Научно исследовательская конференция ЧТО В ИМЕНИ ТВОЕМ

Мин үҙемдең фәнни-тикшеренеү эшемде ғилми етәксем менән берлектә Маҡсат итеп “өс быуын кешеләре араһында, ниндәй исемдәр киң таралғанын” тикшереүгә бағышланым. Тикшеренеү эшем ике бүлектән, һығымтанан, ҡулланылған әҙәбиәттән тора. I бүлек Исемдәр донъяһы 2 параграфтан тора, II бүлек «Исемдәрең бигерәк матур, кемдәр ҡуштылар икән?» 3 параграфтан тора. Маҡсаттан сығып ҡуйылған бурыстар:Бөгөнгө көндә исемгә ҡарата ҡарашты билдәләү.Башҡорт исемдәренең бөгөнгө йәмғиәттә тотҡан урынын билдәләү,ата-әсә...
Раздел Другое
Класс 6 класс
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

«Средняя общеобразовательная школа № 8»

городского округа город Октябрьский Республики Башкортостан







ЧТО В ИМЕНИ ТВОЕМ.. .



Автор: Ахметзянова Камилла Салаватовна

МБОУ «СОШ №8», ученица 6а класса

Руководитель: Илюза Раисовна Гафарова

учитель башкирского языка и литературы,

МБОУ «СОШ №8»


г.Октябрьский

2015г.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы Октябрьский урта белем биреү мәктәбенең 8-се һанлы муниципаль бюджет учрежденияһы








ИСЕМЕНӘ КҮРӘ ЕСЕМЕ



Авторы: 8-се урта мәктәбенең,

6а класс уҡыусыһы, Әхмәтйәнова

Камилла Салауат ҡыҙы

Етәксеһе: башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы,

Илүзә Рәис ҡыҙы Ғафарова






Октябрьский - 2015

План



Инеш…………………………………………………………………………4

I бүлек. Исемдәр донъяһы…………………………………………………5

1.1. Исемдәр донъяһы ……………………………………………………….5

1.2. Башҡорт исемдәренең килеп сығышы………………………………...6

II бүлек. Исемдәрең бигерәк матур, кемдәр ҡуштылар икән. ……….9

2.1. Исемдәрәрем бигерәк матур……………………………………………9

2.2. Исемдәрен кемдәр ҡушҡан?...................................................................11

2.3. Исеменә күрә есеме……………………………………………………13

Һығымта……………………………………………………………………15 Ҡулланылған әҙәбиәт……………………………………………………..16

Ҡушымта……………………………………………………………………17





Инеш



Мин үҙемдең фәнни-тикшеренеү эшемде ғилми етәксем менән берлектә Маҡсат итеп "өс быуын кешеләре араһында, ниндәй исемдәр киң таралғанын" тикшереүгә бағышланым. Тикшеренеү эшем ике бүлектән, һығымтанан, ҡулланылған әҙәбиәттән тора. I бүлек Исемдәр донъяһы 2 параграфтан тора, II бүлек «Исемдәрең бигерәк матур, кемдәр ҡуштылар икән?» 3 параграфтан тора.

Маҡсаттан сығып ҡуйылған бурыстар:

  • Бөгөнгө көндә исемгә ҡарата ҡарашты билдәләү.

  • Башҡорт исемдәренең бөгөнгө йәмғиәттә тотҡан урынын билдәләү,

  • ата-әсәләрҙең ниндәй исемдәргә өҫтөнлөк биреүен ҡарап үтеү,

  • Ниндәй ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ исемдәре әлеге көндә популяр;

  • Ни өсөн ата-әсәләр тап ошондай исем, ә башҡа исемде ҡушмауы асыҡлау;

  • Кешеләргә үҙ исемдәре оҡшаймы, юҡмы икәнен билдәләп үтеү.

Тикшереү объекты: кешеләргә тыуғанда бирелгән исемдәр.

Тикшереү предметы: анкета мәғлүмәттәре, балаларҙың исемдәре буйынса статистик мәғлүмәттәр, исемдәр тураһында китаптар.

Исемдәр донъяһы



Бала тыуа, донъяға яңы кеше килә. Баланың донъяға килеүе беҙҙең йәмғиәттә уға исем ҡушып, тыуыу тураһында таныҡлыҡ биреп беркетелә. Балаға исемде ата-әсәһе ҡуша. Күп ата-әсәләр балаға исемде алдан уйлап, туғандары менән кәңәшләшеп ҡуша. "Исем кешенең яҙмышына тәьҫир итә, яҙмышын билдәләй", тигән ҡараш йәшәй. Исем һайлағанда уның яҡшы мәғәнәле булыуы, башҡортса-русса әйтелеше һәм яҙылышы иҫәпкә алына.

