Разработка урока по башкирской литературе

Раздел Другое
Класс 7 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: Мостай Кәрим. Миләш.

Класс: 7

Дәрес маҡсаттары

Уҡытыу: Шиғыр менән танышыу, шиғырға анализ эшләү.

Үҫтереү: Логик фекерләүҙе, һөйләү телмәрен, тексҡа анализ эшләү күнекмәләрен үҫтереү.

Тәрбиәүи: Мостай Кәрим әҫәрҙәренә булған ҡыҙыҡһыныуҙы һүндермәү, тыуған илгә ҡарата һөйөү хистәрен тәрбиәләү.

Дәрес тибы

Яңы тема үтеү.

Йыһазландырыу:

Дәреслек, һүҙлектәр, компьютер, проектор, экран.

Күргәҙмәлек:

Презентация, билдәләү карточкаһы.

.

Организацион момент.

Һаумығыҙ, уҡыусылар!

Уҡыусылар.

Һаумыһығыҙ, хәйерле көн барығыҙға,

Ҙур маҡсаттар менән килдек беҙ уҡырға.

Тыуған илен һөйгән телен белер,

Яҡшы кеше киләсәктә бәхет күрер.

Ә әлегә уңыш теләп ултырыштыҡ

Һәм башланыҡ беҙ уҡырға бик тырышып.

Эмоциональ момент

Ултырығыҙ, балалар. Мин һеҙгә яҡшы кәйеф һәм бөгөнгө дәрестә уңыштар теләйем.

Үткәнде ҡабатлау.

Дәресебеҙҙе башлар алдынан үткән теманы ҡабатлап алайыҡ. Мин "Дуҫлыҡта - берҙәмлек" бүлегендә үтелгән шиғырҙар буйынса һөйләмдәр уҡыйым, һеҙ дөрөҫмө, дөрөҫ түгелме икәнен иҫбатлағыҙ. Әгәр "дөрөҫ", тип яуап бирһәгеҙ, "1" һанын ҡуйығыҙ, әгәр "дөрөҫ түгел", тип яуап бирһәгеҙ, "0" һанын ҡуйығыҙ.

Һорауҙар

Яуап

1

Б.Бикбайҙың "Рус теле" шиғырында Анатолий исеме бар.

1

2

Анатолий - игенсе улы.

0

3

"Рус теле" шиғыры халыҡтар дуҫлығы тураһында.

1

4

"Һабаҡташтарыма" шиғырын Р.Сафин яҙған.

1

5

"Һабаҡташтарыма" шиғырында уҡыу тураһында бәхәс бара.

0

Ә хәҙер тикшереп алайыҡ, дәфтәрҙәрҙе алмашабыҙ һәм экран буйынса тикшерәбеҙ, нисә балл йыйғанды яҙабыҙ.

Дәфтәрҙәрҙе яңынан алмаштыҡ һәм дөрөҫ яуаптар һанын бына ошо махсус карточкаларға яҙып ҡуйҙыҡ.

Проблемалы һорау ҡуйыу.

Ә хәҙер иғтибар итегеҙ, өҫтәлдә ниндәй предметтар күрәһегеҙ? (Миләш ағасы, ҡайын япрағы) Был предметтар араһында ниндәй бәйләнеш бар икән? Дәресебеҙҙең аҙағында ошо һорауға яуап бирербеҙ.

Дәрестең темаһын һәм маҡсатын әйтеү .

Ә әлегә бөгөнгө дата һәм теманы дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ. Дүртенсе декабрь. Класс эше. Мостай Кәрим. "Миләш" шиғыры. Шиғырға анализ.

Уҡыусылар, тема буйынса, нисек уйлаһығыҙ, бөгөнгө дәрестең маҡсаты ниндәй?

Яңы тема үтеү.

