Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән тест һорауҙары. Уҡыусыларҙың белемен тикшереү

Раздел Другое
Класс -
Тип Тесты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

5 синыф.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1.Ҡайһы төркәмдәге һүҙҙәр тамырҙаш булып килгән?

А. Атай,атлан,атлы.

Б. Ат,атҡа,атһыҙ,атта.

В. Атаҡлы,атҡа,аттың.

2.Ҡайһы төркөмдә ҡушма һүҙҙәр бирелгән?

А.Башҡаса,башланы,башҡа.

Б.Ойоҡбаш,ташбаш.

В.Башаҡлы,башлыҡ,башлыса.

3.Ҡайһы төркөмдәге сифаттар аҙһытыу дәрәжәһендә килгән?

А.Ҡыҙыл,аҡ,йәшел.

Б.Ҡыҙылыраҡ,ағыраҡ,йәшелерәк.

В.Ҡып-ҡыҙыл,ап-аҡ,үтә йәшел.

Г.Ҡыҙғылт,аҡһыл,йәшкелт.

4.Ҡайһы төркөмдәге һандарға ялғауҙар дөрөҫ ҡушылмаған?

А.12 ноябрь,1997 йыл.

Б.1996-сы йыл,11-се сентябрь.

В.Мин 5 мәктәптә уҡыйым.

5.Ҡылымдарҙың ҡайһыһы үткән заманда берлектә 3-сө затта килгән?

А.Эшләйем,йөрөрмөн.

Б.Эшләне,йөрөнө.

В.Эшләнек,йөрөрбөҙ.

Г.Эшләнегеҙ,йөрөрҙәр

6.Түбәндәге эйәреүсе һүҙҙәр ниндәй һүҙ төркөмөнән килгән:йәшел ағас,шәп ат,ҡалын дәфтәр?

А.Исемдән

Б.Сифаттан

В.Рәүештән

Г.Алмаштан

7.Ҡайһы төркөмдәге һүҙҙәр һөйләм була ала?

А.Китапты уҡыным,дәфтәргә яҙам.

Б.Китап бик ҡыҙыҡ.

В.Йәшел баҡсала,беренсе урам.

8.Түбәндәге һөйләмдең баш киҫәген күрһәт.Ҡала урамында машиналар йыш йөрөй.

А.Йыш йөрөй.

Б.Ҡала урамында йөрөй.

В.Ҡала урамында.

Г.Машиналар йөрөй.

9.Һөйләмдәрҙең ҡайһыһы өндәү һөйләм булыр?

А.Илдар мәктәптә уҡый.

Б.Бөгөн кино буламы.

В.Баҡсаны сүп-сарҙан таҙарт.

10.Был һөйләмдәрҙең ҡайһыһы тарҡау һөйләм булып килгән?

А.Балалар йылмая.

Б.Балалар наҙлы ҡояш нурына йылмая.

11.-Ҡайҙа бараһығыҙ

-Мәктәпкә.

-Унда бөгөн нимә була.- был ниндәй телмәр.

А.Тура телмәр.

Б.Автор һүҙе.

Г.Диалог.

12.Ауылда көҙгө эштәр яңы ғына тамамланғайны һөйләмендә ҡайһы һүҙ аныҡлаусы булып килгән?

А. Ауылда.

Б. Көҙгө.

В. Эштәр.

Г. Яңы ғына.

Д. Тамамланғайны.

13.Рәшит һәр китапты мауығып уҡый һөйләмендә тултырыусыны тап.

А.Рәшит.

Б.Китапты.

В.Һәр.

Г.Мауығып.

Д.Уҡый.

14.Көҙөн күл тирәһе матурлығын юғалтты һөйләмендә хәлде тап.

А. Күл тирәһе

Б. Көҙөн

В. Матурлығын
Г. Юғалтты

15.Уҡыусылар шиғыр һөйләнеләр,йырланылар,бейенеләр һөйләмендә һөйләм киҫәктәренең ҡайһыһы тиң булып килгән?

А.Эйә

Б.Хәбәр

В.Аныҡлаусы
Г.Тултырыусы.