Шулай уҡ исемдәрҙең тәрбиәүи мәғәнәһен дә иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Бала бәләкәйҙән үҙ исеменең мәғәнәһен белеп, исемен яратып үҫһә, ул балала үҙенең милләтенә ҡарата ғорурлыҡ уяна. Һәр кеше исемен ғорур йөрөтһөн, исеменән оялып, исемен әйтергә уңайһыҙланып йөрөмәһен өсөн ата-әсә баланы бәләкәйҙән өйрәтергә тейеш. Исем ҡушҡанда ата-әсәнең ниндәй теләк, ниндәй уй менән шул исемде ҡушыуын балаға аңлатыу уға ыңғай тәҫир итә, сөнки исемдәрҙең күбеһендә балаға ҡарата тик изге теләктәр: һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет, мул тормош, аҡыллы, тәүфиҡлы булыу төшөнсәләре һаҡланған. Сөнки бала исемен ғүмере буйына йөрөтә.

Ҡайһы бер халыҡ вәкилдәренең беҙ исеменә ҡарап милләтен билдәләй алабыҙ. Исем кешенең визит карточкаһы, шәхес таныҡлығы һымаҡ. Ул шәхестең ниндәй илдән, ниндәй милләт икәнен күрһәтеп тора.

Быуаттар буйына ижад ителгән исемдәр һәм исем ҡушыу йолалары бөгөнгө көндә беҙҙең рухи байлығыбыҙҙың ҙур бер өлөшөн тәшкил итә. Йола буйынса борон тәүге исемде кендек инәһе ҡушҡан. Кендек әбейе яңы тыуған сабыйҙы ҡабул итеп алғас, баланың бер ҡулына ебәк еп бәйләп, ҡолағына шыбырлап ҡына, исеменең шулай булһын, тип бер исем әйтеп йүргәккә төргән. Исемде ырыу аҡһаҡалдары, ата-бабалар, ололар ҡушҡан. Халыҡ йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә нигеҙләнеп барлыҡҡа килгән "исем туйы" үткәрелгән. Быуаттар буйына формалашып бөгөнгәсә беҙгә килеп еткән, һаҡланған- исем ҡушыу йолалары.

Башҡорт исемдәренең килеп сығышы



Боронғо башҡорт тормошоноң һәр яғы: хужалығы, көнкүреше, йәмғиәт төҙөлөшө, ғөрөф- ғәҙәттәре, донъяға ҡарашы, табыныу йолалары, туған-ҡәрҙәшлек мөнәсәбәттәре, матурлыҡ төшөнсәһе һ.б. халыҡтың бөтә булмышы кеше исемдәрендә сағылыш алған.

Иң боронғо төрки тамырлы башҡорт исемдәре: Күк есемдәре: ай, ҡояш, йондоҙ. Мәҫәлән: Айгөл, Айсыуаҡ, Айгиз, Айназ, Айнур, Айзат, Айбикә, Айрат, һ.б.;

Бәйле тәбиғәт күренештәренә илаһилаштырып. Мәҫәлән: Гүзәл, Айһылыу, Зифа, һ.б.;

Һүҙҙең тылсымлы көсөнә ышаныуҙы белдергән: ҡош-ҡорт, йәнлек, хайуандар атамаларынан. Мәҫәлән: Ыласын;

Боронғо күсмә тормошҡа бәйле, ырыу-ара бәйләнештәр;

Халыҡ тарихында билдәле булған күп төрлө мәғәнәле исемдәр барлыҡҡа килгән;

Ғәрәп теленән ингән һүҙҙәр ислам диненә генә бәйле килмәй: ғилем, белем, әҙәбиәт, мәҙәниәт йоғонтоһо менән инеүен күрәбеҙ. Мәҫәлән: Ғәлим, Азамат - бөйөк, мәшһүр һ.б;

Фарсы теленән үҙләштерелгән исемдәрҙең дә бер өлөшө мәғәнәһе яғынан төп башҡорт һәм ғәрәп исемдәрен ҡабатлап, синоним исемдәр яһай. Мәҫәлән: Айһылыу, Ҡәмәр, Маһия, Маһира;

Фарсы теленән ингән исемдәрҙең бер төркөмө йәмғиәттәге ижтимағи мөнәсәбәтте күрһәткән һүҙҙәргә ҡайтып ҡала. Мәҫәлән: Баныу, Биби.

