Исследовательская работа Ғайнан Хәйриҙең Боролошроманында ябай һөйләмдәр

Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

13

Башҡортостан Республикаһы

Мәғариф министрлығы


Бүздәк районы муниципаль район хакимиәтенең мәғариф бүлеге


Иҫке Боғаҙы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Йүнәлеш

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте.

Ғилми тикшереү эше

Ғәйнан Хәйриҙең "Боролош" романында ябай һөйләмдәр ҡулланылышы


Башҡарҙы:

Әхмәтшина

Лилиә Назиф ҡыҙы

11-се класс уҡыусыһы

Етәксеһе: Баймөхәмәтова

Лариса Арыҫлан ҡыҙы

Иҫке Боғаҙы урта дөйөм

белем биреү мәктәбенең

башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы.







Бүздәк 2014



Йөкмәткеһе


Тезис ……………………………………………………………………3-сө бит

Инеш……………………………………………………………………4-се бит

1.Ғәйнан Хәйриҙең тормош юлы…………………………………….6-сы бит

2."Боролош" романының яҙылыу тарихы………………………….7-се бит

3. "Боролош" романында ябай һөйләмдәр ҡулланылышы………..9-сы бит

Йомғаҡлау………………………………………………………….....12-се бит

Ҡулланылған әҙәбиәт……………………………………………….13-сө бит





Тезис


Ваҡыт тигәндәре бер кемде лә, бер нәмәне лә аямай. Ләкин аҫыл улдары ҡалдырған яҡты эҙҙе халыҡ күңеленән ваҡыт ағышы юйып ташлай алмай. Күренекле башҡорт яҙыусыһы Ғәйнан Хәйри - бына шундай шәхестәрҙең береһе.

Ғәйнан Хәйри ижады - башҡорт әҙәбиәтендә ярайһы уҡ ҙур ғына урын биләп тора. Был яҡты донъяла яҙыусы 35 йыл ғына йәшәп өлгөргән. Әммә шуға ҡарамаҫтан, башҡорт халҡы уның ижадын яратып ҡабул итте, уны оҫта яҙыусы итеп таныны. Мин үҙемдең эшемдә яҙыусының ижадын тел ғилеме күҙлегенән сығып тикшерҙем. "Ә ниңә тап Ғәйнан Хәйри ижады? Башҡорт әҙәбиәтен нимә менән байыҡтырған?" Ниңә "Боролош" романының синтаксик төҙөлөшө?"- тигән һорауҙар ҙа тыуырға мөмкин. Эшемдә ошо һорауҙарға яуап бирергә тырыштым.Бының өсөн миңә күп кенә әҙиптәрҙең хеҙмәттәре менән танышырға тура килде. Шулар араһында Миҙхәт Ғәйнуллин, Ғайса Хөсәйенов, Суфиян Сафуанов, Ғәли Сәйетбатталов хеҙмәттәре бик тә әһәмиәтле булды.

Тәүҙә мине Ғәйнан Хәйриҙең тормош юлы ҡыҙыҡһындырҙы. Ул Нуриман районы Иҫке Күл ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Уның турала уҡыған мәғлүмәттәрҙән сығып, бала саҡтан уҡ уҡыуға зирәк булыуы, ләкин атаһының уны йәшләй эшкә күндереүе, йәшләй йәмғиәт эшенә юлығыуын әйтергә була. Ә бына уның дауыллы йылдарҙа йәшәүе һәм һынмауы - ғәжәпләндерә.

Икенсе һорауға яуап биргәндә, шуны әйтергә кәрәк, быйыл әҙиптең тыуыуына 110 йыл булды. Ул ижад иткән "Боролош" - башҡорт совет әҙәбиәте барлыҡҡа килгән беренсе роман һәм ул милли әҙәбиәттә роман жанрының тыуыу тарихындағы үҙенсәлектәрҙе асыҡ күрһәтеп тороусы этап характерындағы әҫәр булып тора. 10-сы класта уҡығанда "Боролош" романының ҡыҫҡартып бирелгән өлөшө менән танышырға тура килде. Әҫәр бик ҡыҙыҡлы тойолдо, шуға ла романды мәктәп китапханаһынан алып уҡып сыҡтым.Романда кешелек аңында бөйөк һынылыш осоро булған революцияһы ваҡиғаларының ябай халыҡ тормошондағы роле генә һүрәтләнмәй, ә ошо дини ҡаршылыҡтар арҡаһында кешеләр яҙмышының үҙгәреше, ҡатын-ҡыҙ тормошоноң ауыр яҡтары ла яҡтыртыла. Әлбиттә яҙыусы хикәйә-повестар ҙа ижад иткән.