Д.Хәл

16.Әкрен генә ел иҫте,япраҡтар шыбырлаша башланы,ҡояш болот артына йәшенде.Был ниндәй һөйләм?

А.Ябай һөйләм.

Б.Ҡушма һөйләм.

В.Һорау һөйләм.

Г.Өндәү һөйләм.

17.Гөлсирә китаптарын,дәфтәрҙәрен портфеленә һалды һөйләмендә һөйләмдең ҡайһы киҫәге тиң булып килгән?

А.Эйә

Б.Хәбәр

В.Аныҡлаусы
Г.Тултырыусы.

Д.Хәл.

18.Урман(да),ялан(да) көҙ тулыһынса хужа булып алған. Йәйә эсендәге һүҙ өлөшө нимә ул.

А.Урын-ваҡыт килеш ялғауы.

Б.Ярҙамсы һүҙ.




5 синыф.

Ҡылым.

1.Уҡый,яҙа,килә ҡылымдары ниндәй заманда килгән?

А.Үткән заман

Б.Хәҙерге заман

В.Киләсәк заман

2.Барҙы,яҙған,эшләне ҡылымдары ниндәй заманда килгән?

А. Үткән заман

Б. Хәҙерге заман

В. Киләсәк заман

3.Атлар,барасаҡ,йүгерер ҡылымдары ниндәй заманда килгән?

А. Үткән заман

Б. Хәҙерге заман

В. Киләсәк заман

4.Бара,килә,эшләй ҡылымдары ниндәй һанда килгән?

А.Берлек

Б.Күплек

5.Баралар,киләләр,эшләйҙәр ҡылымдары ниндәй һанда килгән?

А. Берлек

Б. Күплек

6.Уҡыйым,уҡыйбыҙ ҡылымдары ниндәй затта килгән?

А.1-се зат

Б.2-се зат

В.3-сө зат

7.Эшләй,эшләйҙәр ҡылымдары ниндәй затта килгән?

А. 1-се зат

Б. 2-се зат

В. 3-сө зат

8.Уҡый,яҙҙыҡ,барҙы ҡылымдары ниндәй төргә ҡарай?

А.Үҙ аллы ҡылымдар.

Б.Ярҙамлыҡ ҡылымдар.

9.Уҡый ине,яҙа башланы,эшләй торҙо.Аҫтына һыҙылған ҡылымдар ниндәй төргә ҡарай?

А. Үҙ аллы ҡылымдар.

Б. Ярҙамлыҡ ҡылымдар.

10.Кил,яҙ,уҡы ҡылымдары яһалышы яғынан ниндәй төргә ҡарай?

А.Тамыр ҡылым

Б.Яһалма ҡылым

11.Ҡотла,һаҡлан,башла,эҙлә ҡылымдары ниндәй төргә ҡарай?

А. Тамыр ҡылымааопапртмапписааа

Б. Яһалма ҡылым

12.Кил,яҙ,эшлә ҡылымдары ниндәй төргә ҡарай?

А.Бойороҡ

Б.Хәбәр

В.Шарт

Г.Теләк.

13.Киләм,килербеҙ,ҡыуанды,китер ҡылымдары ниндәй һөйкәлешкә ҡарай?

А. Бойороҡ

Б. Хәбәр

В. Шарт

Г. Теләк.

14.Килһәм,яҙһа,барһа,уйнаһалар ҡылымдары ниндәй һөйкәлешкә ҡарай?

А. Бойороҡ

Б. Хәбәр

В. Шарт

Г. Теләк.

15.Ҡайтҡы килә,китмәксе булам,бараһы бар ҡылымдары ниндәй һөйкәлешкә ҡарай?

А. Бойороҡ

Б. Хәбәр

В. Шарт

Г. Теләк.

16.Уйна,уйнағыҙ бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары ниндәй затта килгән?

А.1-се зат

Б.2-се зат

В.3-сө зат

17.Барығыҙ,барһындар бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары ниндәй һанда кигән?

А.Берлек

Б.Күплек

18.Ҡайтҡан,ҡайтты,барҙым,килгәйне хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары ниндәй заманда килгән?