Үҙләштерелгән исемдәр төркөмөнә совет дәүерендә барлыҡҡа килгән исемдәр ҡарай. Мәҫәлән: Колхозбәк, Советбәк, Совет, Совхоз, Женотдел тигән исемдәр барлыҡҡа килгән.

Революция юлбашсыларының исемдәре, революцияға бәйле ваҡиғалар атамалары кеше исеменә әйләнә. Мәҫәлән: Вил ( Владимир Ильич Ленин), Вилена, Ленар (ленинская армия), Люция (революциянан), Октябрина, Рифмир (революционный мир), Марат, Феликс, Фрунзе.

Бер төркөм исемдәр Бөйөк Ватан һуғышы осоронда барлыҡҡа килде. Мәҫәлән: Анфиса, Флорида, Франгиза, Моряк, Эльза, Эльвира, Лариса, Лиза һ.б.;

Һуғыштан һуңғы исемдәр араһында бөтөнләй мәғәнәһеҙ исемдәр осратып була. Мәҫәлән: Рафинад, Винегрет, Лек, Академия, Юрис, Филиал, Эдик, Валерик һ.б.;

Башҡорт исемдәре лексик-семантик яҡтан түбәндәге төркөмдәргә бүленә:

  • Йәнлек, ҡош-ҡорт атамаларынан яһалған кеше исемдәре;

  • табыныу йолаларына бәйле исемдәр;

  • баланы һаҡлау йолаларына бәйле исемдәр;

  • яҡшы, изге теләк теләп ҡушылған исемдәр;

  • ваҡыт (көн,ай, йыл миҙгелдәре) төшөнсәһенә бәйле исемдәр;

  • тәбиғәт күренештәренә бәйле исемдәр;

  • тормошта , көнкүрештә төрлө ваҡиғаға бәйле исемдәр;

  • баланың ҡиәфәте, төҫ-башы һ.б. үҙенсәлектәренә ҡарап ҡушылған исемдәр;

  • төрлө төҫ атамаларына бәйле исемдәр;

  • туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек һәм мөнәсәбәтте белдергән һүҙҙәргә бәйле исемдәр;

  • этнонимдарға бәйле исемдәр;

  • ер-һыу атамаларына бәйле исемдәр;

  • үҫемлектәр, ағастар, иген, сәскә атамаларына бәйле исемдәр;

  • һандарға, һан төшөнсәһенә бәйле исемдәр;

  • эш, хеҙмәт, яу ҡорамаладарына бәйле исемдәр;

  • аҙыҡ-түлек, кейем-һалым атамаларына бәйле исемдәр;

  • таш-металл атамаларына бәйле кеше исемдәре;

  • социаль титулдарға, дәрәжә атамаларына бәйле исемдәр;

  • әйтелеш оҡшашлығына ҡоролған исемдәр.

Әлбиттә, насар, йәмһеҙ исемде йөрөткән кешенең һис кенә лә ғәйебе юҡ, сөнки бер кем дә үҙенә исемде үҙе һайламай. Үҙ зауҡығыҙға ҡарап балағыҙға исем ҡушығыҙ. Уға оҙон ғүмер, бәхет теләгеҙ!







II бүлек «Исемдәрең бигерәк матур, кемдәр ҡуштылар икән?»



2.1. "Исемдәрем бигерәк матур"



Кеше исемдәре һәм уларҙың килеп сығышы менән ғалимдар элек-электән ҡыҙыҡһына килгән. Мин дә ғилми етәксем менән класташтарымдың исемдәрен тикшереү маҡсатын ҡуйҙым. Беҙҙең класта барлығы 26 уҡыусы. Эште еңелләштереү маҡсатында Т.Кусимованың "Исемдәр донъяһында" тигән китабына нигеҙләнеп киләһе таблицаны төҙөнөм.