Өсөнсө һорауға яуабымды ошолай итеп бирер инем: әҫәрҙең яҙылыу тарихын өйрәнгәндә, яҙыусы әҫәрен яҙып бөтөп, роман баҫылып сыҡҡас та, яҙыусы уны камиллаштырыуҙы дауам итеүен,телен, стилен шымартыуын, тулыландырыуын асыҡланым. Һәм миндә үткән быуаттың 20-се йылдарында ижад ителгән әҫәрҙең синтаксик төҙөлөшөн тикшереү теләге тыуҙы. Эшемдә романда бирелгән ябай һөйләмдәрҙе тикшерҙем.

Инеш

Бөгөнгө көндә башҡорт әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһыныу арта бара, дәрестәрҙә беҙ арҙаҡлы шәхестәрҙе өйрәнәбеҙ, ләкин улар тураһында киң белемдәр дәреслектән генә алып булмай. Шуға күрә башҡа мәғлүмәттәр аша улар тураһында материалдар туплап, артабан кластарштар менән бәхәстәр ойоштороп әңгәмәләшеү өсөн был эшемдең ярҙамы уңайлы булыр. Эштең актуаллеген шунда күрәм.

Егерменсе быуат башындағы әҙәбиәттә Ғ.Хәйри әҫәрҙәре күренекле урын алып тора. Мин үҙемдең тикшеренеү эшемдә был шәхестең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә ни тиклем эш башҡарыуын, ниндәй ауыр һәм фажиғәле ғүмер итеүен һәм, әлбиттә, уҡымышлылығын иҫбатларға тырыштым. Уның ижадын өйрәнеп, уның йәшәү маҡсатын һәм ниндәй уйҙар борсоуын белергә, "Боролош" романының башҡорт әҙәби телен үҫтереүҙәге ролен белергә теләнем. Был эшемдең маҡсаты. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн ошондай бурыстар билдәләнем:

  • Яҙыусының тормош юлын һәм ижадын өйрәнеү;

  • "Боролош"романын өйрәнеү;

  • Башҡорт теленең стилистикаһын өйрәнеүсе ғалимдарҙың эштәре менән танышыу;

  • "Боролош" романының стилистикаһын тикшереү.

Был эште төрлө класс сәғәттәрендә, әҙәби кистәрҙә, кластан тыш сараларҙа ҡулланырға мөмкин.

Кешеләр араһында фекер алашыу һәм аралашыу сараһы булып тел хеҙмәт итә. Ә аралашыуҙың иң мөһим һәм төп формаһы булып һөйләм һанала. Һүҙ иһә, үҙ сиратында, грамматика фәненең бер бүлеге булған синтаксистың өйрәнеү объекты. Грамматик яҡтан ҡарағанда, һәр бер һөйләм үҙ киҫәктәренең эске берҙәмлеген, уларҙың урынлашыу тәртибе һәм интонация берҙәмлеген тәшкил итә.

Бирелгән әҫәрҙең синтаксик үҙенсәлеген тикшерер алдынан стилистика тигән фән бүлегенә лә туҡтап китеү кәрәк. Был фән лексикология менән грамматикаға нигеҙләнә һәм үҙе ике бүлектән тора:

  1. Лингвистик стилистика

  2. Жанрҙар стилистикаһы1.

Тикшереү йәһәтенән жанрҙар стилистикаһына туҡтап китеү урынлы булыр. Был төрҙәргә бүленә:

  1. Халыҡтың йәнле һөйләү стиле

  2. Халыҡ ижады стиле

  3. Художестволы стиль

  4. Ғилми стиль

  5. Публицистик стиль

  6. Рәсми стиль.

Был төрҙәр араһында беҙгә художестволы стиль тигәненә туҡтау кәрәк. Уға аңлатма биреп китәйек.