А. Үткән заман

Б. Хәҙерге заман

В. Киләсәк заман

19.Ҡайта,ҡарай,уҡымай хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары ниндәй заманда килгән?

А. Үткән заман

Б. Хәҙерге заман

В. Киләсәк заман

20.Барыр,яҙасаҡ,килербеҙ,булмаясаҡ хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары ниндәй заманда килгән?

А. Үткән заман

Б. Хәҙерге заман

В. Киләсәк заман








6 синыф.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.Лексика.Исем.

1.Иңдәрендә тигән һүҙҙә ниндәй һүһынҡылар ҡулланылған?

А.Ҡалын һуҙынҡылар

Б.Нәҙек һуҙынҡылар

В.Иренләшкән һуҙынҡылар.

2.Урман шаулай был ниндәй һөйләм?

А.Йыйнаҡ

Б.Тарҡау

В.Һорау

Г.Өндәү

3.Ҡатыҡ ошо һүҙҙә ниндәй тартынҡылар килгән?

А.Яңғырау

Б.Һаңғырау

В.Талғын

4.Ашъяулыҡ һүҙе яһалышы яғынан ниндәй һүҙ?

А.Тамыр

Б.Яһалма

В.Ҡушма

5.Танауын сөйгә элгән фразиологик берәмегенең синонимы ҡайһы?

А.Әрләй

Б.Маҡтана

В.Алдаша

Г.Үсекләй.

6.Кем? һорауына ҡайһы төркөмдәге һүҙҙәр яуап була?

А.Хайуан атамалары

Б.Ҡош-ҡорт атамалары

В.Кешене белдергән һүҙҙәр

Г.Йәнһеҙ әйберҙәр.

7.Эшсе һүҙе яһалышы яғынан ниндәй һүҙ?

А.Тамыр

Б.Яһалма

В.Ҡушма

8.Урман тәрән тынлыҡҡа сумған һөйләмендә аҫтына һыҙылған һүҙ ниндәй һөйләм киҫәге булып килгән?

А.Эйә

Б.Хәбәр

В.Аныҡлаусы
Г.Тултырыусы.

Д.Хәл.

9.Баҡса һүҙенә ҡайһы күплек ялғауы ҡушылыр?

А.-тар

Б.-лар

В.-ҙар

Г.-дар

10.Йәшәүем һүҙе ниндәй эйәлек заты ялғауы ҡабул иткән?

А.1-се зат

Б.2-се зат

В.3-сө зат


11.Балаһына һүҙе ниндәй килештә килгән?

А.Эйәлек

Б.Төбәү

В.Төшөм

Г.Урын-ваҡыт

Д.Сығанаҡ.

12.Хәҙергә уҡыуым яҡшы ғына бара һөйләмендә ҡайһы һүҙ эйәлек затында килгән?

А.Яҡшы

Б.Хәҙергә

В.Бара

Г.Уҡыуым

Д.Ғына

13.Ат һүҙенә тамырҙаш һүҙҙе тап?

А.Атыш

Б.Атай

В.Атлай

Г.Атлы

Д.Атҡан

14.Ҡурай һүҙе ҡайһы төркөмгә ҡарай?

А.Төп башҡорт һүҙе.

Б.Үҙләштерелгән һүҙ.

В.Интернациональ һүҙ.

Г.Профессиональ һүҙ.

15.Бара-бара тигән ҡушма һүҙ ниндәй юл менән яһалған?

А.Ҡушыу.

Б.Парлау.

В.Ҡабатлау.

Г.Бәйләү.

Д.Ҡыҫҡартыу

16.Рәшит миңә китабын биреп торҙо һөйләмендә аҫтына һыҙылған һүҙ ниндәй килештә килгән?

А.Эйәлек

Б.Төбәү

В.Төшөм

Г.Урын-ваҡыт

Д.Сығанаҡ.

17.Кем?Нимә? һорауҙарына яуап булған исемдәр ниндәй килештә була?

А.Төп

Б.Эйәлек

В.Төбәү

Г.Төшөм

Д.Урын-ваҡыт

Ҙ.Сығанаҡ.

18.Бөгөн ҡала баҡсаһында ҙур байрам булды һөйләмендә аҫтына һыҙылған һүҙ ниндәй килештә килә?