Ҡатын-ҡыҙҙар исеме

Исем

Ниндәй телдән ингән

Нимә аңлата

Тәржемә

Камилла

ғәрәп теле

кәмселекһеҙ

Камилла

Дарья

рус теле

бүләк

Дарья

Виктория

латин теле

еңеү

Виктория

Регина

ғәрәп теле

гүзәл, ҡупшы, роза сәскәһе

Рәғинә

Милана

латин теле

милая

Милана

Валерия

латин теле

яҡшылыҡ, ғорурлыҡ

Валерия

Елизавета

рус теле

Алланың ант биреүе

Елизавета

Диана

латин теле

һунарсылыҡ аллаһының исеменән

Диана

Гульназ

фарсы теленән

гөл кеүек наҙлы

Гөлназ

Ильфия

татар теле

яҡшылыҡ теләүсе

Илфиә

Евгения

ғәрәп теле

айырыуса талантлы

Евгения

Ир-аттар исеме:

Исем

Ниндәй телдән ингән

Нимә аңлата

Тәржемә

Никита

ғәрәп теленән

көс

Никита

Ильнур

башҡорт теле

ил нуры

Илнур

Виталий

латин теленән

оялсан, маҡсатҡа ынтылышлы

Виталий

Артем

ғәрәп теленән

намыҫлы, кешелекле

Артем

Раймонд

немец теленән

кәңәш биреүсе

Раймонд

Марсель

латин теленән

һуғыш аллаһы Марс

Марсель

Даниил

фарсы теле

белемле,аҡыллы

Даниил

Вадим

рус әҙәбиәте аша ингән һүҙ

йәлеп итеүсе


Вадим

Шулай итеп башҡорт теленән - 5%

  • немец теленән - 5%

  • фарсы теленән - 10%

  • ғәрәп теленән - 26%

  • рус-латин - 47%

  • татар теленән - 5%

  • латин - 31% ингән исемдәр.

Беҙҙең мәктәптең уҡыусылар мөхитенә күҙ һалғанда бында күп милләтле уҡыусылар белем ала. Бик һирәк урыҫ, сыуаш һәм башҡа милләт балалары уҡый. Тикшереү һөҙүмтәһенә ҡарап шуны әйтергә була, ата-әсәләр исем ҡушҡанда дөйөм төрки тамырлы төп башҡорт һүҙҙәренән яһалған исемдәргә өҫтөнлөк бирәләр.

Исем ҡушҡанда уның яңғырашына, мәғәнәле булыуына, урыҫса-башҡортса әйтелешенә иғтибар итәләр. Бала исемен ғүмер буйы йөрөтә, исем кешенең бер сифатына әйләнә. Ҡыҙҙар исеменә ҡарағанда, малайҙарға исем ҡушыуҙа ҙур яуаплылыҡ ята, сөнки уларҙың исеме киләсәктә тағы ла бер кешенең исеменә әйләнә. Башҡорт исемдәренең тәрбиәүи мәғәнәһен дә, иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Бала бәләкәйҙән үҙ исеменең мәғәнәһен белеп, исемен яратып үҫһә, ул балала үҙенең милләтенә ҡарата ғорурлыҡ уяна. Исем ҡушҡанда ата-әсәнең ниндәй теләк, ниндәй уй менән, шул исемде ҡушыуҙы балаға аңлатыу уға ыңғай тәҫир итә, сөнки исемдәрҙең күбеһендә балаға ҡарата тик изге теләктәр: һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет, мул тормош, аҡыллы, тәүфиҡлы булыу төшөнсәләре һалынған.

2.2 "Исемдәрең матур кемдәр ҡушҡан?"



Башҡорт халҡы элек-электән яңы тыуған балаға исем ҡушыуға бик яуаплы ҡараған. Исем ҡушыу ғаиәнең генә түгел, ә бала йәшәгән төбәктең байрамына әйләнгән. һәр кем йәш балаға, исем туйы менән ҡотлап, бүләктәр алып килер булған. Баланың ата-әсәһе ҡунаҡ иткән, һыйлаған, ҡунаҡтарға үҙ бүләктәрен әҙерләгән.

Башҡорт исемдәренең тәрбиәүи мәғәнәһе лә бар. Бала бәләкәйҙән үҙ исеменең мәғәнәһен белеп, исемен яратып үҫә, унда үҙенең исеменә ҡарата ғорурлыҡ уяна. Һәр кеше исемен ғорур йөрөтһөн, боҙмаһын, үҙгәртмәһен, оялмаһын, сөнки атай-әсәй был исемде яратып, матур теләктәр менән ҡуша.

Шуға ла халыҡта "исемеңә тап төшөрмә", "исемеңде сығарма" тигән һүҙҙәр бар.

"Исемдәрҙе күбеһенсә кемдәр ҡуша",- тигән һорауға яуап алыу маҡсатында мин түбәндәге һорау-анкетаны төҙөнөм.