Художестволы стиль - ғәжәп киң һәм ғәҙәттән тыш ҡатмарлы булыуы менән бүтән стилдәрҙән айырылып тора.2 Уға әҙәбиәтселәр бер күҙлектән, ә лингвистар икенсе күҙлектән ҡарай. Әгәр әҙәбиәтселәр стилде яҙыусының ижад методына, донъяға ҡарашына тығыҙ бәйләп тикшерһә, телселәр һүҙ оҫтаһының тел менән нисек эш итеүен, әҙәби телде нисегерәк үҫтереүен өйрәнеүҙе беренсе планға ҡуялар. Икенсе төрлө әйткәндә, әҙәбиәтселәр йөкмәтке яғына, лингвистар форма яғына баҫым яһайҙар.

Художестволы әҙәбиәттә жанрҙар стиленән тыш һәр яҙыусының индивидуаль ижад стиле лә була. Әҙиптең ижад стиле, бер яҡтан, уның халыҡ теле менән әҙәби телде нисек белеүенә тығыҙ бәйләнгән булһа, икенсе яҡтан, ижадсының индивидуаль ижад итеү манераһы, әҙәби оҫталығы менән тығыҙ мөнәсәббәттә йәшәй. Шуныһы ла мөһим: теге йәки был яҙыусының стиле хаҡында һөйләгәндә, ул йәшәгән һәм ижад иткән осорҙо иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай.





  1. Ғәйнан Хәйриҙең тормош юлы.

Ғәйнан Хәйри исеме башҡорт әҙәбиәтен формалаштырыу һәм үҫтереүҙә күп көс һалған әҙиптәр араһында рәүештә маҡтаулы урын алып тора.

Ғәйнан Хәйри элекке Өфө өйәҙе Бәләкәй Күҙәй волосы( Башҡортостандың хәҙерге Нуриман районы) Иҫке Күл ауылында 1903 йылда тыуған. Ябай крәҫтиән, бер ниндәй ҙә белеме булмаған атаһы Ғәйнанды йәшләй эшкә күндергән. Ауыл мәҙрәсәһендә белем алыу менән бер рәттән атаһына ла ярҙамлаша. Революция Ғ.Хәйриҙе йәмәғәт эшмәкәрлегенә иртә юлыҡтыра. 1920-1922 йылдарҙа Иҫке Күлдә китапхана мөдире, кантондың комсомол үҙәгендә эшләй. 1922 йылда Ырымбурҙағы халыҡ мәғарифы институтына инә, ә инде 1924 йылда комсомолдың Башҡортостан өлкә комитетының саҡырыуы буйынса Өфөгә күсә. 1925 йылда Арғаяш контонына эшкә күсерелә. 192 йылда Башҡортостан пролетар яҙыусылар ассоцияцияһын ойоштороуҙа ҡатнашҡан Ғ.Хәйриҙе идараның яуапл секрктаре итеп ҡуялар. 1928 йылда "Үҫеү" тигән йәштәр ижади ойошмаһы ойоштора тип нахаҡҡа ғәйепләнеп эшенән һәм партиянан сығарыла. Бындай ҡайғылар яҙыусының һаулығын ҡаҡшата, үпкә ауырыуынан һаулығы насарлана. Оҙаҡ йылға һуҙылған туберкулез ауырыуы уны 1938 йылда яҡты донъянан алып китә.

Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә яҙыусы ҙ талантын таныт, әҙәбиәтебеҙҙе күренекле хикәйә-повестары менән байытырға өлгөрҙө.







  1. "Боролош" романының яҙылыу тарихы.

Ғәйнан Хәйриҙең берҙән-бер "Боролош" романының, ғөмүмән, башҡорт совет әҙәбиәтендәге тәүге романдың яҙылыу һәм баҫылыу тарихы оҙон һәм ҡатмарлы ғына.

Романдың яҙылыу датаһы - 1925-1928 йылдар. Йәғни ул дүрт йыл эсендә яҙылған. Тимәк , Ғ.Хәйри матбуғатта күренә башлаған йылында уҡ роман яҙыу хыялы менән йәшәгән. "Яҙғы ташҡындар" - романдың тәүге исеме - йәмғиәттәге боролош, революцион ташҡынды аңлатҡан. "Боролош" романы иң актив ижад иткән осорона тура килгән, роман менән бер рәттәнхикәйә-повестар ҙа ижад ителгән.

