымышлылығы,сәсәнлеге өсөн халыҡ уға шундай ҡушамат бирә. Аҡмулла ҡаҙаҡса тура һүҙле,ғәҙел тигән һүҙ.Шағирә лә уны аҡ мулла тип атай.

2.Өйгә эште тикшереү.

Әйҙәгеҙ әле өйгә эште тикшереп үтәйек.

Һеҙ өйҙә М.Аҡмулланың тормош юлы менән танышып реферат яҙып килергә тейеш инегеҙ. Әйҙәгеҙ бер-нисә сығышты тыңлап үтәйек. Ҡалғандар тыңлап ултыра һәм һорауҙарға яуап бирергә әҙерләнә.

(Сығыштар тыңланып бөткәс, уҡыусыларға һорауҙар бирелә?)

-М.Аҡмулла нисәнсе йылда һәм ҡайҙа тыуған?

-Яуаптар тыңланыла.

-Ҡайҙарҙа белем алған?

-Яуаптар тыңлана.

-Ҡайҙарҙа һәм кем булып эшләгән?

-Яуаптар тыңлана.

-Уның ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ?

-Яуаптар тыңлана.

-Уның исемен мәңгеләштергән нимәләрҙе беләһегеҙ?

-Уҡыусылар яуаптар бирә һәм таҡтаға фото һәм һүрәттәрен элә бара. (Шағирҙың ҡәберенә мемориаль һәйкәл ҡуйылды; тыуған ауылы Туҡһанбайҙа музейы асылды; уның исемендә махсус премия булдырылды; уға арналған монографик хеҙмәттәр яҙыла һәм йыл һайын Аҡмулла көндәре үткәрелеп тора; Уның тыуыуына 175 йыл тулыу айҡанлы Башҡорт Дәүләт педагогия университетына Аҡмулла исеме бирелде.)

-Ярай яҡшы, өй эшен бөтәгеҙ ҙә үтәп килгән.

3.Яңы тема өҫтөндә эш.

-Ә бөгөн беҙ дәрестә шағирҙың "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк" тигән шиғыры менән танышып үтәсәкбеҙ. Дәфтәрҙәрҙе асып, бөгөнгө датаны, теманы яҙып ҡуйҙыҡ.

Аудиояҙманан шиғырҙың эстәлеген тыңлатыу.

4.Һүҙлек эше.

Уҡыусылар үҙ алдына уҡып сыҡҡандан һуң,аңлайышһыҙ һүҙҙәрҙе һүҙлектән табып дәфтәрҙәренә күсереп алалар.

Аңыра-невежда

Илтифат ит- обрати внимание

Шәрафәттәр-почет

Афәт-беда

Әүлиә-ясновидящий

Кәрәмәт-чудо

Хәләл-законный

Ырыҫ-счастье

Әмәл-способ,возможность

Ғилем-знание

Төш-сон

5.Тасуири уҡытыу һәм һорауҙарға яуап алыу.(Дәреслек менән эш.)

а.Аҡмулла башҡорттарҙы ни өсөн уҡырға, белем алырға саҡыра?

б.Белемдең кешегә файҙаһы бармы?

в.Ни өсөн шиғырҙа айыу, арыҫлан телгә алына.Ул һүҙҙәрҙең ҡулланышын аңлатығыҙ.

г.Шағир ниңә наҙанлыҡтан ҡурҡырға кәрәк ти?

д.Автор шиғырҙа ниндәй өндәш һүҙҙәр ҡулланған?(Уҡыусылар табып уҡыйҙар)

6.Карточкалар менән эш

Автор шиғырҙа ниндәй антоним һүҙҙәр ҡулланған икән? (Уҡыусыларға карточкалар таратып бирелә һәм унда яҙылған һүҙҙәрҙең парҙарын табып таҡтаға һәм дәфтәрҙәренә яҙып алалар.)

Наҙан-белемле, харам-хәләл, төн-көн, төш-өн, күп-һирәк.

7.Йомғаҡлау.

-Бөгөнгө дәрестә нимәләр эшләнек һәм нимәләр тураһында белдек?

-Яуаптар тыңлана.

Уҡытыусы: -Эйе, Бөгөн дәрес бик фәһемле булды, күп файҙалы мәғлүмәттәр алдыҡ. Аҡмулла яҡты донъябыҙҙа юҡ, ләкин уның исеме, ижади емештәре мәңге беҙҙең арала йәшәйәсәк. Ошондай арҙаҡлы шәхестәрҙән өлгө алып, Тыуған илебеҙҙе алға алып барырлыҡ аҡыллы,белемле, тәртипле,саф күңелле, ҡыйыу уҡыусылар булып үҫегеҙ. Белем алыу еңел түгел ул, ләкин тырышырға кәрәк. Хатта халыҡ мәҡәләһендә лә ошолай тип әйтелә: "Белем алыу-энә менән ҡойо ҡаҙыу"-ул.

8.Белемдәрен баһалау. Өйгә эш биреү.

М.Аҡмулланың "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!" шиғырын ятларға.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. Өфө "Китап" 2001

Абдрахикова Г.Х., Хисаметдинова Ф.Ғ. "Уҡытыусыға ярҙамға".Өфө, 2006.

© 2010-2022