• Преподавателю
  • Другое
  • Конспект урока по башкирскому языку и литературе на тему Атайымдың ос һәнәге Н. Мусин (5 класс)

Конспект урока по башкирскому языку и литературе на тему Атайымдың ос һәнәге Н. Мусин (5 класс)

Раздел Другое
Класс 5 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Анкета- заявка участника конкурса "Методическая копилка учителя"

1

Фамилия, имя, отчество автора

Ахатова Аминя Сафаргалиевна

2

Год, месяц, день рождения

24.11.1966г.

3

Район, город

Янаульский район.с.Кисак-Каин, ул.Тепличная-50

4

Место работы

МБОУ СОШ с.Прогресс

5

Должность

Учитель башкирского языка и литературы

6

Педагогический стаж работы

24

7

Преподаваемый предмет

Башкирский язык и литература

8

Название работы, подаваемой на конкурс

1.«Мой урок башкирского языка и литературы». Ноғман Мусин.Атайымдың ос һәнәге.Һүҙьяһалыш." 5класс.

2. "Мое внеклассное мероприятие по башкирскому языку илитературе".

"Көнгәктауҙа сәсән - аҡыл моң сәскән».

9

Средства связи с участником(моб.тел.)

89196167150





Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

Яңауыл районы муниципаль район хакимиәтенең мәғариф бүлеге

Яңауыл районы муниципаль районы

Муниципаль бюджет белем биреү учреждениеһы

Прогресс ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе



Тема:

Ноғман Мусин. Атайымдың ос һәнәге.Һүҙьяһалыш.





Башҡарҙы: беренсе категориялы

башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы

Әхәтова Әминә Сәфәрғәле ҡыҙы

2013йыл

Тема:Ноғман Мусин "Атайымдың ос һәнәге".Һүҙьяһалыш.

Маҡсат.

Н.Мусиндың тормош юлы һәм ижад юлы менән танышыу.

Башҡорт телендәге һүҙьяһалыштың төрлө формаларын өйрәнеү.

Эҙләнеү күнекмәләрен үҫтереү.

Туған тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу.

Дәреслек,Ноғман Мусиндың плакаты,"Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы" эмблемаһы,тәбиғәт тураһында һәрәттәр, карточкалар,мультимедиа проекторы, презентация, кәбән рәсемдәре.

Дәрес барышы.

I. Ойоштороу мәле .

Бөгөн беҙ һеҙҙең менән Ноғман Мусиндың "Атайымдың ос һәнәге" әҫәрененән өҙөк менән танышырбыҙ.Һүҙьяһалыштың формалары менән танышырбыҙ.

А)Артикуляцион күнегеүҙәр. " В лесу родилась елочка" көйөнә йырлау.

  • Һе-һе-һе-һе

  • Һа-һа-һа-һа

  • Һү-һү-һү-һү

  • Һә-һә-һә-һә

Б)Фонетик -орфоэпик күнегеүҙәр.

Уҡытыусы уҡый. Бергәләп ҡысҡырып уҡыу.

Ижекләп уҡыу.

Ҡайырылып әсәй бесән саба,

Шулай саба ине элек тә.

Мин ташыған булам ҡосаҡлап та,

Һәнәк остарына элеп тә.

II. Уҡытыусы һүҙе.

Ноғман Мусин. Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуған. Маҡар урта мәктәбен, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын, БДУ-ның филология факультетын тамамлаған. Армияла хеҙмәт иткән, тыуған ауылында дүрт йыл мәктәптә уҡытҡан. Оҙаҡ йылдар "Ағиҙел" журналы, "Башҡортостан" газетаһы редакцияларында, Башҡортостан китап нәшриәтендә,Яҙыусылар союзы идараһында эшләгән.

2001 йылда уға Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән юғары исем бирелде.

Уны урман йырсыһы тип тә йөрөтәләр. Бөгөн уҡыясаҡ әҫәрҙе иғтибар менән тыңлағыҙ һәм ул нимә тураһында икәнлеген дәрес аҙағында әйтерһегеҙ.

-Һеҙҙең бесән йыйғанығыҙ йәки уны йыйғанды күргәнегеҙ бармы?

Дәфтәргә число,теманы яҙыу.Яңы һүҙҙәр менән танышыу.

III. Һүҙлек эше. Һүҙлек дәфтәрҙәренә яҙыу.

  • Һәнәк - вилы

  • Ос һәнәге - вилы тройчатки

  • Ҡомартҡы - реликвия,памятник.

  • Һелкәүес - широкое, продолговатое - корыто для просеивания зерна

  • Кәбән- стог

  • Күбә - куча сена

  • Эҫкерт - скирда

IV.Төп өлөш.

Китаптың 221-се битен асығыҙ. Дәрестә яуап биргән уҡыусыларға кәбән һүрәте бирелә бара.

-Мин өҙөктө уҡыйым,ә һеҙ иғтибар менән тыңлағыҙ.Таныш булмаған һүҙҙәрҙе билдәләй барығыҙ.Өҙөктө уҡый башлау.

Сылбыр менән уҡыу.

Динамик уҡыу.