1928 йылда "Яңы ауыл" гәзитендә романдың тәүге бүлеге баҫыла. Т тигәндә лә яҙыусы уны камиллаштырыуҙы дауам итә: төҙәтеү, телен, стилен шымартыу менән шөғөлләнә, яңы бүлектәр өҫтәй, ҡулъяҙманы тулыландырып аҡҡа күсерә. 1929 йылда китап итеп баҫтырыу өсөн Башҡортостан китап нәшриәтенәтапшыра. Нахаҡҡа ғәйепләнгәс, роман баҫылмай ҡала, ул бары 1967 йылда яҙыусының архивынан табып алына һәм китап итеп донъяға сығарыла.

Был романда автобиографик материалдар ҙа мул ғына файҙаланыла, шул уҡ ваҡытта яҙыусы тарихта булған конкрет ваҡиғаларға, шул дәүерҙә йәшәгән кешеләрҙең тормош факттарына ла киң таянып эш итә. Күп кенә образдарҙың прототибы ла билдәле, конкрет тарихи шәхестәр - Баһау Нуриманов, Зәки Мәүлетов - романдың биҙәлеше булып тора.

Йылдар, ваҡыт арауығы шаҡтай ҙур булыуға ҡарамаҫтан, роман актуаллеген юғалтмаған. Ул - жанр тәбиғәте яғынан тормош-көнкүреш романы һәм композицион яҡтан йыйнаҡ һәм бер бөтөн. Б бер сюжет һыҙығы үҫтерелә. Ҡатмарлы осорҙаҡы крәҫтиән егете Шәмси аша тормоштоң үҫеше һүрәтләнә. Романдағы Сәхибәнең яҙмышы, Сабираның аяныслы мөхәббәте, Мәүлетовтың тормошон һүрәтләгән осорҙар Шәмси менән туранан-тура бәйләнмәгән, ошо сюжет һыҙыҡтарын бер-береһенә үрелдереп, композицион төйөндәр хасил итеү оҫталығы етеңкерәмәгәнлеген автор үҙе лә тойомлай һәм романда иҫкәртмәләр биреп китә: "Беҙ хәҙер хикәйәбеҙҙең бер яҡ ҡабырғаһы булғанМәүлетов ваҡиғаһына күсәбеҙ. Ситкә китеп, эҙҙе юғалтабыҙ тип уйларға ярамай. Сөнки фронттың бер яғы ғөмүми булған кеүек, мәғлүм фронттың көрәшселәре йәки типтары ла беҙгә ят түгел. Шулай булғас, аҙашмайбыҙ."3

Романда кешелек аңында бөйөк һынылыш осоро булған Октябрь революцияһы ваҡиғаларының ябай халыҡ тормошондағы роле генә һүрәтләнмәй, ә ошо дини ҡаршылыҡтар арҡаһында кешеләр яҙмышының үҙгәреше, ҡатын-ҡыҙ тормошоноң ауыр яҡтары лы яҡтыртыла.

"Боролош" - башҡорт әҙәбиәтендә барлыҡҡа килгән беренсе роман һәм ул милли әҙәбиәттә роман жанрының тыуыу тарихындағы үҙенсәлектәрҙе һәм законсалыҡтарҙы асҡ күрһәтеп тороусы характерындағы әҫәр булып тора.

"Боролош" романы рус теленә ителеп, күп милләтле Бөтә Союз әҙәби хазинаһына ла ҡиммәтле өлөш индерҙе.











  1. "Боролош" романында ябай һөйләмдәр ҡулланылышы.

Кешеләр араһында фекер алышыу һәм аралашыу сараһы булып тел хеҙмәт итә,ә аралашыуҙың иң мөһим һәм төп формаһы булып һөйләм һанала. Һ үҙ сиратында айырым һүҙҙәрҙән һәм һүҙбәйләнештәрҙән барлыҡҡа килә. Телдең эске закондарына буйһонмаған һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр һөйләм барлыҡҡа килтерә алмай. Һөйләм барлыҡҡа килеүгә тағы бер мөһим шарт бар - тыныш билдәләре ҡуйылышы йәки интонацияның булыуы.

Кешеләр үҙ-ара аралашҡан саҡта алдарына төрлө маҡсат ҡуя: берәй хәл-ваҡиғаны, күренеште раҫлай, тасуирлай, йә булмаһа ҡаға, ҡаршы сыға. О өс аспекттан сыҡып тел ғилемендә һөйләмдәрҙе хәбәр, һорау, өндәү тип аталған өс төргә бүләләр. Әйтергә кәрәк, әҫәр ижад иткәндә яҙыусылар барыһы ла был төрҙәргә мөрәжәғәт итә.