А.Төп

Б.Эйәлек

В.Төбәү

Г.Төшөм

Д.Урын-ваҡыт

Ҙ.Сығанаҡ.

19.Әҙәби китаптан һөйләм күсереп яҙҙым һөйләмендә аҫтына һыҙылған һүҙ ниндәй килештә?

А.Төп Д.Урын-ваҡыт

Б.Эйәлек

В.Төбәү

Г.Төшөм

6 синыф.

Сифат.Һан.

1.Сифат нимәне белдерә?

А.Предметтың атамаһын

Б.Предметтың эшен

В. Предметтың билдәһен

Г. Предметтың иҫәбен

2.Сифат исемде асыҡлап килһә,нимә менән үҙгәрә ?

А.Килеш менән

Б.Һан менән

В.Зат менән

Г.Үҙгәрмәй

3.Таш йортта магазин урынлашҡан һөйләмендәге сифат ниндәй һүҙ төркөмөнән яһалған?

А.Сифаттан

Б.Ҡылымдан

В.Алмаштан

Г.Исемдән

Д.Һандан

4.Ҡыҙылдар тау араларына сигенгән һөйләменең эйәһе ниндәй һүҙ төркөмөнән яһалған?

А.Сифаттан

Б.Ҡылымдан

В.Алмаштан

Г.Исемдән

Д.Һандан

5.Бүлмәләге гөлдәр аҡлы-ҡыҙыллы сәскә атты һөйләмендә яһалышы яғынан ниндәй сифат ҡулланылған?

А.Тамыр

Б.Яһалма

В.Ҡушма

6.Һиңә ҡоростай һаулыҡ теләйем һөйләмендәге сифат ниндәй һүҙ төркөмөнән яһалған?

А.Сифаттан

Б.Ҡылымдан

В.Алмаштан

Г.Исемдән

Д.Һандан

7.Алыҫтағы тауҙар күгәреп күренә һөйләмендә сифат ниндәй төргә ҡарай?

А.Төп сифат

Б.Шартлы сифат.

8.Ҡуян һорғолт төҫкә ингән һөйләмендәге сифат ниндәй дәрәжәлә килгән?

А.Төп дәрәжә

Б.Сағыштырыу дәрәжәһе

В.Артыҡлыҡ дәрәжәһе

Г.Аҙһытыу дәрәжәһе

9.Ниндәй дәрәжәләге сифаттар һыҙыҡса аша яҙыла?

А.Төп дәрәжә

Б.Сағыштырыу дәрәжәһе

В.Артыҡлыҡ дәрәжәһе

Г.Аҙһытыу дәрәжәһе

10.Күп осраҡта сифаттар һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килә?

А.Эйә

Б.Хәбәр

В.Аныҡлаусы
Г.Тултырыусы.

Д.Хәл

11.Һан нимәне аңлата?

А.Предметтың атамаһын

Б.Предметтың эшен

В. Предметтың билдәһен

Г. Предметтың иҫәбен

12.Икешәр,өсәр,бишәр-был һандар ниндәй төркөмгә ҡарай?

А.Рәт һаны

Б.Бүлем һаны

В.Сама һаны

Г.Төп һан

Д.Йыйыу һаны

13.Икәү,өсәү,алтау-был һандар ниндәй төркөмгә ҡарай?

А.Рәт һаны

Б.Бүлем һаны

В.Сама һаны

Г.Төп һан

Д.Йыйыу һаны

14.Ике,дүрт,алтмыш- был һандар ниндәй төркөмгә ҡарай?

А.Рәт һаны

Б.Бүлем һаны

В.Сама һаны

Г.Төп һан

Д.Йыйыу һаны

15.Унынсы,егерменсе,етмешенсе- был һандар ниндәй төркөмгә ҡарай?

А.Рәт һаны

Б.Бүлем һаны

В.Сама һаны

Г.Төп һан

Д.Йыйыу һаны

16.Өс бөтөн ундан дүрт,өстән ике- был һандар ниндәй төркөмгә ҡарай?

