Конспект урока по башкирскому языку Весна. Антонимы. (5 класс)

Раздел Другое
Класс 5 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема. Яҙ етте. Антонимдар.

Маҡсат: яңы һүҙ һәм һөйләмдәрҙе үҙләштереү;

тәбиғәттәге үҙгәрештәрҙе күрә һәм тасуирлай белеү,

антонимдарҙы ҡабатлау, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу,

тәбиғәткә һөйөү, ҡоштарға ярҙам итеү теләге уятыу.

Йыһазландырыу: ҡош һүрәттәре, карточкалар, компьютер, проектор, магнитофон яҙмаһы, дәреслек.

Дәрес барышы

  1. Ойоштороу мәле.

  • Хәйерле иртә! Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

  • Хәйерле иртә! Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

СЛАЙД.

  • Ошо йәмле иртәлә, матур донъяға ҡарап, үҙебеҙгә көс, дәрт, илһам алайыҡ. Бер- беребеҙгә уңыштар теләйек.

  1. Фонетик- артикуляцион күнегеүҙәр.

Һүҙҙәребеҙ асыҡ һәм матур яңғыраһын өсөн иң тәүҙә башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлайыҡ.

СЛАЙД.

Конспект урока по башкирскому языку Весна. Антонимы. (5 класс)

  • Тиҙәйткестәрҙе иҫкә төшөрәйек.

СЛАЙД. Ҡара ҡарға төшкән ҡарға,

Ҡара түгел, аҡ ҡарға.

СЛАЙД. Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ,

Ояңдан осоп сыҡ.

  • Класта кем дежур? (Дежур уҡыусының отчеты)

  1. Өй эшен тикшереү. Антонимдар иленә сәйәхәт.

Ял минуты. Поезд килә, поезд килә, пип- пип- пип,

Юлда торма, юлда торма, кит, кит, кит.

  • Һеҙ сәйәхәткә әҙерһегеҙме? Беҙгә өс контролер кәрәк буласаҡ. Поезға ултырыр өсөн һорауҙарға яуап бирәйек.

  • Нимә ул антоним?

  • Миҫалдар килтерәйек. Аҡ- ҡара, ҡыш - йәй һ.б.

  • "Киреһен әйт" шиғырын тыңлайыҡ.

  • Был шиғырҙа антонимдар бармы?

  • Бар, яҡшы - яман, дөрөҫ - ялған.

  • Контролерҙар билеттарҙы тикшерә. Билеттарҙа яҙылған һүҙҙәргә антонимдар табып әйтегеҙ.

Карточкалар менән эш.

иртә - кис төн - көн өләсәй - олатай

еңел - ауыр илай - көлә йылы - һыуыҡ

килде - китте батыр - ҡурҡаҡ көҙ - яҙ

Йыл миҙгеле туҡталышы.

СЛАЙД. Ҡарҙар ирей, һыу таша,

Талдар бөрөһөн аса.

  • Был һүҙҙәр ниндәй миҙгелгә ҡарата әйтелә ?

  • Эйе, яҙ миҙгеленә ҡарата әйтелә.

Дәфтәрҙә число, көн, теманы яҙыу.

СЛАЙД. Яҙ күренештәре.

Конспект урока по башкирскому языку Весна. Антонимы. (5 класс)

  • Ә тәбиғәттә ниндәй үҙгәрештәр була? Һөйләмдәр төҙөү.

  • Ҡояш ҡыҙҙыра. Ҡар ирей. Тамсылар тама. Гөрләүектәр аға. Ағастар бөрөләнә. Ҡоштар ҡайта.

СЛАЙД. Ҡоштар ҡайтыуы. Магнитофондан ҡоштар тауышын тыңлау.

Ял минуты. Ҡоштар остолар, остолар,

Остолар ҙа ергә төштөләр.

Ял иттеләр, тағы остолар,

Күл өҫтөнә ҡабат төштөләр.

Текст өҫтөндә эш. (443-сө күнегеү , 181-се бит)

  • Ниндәй ҡоштар була икән?

  • Күсмә һәм ҡышлаусы.

Һүҙлек эше.

СЛАЙД.

Конспект урока по башкирскому языку Весна. Антонимы. (5 класс)

  • Хор менән уҡыу, һүҙлек дәфтәренә яҙыу.

  • Һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.

  • Эш дәфтәренә һөйләмдәрҙе яҙыу. Эйә менән хәбәрҙе билдәләү.

Иң тәүҙә ҡара ҡарғалар килә.

Һандуғас матур һайрай.

  • Текста ниндәй ҡоштар тураһында һүҙ бара икән?

Уҡытыусы уҡыуы.

Үҙ аллы уҡыу.

Сылбырлап уҡып, тәржемә итеү.

Уйын. "Иғтибарлы бул!"

Төркөмдәрҙә эш. Һорауҙарға яуап биреү.

  • Ҡара ҡарғалар ҡасан килә? Һандуғастар ҡасан килеп етә ?

  • Текста ниндәй ҡоштар тураһында һүҙ бара?

  • Ҡоштарҙы нисек атайҙар? Ни өсөн?

Уйын. Ҡоштарҙы төркөмдәргә айыр.(Ҡош һүрәттәрен ике төркөмгә бүлеү: күсмә, ҡышлаусы)

  • Ә күсмә ҡоштарҙы нисек ҡаршылайбыҙ икән? Әйҙәгеҙ әле, шиғыр тыңлап алайыҡ.

Сыйырсығым, ҡошсоғом,

Хәҙер бында ҡыш түгел.

Матурым, һин, кил инде,

Өйөң әҙер бит инде. (Р.Ғарипов)

Йомғаҡлау.

Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар. Уларға ярҙам итергә кәрәк. Ҡанатлы дуҫтарға оялар яһарға, тағараҡтар элергә, ем һибергә кәрәк.

Сәйәхәтебеҙҙе яҙ тураһындағы йыр менән тамамлайыҡ.



© 2010-2022