Ниндәй ҙә булһа берәй хәл-ваҡиғаны, йә булмаһа төшөнсә тураһында теләүҙе маҡсат итеп ҡуйған һөйләм һорау һөйләм тип атала.4 Әҫәрҙән миҫалдар:

  1. - Ни эшләнеләр былар? Ҡайҙа баттылар? Ниңә ҡайтмайҙар? Күрмәнеңме? Ҡайтманылармы?(101-се бит)

  2. - Һин алаһыңмы?

  • Ниңә тынығыҙ тығылып индегеҙ?Нимә булды?(103-сө бит)

  1. -Атай ниңә бик тиҙ ҡалаға китте?(105-се бит)

  2. -Әле генә ошо йорттан сығып китеүсе ҡарараҡ йөҙлө кешене белмәйһегеҙме? У кем? Уның исеме, фамилияһы нисек?(326-сы бит)

  3. -Иптәш командир, һеҙ нимәгә?-тине.(327-се бит)

  4. -Фатима,йә, ни эшләнең? Булдыра алдыңмы?

  5. -Уны Шакир кеҫәһенә ни өсөн һалырға кәрәк?(383-сө бит)

  6. Эш нимәнән тора?-тине Нурыйға(386-сы бит)

  7. -Тауар ҡайҙа? Урлаған тауарҙы ҡайҙа йәшерҙегеҙ?(394-се бит)

  8. -Һаумы,хәҙрәт? Нимә ҡарайһың?-тине(397-се бит)

Ниндәй булһа ла берәй эш эшләргә йәки эшләмәҫкә бойороуҙы, ҡушыуҙы белдергән һөйләм бойороҡ һөйләм тип атала.5 Әҫәрҙән миҫалдар:

  1. -Һин атты яҡшы ҡара, Рәфиҡ!(98-се бит)

  2. -Әйҙә,ҡыуала! Урамдарын үҙем әйтермен!(99-сы бит)

  3. -Етер, үпмәгеҙ инде!

  4. Барығыҙ, креслоға ултырып тороғоҙ!(100-сө бит)

  5. -Әйҙә, атты ҡыуалат! Тиҙерәк!(107-се бит)

  6. -Сабатамды сис әле!(131-се бит)

  7. -Хәҙер,хәҙер ҡайтығыҙ!(159-сы бит)

  8. -Сабира,һин борсолма!(161-се бит)

  9. -Әйҙәгеҙ ҡаршыһына!(176-сы бит)

  10. -Ниндәй гонаһ,әйт,әйт!-тине.(181-се бит)

Ниндәй ҙә булһа берәй эште эшләргә йәки эшләмәҫкә өндәүҙе, саҡырыуҙы, йә булмаһа кешеләрҙең төрлө тойғоларын, эске кисерештәрен аңлатҡан һөйләм өндәү һөйләм тип атала.6 Миҫалдар:

  1. Иншалла, тырыш вә көслө Рәсәй халҡы үҙен дошмандарҙан еңдермәҫ!(159-сы бит)

  2. -Ана,атай ҡайтып килә,һөйөнсө!(103-сө бит)

  3. -Сәхибә апай, әсәй менән татыу тороғоҙ!

  4. -Бик яҡшы, тырышып уҡырға тырышығыҙ!(113-сө бит)

  5. -Минең бәләкәй дуҫтарым бар...Дуҫтарым бар!(131-се бит)

  6. -Беҙгә уҡырға кәрәк!(135-себит)

  7. -Ғибрәт был.ғибрәт!- бөтәһе лә геү килеште.(139-сы бит)

  8. -Мин башҡа бер нәмә лә теләмәйем!(141-се бит)

  9. -Миңә үпкәләп иламаҫһың!

  10. -Иларға йыйынмайым!(144-се бит)

Ниндәй ҙә булһа берәй эште эшләргә йәки эшләмәҫкә теләк барлығын белдергән һөйләм теләк һөйләм тип атала7.

Миҫал: Ауылға бары уның матур тәбиғәте өсөн, уның төрлө еҫтәргә төрөлгән йәйе өсөн ҡайтырға теләйем.