Һорау- анкета:

  • Исемегеҙ нисек?

  • Нимә аңлата?

  • Кем ҡушҡан?

  • Исемегеҙҙе үҙгәртә алһағыҙ, үҙгәртер инегеҙме?

  • «Исемде үҙгәртһәң, яҙмышың үҙгәрә» тигән ырымға ышанаһығыҙмы?

  • Һөҙөмтәһе

Шулай итеп:

1. Үҙ исемдәренең атамаһын белеүсе - 5

атамаһын белмәүсе - 14

2. Кемдәр ҡушҡан ата-әсәй - 9

әсәй - 11

өләсәй - 3

апай - 1

3. Исемде үҙгәртергә теләүселәр

эйе - 3

юҡ - 21

4."Исемеңде үҙгәртһәң, яҙмышың үҙгәрә" тигән ырымға ышанаһыңмы? эйе - 12

юҡ - 11

белмәйем - 1

Тикшереү һөҙөмтәләренә ҡарап шуны әйтергә була, күп кеше үҙенең исеменә битараф. Мәғәнәһе, атамаһы тураһында уйланмай. Исем биреүсе ғүмер бүләк итеүсе - әсә кеше булып ҡала. Бик һирәк олатай - өләсәй, ағай-апай тәҡдименә ҡолаҡ һалыусы бар. Хатта күрше ҡушҡан исемдәр ҙә бар.

Шуныһы ҡыуандыра күп класташтарым үҙ исемдәре менән ҡәнәғәт. Һәм барыһы ла ырымға ышаныусан булып сыҡты. Бер яҡтан ҡараһаң һәр кеше ниндәй кимәлдә булһа ла үҙ исеме тураһында уйлана, ҡыҙыҡһыныу белдерә.

"Исем кешенең яҙмышына тәьҫир итә, яҙмышын билдәләй", тигән ҡараш йәшәгән борон халыҡтарҙа. Ҡайһы бер халыҡ вәкилдәренең беҙ исеменә ҡарап милләтен билдәләй алабыҙ. Исем кешенең визит карточкаһы, шәхес таныҡлығы һымаҡ ул шәхестең ниндәй илдән, ниндәй милләт икәнен күрһәтеп тора",- тип билдәләп үтә Таңһылыу Кусимова.

Ырымға ҡараш та бик ҡыҙыҡлы булып сыҡты. Класташым Камилла үҙенсәлекле дәлил килтерҙе. Ырымға ышыныуҙың ыңғай яуабын бирҙе. Ике туған апаһы Светлана мәсеткә барып исемен Сәлимә тип үҙгәрткәс яҙмышы яҡшы яҡҡа борола, дин юлына таба.


  1. "Исеменә күрә есеме"



Ата-әсә, бала- бауыр ите, тип көтөп алған балаһын ҡәҙерләп, һөйөп уға оҙон ғүмер, бәхет теләп исем ҡушҡан. Шулай итеп, халыҡтың донъяға ҡарашы, фекерләү ҡеүәһе, аҡылы, миләтебеҙҙең быуаттар буйына йәшәү рәүеше, халыҡ тарихы, тормош фәлсәфәһе, эске донъяһы бай һәм төрлө мәғәнәле, тәрән йөкмәткеле исемдәр һәм исем ҡушыу йолаларын тыуҙырған. Билдәле ғалим Борис Хигир үҙенең бик күп хеҙмәттәрендә кешенең исеме уның киләсәген билдәләй тип бара. Уның хеҙмәттәренә күҙ һалғас шуны билдәләп үттем.

Мәҫәлән, Тимур тигән исемде ул "тимер"гә яҡын итә. Был балалар тыумыштан изгелекле, тыңлаусан, ағыраҡ ҡына ҡыйыуһыҙ булып үҫәләр. Төрлө ҡатмарлы хәлдәрҙә лә юғалып ҡалмайҙар. Киләсәкте ҡайғыртып йәшәйҙәр. Маҡсат ҡуялар, ләкин күп ваҡыт уларға ныҡышмалылыҡ етешмәй.

Алһыуҙар тырыш уҡыусы булалар. Ләкин ҡайһы ваҡыт дәрестә иғтибарһыҙыраҡтар. Теремектәр, спорт менән мауығалар. Тормоштарын спортҡа бағышларға ла мөмкиндәр. Тормошта маҡсат ҡуялар икән, һис шикһеҙ ирешәләр. Оялсандар, шуға ҡарамаҫтан уларҙың дуҫтары күп. Ғәҙелдәр, тормошҡа ыңғай ҡараусандар.