Башҡорт халҡының рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң 457 йыл үтте. Был ваҡыт эсендә ҡыуаныслы ла, аяныслы ла хәлдәр булды. Әммә шуныһы асыҡ: башҡорт халҡының Тыуған иле гел бер бөтөн: бөйөк Рәсәй һәм һөйөклө Башҡортостан булып килде һәм шулай булып ҡаласаҡ та. Халҡыбыҙҙың ҡәләм оҫталары был күренешкә бағышлап бик күп әҫәрҙәр ижад иткән. Һәм беҙ 7 класс курсында шуларҙың бер нисәһен үтәбеҙ. Ә бөгөнгө дәрестә Мостай Кәримдең "Миләш" шиғырын өйрәнәбеҙ. Уҡыусылар, хәҙер китаптың 81-се битен асабыҙ, иғтибар менән шиғырҙы тыңлап һәм китаптан ҡарап барабыҙ.

Иғтибар итегеҙ, аңлашылмаған һүҙҙәр таҡтаға яҙылған. Әйҙәгеҙ шуларҙы уҡып үтәйек.

Серҙәштәре - наперсница, подруга, с которой делятся секретами

Бәүеләләр - качаются

Аҡ ләләләр - белые лилии

Көҙ сыуағы - ясный, солнечный осенний день

Тәлгәш-тәлгәш - гроздья

Тоҙаҡ - петля, ловушка

Сынйыр - цепь

Манараһын - минарет, башня

Ҡәрҙәш- родственники

Шиғырҙы уҡыусы уҡый.

Кремль эсендә, һул яғында ҙур ҡапҡаның

Миләш үҫә, иркен йәйеп ботаҡтарын.

Яңғыҙ түгел бында ул, бар дуҫ-иштәре,

Һалҡын төньяҡ шыршылары - серҙәштәре.

Тирәһендә талғын ғына бәүеләләр

Ҡайнар көньяҡ сәскәләре - аҡ ләләләр.

Көҙ сыуағы. Ҡыҙыл булып бешкән миләш,

Таш ҡоймаға һығылып төшкән тәлгәш-тәлгәш.

Тоҙаҡ оса, алтын сынйыр булып күктә,

Бөйөк Иван манараһын аша үтә.

Ҡараным да бында үҫкән шул миләшкә,

Уйым менән кире ҡайттым мин Келәшкә.

Ул яҡта ла күктәр зәңгәр, көндәр сыуаҡ,

Баш өҫтөнән тоҙаҡ оса, сынйыр һымаҡ.

Тыуған өйҙөң эргәһендә тап шул миләш,

Кәртә аша һығылып төшкән тәлгәш-тәлгәш.

Ике яҡта иркен үҫә ике миләш -

Бер үк тупраҡ балалары - ике ҡәрҙәш.

Хәҙер үҙегеҙ бер ҡат уҡып сығығыҙ. Һорауҙарға яуап бирергә әҙерләнегеҙ.

Һорауҙарға яуап биреү.

Ә хәҙер һорауҙарға яуаптар биреп алайыҡ. Дөрөҫ яуаптарығыҙҙың һанын баһалау карточкаһына яҙып ҡуйырһығыҙ. Таҡтала ике миләш тәлгәше эленеп тора, уларҙа ябай һәм вуыр һорауҙар бирелгән. Ябай һорауға яуап бирегән өсөн 1 балл, ауыр һорауға - 3 балл ҡуйырһығыҙ

Ябай һорауҙар:

1. Нидәй үҫемлек шиғырҙа һүрәтләнгән? (Миләш)

2. Тәүге миләш ҡайҙа үҫә? (Кремль эсендә)

3. Миләштәрҙең дуҫтарын һанағыҙ. (Шыршылар, аҡ ләләләр)

4. Икенсе миләш ҡайҙа үҫә? (Келәш ауылында)

5. Ике миләш нимә менән бер-береһенән айырыла? (Төрлө урында үҫәләр)

6. Ике миләш нимә менән оҡшаш? (Улар бер үк тыуған илдә үҫәләр).