А.Рәт һаны

Б.Бүлем һаны

В.Сама һаны

Г.Төп һан

Д.Йыйыу һаны

Ҙ.Кәсер һаны

17.Етеле,бишле,унлы- был һандар ниндәй төркөмгә ҡарай?

А.Рәт һаны

Б.Бүлем һаны

В.Сама һаны

Г.Төп һан

Д.Йыйыу һаны

Ҙ.Үлсәү һаны

18.Ун,егерме,утыҙ,йөҙ-былар ниндәй һандар?

А.Ябай һандар

Б.Ҡушма һандар

19.Ниндәй һандарҙың ялғауы булмай?

А.Рәт һаны

Б.Бүлем һаны

В.Сама һаны

Г.Төп һан

Д.Йыйыу һаны

Ҙ.Үлсәү һаны

6 синыф.

Алмаш.Ҡылым.

1.Был,ул,шул алмаштары ниндәй төркәмгә ҡарай?

А.Зат

Б.Күрһәтеү

В.Һорау

Г.Билдәләү

Д.Юҡлыҡ

2.Мин,һин,ул,беҙ,һеҙ,улар алмаштары ниндәй төркәмгә ҡарай?

А.Зат

Б.Күрһәтеү

В.Һорау

Г.Билдәләү

Д.Юҡлыҡ

3.Кем?Нимә?нисек?-былар ниндәй алмаш төркөмөнә ҡарай?

А.Зат

Б.Күрһәтеү

В.Һорау

Г.Билдәләү

Д.Юҡлыҡ

4.Әллә кем,әллә нисек,әллә ҡасан- былар ниндәй алмаш төркөмөнә ҡарай?

А.Зат

Б.Күрһәтеү

В.Һорау

Г.Билдәләү

Д.Билдәһеҙлек

5.Һәр,үҙ,бөтә,һәммә -былар ниндәй алмаш төркөмөнә ҡарай?

А.Зат

Б.Күрһәтеү

В.Һорау

Г.Билдәләү

Д.Юҡлыҡ

6.Һис ҡасан,бер кем,һис ниндәй -былар ниндәй алмаш төркөмөнә ҡарай?

А.Зат

Б.Билдәһеҙлек

В.Һорау

Г.Билдәләү

Д.Юҡлыҡ

7.Минеке,һинеке,уныҡы -былар ниндәй алмаш төркөмөнә ҡарай?

А.Зат

Б.Күрһәтеү

В.Эйәлек

Г.Билдәләү

Д.Юҡлыҡ

8.Ҡылымдар ниндәй мәғәнә белдерә?

А.Предметтың атамаһын

Б.Предметтың эшен

В. Предметтың билдәһен

Г. Предметтың иҫәбен

9.Бар,уҡы,кил-был ҡылымдар ниндәй һөйкәлешкә ҡарай?

А.Бойороҡ

Б.Шарт

В.Теләк

Г.Хәбәр

10.Барһа,яҙһа,йөрөһә-был ҡылымдар ниндәй һөйкәлешкә ҡарай?

А.Бойороҡ

Б.Шарт

В.Теләк

Г.Хәбәр

11.Уҡыйһы,бараһы,киләһе,көләһе- был ҡылымдар ниндәй һөйкәлешкә ҡарай?

А.Бойороҡ

Б.Шарт

В.Теләк

Г.Хәбәр

12.Эшләй,эшләне,эшләр- был ҡылымдар ниндәй һөйкәлешкә ҡарай?

А.Бойороҡ

Б.Шарт

В.Теләк

Г.Хәбәр

13.Уҡыу,яҙыу,килеү-был ҡылымдар ниндәй төркөмгә ҡарай?

А.Исем

Б.Уртаҡ

В.Сифат

Г.Хәл

14.Исем ҡылым нимәне белдерә?

А.Предметтың атамаһын

Б. Предметтың атамаһын

В.Эш-хәрәкәттең атамаһын

Г.Эш-хәрәкәттең билдәһен

15.Уҡыр,яҙыр,барасаҡ-был ҡылымдар ниндәй заманда килгән?

А.Үткән

Б.Хәҙерге

Г.Киләсәк

16.Сифат ҡылымдар нимәне белдерә?

