• Преподавателю
  • Другое
  • Урок по башкирской литературе на тему: «Бөтә нимә бында ғәзиз миңә, үҙемдеке бында бөтәһе лә…» Ә. Атнабаевтың “Аҡ ҡайындар ҡайҙа булғандар?” шиғырын өйрәнеү

Урок по башкирской литературе на тему: «Бөтә нимә бында ғәзиз миңә, үҙемдеке бында бөтәһе лә…» Ә. Атнабаевтың “Аҡ ҡайындар ҡайҙа булғандар?” шиғырын өйрәнеү

Раздел Другое
Класс 6 класс
Тип Презентации
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: «Бөтә нимә бында ғәзиз миңә,

үҙемдеке бында бөтәһе лә…»

Ә. Атнабаевтың "Аҡ ҡайындар ҡайҙа булғандар?" шиғырын өйрәнеү.

Маҡсат: 1. Текст өҫтөндә эшләү күнекмәләрен камиллаштырыу: хис-тойғоһон интонация ярҙамында күрһәтеп, тасуири уҡырға өйрәтеү. 2. Күҙәтеүсәнлек, логик фекерләү һәм хәтерҙе үҫтереү. 3. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, изгелек эшләү теләген уятыу.

Йыһазландырыу: Шағир Ә. Атнабаевтың портреты, китаптары, проектор, компьютер, слайд.

Дәрес барышы.

I Ойоштороу мәле. Психологик инеш.

- Хәйерле көн, ҡәҙерле уҡыусылар? Ошондай матур көндә һеҙҙе күреүемә сикһеҙ шатмын. Көндө сағыу ҡояш, ағасты япраҡ, кешене яҡшы уйҙары, изге эштәре биҙәй. Ошо урында мәшһүр "Урал батыр" эпосын иҫкә төшөрәйек:

Донъяла мәңге ҡалыр эш -

Ул да булһа яҡшылыҡ.

Күккә лә осор - яҡшылыҡ,

Һыуға ла батмаҫ - яҡшылыҡ,

Телдән дә төшмәҫ - яҡшылыҡ.

II Маҡсатҡа сығыу. Ҡәҙерле уҡыусыларым, мин һеҙҙе изгелекле кеше булып үҫеүегеҙҙе теләйем. Шуға ла бөгөнгө дәрестең дивизы итеп ошо аманатты алдым

"Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,

Кеше булһын затығыҙ;

Яманға юл ҡуймағыҙ,

Яҡшынан баш тартмағыҙ!"

Сөнки кешенең ғүмере лә йылдар менән иҫәпләнмәй, ә Ер йөҙөндә, кешеләр күңелендә ҡалдырған эҙ менән иҫәпләнә. Беҙ дәрестә "Нимә ул яҡшылыҡ? Кешенең яҡшы күңелле булыуы менән тәбиғәт араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар?" тигән һорауҙарға яуап эҙләрбеҙ, яҡташыбыҙ Әнғәм Атнабаевтың "Аҡ ҡайындар ҡайҙа булғандар?" шиғыры менән танышырбыҙ.

III Маҡсатты хәл итеү. "Инсерт"

Ә. Атнабаев тураһындағы мәғлүмәтте уҡыйыҡ, иғтибарлы булығыҙ, ҡыҙыҡлы яңылыҡтар булыр, уларҙы билдәләп барырһығыҙ. (Таратма материалдарҙан уҡыу).

(Экранда автор портреты)

Мин был ерҙе матурларға тыуҙым,

Таҙартырға тыуҙым,

Йыйын хәшәрәттән, шаҡшынан,

Һәм төҙөргә уны мәңгелеккә

Тик гүзәлдән,

ныҡтан,

яҡшынан.

Ошондай оло маҡсатын тормошҡа ашырырға омтолоп, ошо ихлас уй-хиҫтәрен кешеләргә лә еткерергә ниәтләп, "Йөрәк менән һөйләшеү" исемле шиғырҙар йыйынтығы менән 50-се йылдарҙа әҙәбиәткә килеп ингән яҡташыбыҙ Әнғәм Ҡасим улы Атнабаев 1928 йылдың 23 февралендә Тәтешле районының Күрҙем ауылында донъяға килгән. Ошонда уның бала сағы уҙған, кескәй генә тәпәй эҙҙәре ҡара ергә мисәтләнеп ҡалған, йырҙар йырлап, ҡыҙҙар күҙләп йәшлеге уҙған.

