А. Йәғәфәрова Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар

Раздел Другое
Класс 6 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: А.Йәғәфәрова "Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар"

Маҡсат:

  1. А.Йәғәфәрованың биографияһы менән таныштырыу.

  2. Шағирҙың ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм хөрмәт тәрбиәләү;

  3. А.Йәғәфәрова "Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар әҫәре менән танышыу;

  4. Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, идея - тематикаһын асыҡлау, образдарға характеристика биреү;

  5. Дуҫлыҡ тураһында төшөнсә алыу;

  6. Дуҫлыҡта тоғролоҡ, кешелеклелек, тырышлыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләү, дуҫлыҡҡа тоғро булырға өйрәтеү.

  7. Һүҙ байлығын, фекерләү ҡеүәһен арттырыу;

  8. Әкиәтте тейешле хис-тойғолар менән тасуири уҡырға өйрәтеү;

  9. Уҡыусыларҙа кешелеклек, бер-береңә ихтирам тойғоһо, әҙәплек сифаттары тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: компьютер, экран, проектор.

Дәрес барышы.


  1. Ойоштороу моменты.

Һаумыһығыҙ. Ултырығыҙ. Хәйерле иртә, уҡыусылар, ҡәҙерле ҡунаҡтар. Балалар, бөгөн һеҙҙең менән асыҡ дәрес бирәбеҙ. Дәрестә әүҙем ҡатнашып ултырырһығыҙ тип ышанам.

Уҡытыусы. Мәктәпкә килгәндә тирә яғығыҙҙы күҙәтергә онотманығыҙмы?

Уҡытыусы. Бөгөн көн ниндәй?

Уҡыусылар. Бөгөн көн аяҙ, һалҡын.

Уҡытыусы. Аҙнаның ниндәй көнө?

А.Йәғәфәрова Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар


А.Йәғәфәрова Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар


А.Йәғәфәрова Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар



  1. Яңы темаға күсеү. Әңгәмә ҡороу. (3 минут)

А.Йәғәфәрова Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар

Уҡыусыулар, һеҙ әкиәттәр тыңларға, шиғырҙар уҡырға яратаһығыҙ . Бөгөнгө теманы асыҡлар өсөн мин һеҙгә бер әкиәт-йомаҡ һөйләп ишеттерәм. Иғтибар менән тыңлағыҙ. Борон - борон заманда бик бейек тауҙа ғаиләһе менән 1 кеше йәшәгән. Бер төндө уларҙың ишеген 3 кеше шаҡыған.Хужаның өйө бик бәләкәй икән. Хужа уларҙан:

Һеҙ кемдәр?- тип һораған.

Берегеҙ генә инегеҙ. Минең өйөм бик бәләкәй, тигән.

Беҙ - Дуҫлыҡ, Бәхет, Байлыҡ.

Ҡайһыбыҙҙы саҡырһаң, шул инер, - тигәндәр улар.

Хужа өйөнә кемде саҡырған тип уйлайһығыҙ уҡыусылар?

Уҡыусылыр яуабы

Уҡытыусы. Дуҫлык уның өйөнә ингәс, ғаиләһенә бәхет тә, байлыҡ та, тыныслыҡ та килгән.

Уҡытыусы. Шулай итеп, уҡыусылар кем әйтә, нимә тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ?

Уҡыусылыр яуабы. (дуҫлыҡ тураһында)

Уҡытыусы. Кемдәр, нимәләр араһында дуҫлыҡ була ала?

Уҡыусылыр яуабы. (хайуандар, кешеләр, милләт -ара дуҫлыҡ.)

Уҡытыусы. Эйе, беҙ бөгөн һеҙҙең менән дуҫлыҡ тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ.

Уҡытыусы. А Йәғәфәрованың "Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар" әкиәтен уҡып дуҫҡа тоғро булырға, уның ҡәҙерен белергә, һәм ысын дуҫ ниндәй булырға тейеш тигән һорауға яуап бирәсәкбеҙ.

III.Өй эшен тикшереү.(5 минут)

А.Йәғәфәрова Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар

Ә хәҙер яңы темаға күскәнсе өй эшен тикшереп китәйек әле. Һеҙгә өй эшенә дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр яҙып килергә ине, шулай уҡ һүрәттәр төшөрөргә лә була тигән инем. Әйҙәгеҙ тикшереп үтәйек. (3-4 бала мәҡәлдәрен уҡый, 1-2 баланың һүрәттәрен ҡарап үтергә мөмкин.)

А.Йәғәфәрова Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар

IV.Яңы тема күсеү. Хәҙер дәфтәрҙәрегеҙҙе асығыҙ, бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.