А.Предметтың билдәһен

Б.Эш-хәрәкәттең билдәһен

В. Предметтың атамаһын

Г. Предметтың эшен

Д. Предметтың иҫәбен

17.Уҡыр,яҙыр,барасаҡ- был ҡылымдар ниндәй заманда килгән?

А.Үткән

Б.Хәҙерге

Г.Киләсәк

18.Хәл ҡылым ниндәй мәғәнә белдерә?

А.Исем билдәһен

Б.Эш-хәрәкәт исемен

В. Эш-хәрәкәт ваҡытын,сәбәбен,рәүешен

19.Хәл ҡылымдар ҡайһы рәт һорауҙарына яуап бирә?

А.Нисә?Нисәнсе?Ниндәй?Күпме?

Б.НимәНи эшләйНи эшләгән

В.Ни эшләпНисекНи эшләгәс

20.Хәл ҡылымдар һөйләмдә нимәне асыҡлап килә?

А.Исемде

Б.Сифатты

В.Һанды

Г.Ҡылымды

21.Сафуан урманға килеп инде һөйләмендә ҡылым ниндәй йүнәлештә килгән?

А.Төп

Б.Ҡайтым

В.Төшөм

Г.Йөкмәтеү

Д.Уртаҡлыҡ

22.Бар тәбиғәт ҡояш нурына ҡойондо һөйләмендә ҡылым ниндәй йүнәлештә килгән?

А.Төп

Б.Ҡайтым

В.Төшөм

Г.Йөкмәтеү

Д.Уртаҡлыҡ

23.Шыршы ҡупшы биҙәнгән һөйләмендә ҡылым ниндәй йүнәлештә килгән?

А.Төп

Б.Ҡайтым

В.Төшөм

Г.Йөкмәтеү

Д.Уртаҡлыҡ

24.Иртә менән утты тоҡандырыу һөйләмендә ҡылым ниндәй йүнәлештә килгән?

А.Төп

Б.Ҡайтым

В.Төшөм

Г.Йөкмәтеү

Д.Уртаҡлыҡ

25.Япраҡ менән япраҡ серләшә һөйләмендә ҡылым ниндәй йүнәлештә килгән?

А.Төп

Б.Ҡайтым

В.Төшөм

Г.Йөкмәтеү

Д.Уртаҡлыҡ







РӘҮЕШ.6 СИНЫФ.

1.Эш хаҡын әйберләтә түләнеләр һөйләмендә рәүеш ниндәй төркөмсәгә ҡарай?

А.Төп

Б.Ваҡыт

В.Урын

Г.Оҡшашлыҡ

Д.Күләм-дәрәжә

2.Уҡыу йылы бөгөн башлана һөйләмендә рәүеш ниндәй төркөмсәгә ҡарай?

А.Төп

Б.Ваҡыт

В.Урын

Г.Оҡшашлыҡ

Д.Күләм-дәрәжә

3.Атыу тауышы бик яҡын ишетелде һөйләмендә рәүеш ниндәй төркөмсәгә ҡарай?

А.Төп

Б.Ваҡыт

В.Урын

Г.Оҡшашлыҡ

Д.Күләм-дәрәжә

4.Ғәли ҡарт йәштәпсә атлап йөрөй һөйләмендә рәүеш ниндәй төркөмсәгә ҡарай?

А.Төп

Б.Ваҡыт

В.Урын

Г.Оҡшашлыҡ

Д.Күләм-дәрәжә

5.Юлдаш беҡгә һирәк килә һөйләмендә рәүеш ниндәй төркөмсәгә ҡарай?

А.Төп

Б.Ваҡыт

В.Урын

Г.Оҡшашлыҡ

Д.Күләм-дәрәжә

6.Сәлим юрамал ҡыланған була һөйләмендә рәүеш ниндәй төркөмсәгә ҡарай?

А.Төп

Б.Ваҡыт

В.Урын

Г.Оҡшашлыҡ

Д.Күләм-дәрәжә

7.Сәлим матур плакат яҙған һөйләмендә матур һүҙе ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?