Яҙмышыма үпкәләмәйем һис

Бөтәһен дә ауыҙ иттерҙе:

Шатлығын да теләгәнсә бирҙе,

Күҙ йәшен дә байтаҡ түктерҙе.

Шағирға тыуған ауылының һәр киҫәге яҡын һәм ғәзиз. Уның өсөн туҙаны ла ҡәҙерле, һауаһы ла хаҫ шифалы дарыу. Сабый сағында кесерткәндәренән сағылып илаған тыуған яғы, йөрәгендә һөйөү сатҡылары яралғас, шағир өсөн шиғриәт шишмәһенә, мәңге һүрелмәҫ илһам сығанағына әйләнә. Әнғәм Атнабаевтың башланғыс осор поэзияһында уҡ сейәле тау, йүкә урмандары, йәшеллеккә төрөнгән болондары, йәмле йәйҙәре, елбәҙәк ҡарлы-буранлы ҡыштары менән тыуған ер образы - үҙебеҙҙең Тәтешле яҡтары күҙ алдына килеп баҫа.

"Бөтә нимә бында ғәзиз миңә,

Үҙемдеке бында бөтәһе лә…" - тип яҙа әҙип.

Шуға ла осраған һәр ҡаршылыҡтарҙы ла йөрәгенә яҡын ҡабул итә.

(Мәҡәләне уҡығандан һуң таҡталағы таблица тултырыла, авторҙың китаптары тәҡдим ителә)

V (миңә билдәле)

+ (яңылыҡ)


IV. Кластер төҙөү. (Яҡшылыҡ һүҙенә иғтибар иттереү)

-Ә һеҙ яҡшылыҡ һүҙен нисек аңлайһығыҙ?


тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш

изгелек

яҡшылыҡ

миһырбанлыҡ

мәрхәмәтлелек

шәфҡәтлелек

V. "Аҡ ҡайындар ҡайҙа булғандар?" шиғыры менән танышыу.

1. Тасуири уҡыу.

2. Һүҙлек эше

сатыр - еҫе көндәрҙә ышыҡланыу өсөн ҡоролма

секерәйеп - бөкөрәйеп, бәләкәйләнеп ҡалған

черт - ен, мифологик йән эйәһе

тиргәшеү - әрләшеү, талашыу мәғәнһендәге һүҙ

3. Әңғәмә

- Әҫәрҙе нисә өлөшкә бүлеп була? (Өс өлөшкә: Әри буйы - аҡ ҡайынлыҡ. Юҡҡа сыҡҡан ҡайындар. Шағирҙың нәфрәте.)

- Әри буйында үҫкән аҡ ҡайындарҙы автор ниндәй һүҙҙәр менән тасуирлай? (Йәшел тәлгәшле, шатлыҡ өләшә, сытыр ҡорҙолар, йырлап торҙолар, авторҙы көтөп торғандар.)

- Тик автор ҡайындарҙы табамы? Ҡайындарһыҙ ҡалған Әри буйын автор нисек һүрәтләй? (Йәшел япраҡтар ҙа, еләк өҫтөнә төшкән ысыҡ та, йырҙар ҙа, сатыр ҙа юҡ. Һуғыш ҡырындағы ҡәберлектәй төпһәләр, һыҙғырышып иҫкән елдәр)

- Шағирҙың нәфрәтен сағылдырған һүҙҙәрҙе табығыҙ. (Тотоп киҫер инем.)

- Ни өсөн ул әрнеүле һорау менән ауылдаштарына, дуҫтарына, туғандарына өндәшә? (Сөнки ул аҡ ҡайындарҙы ла, ауылдаштары, туғандары, дуҫтары кеүек күреп, һағынып ҡайтҡан була.)

- "Мин йырларға бөгөн тейеш инем,

Тиргәшелде, буғай, түҙмәнем". Ошо юлдарҙың мәғәнәһен нисек аңлайһығыҙ?