Күптән йәшәп килгән лингвистик традиция буйынса телселәр ябай һөйләм синтаксисында ике һәм бер составлы һөйләмдәрҙе айырып йөрөтәләр. Белеүебеҙсә, бер составлы һөйләмдәрҙә йә эйә, йә хәбәр генә бирелә. Бер составлы һөйләмдәр түбәндәгесә бирелә.

Билдәле эйәле һөйләмдең хәбәре беренсе һәм икенсе заттағы ҡылымдан килә. Миҫалдар:

1. -Ҡайҙа,кемдәр менән эстең?(131-се бит)

2. -Шуны күрһәтегеҙ. Ләкин быныһын күрһәтмәгеҙ.(102-се бит)

3. -Бысраҡ йорттан ҡотолдом!

4. - Тик күңелде борсоған бер нәмәне әйтеп китергә тейешле табам.

5. - Минең киткәнемде берүк Камалиға һөйләй һәм әйтә күрмәгеҙ.(102-се бит)

6. -Бының менән нимә әйтергә теләйһең инде?(103-сө бит)

7. -Инде олоғайып та барам.(98-се бит)

8. - Балаңды үлтерергә тейешһең! Йә булмаһа ауылдан кит!(226-сы бит)

9. -Әллә ҡаланан айырыла алмайһыңмы?(270-се бит)

10.- Нимә иманһыҙ үтергә теләйһеңме?(323-сө бит)

Билдәһеҙ эйәле һөйләмдә билдәле эйә булып та уны әйтеп йөрөтөү кәрәк түгел. Уның хәбәре өсөнсө зат ҡылымы менән билдәләнә. Миҫалдар:

  1. -Минең өсөн яуап бирерҙәр. (322-се бит)

  2. -Тороп ултырҙы.(75-се бит)

  3. -Тыңламаһындар!-тине.(178-се бит)

  4. -Әйҙә, әҙерләнһен!- тип ҡуйҙы(178-себит)

  5. Урманда эшләүселәргә илдәге хәлдәр тураһында аңлата.(291-се бит)

  6. -Ә уны ҡасан төҙөйҙәр һуң?(295-се бит)

  7. Уны урамда туҡтаттылар.(332-се бит)

  8. Шулай уҡ үҙенең улында булмаған нәмәләрҙе башҡаларҙан өмөт тө итмәне.(332-се бит)

  9. Аш алдынан ике шешә һыра һорап алды.(339-сы бит)

  10. Беренсе майға бер нисә көн алдан әҙерлек күрә башланылар(347-се бит)

Атама һөйләм алда һөйләнеләсәк күренештең, ваҡиғаның урынын, ваҡытын, уларҙың фонын тасуирлау йәки берәй предметты атап, исемләп йөрөтөү өсөн ҡулланыла. Миҫалдар:

  1. Ҡышҡы һалҡын.(98-себит)

  2. Аҫта йылға, яр.(109-сы бит)

  3. Ҡатын..ҡатын(130-сы бит)

  4. Әрәмтәмаҡтар...һаңғырауҙар...ҡолаҡһыҙҙар..(136-сы бит)

  5. Оятһыҙҙар...(72-се бит)

  6. Эт, сусҡа! Яуыз бала! Мәлғүн!(73-сө бит)

  7. Ҡара йөҙҙәр!(227-се бит)

  8. -Вон ауылдан!Зинасы!(228-се бит)

Хәбәрҙән сығып эйәне эҙләп тә, уға һорау биреп тә булмай. Бындай

һөйләмдәрҙе эйәһеҙһөйләм тип атайҙар.

  1. -Эйе, әрсергә кәрәк!(226-сы бит)

  2. -Башҡаларҙан айырылырға ярамай!(110-сы бит)

  3. Ҡояш байыр алдынан ауылға керелде(98-се бит)

  4. Теләгән ҡәҙәре алып булыр...(302-се бит)

  5. Йортһоҙҙарҙы йортона индереп урынлаштырырға кәрәк.(298-се бит)

Өҫтә бирелгән миҫалдарҙан күренеүенсә, Ғ.Хәйри үҙенең әҫәрендә ябай һөйләмдең бөтә төрөнә лә йыш мөрәжәғәт иткән. Уларҙы автор бигерәк тә диалогтар биргән ваҡытта, тәбиғәт күренешен һүрәтләүҙә актив ҡулланған. Һорау һөйләмдәрҙе автор ниндәйҙер ваҡиғаны , кешене, уның ни уйлауын белер-белдерер өсөн ҡулланһа, өндәү, теләкһәм бойороҡ һөйләмдәрҙе персонаждарҙыңтуй-теләктәрен белдереү, бойороуҙы белдереү маҡсатында файҙалана. Ябай һөйләмдең бер составлы төрҙәрен күберәк диалогтар биргән ваҡытта ҡулланыла.