А.Исем

Б.Сифат

В.Рәүеш

Г.Ҡылым

Д.Һан

8.Ҡайһы рәүештәр сағыштырыу дәрәжәһендә килгән?

А.Ифрат алыҫ,бик шәп,иң ҙур

Б.Алыҫыраҡ,шәберәк,ҙурыраҡ

В.Алыҫ,ҙур,шәп

9.Ҡайһы төркөм рәүештәр артыҡлыҡ дәрәжәһендә килгән?

А.Ифрат алыҫ,бик шәп,иң ҙур

Б.Алыҫыраҡ,шәберәк,ҙурыраҡ

В.Алыҫ,ҙур,шәп

10.Ҡайһы төркөм рәүештәр яһалма?

А.Хөҙер,элек,яй,шәп

Б.Яҙын,ҡышын,аҡсалата

В.Быйыл,бары-бер,ялан аяҡ

11.Ҡайһы төркөм рәүештәр ҡушма була

А.Хөҙер,элек,яй,шәп

Б.Яҙын,ҡышын,аҡсалата

В.Быйыл,бары-бер,ялан аяҡ

13.Тау битләүендә мышар күп үҫә һөйләмендә мышар һүҙе ниндәй төркөмгә ҡарай?

А.Интернациональ һүҙ

Б.Профессиональ һүҙ

В.Иҫке һүҙ

Г.Яңы һүҙ

Д.Диалект һүҙе

14.Ағиҙелдә һал йөҙә һөйләмендә Ағиҙелдә һүҙе ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай

А.Исем

Б.Сифат

В.Рәүеш

Г.Ҡылым

Д.Һан

15.Ул егерме йәшендә уҡырға китә һөйләмендә егерме һүҙе ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?

А.Исем

Б.Сифат

В.Рәүеш

Г.Ҡылым

Д.Һан

16.Ағиҙел талғын ғына аға һөйләмендә аға һүҙе ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай

А.Исем

Б.Сифат

В.Рәүеш

Г.Ҡылым

Д.Һан

17.Балалар ҡулдарына кескәй флагтар тотҡандар һөйләмендә кескәй һүҙе ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?

А.Исем

Б.Сифат

В.Рәүеш

Г.Ҡылым

Д.Һан

18.Сәхнәләге ҡыҙ шәп бейей ине һөйләмендә шәп һүҙе ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?

А.Исем

Б.Сифат

В.Рәүеш

Г.Ҡылым

Д.Һан

19.Әнисә китапты яҡшы уҡый һөйләмендә яҡшы һүҙе ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?

А.Исем

Б.Сифат

В.Рәүеш

Г.Ҡылым

Д.Һан

20.Әнисә яҡшы китап уҡый яҡшы һүҙе ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай

А.Исем

Б.Сифат

В.Рәүеш

Г.Ҡылым

Д.Һан

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.(Синтаксис һәм пунктуация.Эйә.Хәбәр.Аныҡлаусы.)

7 синыф.

1.Урманда һүҙендәге -да ялғауы ниндәй үҙгәртеүсе ялғау?

А.Килеш ялғауы

Б.Эйәлек заты ялғауы

В.Хәбәрлек заты ялғауы

Г.Күплек ялғауы

2.һөйләмдәр,һүҙбәйләнештәр төҙөлөшөн ниндәй фән өйрәнә?

А.Морфология

Б.Фонетика

В.Лексика

Г.Синтаксис

3.Тыныш билдәләрен ниндәй фән өйрәнә?

А.Стилистика

Б. Синтаксис

В.Пунктуация

Г.Фразиология

Д.Морфология

4.Тамаланған уй-фекерҙе белдергән һүҙҙәр теҙмәһе нимә ул?

А.Һүҙ

Б.Һүҙбәйләнеш

В.Һөйләм

Г.Ҡушма һүҙ

5.Һөйләмдәге тиң киҫәктәр ниндәй һүҙ бәйләнеште барлыҡҡа килтерә?

А.Ярашыу

Б.Башҡарылыу

В.Йәнәшәлек

Г.Һөйкәлеү

Д.Теҙмә һүҙбәйләнеш

6.Урман шаулай. Был ниндәй һүҙбәйләнеш була?