Ҡатмарлы һорауҙар:

1. Шиғырҙа ниндәй миҙгел һүрәтләнгән? Ҡайҙан белдегеҙ? (Миләш бешкән саҡ, үрмәкселәр ауы оса, көҙ сыуағы)

2. Көҙ миҙгелен иҫкә төшөргәндә күҙ алдына иң беренсе һары япраҡтар килеп баҫа? Был шиғырҙа уларҙың ҡыштырлауын да ишетергә мөмкин. Ул ҡыштырлау ниндәй өн менән бирелгән? (Ш өнө менән)

3. Көҙ сыуағын икенсе төрлө нисек әйтәлә? (Әбейҙәр сыуағы)

4. Шиғырҙың темаһын билдәләргә.

Башҡортостанды һәм Рәсәйҙе бер төрлө яратыу, сөнки улар икеһе лә беҙҙең өсөн Тыуған ил)

5. Теманы билдәләүсе төп һүҙҙәрҙе табайыҡ.

Ике ҡәрҙәш.

Яуаптарығыҙҙың балдарын яҙып ҡуйығыҙ.

Пресс методы.

Хәҙер Пресс методы менән эшләйбеҙ. Экранда мәҡәлдәр бирелгән.

Мәҡәлдәрҙең ҡайһыһы бөгөнгө темаға тура килә?

Әйҙәгеҙ, уҡып үтәйек.

  • Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй.

  • Ағас тамырына ҡарап үҫә.

  • Ағас айырым үҫһә лә, тамыры бер.

Яуапты түбәндәге этаптар менән бирегеҙ

  1. Мин "………………..", тип уйлайым.

  2. Сөнки был мәҡәл, ………………………………….., тигәнде аңлата.

  3. Шулай итеп, "Миләш" шиғырына "………………………….." мәҡәле тура килә.

Кем яуап бирә?

Ҡалған мәҡәлдәрҙең дә мәғәнәләрен аңлатып үтергә кәрәк.

Күҙҙәргә ял итеү минуты.

Группалап эшләү.

Уҡыусылар, ә хәҙер группалап эшләп алайыҡ.

Художестволы саралар.

Метафора

Тоҙаҡ оса, бер үк тупраҡ балалары, дуҫ-иштәре, серҙәштәре.

Сағыштырыу

Алтын сынйыр булып, сынйыр һымаҡ.

Лексик саралар.

Синоним

Ҡойма - кәртә

Дуҫ-иштәре - серҙәштәре

Антоним

Һалҡын - ҡайнар,

Төньяҡ - көньяҡ

Синтаксик саралар.

Ҡабатлау:

Миләш, таш ҡоймаға һығылып төшкән тәлгәш-тәлгәш -

миләш, кәртә аша һығылып төшкән тәлгәш-тәлгәш.

Тоҙаҡ оса, алтын сынйыр булып - тоҙаҡ оса, сынйыр һымаҡ.

Инверсия:

Бар дуҫ-иштәре, бәүеләләр аҡ ләләләр, бешкән миләш, ҡайттым мин, үҫә миләш.

Антитеза:

Яңғыҙ түгел бында ул, бар дуҫ-иштәре.

Шиғырҙың төҫтәре.

Уҡыусылар, хәҙер билдәләйек, автор ниндәй төҫтәр шиғырҙа ҡулланған?

аҡ

аҡ ләләләр

ҡыҙыл

ҡыҙыл булып бешкән миләш

алтын

алтын сынйыр

зәңгәр.

күктәр зәңгәр

Беренсе фараз:

1. Аҡ - тыныслыҡ, таҙалыҡ,

2. Зәңгәр - ышаныс,тоғролоҡ,

3. Ҡыҙыл- көс, тыуған ил өсөн түгелгән ҡан

Икенсе фараз:

1. Аҡ - Белоруссия.

2. Зәңгәр - Украина

3. Ҡыҙыл - Великороссия, Бөйөк Рәсәй.

Өсөнсө фараз:

1. Аҡ - хоҙай донъяһы.

2. Зәңгәр - күк донъяһы.

3. Ҡыҙыл - физик донъя.

Дүртенсе фараз:

1. Аҡ - вера.

2. Зәңгәр - надежда

3. Ҡыҙыл - любовь

Теманы нығытыу. Рефлексия.

1. Дәрестең темаһы.

2. Дәрестең маҡсаты.

3. Маҡсатҡа ирештекме?