А.Йәғәфәрова Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар



  • Ә хәҙер беҙгә Айһылыу Йәғәфәрова тураһында Алһыу һөйләп ишеттерер.Ә һеҙ иғтибар менән тыңлап ултырығыҙ , аҙаҡтан тикшереү эше, йәғни тест буласаҡ. (3 минут)

А.Йәғәфәрова Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар

  • Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы Йәғәфәрова 1948 йылдың 3 сентябрендә Әбйәлил районы Әхмәт ауылында тыуа. Әхмәт ауылында башланғыс класс мәктәбен , Ташбулатта урта, Ишембай ҡалаһында тәрбиәселәр мәктәбен тамамлай. 1967 йылда райондың «Ҡыҙыл Башҡортостан» совхозында яңы асылған балалар баҡсаһында хеҙмәт юлын башлай. 1974 йылда БДУ-ның филология факультетын ситтән тороп тамамлай. Тиҫтәләгән китап авторы. Кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән тәүге шиғырҙар йыйынтығы «Муйынса» тип аталып, 1972 йылда донъя күрҙе. Айһылыу Йәғәфәрова Башҡортостандың аткаҙанған мәҙәниәт һәм аткаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, райондың Ким Әхмәтйәнов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты. 1989 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы

V. Ә хәҙер китаптарҙың 82- се битен астыҡ. Уҡыр алдынан һүҙлек эше эшләп алайыҡ.(5минут)

А.Йәғәфәрова Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар

  • Тасуири уҡыу,үҙ аллы, сылбырлап, дәфтәргә яҙыу.

  • VI. Әкиәтте уҡыуға күсеү . (15 минут)

  • Мин уҡый башлайым, ҡарап барығыҙ, шунан һеҙ дауам итерһегеҙ.

А.Йәғәфәрова Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар

А.Йәғәфәрова Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар

А.Йәғәфәрова Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар



А.Йәғәфәрова Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар


А.Йәғәфәрова Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар




А.Йәғәфәрова Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар



А.Йәғәфәрова Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар




А.Йәғәфәрова Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар

Ял итеү минуты (анимашкалы слайдтарға ҡара, саф һауала, ял итеп алабыҙ)

VII.Йөкмәткеһе өҫтөндә эш.Һорауҙарға яуап.


  • Уҡытыусы. Был әкиәттә нимәләр тураһында һүҙ бара?


  • Уҡыусылыр яуабы. (Ҡыҫҡағойроҡ һәм терпе тураһында)


  • Уҡытыусы. Ҡыҫҡағойроҡҡа әсәһе нимә тип әйткән була? китаптан табып уҡып күрһәтегеҙ.


  • Уҡыусылыр яуабы. 82- се бит


  • Уҡытыусы. Ҡуян балаһы терпене нисек һәм нисә тапҡыр һынап ҡараған?

  • Уҡыусылыр яуабы. (соҡорға төшкән, төлкө баҫтыра, баҫма аша сыҡҡанда һыуға ҡолап төшә.)


  • Уҡытыусы. Ни өсөн автор үҙенең был әҫәрен әкиәт тип атаған?


  • Уҡыусылыр яуабы


  • Уҡытыусы. Нимә ул әкиәт?

А.Йәғәфәрова Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар


  • Уҡыусылыр яуабы. Ауыҙ- тел ижадының иң боронғо һәм киң таралған жанрҙарының береһе.


  • Уҡытыусы. Һеҙ унда әкиәткә хас ниндәй үҙенсәлектәр күрҙегеҙ?


  • Уҡыусылыр яуабы.

VIII. Нығытыу.Тест.

Тестарҙың дөрөҫ яуаптарын билдәләп сығығыҙ(3 минут ваҡыт бирәм

А.Йәғәфәрова Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар

2.Эштәр шунда уҡ тикшерелә, баһа ҡуйыла.

А.Йәғәфәрова Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар

IX.Йомғаҡлау.


Уҡытыусы. Шулай итеп уҡыусылар,беҙ һеҙҙең менән нимә тураһында һөйләштек? ысын дуҫлыҡты һеҙ нисек аңлайһығыҙ? Әйҙәгеҙ бергәләп кластерҙар төҙөйөк.


А.Йәғәфәрова Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар

Уҡытыусы. Дуҫлыҡ ул - ҙур төшөнсә. Халҡыбыҙҙың "Дуҫ яуҙа һынала", -тигән һүҙе лә бар. Ысын дуҫлыҡ ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә, йәшәүгә йәм өҫтәй. Уҡыусылар, минең һеҙгә шундай теләктәрем бар. Дуҫтарығыҙҙы һәр ваҡыт ихтирам итеп, уға ярҙам итеп, ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ.Һәм бөгөнгө дәрестән үҙегеҙгә күп фәһемле фекерҙәр алғанһығыҙҙыр тип ышанғым килә.


А.Йәғәфәрова Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар


X Баһалау.

Уҡыусыларҙың дәрестәге эшмәкәрлегенә комментарий биреү.

XI.Өй эше. Әкиәттең йөкмәткеһе буйынса тест төҙөп килергә.

15


© 2010-2022