А.Ярашыу

Б.Башҡарылыу

В.Йәнәшәлек

Г.Һөйкәлеү

Д.Теҙмә һүҙбәйләнеш

7.Яҡшы уҡыусы. Был ниндәй һүҙбәйләнеш була?

А.Ярашыу

Б.Башҡарылыу

В.Йәнәшәлек

Г.Һөйкәлеү

Д.Теҙмә һүҙбәйләнеш

8.Урманға барҙым. Был ниндәй һүҙбәйләнеш була?

А.Ярашыу

Б.Башҡарылыу

В.Йәнәшәлек

Г.Һөйкәлеү

Д.Теҙмә һүҙбәйләнеш

9.Мәктәп баҡсаһы- был ниндәй һүҙбәйләнеш була?

А.Ярашыу

Б.Башҡарылыу

В.Йәнәшәлек

Г.Һөйкәлеү

Д.Теҙмә һүҙбәйләнеш

10.Урмандан ҡайттым һүҙбәйләнешендә эйәртеүсе һүҙ эйәреүсе һүҙҙең ниндәй килештә килеүен талап итә?

А.Эйәлек

Б.Төбәү

В.Төшөм

Г.Урын-ваҡыт

Д.Сығанаҡ.

11.Балалар ҡайтты-был ике һүҙ нимәлә ярашып килә?

А.Затта

Б.Һанда

12.Шәп саба һүҙбәйләнешендә эйәреүсе һүҙ ниндәй һүҙ төркөмөнән килә?

А.Сифат

Б.Һан

В.Рәүеш

Г.Сифат ҡылым

Д.Хәл ҡылым

13.Ҡала урамы һүҙбәйләнешендә эйәреүсе һүҙ ниндәй килештә килгән?

А.Эйәлек

Б.Төбәү

В.Төшөм

Г.Урын-ваҡыт

Д.Сығанаҡ.

14.Алыҫта атлы күренде һөйләменең эйәһе ниндәй һүҙ төркөмөнән килгән?

А.Исем

Б.Сифат

В.Алмаш

Г.Ҡылым

Д.Һан

15.Уҡыуҙар башланды һөйләменең хәбәре ниндәй һүҙ төркөмөнән килгән?

А.Исем

Б.Сифат

В.Алмаш

Г.Ҡылым

Д.Һан

16.Нығынған һүҙбәйләнештә ниндәй үҙгәреш бар?

А.Заты үҙгәрә

Б.Һаны үҙгәрә

В.Мәғәнәһе үҙгәрә

Г.Килеше үҙгәрә

17.Тирә-яҡ тып-тын һөйләмендә эйә ниндәй һүҙҙән килгән?

А.Тамыр һүҙҙән

Б.Яһалма һүҙҙән

В.Ҡушма һүҙҙән

18.Ап-аҡ ҡар күҙҙе сағылдыра һөйләмендә аныҡлаусы предметтың ниндәй билдәһен белдерә?

А.Еҫен

Б.Төҫөн

В.Күләмен

Г.Эйәһен

19.Атҡан уҡ кире ҡайтмаҫ һөйләмендә аныҡлаусы ниндәй һүҙ төркөмөнән килгән?

А.Сифаттан

Б.Һандан

В.Күрһәтеү алмашынан

Г.Сифат ҡылымдан

Д.Эйәлек килештәге исемдән

20.Көҙ көнө урман ҡыҙыл,ҡара,көрән һәм һары төҫтәргә ингән һөйләмендә аныҡлаусылар предметтың ниндәй билдәһен белдерәләр?

А.Еҫен

Б.Төҫөн

В.Күләмен

Г.Эйәһен

21.Киң йәшел туғай күҙ алдына баҫты һөйләмендә аныҡлаусылар нисек килгән?

А.Тиң булып килгән

Б.Тиң булып килмәгәндәр

22.Аҡъял батыр ил гиҙергә сығып киткән һөйләмендә ҡайһы һүҙ өҫтәлмәлек булып килгән?

А.Аҡъял

Б.Батыр

В.Ил гиҙергә

Г.Сығып

Д.Киткән


© 2010-2022