Гөлназ тәбиғәте буйынса тыныс һәм тыңлаусан. Улар теүәл фәндәрҙе үҙ итә. Гөлназдарға конкретлылыҡ, маҡсатҡа ирешеүсәнлелек хас. Ваҡыттың һәр минутын ҡәҙерләп торалар. Һәр эште уйлап эшләйҙәр. Бик һирәк яңылышалар.

Башҡорт исемдәренең килеп сығышы тураһында һөйләшкәндә уларҙың лексик-семантик төркөмдәргә бүленешен ҡарап үткәйнек. Борон башҡорттар ваҡыт төшөнсәһен белдереүсе исемдәр бик күп ҡушҡандар һәм әле лә был актуаль булып ҡала. Боронғо йола буйынса ай тыуған, ай тулған ваҡытта, айлы төндә тыуған балаларға "ай" һүҙе менән исем ҡушҡандар.

Ай һымаҡ нурлы, ай һымаҡ матур йәки тормош йәме булһын тигән теләк ата-әсәләр балаларына Айһылыу, Айҙар тип ҡушҡандарҙыр. Минең уйлауымса, һәр ата-әсә балаһына исем ҡушҡанда уның киләсәген күҙаллап эш иткәндер, тулы мәғәнә, ниндәйҙер зауыҡ һалырға тырышҡандыр.

Русланға арыҫлан һымаҡ батыр, Гөлназға гөл кеүек наҙлы, Лилиәгә сәскә һымаҡ нәзәҡәтле булыуын теләгәндәрҙер.







Һығымта



Фәнни эшемде бөйөк Гомер һүҙҙәре менән тамамлағым килә. "Йәмғиәттә исемһеҙ кеше булыу мөмкин түгел. Ниндәй кеше булыуыға ҡарамаҫтан, билдәлеме, ябаймы, һәр кем тыуғас та ата- әсәһенән наҙлы исем ала".

Күп быуаттар дауамында, бар халыҡтар ҙа балаға ҡарата бер төрлө ҡарашта йәшәйҙәр: бала ныҡ, көслө, аҡыллы, матур, һәләтле, ғилемле, тәүфиҡлы булһын. Ошо изге теләк балаға исем ҡушыуға һәм һәр баланың исемендә сағылыш ала килә.

Шуныһы ҡыуаныслы исемдәр араһында бик матур, үҙенсәлекле, хатта әлеге ваҡытта һирәк осрай торған исемдәр осраттырға мөмкин. Мәҫәлән: Урал, Ильяс, Камилла, Гөлназ, Илфиә, Илнур, Гүзәл, Ғәзинур һәм башҡалар.

Шулай уҡ модалы, популяр тип һаналған исемдәр ҙә күп ҡушыла. Милләте башҡорт, татар тип тормайҙар ата-әсәләр Валерия, Артем, Марсель, Милана, Диана, Ангелина, Артур, Аделина тигән исемдәр ҡушалар.

Ниндәй генә исем булмаһын, минеңсә, исемеңә тап төшөрмәй йәшәү мөһим. Башҡорт халҡы, донъялағы бөтә халыҡтар кеүек, үҙенең йәшәү дәүерендә үҙ исемдәре йыйылмаһын һәм исем ҡушыу йолаларын тыуҙырған. Башҡорт исемдәре төрлөлөгө һәм бай йөкмәткелелеге менән айырылып тора.

Үҙеңдең зауығыңа, теләгеңә ҡарап исемде һайлай ғына бел!


Ҡулланылған әҙәбиәт



  1. Баскаков Н.А. Каракалпакско-русский словарь.- М., 1958

  2. КусимоваТ.Х., Би33оловаС.(. Башҡорт исемдәре.- Өфө: Башҡортостан. 2000

  3. Гөмәр Саттар - Мулилле. Татар исемнәре ни сөйли? - "Раннур" нәшрияте, 1998

  4. Саттаров Г.Ф. Исемең матур, кемнәр куйган? - Казан: Тат.кит.нәшр., 1989

  5. Тихонов А.Н., Боярииова Л.З., Рыжкова А.Г. Словарь русских личных

имен - М: Школа - Пресс, 1995

  1. Хигир Б.Ю. Восточные имена народов России.- М, 2007


© 2010-2022