Һығымта: Эйе, шағир тыуған еренең үҙенә генә хаҫ гүзәллеген күрә, шуға ла осораған ҡаршылыҡтарҙы ла йөрәгенә яҡын ҡабул итә. Донъяны матурлауҙы. Уны төрлө бысраҡтарҙан таҙартыуҙы Ә. Атнабаев тап тыуған еренән башлай. Уға Тәтешленең һәр бөртөк үләне, һәр йылға-шишмәһе, юл аҫтында ултырған һәр ҡайын ҡыҙы яҡын. Шулар яҙмышы өсөн бик борсола шағир йөрәге. Шуға ла Әри буйында вәхшиләрсә киҫелгән аҡ ҡайындар өсөн тиргәшмәй булдыра алмай.

4. Лирик әҫәргә анализ яһау. (Уҡыусыларға анализ планы таратыла).

+ Әҫәрҙең идеяһы ниндәй? (Ғәмһеҙлеккә юл ҡуймаҫҡа. Тәбиғәтте һаҡларға. Уны төрлө бысраҡтарҙан таҙартырға.

+ Образдар. Лирик герой - шағир үҙе, ҡайын, ҡайынды киҫеүселәр.

  • Уларҙың ҡайһыһы һеҙгә оҡшаманы? (Ҡайынды киҫеүселәр).

  • Ни өсөн? (Тәбиғәт дошмандары, яуз, мәрхәмәтһеҙ, ғәмһеҙ.)

- Шул яуыҙҙы хөкөм итәйек, тәнҡит утында яндырайыҡ.

(Экрандан ҡобайыр юлдарын бергәләп уҡыу)

Бер тигәс тә ни яман?

Баш осомда алһыу ҡояш

Нур һипмәһә - шул яман!

Ике тигәс тә ни яман?

Ике ҡулын ҡаушырып,

Изгелек ҡылмаһаң - шул яман.

Өс тигәс тә ни яман?

Өйрәк бәпкәләрен ҡыйып,

Ояһын боҙһаң - шул яман.

Дүрт тигәс тә ни яман?

Үсекләшеп, яманлашып

Дуҫһыҙ ҡалһаң - шул яман.

Биш тигәс тә ни яман?

Тәбиғәттең йәмен боҙоп,

Яуыҙлыҡ ҡылһаң - шул яман.

VI. Өйгә эш. 1. Яҡшылыҡ тураһында ҡобайырҙы дауам итеп яҙып килегеҙ. 2. Шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәнегеҙ. Һүрәт төшөрөгөҙ.

VII. Синквейн төҙөү.

Рефлексия.

- Беҙ нимә хаҡында һөйләштек?

- Яҡшы күңелле булыуы менән тәбиғәт араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар?

Һығымта: Кешенең яҡшы күңеле изге нурҙар тыуҙыра. Был нурҙар күңел аша, кешенең ҡарашы аша тирә-йүнгә тарала. Тәбиғәттә булған бар нәмәне нурлай, матурлай. Ә күңеле һәйбәт кеше шат йырҙар йырлай, ҡоштар уға ҡушыла. Ул һәр гүзәллеккә һоҡлана, таң атыуын, эңергә шәфәҡ һыҙылыуын күҙәтә, шишмә тауышына ҡолаҡ һала...

Яҡшылыҡ

Нурлы, матур

Һоҡлана, күҙәтә, биҙәй

Яҡшылыҡ - йәшәү маҡсаты.

Мәңгелек.

VIII. Йомғаҡлау. Кешенең гүмере лә йылдар менән иҫәпләнмәй, ә Ер йөҙөндә, кешеләр күңелендә ҡалдырған эҙ менән иҫәпләнә.

IX. Баһалау.







Башҡортостан Республикаһының

Тәтешле районы муниципаль районының

Яңғыҙ-Нарат ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбенең

муниципаль бюджет мәғариф учреждениеһы


«Бөтә нимә бында ғәзиз миңә,

үҙемдеке бында бөтәһе лә…»

(Ә. Атнабаевтың "Аҡ ҡайындар ҡайҙа булғандар?"

шиғырын өйрәнеү.)

Төҙөнө: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Хәсәнова Лариза Жорабек ҡыҙы төҙөнө.


Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

средняя общеобразовательная школа с. Ялгыз-Нарат

муниципального района Татышлинский район РБ


«Бөтә нимә бында ғәзиз миңә,

үҙемдеке бында бөтәһе лә…»

(Изучение стихотворения А. Атнабаева "Аҡ ҡайындар ҡайҙа булғандар?" )


Составила: Хасанова Лариза Жорабековна

учитель башкирского языка и литературы

МБОУ СОШ с. Ялгыз-Нарат


© 2010-2022