Разведкалы уҡыу.

Ял минуты. Йырлап-бейеп күрһәтәләр.

Күрһәт әле, үҫкәнем ,нисек бесән сабалар?

Бына шулай, бына шулай, шулай бесән сабалар.

Күрһәт әле, үҫкәнем, нисек бесән йыялар?

Бына шулай, бына шулай, шулай бесән йыялар.

Күрһәт әле, үҫкәнем, нисек кәбән ҡоялар?

Бына шулай, бына шулай, шулай кәбән ҡоялар.

V.Грамматик тема өҫтөндә эш.

Башҡорт телендә лә рус телендәге кеүек һүҙҙәр төрлө формалар менән яһала: тамыр, ҡушма, яһалма, парлы .

Тамыр.

  • Бесән

  • Атай

  • Әсәй

  • Ҡорал

  • Һәнәк

  • Килен

Ҡушма.

  • Ашъяулыҡ

  • Көнбайыш

  • Йәноҙаҡ

  • Кинйәбай

Яһалма.

  • Бесәнсе

  • Күбәсе

  • Шатлыҡ

  • Ашанты

Парлы.

  • Үлә-бата

  • Хәбәр-хәтер

  • Ут-һыу

VI.Хәҙер парҙар менән эшләп алайыҡ.

А)Карточкалар менән эш.

Текстан төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе табып яҙырға.

  1. …, тор,улым,тор.

  2. Һаумы, … килен.

  3. Әсәйем … йәйеп ашарға ултыртып йөрөй.

  4. … йүгереп ҡайттым.

Б)Карточкалар менән эш.

Һүҙҙәргә яһаусы ялғауҙар өҫтәп яҙығыҙ.

Бесән…

Кәбән…

Дуҫ…

Шат…

Уҡыу…

Йыр…

Йомғаҡлау.

  • Әҫәр нимә тураһында ине?

  • Эйе,беҙҙең гүзәл тәбиғәтебеҙ тураһында.

Быйыл Башҡортостанда "Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы".Һеҙ уның эмблемаһын таҡтала күрәһегеҙ. Беҙ ҙә тәбиғәтте яҡлайыҡ,һаҡлайыҡ.Уның дуҫтары булайыҡ.

Уҡытыусы ҡысҡырып уҡый. Бергәләп хор менән уҡыу.

Рәхимле бул күркәм сәхрәгә,

Хуш еҫтәрен бөрккән сәскәгә,

Рәхимле бул шишмә-ағасҡа,

Һыуын һәм емешен алғас та.

(Ҡайсын Кулиев)

Уҡыусылар һеҙ бөгөн бик күп эш эшләнегеҙ.Ниндәй күп кәбән ҡойҙоғоҙ. Хәҙер шул кәбәндәрегеҙҙе таҡтаға йәбештерегеҙ.

Ниндәй ҙур эҫкерт яһаныҡ! Афарин!

Башҡорт халыҡ мәҡәле әйткәндәй,эшләһәң эш ҡарышмай ул.

Баһалау.

Өйгә эше. Йәй тураһында һүрәт эшләргә.









Дәрестең темаһы. Ноғман Мусин. Атайымдың ос һәнәге.Һүҙьяһалыш.

5-се класс.

Маҡсат.Н.Мусиндың тормош юлы һәм ижад юлы менән танышыу.

Башҡорт телендәге һүҙьяһалыштың төрлө формаларын өйрәнеү.

Эҙләнеү күнекмәләрен үҫтереү.

Туған тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Дәрестең төрө. Яңы материалды үҙләштереү.

Йыһазландырыу.

Дәреслек,Ноғман Мусиндың плакаты,"Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы" эмблемаһы,тәбиғәт тураһында һәрәттәр, карточкалар,мультимедиа проекторы, презентация, кәбән рәсемдәре.

Дәрес планы.

I.Ойоштороу мәле. Дәрестең төрө,маҡсаты тураһында йүнәлеш алыу.

II. Уҡытыусы һүҙе.Яңы тема.

III. Һүҙлек эше.

IV.Төп өлөш.

V.Грамматик тема өҫтөндә эш.

VI. Парҙар менән эшләү.

Йомғаҡлау.

Маҡсатҡа ирештекме? Нимәләр белдек? Әҫәр нимә тураһында ине?

Өйгә эш. Йәй тураһында һүрәт эшләргә.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.Хажин В.И., Вильданов Ә.Х.Урта мәктәптең 5-се класы өсөн дәреслек.

2.Нафиҡова З.Ғ.,Аҙнабаева Ф.Ғ. Тылсымлы өндәр.Өфө: З.Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте, 2010.

Дәрескә анализ.

Дәресемдең темаһы: Ноғман Мусин. Атайымдың ос һәнәге.Һүҙьяһалыш.

Был дәресте Өфөлә 5-се класс уҡыусылары менән үткәрҙем.Дәрес методик яҡтан дөрөҫ төҙөлгән.

Дәресемдең төрө яңы материалды үҙләштереү ине.