Өй эше биреү.

Символ

Баһалау карточкаһы


Эш төрө

Балл

Өй эше

Һорауҙарға яуап биреү

Пресс методы буйынса яуап биреү

Группалап эшләү

Символика

Рефлексия


Художетволы саралар табыу

Кремль эсендә, һул яғында ҙур ҡапҡаның

Миләш үҫә, иркен йәйеп ботаҡтарын.

Яңғыҙ түгел бында ул, бар дуҫ-иштәре,

Һалҡын төньяҡ шыршылары - серҙәштәре.

Тирәһендә талғын ғына бәүеләләр

Ҡайнар көньяҡ сәскәләре - аҡ ләләләр.

Көҙ сыуағы. Ҡыҙыл булып бешкән миләш,

Таш ҡоймаға һығылып төшкән тәлгәш-тәлгәш.

Тоҙаҡ оса, алтын сынйыр булып күктә,

Бөйөк Иван манараһын аша үтә.

Ҡараным да бында үҫкән шул миләшкә,

Уйым менән кире ҡайттым мин Келәшкә.

Ул яҡта ла күктәр зәңгәр, көндәр сыуаҡ,

Баш өҫтөнән тоҙаҡ оса, сынйыр һымаҡ.

Тыуған өйҙөң эргәһендә тап шул миләш,

Кәртә аша һығылып төшкән тәлгәш-тәлгәш.

Ике яҡта иркен үҫә ике миләш -

Бер үк тупраҡ балалары - ике ҡәрҙәш.

Лексик саралар табыу

Кремль эсендә, һул яғында ҙур ҡапҡаның

Миләш үҫә, иркен йәйеп ботаҡтарын.

Яңғыҙ түгел бында ул, бар дуҫ-иштәре,

Һалҡын төньяҡ шыршылары - серҙәштәре.

Тирәһендә талғын ғына бәүеләләр

Ҡайнар көньяҡ сәскәләре - аҡ ләләләр.

Көҙ сыуағы. Ҡыҙыл булып бешкән миләш,

Таш ҡоймаға һығылып төшкән тәлгәш-тәлгәш.

Тоҙаҡ оса, алтын сынйыр булып күктә,

Бөйөк Иван манараһын аша үтә.

Ҡараным да бында үҫкән шул миләшкә,

Уйым менән кире ҡайттым мин Келәшкә.

Ул яҡта ла күктәр зәңгәр, көндәр сыуаҡ,

Баш өҫтөнән тоҙаҡ оса, сынйыр һымаҡ.

Тыуған өйҙөң эргәһендә тап шул миләш,

Кәртә аша һығылып төшкән тәлгәш-тәлгәш.

Ике яҡта иркен үҫә ике миләш -

Бер үк тупраҡ балалары - ике ҡәрҙәш.

Синтаксик саралар

Кремль эсендә, һул яғында ҙур ҡапҡаның

Миләш үҫә, иркен йәйеп ботаҡтарын.

Яңғыҙ түгел бында ул, бар дуҫ-иштәре,

Һалҡын төньяҡ шыршылары - серҙәштәре.

Тирәһендә талғын ғына бәүеләләр

Ҡайнар көньяҡ сәскәләре - аҡ ләләләр.

Көҙ сыуағы. Ҡыҙыл булып бешкән миләш,

Таш ҡоймаға һығылып төшкән тәлгәш-тәлгәш.

Тоҙаҡ оса, алтын сынйыр булып күктә,

Бөйөк Иван манараһын аша үтә.

Ҡараным да бында үҫкән шул миләшкә,

Уйым менән кире ҡайттым мин Келәшкә.

Ул яҡта ла күктәр зәңгәр, көндәр сыуаҡ,

Баш өҫтөнән тоҙаҡ оса, сынйыр һымаҡ.

Тыуған өйҙөң эргәһендә тап шул миләш,

Кәртә аша һығылып төшкән тәлгәш-тәлгәш.

Ике яҡта иркен үҫә ике миләш -

Бер үк тупраҡ балалары - ике ҡәрҙәш.


© 2010-2022