Йомғаҡлау

Алдан әйтеүебеҙсә, егерменсе-утыҙынсы йылдар әҙәбиәтендә Ғ.Хәйри ижады айырым бер урын алып тора. Егерменсе йылдар аҙағында ижад ителгән "Боролош" романында автор капиталистик иҫкелектән коммунизм яңылыҡтарына күсеүҙе һүрәтләй. Тәбиғи, халыҡ тормошоноң мөһим моменттарын тәрән һәм күп яҡлы итеп һүрәтләргә тырышҡан яҙыусы, әлбиттә, Октябрь революцияһы ваҡмғаларын да ситләтеп у алмаған. Ғ.Хәйри, бүтән яҙыусылар кеүек үк, үҙенең әҫәрендә башҡорт теленең йәнле һөйләү теленә таянып ижад итте. Шул уҡ ваҡытта яңы ғына формалашып килгән башҡорт яҙма әҙәби телен яңы һүҙҙәр, синтаксик конструкциялар менән байыҡтырҙы.

Билдәле булыуынса, егерменсе йылдарҙа башҡорт яҙма әҙәби теле әле яңы формалашыу дәүерен кисерә ине, шунлыҡтан башҡортса яҙыуҙа революцияға тиклем яҙма тел вазифаһын үтәгән төрки теленең ҡайһы бер элементтары,үҙенсәлектәре һәм ғәрәп, фарсы телдәренән ингән һүҙҙәр ҙур урын алды. Ғ.Хәйри әҫәрҙәрендә лә осрай был һүҙҙәр. Шуныһы характерлы: әҙип ул һүҙҙәрҙе билдәле бер маҡсаттан сығып, теге йәки был персонаждарҙың, бигерәк тә мулла, мәзин кеүек дин әһелдәренең телен индивидуалләштереү өсөн ҡулланған. Оҫта бирелгән пртрет һәм пейзаж күренеш, хәл-ваҡиғаларҙың ҡасан һәм ҡайҙа булғанлығын, унда ниндәй кешеләр ҡатнашҡанлығын хәтерҙә оҙаҡ һаҡларға ярҙам итә.

Яҙыусы романда ябай һөйләм менән бер рәттән ҡатмарлы синтаксик конструкциялар ҙы ла ҡуллана. Фольклор өлгөләрен дә уңышлы файҙалана. Шуның өсөн дә роман бай йөкмәткеле һәм уҡыу өсөн бик ҡыҙыҡ.

Алда әйтелеп үтелеүенсә, романдың теле - башҡорт һөйләү теле менән әле саҡ әле нығынып килгән әҙәби телдең оҫта, матур берләшеү өлгөһө булып тора.



Ҡулланылған әҙәбиәт


  1. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте /Рус мәктәптәренең 10-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д.С. Өфө:Китап, 2007

  2. Башҡорт әҙәбиәте тарихы,6 томда. Өфө:Китап, 1996

  3. Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теле. Педагогия училищелары өсөн дәреслек. Өфө, 1995

  4. Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теле.1-се том. Ябай һөйләм синтаксисы. Өфө, 1999

  5. Сәйетбатталов Ғ.Ғ.Башҡорт теленең стилистикаһы.Өфө,1985

  6. Хәйри Ғ. Боролош.- Өфө:Китап,2006

  7. Әхмәр Ҡ. Башҡорт телендә ябай һөйләм синтаксисы. Өфө,1957










1Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теле. Педагогия училищелары өсөн. Өфө,1991. 9-сы бит

2 Сәйетбатталов Ғ.Ғ.Башҡорт теленең стилистикаһы.Өфө,1985

3Хәйри Ғ. Боролош.- Өфө, 1979, 394-се бит.

4 Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теле.1-се том. Ябай һөйләм синтаксисы. Өфө, 1999

5 Шунда уҡ

6Шунда уҡ

7Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теле.1-се том. Ябай һөйләм синтаксисы. Өфө, 1999


© 2010-2022