Дәресемдең маҡсаты Ноғман Мусиндың ижады менән уҡыусыларҙы таныштырыу ине.Шулай уҡ һүҙьяһалыштың төрлө формаларын өйрәнеү,уҡыусыларҙың эҙләнеү күнекмәләрен үҫтереү,туған тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү ине.Ҡуйған маҡсатыма ирештем.Уҡыусылар дәрестә бик актив ҡатнаштылар.Дәрестә бик күп эштәр эшләнде.

Шулай итеп,башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы заманса информацион технологиялар, комьютер ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итә уҡыусыларҙың эшләү һәләтен үҫтерә,фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уята.







I

Приложение 1

Заявка участника конкурса

среди педагогов, использующих информационно-коммуникационные

технологии в образовательной деятельности

«ИКТ в творчестве педагога -2016»



Номинация

«Башкирский язык и литература»

Автор (Ф.И.О. полностью, должность)

Ахатова Аминя Сафаргалиевна , учитель башкирского языка и литературы

Тема разработки

Утлы йылдар ауазы."Дәрес-хәтер".

Голос огненных лет. «Урок-воспоминания»

Полное наименование учреждения по Уставу

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение средняя общеобразовательная школа с.Прогресс

Телефон (с кодом)

89196167150

E-mail

akhatov -a@ mail.ru

Домашний адрес участника конкурса

Янаульский район.с.Кисак-Каин, ул.Тепличная-50

Дата ___22.01.2016 г.

Руководитель ОУ ____________М.Ф.Кашапов




Приложение 2

Требования к комплекту конкурсных материалов

(срок сдачи материалов - до 08 февраля 2016 года)

При подготовке конкурсных материалов следует руководствоваться перечисленными ниже требованиями:

- обязательное выполнение всех условий конкурса!

- материалы, представленные на конкурс, должны включать в себя:

- модель урока (обязательные элементы: автор; координаты автора; краткая аннотация урока; план - конспект урока);

- методические рекомендации к проведению урока (допустимы приложения);

- разработки методических материалов (презентации, тесты с их описанием по форме (Приложения 2,3)

- все материалы, заявленные на Конкурс, необходимо представить в электронном формате по адресу [email protected] или предоставить лично на флеш -носителе. Материалы, объемом более 3 мб, представить на диске с указанием на конверте названия конкурсного материала, разработчиков, названия образовательного учреждения в ИМЦ по адресу: г.Янаул, переулок Малышева, 4б (вход с торца);

-текстовый материал - шрифт 14, Times New Roman, цвет - черный; заголовки выделены жирным шрифтом (размер шрифта -14, Times New Roman, цвет -черный)

- комплект конкурсных материалов должен быть систематизирован в одной папке, имя которой должно совпадать с ФИО конкурсанта.

- заявка конкурсанта отправляется отдельно от всех документов или предоставляется с конкурсными материалами.

Примечание: Заявитель несет ответственность за полноту и достоверность сведений, указанных в заявке. Жюри конкурса оставляет за собой право выборочной проверки этих сведений и снятия заявителя с конкурса в случае предоставления недостоверной информации.

Сроки приема заявок: до 26 января 2016 года по электронному адресу: [email protected];

Сроки приема конкурсных материалов: до 08 февраля 2016 года по электронному адресу: [email protected];

Адрес приема работ большого объема: материалы, объемом более 3 мб, представить на диске с указанием на конверте названия конкурсного материала, разработчиков, названия образовательного учреждения в ИМЦ по адресу: г.Янаул, переулок Малышева, 4б.

Контактный телефон: 5 57 64

Адрес электронной почты: [email protected];









Приложение 3

Описание конкурсных материалов


Автор (ФИО, ОУ, должность -все сведения прописать полностью)

Ахатова Аминя Сафаргалиевна , Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение средняя общеобразовательная школа с.Прогресс, учитель башкирского языка и литературы

Название

Утлы йылдар ауазы."Дәрес-хәтер".

Голос огненных лет. «Урок-воспоминания»

Форма

Изучение пройденного материала с применением ИКТ (презентация)

Учебный предмет, класс

Башкирский язык и литература, 8 класс

Название темы или раздела

Великая Отечественная война

Программные средства, с помощью которых создан дидактический материал

Microsoft Word 2007

Microsoft Power Point 2007

Цели, задачи дидактического материала

Ознакомить учащихся с биографией башкирских поэтов , расширить знания о её творчестве, развивать творческие способности учащихся, воспитывать любовь к Родине

Содержание

дидактического материала

(раскрыть полностью)

Фотографии поэтов, отрывки из стихотворений. .

Ресурсы дидактического материала (видео -фото, графические изображения, звуковые файлы, ссылки, анимационные и другие эффекты и т.п.)

yandex.ru/images/search?img_url=http%3A%2F%2Fplaycast.ru -орден отечественной войны 1 степени

ru.wikipedia.or -портреты

Используемые источники информации (литература, Интернет, ЦОР и др.)

Учебники, интернет.

Возможности использования дидактического материала:

-педагогом на уроке (указать этапы урока);


Использование на этапах урока: организационный, актуализация, изучение нового материала, закрепление пройденного, заключительная часть - демонстрационная презентация



© 2010-2022